«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛАБЫҘ ТУРАҺЫНДА ЭШҠЫУАРҘАР ҘА ХӘСТӘРЛЕК КҮРӘ
+  - 

Илдар ХӘСӘНОВ Үҙенең һәр сығышында тиерлек ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Өфөнө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаларының береһенә әүерелдереү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был йүнәлештә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе дәүләт, муниципалитет ҡына түгел, шәхси эшҡыуарҙар ҙа хәл итеп, ҡаланың яңы йөҙөн булдырыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Бөгөн илдә шәхси-дәүләт, муниципаль-дәүләт партнерлығы киң ҡолас алғанда, Өфөнөң ниндәй позицияла тороуын асыҡлау өсөн ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар ХӘСӘНОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Ике яҡҡа ла файҙалы эшмәкәрлек

Күпселек эшҡыуарҙар муниципаль, дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҙҙәренең шәхси инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыуҙа дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшеү, ер участкаларына конкурсты һәм ерҙе һатып алыу өлкәһендәге ҡануниәтте урап үтеү мөмкинлеге итеп күрә. Әммә дәүләт-шәхси партнерлығы - бизнесты, уның финанс ресурстарын һәм идара итеү тәжрибәһен муниципаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлдереү, социаль проекттарҙы ике яҡҡа ла файҙалы булған нигеҙҙә тормошҡа ашырыуҙы, компетенцияларҙы, хәүефте һәм яуаплылыҡты аныҡ бүлеү ул. Бөгөн республикала һәм баш ҡалала дәүләт-шәхси партнерлығын тормошҡа ашырыу буйынса норматив база булдырылған. 2012 йылда 2008 йылда башланған "Өфө ҡалаһы территорияһында социаль һәм инженер инфраструктуралары объекттарын төҙөү" төбәк инвестиция проекты тамамланды. Уны тормошҡа ашырыуға РФ Инвестиция фонды саралары файҙаланылды, шулай уҡ республика һәм ҡала бюджеты аҡсаһы менән бер рәттән, шәхси инвестор аҡсаһы йәлеп ителде. Проекттың дөйөм хаҡы 3 миллиард һумдан ашыуыраҡ. Һөҙөмтәлә ҡаланың таҙартыу ҡорамалдарының ҡеүәте тәүлегенә 500 мең куб метрға тиклем артты һәм таҙартылмаған һыуҙарҙың Ағиҙел йылғаһына ағыуы тулыһынса туҡтатылды.
2014 йылда муниципаль ҡарамаҡтағы мәҙәни мираҫ объекттарын (Пушкин урамы, 110, К. Маркс урамы, 45 адрестары буйынса) реставрациялау һәм һаҡлау маҡсатында инвестициялар йәлеп итеү буйынса конкурс уҙғарылды. Былтыр ноябрҙә Өфө ҡала округы хакимиәте муниципаль-шәхси партнерлыҡ килешеүенә хоҡуҡ биреүсе ике асыҡ конкурс иғлан итте. Уларға ярашлы инвестор табылһа, Аврора урамы, 17/1 һәм Софья Перовская урамы, 13/2 адресындағы айырым биналар реконструкцияланасаҡ. Конкурста Рәсәйҙең һәм сит илдең ойошмалары ғына түгел, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы. Киләсәктә хакимиәт муниципаль-шәхси партнерлыҡҡа нигеҙләнгән инженер инфраструктураларын үҫтереү, юл-транспорт өлкәһе, мәғариф, спорт һәм физик культура объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға ниәтләй.

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ төрҙәре

Дәүләт-шәхси партнерлыҡты тормошҡа ашырыу формалары төрлө. Ул шәхси капиталдың дәүләт һәм муниципаль предприятиеларға өлөшсө булып ҡатнашыуы ла, үҙ-ара бәйләнешле инфраструктура һәм бизнес объекттары төҙөү ҙә, төрлө, шул иҫәптән дәүләт милке менән идара итеүҙе лә индереп төҙөлгән концессиялар (муниципаль милек менән оҙайлы ваҡыт идара итеү шарттарында) булыуы ла мөмкин.
Концессия принцибы буйынса шәхси бизнес килешеү объекты менән идара итә, ағымдағы сығымдарҙы финанслай, яңы инвестициялар булдыра, хеҙмәт күрһәтеүҙән килем ала, шул уҡ ваҡытта муниципаль бюджетҡа түләүҙәр индерә. Коммерция хәүефе, ҡулланыу һәм хеҙмәтләндереү сығымдары шәхси бизнес елкәһенә ята, объекттар дәүләт йәки муниципаль милек булып ҡала. Килешеү ғәмәле иһә, ғәҙәттә, 15 - 30 йыл тәшкил итә.
"Госстрой" акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Кирилл Бадиков бизнес-йәмғиәттең муниципаль-шәхси партнерлыҡ проекттарында концессия шарттарында ҡатнашыуҙың миҫалы итеп Калинин районындағы Богдан Хмельницкий һәм Азатлыҡ урамдары менән сикләнгән территорияла граждандарҙың ял итеү урынын булдырыуҙы ҡарарға тәҡдим итә. Унда ял итеүселәрҙең һ.б. транспорт сараларын ҡуйыу урыны ла булырға тейеш. Һөҙөмтәлә ҡала транспорт ҡуя торған урыны булған төҙөкләндерелгән парклы була, шәхси бизнес сауҙа-сервис комплексын төҙөү мөмкинлеге ала.

Минеке, беҙҙеке...

Бөгөн баш ҡалала барған ыңғай үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә ҡалаға ситтән инвестиция ағымы килә. Улар Өфөнөң үҫешенә аҡса һалырға әҙер. Ситтән килеүселәрҙә Тыуған ил, Тыуған ер тигән изге төшөнсәләр юҡ, шуға улар үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып, халыҡтың тормошона йоғонто яһарҙай факторҙарға, мәҫәлән, экологияға кире тәьҫир итер, тигән фекер йәшәргә тейеш түгел, сөнки Рәсәй территорияһында ғәмәлдә булған закондар уның субъекттарында ла үтәлә. Шуға күрә ҡаланың производствоһына һәм сәнәғәтенә инвестиция һалған сит ил эшҡыуары ғына түгел, хатта үҙебеҙҙең инвесторҙар ҙа ғәмәлдәге ҡануниәткә, шул иҫәптән тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенә лә буйһона, шулай уҡ экология буйынса федераль һәм республика-контроль-тикшереү органдары, төрлө экологик хәрәкәттәр, йәмәғәт ойошмалары ла хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуймай. Яңы производствоны проектлау этабында уҡ инвесторҙарға РФ-ның Ҡала төҙөлөшө кодексында билдәләнгән шарттарға тап килгән рөхсәт алырға кәрәк. Проект документацияһына экспертиза үткәртеү өсөн эксперт ойошмаһына проект документацияһы менән бер рәттән күҙалланған хужалыҡ эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо тураһында үткәрелгән йәмәғәт тыңлауҙарының һәм халыҡтың баһаһының протоколы ла тапшырылырға тейеш. Тыңлауҙар объект төҙөләсәк урындағы үҙидара территорияһында уҙғарыла һәм бында халыҡтың фекеренә лә ҡолаҡ һалына, халыҡ фекере лә иҫәпкә алына. Бындай йыйылыштарға теләгән һәр кем килә һәм инвесторҙарға үҙен борсоған һорауҙарҙы биреп, яуаптар ала ала. Бары тик дәүләт экологик экспертизаһының ыңғай һығымтаһы булғанда ғына инвестор объектты төҙөүгә тотона ала. Әммә артабан хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барғанда ла һәр ойошма-предприятие Рәсәйҙә тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуҙың төп экологик принциптарына: маҡсатына, түләүлелегенә, лицензия һәм лимитҡа тоғро ҡалырға бурыслы. Дөйөмләштереп әйткәндә, Рәсәйҙең хоҡуҡ киңлегендә эш алып бараһың икән, закон һәр кем өсөн бер.

Рейтингыбыҙ тотороҡло

Өфө ҡала округы хакимиәте лә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә етди иғтибар бүлә. 2011 йылда ошо йүнәлештә мэрияла яңы структуралар - инвестицион эшмәкәрлек буйынса сити-менеджерҙың урынбаҫары вазифаһы булдырылһа, һуңынан инде инвесторҙар, банктар һәм бағыусылар менән эшләү буйынса махсус бүлек ойошторолдо, Өфө ҡалаһының Инвестиция порталы эшләй. "S&P" рейтинг агентлығы критерийҙарына ярашлы, Өфөнөң рейтингы (ВВ-) "Тотороҡло" тип баһалана һәм был күрһәткес бер нисә йыл дауамында шулай ҡала. Бөгөнгө заманда донъяның финанс институттары халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтарының күрһәткестәренә йүнәлеш тота. Сөнки уларҙың мәғлүмәттәре бойондороҡһоҙ һәм тап ошо баһалар һәм фараздар теге йәки был төбәктең инвестиция ылыҡтырыу нигеҙенә һалына ла инде. Тимәк, рейтингы булмаған төбәктәрҙең инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеге лә түбән. Әгәр 2014 йылда йәлеп ителгән инвестициялар күләме 105,6 миллиард һум тәшкил итһә, былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса был һан 110 миллиард һумдан ашып китте. 2015 йылда үткән ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтары саммиттары ла Өфөнө донъя кимәлендә танытыуға ярҙам итте һәм республика баш ҡалаһының эре инвестиция майҙаны икәнлеген раҫланы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1299

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru