«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЯРЫП, ШАЯРТЫП ЙӘШӘЙЕК!
+  - 

"Көтөлмәгәнлек эффекты" хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Психологтар фекеренсә, кешегә көтмәгәндә ниндәйҙер мәғлүмәт еткергәндә уның асылы лакмус ҡағыҙындағы кеүек сағыла, имеш. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ни өсөн тигәндә, кеше был осраҡта тәжрибәһен, аҡылын файҙалана алмай, аң төбөндә ниндәй мәғлүмәте булһа, шуны сығара. Йәшерәк саҡта һүҙе менән бер нәмәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмаған, үҙен һәр ваҡыт батыр итеп күрһәтергә, маҡтанырға яратҡан бер егетте ҡараңғы төндә ҡурҡытҡайным, табанын да күреп өлгөрмәй ҡалдым. Кемдең кемлеге һүҙҙәрендә түгел, ғәмәлдәрендә сағыла шул...
Һәр хәлдә, был турала бик оҙаҡ итеп һөйләргә, төрлө дәлилдәр килтерергә мөмкин булыр ине. Яңы йыл алдынан "Бәйләнештә" сайтында әйләнеп йөрөгән төрлө шаярыуҙарҙы берләштереп, үҙемсә әүәләп, бер нисә дуҫыма ике текст ебәрҙем. Аҙаҡ уларҙың был хатыма нисек яуап биргәндәрен ҡарап ултыра торғас, бик ҡыҙыҡлы "Яңы йыл шаярыуҙары" килеп сыҡты. Иң тәүҙә үҙем ебәргән хатты, артабан дуҫтарымдың яуаптарын бирәм.


Беренсе хат:
"Бөгөн һинең турала ишетеп, тетрәндем. Миңә шундай һүҙ әйттеләр, белмәйем, бынан был яғына мин һинең менән нисек аралашырмын икән? Был һүҙҙәр бер нисек тә башыма һыймай, әммә ышанырға тура килә. Ҡалайтаһың... Миңә һинең өсөн оят булып китте, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килде. Һиңә хәҙер нимә тип әйтергә лә белмәйем. Был хаҡта башҡалар ҙа белһә, һинең менән аралашыуҙан баш тартасаҡ. Дуҫың булараҡ, миңә лә ҡырын ҡараясаҡтар. Миңә бөгөн шул хаҡта әйттеләр: һин Ҡыш бабайға ышанмайһың икән... "

Айгөл Айытҡолова: Текстың аҙағына еткәнсе бөтә булған ғәмәл-ҡылыҡтарымды, кемгәлер нимәлер әйткәндәремде барлап сыҡтым...
Гөлнур Ҡыуатова: Уф, Әхмәр ағай... Хатыңдың аҙағына еткәнсе, әллә нимәләр уйлап бөттөм. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә икебеҙ хаҡында көләмәс ебәрәм. Бына ул:
- Заман шиғриәте менән танышһыңмы?
- Әлбиттә!
- ӘхмәрҮтәбайҙы ГөлнурҠыуатованан айыра алаһыңмы?
- Күрһәт фотоларын!
Зилә Ниғмәтуллина: Мин Ҡыш бабайға ысынтылап ышанамсы. Ышана инем... Ләкин бер көндө Данияр улыма: "Балалар баҡсаһына йөрөргә кәрәк, Ҡыш бабай килеүгә йыр, бейеү, шиғыр әҙерләргә кәрәк, атыу бүләк бирмәҫ", - тигәйнем, шундай яуап алып тетрәндем: "Бүләк алмаһаң ни, ҡарттайым пенсияһына әпирер әле!.." Ҡырҡ йылға яҡын Ҡыш бабай барлығына ышанып йөрөгән кеше өсөн был аяҙ көндө һуҡҡан йәшендән дә көслөрәк булды...
Сәлимә Ғафарова: Ауыҙымды асып, аптырап, саҡ аҙағына тиклем уҡып бөттөм хатығыҙҙы!
Рита Өмөтбаева: Уф! Әхмәр ағай! Шаяркин!
Гөлшат Ҡаһарманова: Ышанмайым шул...
Әлимә Ғәлләмова: "Минең турала хет әллә нимә һөйләһендәр, хәҙер бер ниҙән дә ҡурҡмайым",- тип яуап яҙа башлағайным инде һиңә, Әхмәр. Ә Ҡыш бабайға һаман ышанам!
Айгөл Иҙелбаева: Алйот, тиһәң, ҡыйын була инде, йөрәгем туҡтай яҙҙы...
Фирүзә Абдуллина: Һин нимә, мине үлтерергә итәһеңме әллә?
Насип Һаҡмаров: Эй, аптырай-ҡурҡа саҡ уҡып бөттөм... Ул хәтлем ҙур эш боҙғаным юҡ, шикелле, тип... Ҡыш бабайға ышанмайым шул, сөнки һуңғы 3 йылда үҙем Ҡыш бабай булып йөрөп, балаларҙы ҡыуандырам. Тәнзилә Дәүләтбирҙина: Уф, аптыраттың! "Ашҡаҙар"радиоһы аша сығыш яһағанда пьеса яҙа белмәйем, ти инең. Бына был драматургия!
Миләүшә Годбодь: Эй, Әхмәр, мин ҡайғыларға батып ултырам шул... Исмаһам, аҙыраҡ йылмайып алдым...
Рәшиҙә Махиянова: Ейәнсәремә 3 йәш ине. Балалар баҡсаһынан шыршы байрамынан ҡайтты ла, былай ти: "Өләсәй, ә ысын Ҡыш бабай юҡ икән..." "Ниңә булмаһын, ти?" - тип аптырап киттем. "Сөнки бөгөн баҡсала Ҡыш бабай булып тәрбиәсебеҙ кейенеп килгәйне. Танауынан таныным", - тип көлдөрҙө. Шунан бирле мин генә түгел, ә ейәнсәрем дә Ҡыш бабайға ышанмай...
Нәсимә Тимерова: Ыстағафирулла тәүбә, тиген, кешенең ҡотон осорҙоң...
Сулпан Миңлебаева: Уф, Алла! Алдағы һүҙҙәреңде уҡығанда мейемә ҡан йүгерҙе, эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йөрәккә приступ була яҙҙы, билләһи! Был ни ғәләмәт икән, ниндәй насарлыҡ эшләнем икән, тигән уйҙан аптырап киттем. Аллаға шөкөр, Ҡыш бабайға ышанам мин!
Айһылыу Әлибаева: Йөрәгем туҡраны...
Зарифа Аралбаева: Уф, Аллам, ҡалай яман шаяртаһығыҙ, Аллам һаҡлаһын, кеше үлтерҙемме әллә, тип торам...
Зилә Авзалова: Башта текстың аҙағына ла етмәйенсә, һиңә тоҙло-боросло яуап яҙҙым һәм "Бәйләнештә"ге үҙемдең дуҫтар исемлегенән һине алып ташланым. Шулай ҙа аҙаҡ тексты яңынан уҡып сыҡһам... көлөп бер булдым. Һин һаман шул Ҡыш бабайға ышанған Әхмәр икәнһең...
Рәшиҙә Байрамғолова: Һаумы, нимә кеше ҡурҡытып әллә нимәләр яҙып ятаһың? Башҡа эшең юҡмы әллә?..
Марат Ғафаров: Бик оригиналь хәбәр! Ғәрәбстанда сүллектә ҡар яуғас, кешеләр ҡарҙан Ҡыш бабай эшләй башлағандар. Әммә уларҙы был шөғөлдән хөкүмәт ҡәтғи тыйған - унда бит дин көслө. Ә беҙҙә Яңы йыл байрамы алдынан премия бирәләр, шул аҡсаға иҫереп алып, Ҡыш бабай һыны тирәләй бейеп-йырлайҙар. Улар ышаналыр инде Ҡыш бабайға...
Зөфәр Вәлит: Эй , Әхмәр дуҫҡайым! Мин дә кисә һинең турала ошо уҡ һүҙҙәрҙе ишетеп шаҡ ҡаттым! Ну, нисауа, беҙ ундай ғына һүҙҙәргә бирешә торғандарҙан түгел, шулай бит?
Рәис Ҡангилдин: Ооооой, Әхмәр олатай, ҡурҡыттың. Йөрәк жыу итеп ҡалды, уҡый башлағандан алып күҙ маңлайға менгәйне...
Шәһит Хәмитов: Олатай, кешеләрҙең йөрәген улай тетрәндермәгеҙ!
Мотал Рәмов: Бына һиңә - мә! Ҡотто алдың бит, Әхмәр дуҫ... Яҙғандарыңдың аҙағына барып еткәнсе, әллә нәмәләр уйлап бөттөм... Ә дөрөҫөн әйткәндә, мин Ҡыш бабайға әле булһа ышанам һәм хөрмәт менән ҡарайым...
Азамат Юлдашбаев: Алдайҙар! Ышанам... Сөнки... Тсссс... Кешегә өндәшә күрмә... Мин үҙем Ҡыш бабай...
Хәбир Уразбаев: Класташ Әхмәр, һин мине ныҡ ҡурҡыттың бит. Ә былай мин Ҡыш бабайға ышанып та ҡуям. Ни өсөн тиһәң, беҙҙең бала саҡ, Әхмәр дуҫҡай, хәҙерге заман һымаҡ булманы бит. Үҙең дә иҫләйһеңдер, моғайын, мәктәптә Ҡыш бабайҙың күстәнәсен өләшә торғайнылар. Кәнфиттәре шул тиклем тәмле булғас, Ҡыш бабай ҙа ысын булғандыр ул ваҡытта, тием...
Рөстәм Нурыев: Уф, йөрәк ҡайҙалыр аҫҡа төшөп китте. Улай уҡ тупаҫ шаяртма... Һуңына тиклем саҡ уҡып бөттөм... Баштарым әйләнеп китте. Эйе, бар ундай кәмселегем... Танмайым. Ҡыш бабайға ғына түгел, мин бер нәмәгә лә, бер кемгә лә ышанмайым. Хатта үҙ-үҙемә лә төшкә тиклем генә ышанам. Сөнки һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө. Минең дөрөҫлөк - һинеке менән, һинеке башҡаныҡы менән бик йыш тап килмәй. Шулай булғас, ниңә яһалма булып ҡыланырға? Ышанмайым, бөттө китте. Әгәр һин ышанаһың икән, бының өсөн һине мин битәрләй алмайым. Ул һинең эшең. Дуҫ булараҡ, һин нисек барһың, шулай ҡабул итәм. Башҡаса мине дуҫ тип иҫәпләй алмаһаң да, мин һине дуҫтар исемлегенән төшөрөп ҡалдыра алмам. Мәликә Күскилдина: Уууй, Әхмәр ағай, һеҙ генә ишетмәһәгеҙ ярай ине, тип йөрөй инем, барыбер алып барып еткергәндәр икән.
Фәиз Харрасов: Ә һин шуны әйткән кешегә ышанғанһың икән... Артабан, Әхмәр ағай, һинең үҙеңә нисек ышанырға?

Икенсе хат:
"Белһәң ине күңелемдә ниндәй бурандар уйнағанын. Башҡаса өндәшмәй йөрөй алмайым. Сөнки һине ныҡ яратам, һинән башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем, күптән инде йәшәүемдең мәғәнәһенә әүерелгәнһең... Һин миңә Хоҙай тарафынан Яңы йыл бүләге итеп ебәрелгәнһең..." Ҡуян ошо һүҙҙәрҙе әйткән дә, кишерҙе мыртылдатып ашап та ҡуйған. Яңы йыл менән!"

Миләүшә Ҡаһарманова: Барыбер рәхәт булып китте...
Миләүшә Көҫәпова. Шуть үлмәнем...
Рәзинә Бикташева: Ҡыуанып киткәйнем, облом булды.
Фәйрүзә Мөхәмәтшина: Ҡуяныңды йәлләп, рәхәтләнеп, ярты сәғәт көлдөм дә ҡуйҙым!
Таңһылыу Янышева: Һин минең йөҙөмдө күрһәң ине! Ауыҙым асылды, күҙҙәрем аҡайҙы, неужели ағайымды юғалттым икән, тип ҡурҡтым...
Регина Камалова: Күңелемдә бурандар уйнаттығыҙ ҙа, шап итеп битемә ҡар бәрҙегеҙ...
Фәрзәнә Аҡбулатова: Дуҫым! Ризығың тәмле булһын! Минең дә, ниһәйәт, аппетит асылды! Үҙемде бүре һымаҡ хис итәм. Күңелем һарыҡ теләй. Эргә-тирәңдә күренмәйме һарыҡбаштар? Кишерең менән ҡайнар ҡотлайым, икенсе йыл түтәлеңде ҡарашырмын! Байрам менән, дуҫҡай!
Светлана Сөләймәнова: Мин дә һеҙҙе һөтлө сәйемде яратҡан кеүек яратам!
Әлимә Ғәлләмова: Теге Ҡыш бабайға ышанмау тураһындағы хатығыҙҙы бер апайға ебәргәйнем, ҡан баҫымым күтәрелде, тип ҡурҡытты...
Зөһрә Түләбаева: Әхмәр ағай! Йөрәгемә сердце яһайһығыҙ инде! Теге ваҡытта ла ҡурҡытҡайнығыҙ. Уҡый башланым да, көйөп, хәҙер әрләп яҙып ебәрәм, тип әҙерләнә генә башлағайным...
Фирүзә Абдулллина: Мин дә һине бииик яратам! Үҙеңде лә, ҡатыныңды ла, ҡыҙыңды да, ижадыңды ла! Яңы йыл менән, дуҫым!

Шулай итеп...
Дуҫтарымдың юғарыла килтерелгән яуаптарынан сығып, шундай һығымталар яһарға була:
- Барыһы ла тиерлек иң тәүҙә үҙҙәренең гонаһын һәм Аллаһты иҫкә төшөрҙө - уларҙың һәр ҡайһыһының аң төбөндә Аллаһы Тәғәлә икән дә!
- Беҙ йыл һайын Башҡорт ҡыш бабайын эҙләйбеҙ, баҡтиһәң, ул арабыҙҙа йөрөгән Азамат Юлдашбаев һәм уға барыһы ла ышана икән!
- Ҡайһы бер дуҫтарым ныҡ асыуланып, мине социаль селтәрҙә "дуҫтар" исемлегенән алып ташлауға тиклем барып етте. Былар барыһы ла Яңы йыл шаяртыуы ғына булды, дуҫтарым, зинһар өсөн улай итмәгеҙ!
- Интернет ул виртуаль донъя, унда бер нәмә лә ысын түгел, шуға күрә бындай һөйләшеү булманы, тип иҫәпләгеҙ!
Яңы йыл менән!

Һеҙҙе яратып, Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1332

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru