«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОЛАЛАРЫБЫҘҘЫ ҺАНЛАЙЫҠ!
+  - 

Бөгөнгө заман көнимешебеҙгә, йолаларыбыҙға ла ҙур үҙгәрештәр индерә. Элекке кеүек, оло өмәләр ойоштороп, туғандарҙы, дуҫ-иште, күрше-күләнде бергә туплаған күп йолалар, мәҫәлән, һуғым һуйыу, бура бурау, йорт күтәреү, бесән сабыу кеүек эштәр ҙә әллә ҡайҙа тарихта тороп ҡалғандай. Шулай ҙа арабыҙҙа, башлыса ауылдарыбыҙҙа, йырлы-моңло өмәләрҙе тергеҙгән, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һанлаған кешеләр булыуы күңелде йыуата. Яңыраҡ ҡына ошондай күңелле саралар Белорет районының Сосновка ауылында үтте: Мусиндар, Мансуровтар, Сафуановтар һәм Кәримовтар ғаиләһе күңелле ҡаҙ өмәләре ойошторҙо.

Сосновкала башҡорттар менән бергә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Бындай мөхиттә башҡалар араһында һыр бирмәй, матур сифаттар күрһәтеп, йолаларыңды күтәрмәләп йәшәргә кәрәк икәнен аңлай милләттәштәр. Был йәһәттән бигерәк тә Сосновка ағинәйҙәре ойошмаһы әүҙем эшләй. Әленән-әле төрлө милли байрамдар, файҙалы һәм фәһемле саралар ойоштороп ҡына тора улар. Был юлы ла бергәләп кәңәшләшеп, ауылда ҡаҙ өмәләрен тергеҙеп ебәрҙеләр. Ҡулдарына күстәнәстәр тотоп, урам буйлап йырлап, өмә уҙасаҡ йортҡа юлланған сағыу милли кейемдәрҙәге төркөмдө олоһо ла, кесеһе лә тамаша ҡылып күҙәтте. Ә инде биҙәлгән көйәнтәләргә ҡаҙҙар элеп, йылғаға киткән өмәселәрҙе урамдан уҙған машиналар ҙа туҡтап оҙатып ҡалды.
Ошо хаҡта өмә ойошторған ғаиләләрҙең береһе Земфира һәм Мәүлит Кәримовтар менән әңгәмәләштек.
- Быйыл яҙғыһын ике аҙналыҡ 11 бәпкә һатып алғайныҡ, шуларҙың бөтәһе лә көҙгә тиклем теүәл йөрөнө, - тип һөйләп китте хужабикә. - Ҡайһы берәүҙәр ҡаҙ аҫрауҙың файҙаһынан мәшәҡәте күп тиһәләр ҙә, бер ҙә ыҙаламай ғына үҫтерҙек бәпкәләрҙе. Ауылда йылға булмағас, ихата эсенә бәләкәй генә күл эшләп ҡуйҙыҡ. Ашатыу ҙа артыҡ сығымлы булманы. Ҡаҙ өйрәк кеүек күп ашамай, ите лә күберәк, мәшәҡәте лә әҙерәк. Бынан тыш, 11 генә ҡаҙҙан әллә күпме май, мамыҡ алдыҡ. Өмәне 16 ҡаҙ салдырған Лүзә апай Сафуановаларҙа башланыҡ. Артабан Фәймә менән Юныс Мансуровтарҙа - 23, Фәнилә менән Динислам Мусиндарҙа 21 ҡаҙ йолҡтоҡ.
Үҙебеҙҙә өмә булаһы көндө иртә менән йырҙар йырлап, матур теләктәр теләп өмәселәребеҙҙе ҡаршы алғас, бергәләп сәй эстек тә, эшкә тотондоҡ. Төп өмәсебеҙ, үҙе лә ғүмер буйы күпләп ҡош-ҡорт үҫтергән Фәнилә апай Мусина ҡаҙ йолҡоуҙың бөтә нескәлектәрен, серҙәрен өйрәтте. Уның әйтеүе буйынса, иң тәүҙә ҡанат аҫтындағы хәрәм ҡаурыйҙарҙы йолҡоп алып ситкә ташланыҡ. Быйыл салынған ҡаҙҙарҙы элеккесә үтекләп торманыҡ, бер-ике минутҡа ҡайнар һыуға тығып алып, мамығын йолҡтоҡ та, эсен ярып, ҡар тултырып, тышҡа сығарып һалып торҙоҡ. Был алым ҡаҙҙың эсен, эсәк араһындағы майҙы айырып алыуҙы еңелләштерҙе. Эҫе һыуҙа бешекләп алғас, ҡаҙ ҙа таҙа, матур йолҡолдо. Бергәләп эшләгәс, тиҙ арала ҡаҙҙарҙы эшкәртеп тә ҡуйҙыҡ, шунан күмәкләшеп йырлашып йылғаға сайырға киттек. Бер-ике өмәсебеҙ өйҙә ҡалып, ҡоймаҡ ҡойоп, ҡаҙ майы менән майлап, сәй ҡайнатып, килеүебеҙҙе көтөп торҙо. Эштең иң ауырын, мәшәҡәтлеһен тамамлағас, йылы өйҙә рәхәтләнеп, ҡоймаҡлап сәй эстек тә, ҡауырһын һыҙырыу эшенә тотондоҡ. Бер-беребеҙгә кәңәштәр бирә-бирә эшләгәс, яңғыҙыңа йырып сыҡҡыһыҙ мәшәҡәт булып күренгән эште лә тиҙ генә тамамлап ҡуйҙыҡ. Өмәселәр матурыраҡ ҡауырһындарҙан әллә күпме таба майлағыстар эшләне. Ошо 11 ҡаҙҙың мамығынан мин - бер, ә Фәнилә апай Мусина үҙҙәренең 23 ҡаҙынан ике мендәр эшләтеп алдыҡ. Хәләл көс менән үҫтергән ҡаҙҙарыбыҙҙың эс майының да файҙаһын күреп өлгөрҙөк. Оло йәштәге әсәйем ныҡ йүтәлләп киткәс, кискеһен түштәрен ҡаҙ майы менән ыуып һалдыҡ, таң атыуға йүтәл йомшарған, тамаҡ ауыртыуы ла бөткәйне. Әле бер йәштәре лә тулмаған игеҙәк ейәндәребеҙгә лә профилактика өсөн тамсылап ҡына ҡаҙ майы эсерәбеҙ. Һыуыҡ көндәрҙә бит-ҡул ярылғанда ла ҡаҙ майы шифалы. Кискеһен йоҡлар алдынан биткә һөртөп ятһаң, иртән тороуға тире йомшарып, ундағы һырҙар яҙылып китә. Шуға ла, Алла бирһә, икенсе йылға ла бәпкәләрҙе күберәк алырбыҙ, тип ниәтләп торабыҙ. Хәләл көс менән үҫтергән ризығыбыҙҙы ҡышҡы һыуыҡ айҙарҙа балалар, туған-тумасалар, дуҫ-иштәр менән бергәләп ашарға яҙһын, тип теләйбеҙ...
Земфира апай менән Мәүлит ағай Кәримовтар Сосновка ауылының барлыҡ йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәгән, рухлы, сәмле ғаиләләрҙең береһе. Земфира апай 28 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, аҙаҡ бер аҙ мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләп ала, әле ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Мәүлит ағай Урал аръяғы ижади көстәренең "Ҡуңыр буға" берләшмәһе рәйесе урынбаҫары, өс китап авторы. Әлеге ваҡытта "Китап" нәшриәтенә дүртенсе китабын баҫтырырға биргән. Икеһе лә ижади ҡарашлы, матурлыҡҡа ынтылған дәртле кешеләр, шуға күрә уларҙың аллы-гөллө сәскәгә күмелгән йорттары ла әллә ҡайҙан уҡ бар ауылға нур сәсеп, балҡып ултыра. Май сүлмәге тышынан билдәле, тип бушҡа ғына әйтмәй шул халыҡ. Нәҡ ошондай матур мөхиттә йәшәгәнгә рухтары ла бай, башҡарған эштәре лә изге, ә күңелдәре иһә йорттары кеүек киң һәм яҡты уларҙың.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1071

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru