«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЛҒАНЫНА ШӨКӨР ИТӘЙЕК!
+  - 

Үтеп барған йылдың һуңғы һанында уҡыусыларыбыҙҙы изге эштәргә, ниәттәргә, ғәҙәттәргә саҡырып, әйҙәләп ултырабыҙ бына...

Бындай әйҙәләүҙәр, өгөт-нәсихәттәр, тәрбиә һабаҡтары йыл әйләнәһенә "Киске Өфө" гәзите биттәрендә аҡҡа ҡара менән теркәлә килә. Уларҙы күңел һалып, аңға һеңдереп уҡырға ғына кәрәк. Шуға ла, "Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ!" булыр тәүге саҡырыуыбыҙ. Был әйҙәләүгә инандырыр сәбәптәр ошолар: "Мәғлүмәтле кеше донъя менән идара итә" тигән хәҡиҡәтте күҙҙә тотоп, бар өлкәлә - заман ағышында, сәйәсәттә, иҡтисадта, социаль һәм мәҙәни өлкәлә мәғлүмәтлелектә артта ҡалмаҫ өсөн; аҡыл һәм белем туплар, дөрөҫ һөйләшер, дөрөҫ уйлар, уңышҡа өлгәшер, тарихи тамырҙарыңды нығыраҡ белер, бөтөн һорауҙарыңа яуап табыу өсөн уҡырға кәрәк. Һәм тағы бер сәбәп: немец геронтология һәм гериатрия йәмғиәте ғалимдары йәшлекте, хәтерҙе һәм теүәл аҡылды һаҡлар өсөн көн дә... бер генә бит булһа ла китап йәки гәзит уҡырға кәрәк, ти. Ғалимдар аңлатыуынса, аҡ ҡағыҙҙан хәрефтәр сүпләү мәлендә организмдағы ике нейрон араһында, йә нейрон менән икенсе бер күҙәнәк араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә, бына шул бәйләнеш кешенең хәтере яҡшырыуға, башты эшләтеүгә, хатта йәш көйөнсә һаҡланыуға булышлыҡ итә икән. Кеше китап уҡығанда әҫәрҙәге ваҡиғалар, геройҙар өсөн борсола, шатлана, шул ваҡытта мейе әүҙемлеге күтәрелә. Йәғни, аҡ ҡағыҙҙан уҡығанда беҙҙең мейе лә, тойғолар сығанағы булған йөрәк тә күнекмәләр яһай булып сыға... Шулай булғас, аҡ ҡағыҙҙан уҡыйыҡ, йәмәғәт! Эйе, кеше һәр ваҡыт ниндәйҙер мәғлүмәт тулҡынына көйләнеп, үҙгәрештәр көтөп йәшәй. Ваҡиғалар секунд, минут һайын ҡабатланып торған хәҙерге заманда ла беҙ ниндәйҙер ғәҙәти булмаған, быға тиклем күрелмәгән үҙгәрештәр көтөүҙе дауам итәбеҙ. Ә бына булғандары менән ҡәнәғәтләнеү, уларҙы үҙеңдең күңел донъяңдың, булмышыңдың, көнитмешеңдең тәхетенә урынлаштырыу тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Шуға ла бөгөн "Әйҙәгеҙ, булғаны менән ҡәнәғәтләнә беләйек!" тип тә әйҙәләге килә һеҙҙе, йәмәғәт.
Ҡыҫыр хыялдарҙың тормошҡа ашҡанын көтөп ултырырға түгел, йәшәргә кәрәк! Хоҙайҙың тап һиңә биргәндәрен, тәғәйенләгәндәрен, бүләк иткәндәрен тойорға, уларҙы ҡәҙерләргә өйрәнергә кәрәк! Ә бит беҙгә, башҡортҡа, күпте биргән Хоҙай. Иң ҡиммәтле хазинабыҙ - тел биргән. Тәбиғәттең иң ҡөҙрәтле көскә эйә ижад емеше - моңдарыбыҙ бар. Иҫ киткес хозур төбәктә яралтып, йәнебеҙҙе ошо ергә еректергән. Милләтем кешеләренең матур, һөйкөмлө йөҙө, һынсыл буй-һыны, сағыу таланты, аҡыл һәм аң камиллығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Ауыҙ тултырып үҙ туған телебеҙҙә һөйләшеп, үҙ йырҙарыбыҙҙы йырлап, үҙ бейеүҙәребеҙҙе бейеп, үҙ йолаларыбыҙҙы атҡарып, үҙ ризыҡтарыбыҙ менән туҡланып, үҙебеҙҙең асылыбыҙҙа үҙебеҙ булып йәшәргә, рухи байлығыбыҙҙы түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға ла тапшырыуҙы хәстәрләргә әйҙәләйем шуға ла һеҙҙе, милләттәштәрем.
Булғаны менән ҡәнәғәтләнә беләйек, тиеүем һеҙҙе ойорға, ҡул ҡаушырырға саҡырыу түгел. Башты ташҡа ярып ҡына бер ни үҙгәртә алмаған заманда йәшәйбеҙ икәнен дә онотмайыҡ. Яҙмыш дилбегәһен үҙ ҡулыбыҙға алыуҙы, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләргә тейешлегебеҙҙе лә аңлата булыр әлеге әйҙәләү. Хәйер, түбәндәге риүәйәт аша нығыраҡ аңлашылыр әйтергә теләгәнем: "Мин төш күрҙем. Күккә ашҡанмын икән, тим. Янымда бер Фәрештә пәйҙә булды. Ул мине Күк донъяһында оҙатып йөрөргә, унда булғандар менән таныштырырға тейеш икән. Йәнәш атлап киттек. Бына бер ҙур залға барып индек. Унда шул тиклем күп фәрештәләр йыйылған. Фәрештә аңлата башланы: "Бына бында кешеләрҙең доғалар мәлендә Хоҙайға ялбарыуҙары һәм үтенестәре йыйылған. Бындағы фәрештәләр ҡағыҙ биттәренә яҙылған шул үтенестәрҙе сорттарға айыра". Артабан оҙон коридор буйлап киттек. Тағы бер залға барып индек. Бында ла фәрештәләр бик күп, баш баҫып ниҙер эшләйҙәр. Фәрештә, аңлатып: "Бында үҙенә мөрәжәғәт итеп ялбарған кешеләргә Хоҙайҙың фатихаһы яҙылған телеграммалар тупланған, фәрештәләр уларҙы адресаттар буйынса тарата..." - тине. Тағы ла бер оҙон коридор буйынса барып, бәләкәй генә бүлмәгә индек. Унда бер генә фәрештә эшһеҙлектән моңайып ултыра. "Быныһы рәхмәттәр бүлеге, - тип аңлата Фәрештә, бер аҙ уңайһыҙланып. - Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, был факт: кешеләр Хоҙайҙан фатиха алыуын ала, ләкин бының өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтергә онота..."
- Улайһа, фатиха алғандан һуң Хоҙайға нисек рәхмәтеңде еткерергә һуң? - тип һорайым Фәрештәнән.
- Был бик ябай эшләнә: "Рәхмәт һиңә, Хоҙайым", тип кенә әйтергә кәрәк...
- Ә кеше Хоҙай фатихаһында йәшәгәнен нисек белергә тейеш? - тип һорайым тағы ла.
- Әгәр ҙә һинең һыуытҡысыңда - аҙыҡ, өҫтөңдә кейем, баш осоңда ҡыйығың бар икән - тимәк, һин Ер йөҙөндә йәшәүсе 75 процент халыҡтан байыраҡһың һәм һин Хоҙай фатихаһындаһың...
- Әгәр ҙә һин иртән йоҡонан торғанда үҙеңде һау- сәләмәт кеше итеп тояһың, үҙ аяҡтарыңда атлап, күҙҙәрең менән яҡты донъяға бағаһың икән - тимәк, һин аяҡһыҙ-күҙһеҙҙәрҙән, бөгөнгә ҡәҙәре йәшәмәгәндәрҙән бәхетлерәкһең.
- Әгәр ҙә һин бер ваҡытта ла яу ҡурҡынысы, төрмә ҡараңғылығы, аслыҡ ғазаптары татымағанһың икән - тимәк, һин Ер йөҙөндәге 700 миллион кешенән бәхетлерәкһең һәм Хоҙай хозурындаһың.
- Әгәр ҙә һин киң йылмайып, башыңды күтәреп йөрөй һәм әйләнә-тирәләге кешеләргә үҙеңдең һөйөүеңде еткерә алаһың икән, тимәк, һин гел икеләнеп һәм бер сиктән икенсеһенә һуғылып, донъянан йәм тапмай йәшәгән кешеләрҙән юғарыраҡ тораһың - был да Хоҙай фатихаһы...
Шуға ла, үҙеңдә булған ошо байлыҡтар өсөн Хоҙайға, атай-әсәйеңә рәхмәт уҡырға, ә был төшөңдө башҡаларға һөйләргә онотма...
Һәм бына мин шул ғәжәп төшөм хаҡында һеҙгә һөйләп ултырам..."
Эйе, риүәйәттәр беҙҙең инаныуҙарға ныҡлыҡ өҫтәй, икеләнеүҙәрҙе юя икәнен беләбеҙ. Аҡ ҡағыҙ битенән уҡылған ошондай фәһемле һүҙҙәр менән күңел һауыттарығыҙҙы тултырып, матур йәшәү өлгөләренә, һыналған тәжрибәләргә эйәреп, тормоштоң ваҡ-төйәктәренә иғтибар итмәйенсә, алға, маҡсатыңа табан ынтылып, юғарыға ҡарап фекер итеп, булғанына шөкөр итеп йәшәйек. Шул саҡта заман һынауҙарын... отасаҡбыҙ!

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1142

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru