«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҮҘЕМЛЕГЕҢ НИ САМА? UFA-FORUM ҺИНЕ КӨТӘ!
+  - 

Бөгөн белем алырға теләгән кеше өсөн уй-ниәтен тормошҡа ашырыуы бер ни тормай: шунда уҡ интернет селтәрендә мәғлүмәт таба ала, кәрәкле йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортон һайлап уҡырға бара, өҫтәмә дәрестәр алырға ла мөмкинлек бирелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ниндәйҙер яңы оҫталыҡҡа өйрәнеп ҡалыу өсөн иң уңайлы ысул - ул йәштәр өсөн үткәрелгән мәғариф форумдары. Был сараларҙа ҡатнашҡан кеше ике-өс көн эсендә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте туплап, фекерҙәштәр табып, башҡаларҙың өлгөһөн күреп, яңы үрҙәр яуларға илһамланып ҡайта. Башҡорт йәштәрен шулай маҡсатлы итер сараларҙың береһе Ufa-forum йәштәр мәғариф киңлеге Өфөлә 1-3 декабрь көндәрендә уҙғарыласаҡ.

Былтыр тәүге тапҡыр үткәрелгән Ufa-forum быйыл да йәштәрҙе масштаблы, етди, файҙалы булыуы менән ылыҡтырмаҡсы. Ойоштороусылар Конгресс-холл бинаһында ете йөҙҙән ашыу ҡатнашыусыға иҫәпләнгән өс көнлөк программа төҙөгән. Беренсе көндә сараны асыу тантанаһы, үҙ-ара танышыу көнө буласаҡ. Икенсе көндә бизнес, мәғариф, шәхесеңде үҫтереү, йәмғиәт проблемаларына ҡағылышлы файҙалы сығыштар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу майҙансыҡтары ойоштороласаҡ. Ufa-forum үткәреүселәрҙең береһе Азат Бадранов әйтеүенсә, ошо уҡ көндә йәштәр "Йәмғиәт һәм республика" тип аталған дискуссион майҙансыҡта ҡатнаша ала. Бында билдәле ғалим, география фәндәре докторы Наталья Зубаревич, РФ-ның Сүриәләге илсеһе булған Азамат Ҡолмөхәмәтов, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ғилми хеҙмәткәре, демограф Рәмилә Хәсәнова кеүек шәхестәрҙең сығышын тыңларға, аралашырға була. Бөгөн бөтә Рәсәйҙе борсоған милли телдәр мәсьәләһен дә ойоштороусылар урап үтмәй: БР Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, прокуратура вәкилдәре саҡырылған фекер алышыу майҙансығы был бик нескә мәсьәләне йәштәргә аңлатырға ярҙам итер, һөҙөмтәле булыр, тигән өмөттә улар. Уңышлы кеше булыу, шәхси эшҡыуарлыҡты яйға һалыу, аҡса эшләү, заманса технологиялар тураһында ла форумдың икенсе көнөндә ҡыҙыҡлы сығыштар буласаҡ. Әлеге көндә билдәле булыуынса, Американың Кремниевая долина үҙәге менән онлайн-бәйләнеш булдырыу, SkyEng компанияһының идара итеүсе партнеры Александр Ларьяновский, "LinguaLeo" сит телде өйрәнеү өсөн мәғариф платформаһына нигеҙ һалыусы Айнур Абдулнасиров спикерҙар булараҡ теркәлгән.
Ufa-forum йәштәргә белем биреп кенә ҡалмай, белгәндәрен практикала ҡулланып өйрәнергә лә өндәй. Был маҡсатты күҙ уңында тотоп, ойоштороусылар форумдың өсөнсө көнөн "Йөҙ ғәмәли оҫталыҡ" тигән девизға ярашлы үткәрергә ниәтләй. Конгресс-холл бинаһының тотош бер ҡатында йәштәргә үҙе теләгән һөнәр буйынса төп белем тупларға, ниндәйҙер аныҡ эште өйрәнеп ҡайтырға мөмкинлек биреләсәк. Шулай уҡ, Илдар Кинйәбулатов әйтеүенсә, Umarta - проекттар оҫтаханаһы ла эшләйәсәк. Ләкин былтырғынан айырмалы рәүештә, йәштәрҙең уйланылған һәм ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашырыла башлаған проекттары һайлап алынасаҡ. "Белемен камиллаштырырға, заман менән бергә үҫешергә, аҡыл һәм тәжрибә тупларға теләүсе әүҙем башҡорт йәштәрен форумда көтөп ҡалабыҙ. Әйткәндәй, теркәлеү иғлан ителгәндең бишенсе көнөндә ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдереп тә өлгөрҙө", - ти Ufa-forum рәйесе Әлфир Илбаҡтин. Йәштәр тарафынан йәштәр өсөн ойошторолған сара быйыл да һөҙөмтәле булыр, тигән өмөт бар.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.17 | Ҡаралған: 893

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru