«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАНАТЛЫЛАР ҺӘМ ӘҮҘЕМДӘР МАҠСАТТАРЫНА ӨЛГӘШЕР
+  - 

Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса, 2017 йыл менән Ҡыҙыл, өҫтәүенә, Ут Әтәс идара итәсәк. Ә был ҡошто беҙ, йорт мәхлүге булыуына ҡарамаҫтан, уҫал, тиҙ ҡабынып, осоп-ҡуныусан, һуғышсан тип беләбеҙ. Улай уҡ ҡурҡып та китмәгеҙ әле: шул уҡ ваҡытта әтәс, ваҡсылыраҡ булһа ла, йыйнаҡ, йүнсел һәм хатта йомарт тип тә ҡылыҡһырлана. Ул, ғәҙәттә, үҙ юлындағы ҡаршылыҡтарҙы яратмай, ә бына йорт, ғаилә ҡиммәттәрен бик юғары баһалай. Шуға күрә лә Ут Әтәс йылын өйөңдә, ғаиләң янында ҡаршылау хәйерлерәк.

Йондоҙнамә күҙаллауынса, 2017 йылда Ер шары үҙгәрештәр ҡойононда әйләнер. Дәүләттәр араһында донъя хакимлығы өсөн көрәш темаһы яңылыҡтарҙың иң уртаһында буласаҡ. Әтәс йылы тыныс, һәүетемсә генә бармаҫтыр, ахыры. Һәр хәлдә, йылдың тәүге яртыһында ҡыйынлыҡтар булып алыр, сөнки күптәр илдәге тотороҡһоҙ иҡтисади-финанс шарттарына яраҡлашыу саралары эҙләр, яңы йүнәлештәр билдәләр. Бөтөн йондоҙлоҡ билдәләренән дә әүҙемләшеү, һөнәр оҫталығын, белемен арттырыу талап ителәсәк, шунһыҙ, "ем сүпләй" алмай ҡалыуығыҙ бар: Әтәс йылы, иҫкәртеүебеҙсә, ауырлыҡтар, аҡсаға ҡытлыҡ килтерер. Кемгәлер үҙ эшмәкәрлеген алыштырырға, кемгәлер яңы һөнәр үҙләштерергә тура килер. Иҫке ғәҙәттәренә йәбешеп ятмайынса, эҙләнеүсән, заман менән бергә атлағандарға уңыш юлдаш булыр һәм улар үҙҙәренең финанс хәлен яҡшыртыуға өлгәшер. Шул сүрәттә лә 2017 йыл аҡсаны һаҡсыл тотоноу талап ителә, бурысҡа биреп торорға ашыҡмағыҙ: ҡайтарып ала алмауығыҙ бар. Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә, киҫкен респиратор ауырыуҙарҙы, хроник сирҙәрҙең ҡуҙғыуын иҫкәртеү сараларына ныҡ иғтибар бирегеҙ. Әлеге әйтелгәнсә, һәр йәһәттән әүҙем, үҙҙәрен ыңғайға көйләй белгән, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағандар өсөн йыл ярайһы уңышлы булыр, тип юрай йондоҙҙар. Унан, уйынлы-ысынлы әйткәндә, Әтәс йорт хайуандары йылдарында тыуған кешеләргә ҡарата мәрхәмәтле булыр, тигән ышаныу бар: Йылҡы, Үгеҙ, Ҡуй (Кәзә), Эт, Сусҡа, Ҡуян (Кролик), Әтәс 2017-лә борсолоуҙарһыҙ, тыныс йәшәй ала - йыл хужаһы ихаталаштарын йәберләргә бирмәйәсәк. Башҡа ҡайһы бер хайуандар ҙа, йыртҡыс һәм дә ҡырағай булған хәлдә лә, Әтәстең ихтирамын ҡаҙанасаҡ, тиҙәр. Юлбарыҫҡа, мәҫәлән, ҡыйыу , батыр булғаны, Аждаһаға - матур ҡанаттары һәм йомартлығы, Сысҡанға - яраҡлаша белгәне, Йыланға фәҡәт йылан булғаны өсөн хөрмәт күрһәтелер. Хатта тиктормаҫ Маймылға ла, сөнки уныһы Әтәскә ҡәнәфи бушатҡан арала бер-ике көләмәс һөйләп, 2017 йыл хужаһының күңелен күрергә лә өлгөргән, үәт, ҡылансыҡ! Ҡыҫҡаһы, юҡтан ғына ла шатлыҡ табып, үҙ күңелен күреп, уйҙарын ыңғайға көйләй белгәндәргә йыл да ыңғай, матур килер, ә Әтәс тырышлыҡты баһалай белә ул!
Эт йылында тыуғандарҙы ҡыҙыҡлы тормош көтә. Был йылда тыуғандар намыҫлы һәм ышаныслы кешеләр. Был сифаттары уларға эштәрендә ныҡ ярҙам итә лә инде. Уны икеләнеп тә тормайынса теләһә ҡайҙа эшкә аласаҡтар, ләкин 2017 йылда икенсе эшкә күсергә теләүселәр булһа, уларға ныҡ ҡына уйланырға кәрәк. Яңы урын ылыҡтыра, әлбиттә, ләкин хеҙмәт итеп өйрәнелгән, күнеккән урынды, туған коллективыңды, мыжыҡ, талапсан булһа ла, ваҡыты менән ҡәҙимге кешегә оҡшаған етәксеңде лә ташлап китеүе йәл буласаҡ.
Әтәстәргә үҙ йылында урҙаларына ҡунаҡлап, йырлап ҡына ултырырға форсат тыуа. Әтәс үҙ туғандарын хәстәрлек менән солғаясаҡ. Һөнәри өлкәлә Әтәстәр ни теләһә, шуны атҡарыр, хатта ки етәксе вазифаға ла өлгәшеүҙәре ихтимал.
Ҡабандарға матур йыл килә, улар бәхетле буласаҡ. Ҡабан донъяны нисек бар - шулай ҡабул итә. Әтәскә бындай ҡараш оҡшай, шуға ла ул Сусҡаларға маҡсаттарына өлгәшеү юлында һәр саҡ ярҙамға килеп етәсәк.
Йылҡыларға ла 2017 йыл бәхетле булмаҡсы. Белеүебеҙсә, улар бик хеҙмәт һөйөүсән - ат шикелле эшләйҙәр. Намыҫлы хеҙмәт үҙ баһаһына лайыҡ буласаҡ, ниһайәт. Эш биреүсе Йылҡыларға яңы вазифа, юғары эш хаҡы тәҡдим итер. Һәм, ғөмүмән, Әтәс йылында Йылҡылар үҙҙәрен ауыл хужалығында ла, сауҙа өлкәһендә лә уңышлы һынап ҡарай һәм аҡса эшләй ала. Улар шулай уҡ ижади өлкәлә лә юғалып ҡалмаясаҡ.
Йыландарҙы ла байтаҡ ҡына ҡыҙыҡлы эштәр көтә. Тыныс һәм ҡуҙғып бармаған, ләкин кәрәк булғанда ыҫылдап, ағыулы тешен күрһәтеп алыусы йыландарҙы Әтәс былай ҙа бик ярата һәм ихтирам итә. Белмәгән кешегә йыландар ялҡау һымаҡ күренәлер, тик бының серен йондоҙҙар ғына белә: яңы һикереш алдынан хәл туплай улар. 2017 йыл күп Йыландар өсөн һөнәри уңыштар һәм табыштар алып килмәксе. Иң мөһиме - уйлап эш итеү, белем кимәлегеҙҙе камиллаштырыу, тағы ла - эске һиҙгерлек. Ә быныһы инде һеҙгә тыумыштан хас сифат.
Ҡуй малы һәм кәзәләр йыл менән ҡәнәғәт булһын өсөн йомарт Әтәс бөтәһен дә эшләйәсәк. Дөрөҫ, уйнарға бик яратһалар ҙа, кәзә-һарыҡ төп ролде башҡарырға яратмай, шулай ҙа Әтәс йылы уларға иғтибар үҙәгендә булырға тура киләсәк - матур фекерҙәре, ҡыҙыҡлы проекттары арҡаһында. Һәм, ғөмүмән, эштәре майлаған кеүек барасаҡ Ҡуйҙарҙың. Ә бына етәкселек хаҡында хыял иткәндәре урынбаҫар ролендә лә юғалып ҡалмаҫ, сөнки эште планлаштырыу оҫталығында уға тиңдәр юҡ. Әтәс үҙе йыш ҡына һеҙҙән кәңәш һораясаҡ әле!
Маймылдар йыл буйына ҡайғы-хәсрәтһеҙ генә ботаҡтан-ботаҡҡа һикерәңдәп ваҡыт уҙғарған икән, йыл хужаһы алышынғас та ошо ғәҙәттәрен ташламаясаҡ - шундай тиктормаҫ, шуҡ булып тыуған да улар. Әтәс уларҙан талап итәсәк бер генә нәмә - ул да булһа, Маймылдарҙың үҙ тормоштарын бер аҙ планлаштырып ҡарарға өйрәнеүе. Юғиһә, был билдә эйәләренең ниәттәре минут һайын үҙгәреп тороусан: бөгөн улар етәксе урынында үҙҙәрен бик уңайлы тойһа, иртәгә экспедиция менән Төньяҡ ҡотопҡа сығып китмәҫ, тимә. Хәйер, ни менән генә шөғөлләнмәһен, уларға һәр саҡ йәшел ут юлдаш буласаҡ.
Үгеҙ йылы тыуғандар өсөн йондоҙҙар ҙа хатта шат: 2017 йылда Әтәс бит уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына аласаҡ! Ныҡышмал Үгеҙҙәр әкренләп булһа ла ышаныслы рәүештә карьера баҫҡысынан күтәреләсәк. Түрә ролендә уларҙың иң яҡшы сифаттары асыласаҡ - ҡул аҫтындағылары бик ҡәнәғәт булырҙар. Үгеҙҙәр, һис һүҙһеҙ, власть ярата, шул уҡ ваҡытта уның шарттарын теүәл үтәй, йолаларын һаҡлай. Ҡыҫҡаһы, бизнеста һәм ижади өлкәлә ниндәй генә яңылыҡтар уйлап сығарһағыҙ ҙа, һеҙҙең идеяларға бер кем дә ҡаршы төшмәҫ.
Аждаһалар менән йыл буйына Ҡыҙыл Ут Әтәс ярышлап осасаҡ һәм һәр ваҡыт уларға ярҙамға килергә әҙер булыр. Ысынлап та, һөнәрҙәре өлкәһендә ҡанатлы был йән эйәләренә тиңдәш табылмаҫ. Ни тиһәң дә, юғарынан күберәк күренә шул. Аждаһа, һәр ваҡыттағыса, камиллыҡҡа ынтылыр һәм Әтәс фатихаһы менән ҡайҙа эшләй, шул өлкәлә ҡаҙаныштарға өлгәшер. Аждаһа хатта ял көндәрендә лә эшһеҙ ултырмаясаҡ, шул арҡала юғары вазифалар яулаясаҡ.
Ҡуян йылы тыуғандаға бер аҙ иркен һулап алырға ла форсат тыуа. Әтәс үҙ йылында һеҙҙе бәхетле итәсәк. Ҡуяндар бөхтәлек ярата - эш урынығыҙ тап һеҙҙең талапҡа яуап бирә лә инде. Һеҙҙең тыныслыҡты һаҡлап, янығыҙҙағылар аяҡ остарында ғына йөрөйәсәк. Ҡуяндар үҙгәрештәрҙе өнәп бөтмәһә лә, эш алыштырыу мөмкинлегенән ҡәнәғәт ҡаласаҡ, сөнки итәғәтле Ҡуяндарҙы хеҙмәттәштәре лә, конкуренттары ла ихтирам итә.
Юлбарыҫтар - ҡыҙыу ҡанлы, ярһыу халыҡ, әйтергә лә түгел. Әтәс үҙ хакимлығындағы был ғорур йән эйәләренә битараф ҡалмаясаҡ. Улар һәр саҡ маҡсаттарына ынтыла. Ҡайҙа хәүеф - шунда мотлаҡ был "егеттәр" булыр. Мажараһыҙ бер көн дә йәшәй алмайҙар. Әтәс уларға еңеүгә ынтылыштарында бөтөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ. Эш урындарында ла Юлбарыҫтарҙы фәҡәт ҡаҙаныштар ғына көтә, тик нимә теләүегеҙҙе алдан ныҡлап уйлағыҙ.
Был йылда әүҙем Сысҡандар уңышҡа өлгәшер һәм, ғөмүмән, улар ни теләһә - шул алдарына килер. Әтәс фәҡәт әүҙемдәргә ярҙам итәсәк.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1484

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru