«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠ БОЛҒАР ИЛЕ, ЙӘКИ ОЛО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

XXI быуатта башҡорт халҡының тарихына, уның йәшәгән территорияларына ҡағылышлы күп кенә китаптар яҙылыуына ҡарамаҫтан, тарихыбыҙҙың билдәле булмаған, өйрәнелмәгән, асыҡланмаған яҡтары ла бар әле. Социология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Б. Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Йәдкәр БӘШИРОВтың "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш" тигән хеҙмәте ошо мәсьәләгә ҡайһы бер асыҡлыҡтар индерергә ынтылышы менән ҡиммәт һәм ҡыҙыҡлы.

Башҡорттарҙың төньяҡ халыҡтары менән сауҙа бәйләнештәре

Башҡорт ҡәбиләләре йәшәгән территорияларға һәм уларҙың яңы ерҙәрҙе үҙләштереүҙәре тураһында күп ғалимдарҙың хеҙмәттәре бар. Мәҫәлән, фарсы ғалимы Әбү Ғәли ибн Русте 913 йылда ғәрәп телендә яҙған бер хеҙмәтендә "Башҡорт иле"нең географияһын билдәләп киткән. Был халыҡтың ерҙәре бәшәнәктәр менән болғарҙар араһында ята, тип яҙа ул. Ошо уҡ автор башҡа ғалимдарҙың, башҡорт халҡына ҡараған ҡайһы бер төркөмдәрҙең IX-X быуаттарҙа көнбайышта Урал тауҙарынан алып Арал диңгеҙенә тиклем, шулай уҡ Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ ярҙарында йәшәүен һәм бәшәнәктәр союзына инеүен билдәләүҙәре тураһында ла әйтеп китә. Өсөнсөләр, ти ибн Русте, башҡорттарҙың Урал тауының ике яғында, Волга, Кама, Тобол һәм Яйыҡтың үрге ағымында йәшәгән үҙаллы халыҡ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Башҡорттар киң территориялар биләп йәшәгәнгә күрә, уның этник берлегенең ойошоуона, ысынлап та, ошо ерҙә йәшәгән һәм башҡа төбәктәрҙән күсеп килгән күп ҡәбиләләр йәлеп ителә.
1238 йылда Ғәзи-Барадж хакимлығы аҫтына Кама буйындағы Башҡорт территорияһы һәм уның ситендәге таулы райондар эләгә. Батый Менгеға ҙур территорияларҙы, шул иҫәптән Кама буйын тапшыра. Ерҙәрҙе бүлгәндә Оло Биләр шулай уҡ уға эләгә, ә башҡорттарға уларҙың элекке Унжа ерҙәре ҡайтарыла. Был ерҙәр хаҡында Аҡ Болғарға сәйәхәте ваҡытында Ҡол Ғәле ентекләп яҙа.
Билдәле шағир Мөхәмәт Ғәле ибн Мирхужа (Ҡол Ғәле) 1172 йылда Тамтүбәлә тыуа. Ике йылдан һуң Ҡол Ғәле Өтәк исемле батша хакимлыҡ иткән дәүләттең баш ҡалаһы Биләргә күсеп китә. Һуңынан билдәле шағир булып танылғас, ул үҙенең Бөйөк Болғарҙың төньяғына, Аҡ Болғар иленә сәйәхәте тураһында ентекләп яҙа. Аҡ Болғар ул ваҡытта төньяҡ-көнбайыш дәүләттәр менән тығыҙ сауҙа бәйләнештәрендә була һәм Финляндияға, Карелияға, Кольский ярымутрауына йоғонто яһай алыу көсөнә эйә була. Аҡ Болғарҙың төньяҡ-көнбайыш сиктәрендә XIII быуат башында йәшәгән әйле ырыуынан сыҡҡан билдәле шағир бына нимә тип яҙа: "Тавыштай (ФинлЯндия), Кариле (Карелия) һәм Чулман-Морон (Кольский ярымутрауы) тулыһынса Аҡ Болғарҙың Унжа губернаһына ҡарай. Был губернаның баш ҡалаһы Талиб ҡалаһы... Тавышбырҙың (Фин боғаҙының) төньяҡ ярҙарының көнсығыш ситенән сик Галиджий (Ладога) күленә бара, унан Унжа ҡалаһына, артабан Бат Угер күленә тиклем, унан Лача күленә, унан Мосха ауылына йәйелә. Был урында Татьма ҡәлғәһенең Әхәд исемле әмире тарафынан галидж батшаһы Хәлиб бәк (Глеб) үлтерелә. Мосханан сик Унжа йылғаһына бара... Унага (Онега) һәм Миджан (Мезень) буйҙарында галиджи өлкәһе Түбәнге Тун (Нижняя Двина) урынлашҡан. Был ерҙәрҙә сик тәүҙә Түбәнге Миджандан, Түбәнге Тоймаға һәм Күк-Тунға бара, һуңынан Шонҡыр ҡәлғәһенә тоташа. Унда Аҡ Болғарҙың 300 кешенән торған даими гарнизоны тора. Сик һуңынан Кесе Унага ҡәлғәһенә йүнәлә. Был ерҙә Аҡ диңгеҙгә тиклем сик булып кесе Унаға һәм Унаға (Онега) йылғалары хеҙмәт итә... Беҙҙең карауан Кесе Унағаға килгән саҡта уның сауҙагәрҙәрен һәм тауарын 30 һыу кәмәһенә тейәнеләр...
Кесе Унаға менән Болғарһыу ҡәлғәләре урынлашҡан ерҙә... Болғар Ҡапҡа тип аталған урын бар. Кесе Галиджынан Түбәнге Тунға үтер кәрәк булғанда, йәки, киреһенсә, Түбәнге Тундан Кесе Галиджыға күскәндә, Галиджия кешеләре беҙҙең Кесе Унаға һәм Болғар һыу ҡәлғәләренең ҡараусыларына (коменданттарына) мөрәжәғәт итәләр, уларҙан рөхсәт һәм оҙатып барыуҙарын һорайҙар. Ошо коменданттар оҙатыуында Болғар Ҡапҡаһын үтәләр... Ҡурҡыныс менән янаған бөтә юлбаҫар ҙа тиерлек Ҡара Унжа өлкәһенән киләләр. Бер кемдәр ҙә - Аҡ Болғарҙар ҙа, галиджийҙар ҙа, балынсылар ҙа, Ҡара Унжаны тыныс төбәк итә алманылар...
Беҙҙең кәмәләр Кесе Унаға һәм Унаға буйлап йөҙгән ваҡытта уларҙы алмашлап йә аҡ болғарҙар, йә галиджийҙар, шулай уҡ төрөк-болғар телендә аралашыусы башҡа ҡәбиләләр оҙатып барҙы. Улар шул тиклем дуҫ йәшәйҙәр, хатта араларында ыҙғыш-ғауға булыуын бөтөнләй күрмәнек. Беҙҙән бер нимәләре менән айырылмаған был кешеләргә ҡарап, халыҡтар бер-береһе менән тыныс йәшәй ала икән, тип уйлап ҡуйҙым. Бер өлөшө беҙгә , ә икенсеһе галиджиялыларға ҡараған Унаға ҡалаһында беҙҙең кешеләр һәм йөгөбөҙ 10 диңгеҙ карабына тейәлде. Был ерҙә беҙҙе Унжаның оло бейе (губернаторы) Сәхиб оҙатып йөрөнө. Беҙ уның менән хушлашҡандан һуң Кандалай буйлап тәүҙә Кемгә, һуңынан Талыш йәки Балыш тип аталған ауылға йөҙҙөк. Беҙ унда ошо ерҙәрҙең бейе Лапыш менән осраштыҡ... Ошо ерҙәрҙә йәшәгән лабырҙар үҙҙәрен иң боронғо болғарҙар итеп һанайҙар.
...Уларҙың башлығы менән таныштыҡ, ул беҙҙе оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Беҙҙең килеүебеҙ уны ҡыуандырыуын әйтте... Хушлашҡан саҡта мин ҡумыҙҙа уйнап күрһәттем һәм үҙем менән булған бер ҡумыҙҙы бүләк иттем. Һәм мин лабырҙар өсөн ҡумыҙ - изге әйбер булыуын күрҙем. Мин биргән бүләкте улар ҡулдарында ҡатын-ҡыҙ баланы тотҡанға ҡарағанда ла нәзәкәтлерәк итеп йөрөттөләр...".
Башҡорттарҙың XII быуатта Төньяҡ Боҙло океан тураһында ни тиклем белеүҙәрен ғәрәп сәйәхәтсеһе Әбү Хәмит Гарнатиҙың яҙмаларынан күрергә була. Был сәйәхәтсе Башҡортостанда, өс йыл дауамында, 1150 йылдан 1153 йылға ҡәҙәр йәшәй. Төньяҡ-көнбайыш илдәр менән төҙөлгән сауҙа бәйләнештәре арҡаһында халыҡтар даими рәүештә аралашып йәшәй. Шулай итеп, ҡайһы бер халыҡтар ҙа төньяҡҡа ҡарай күсенә, хатта Скандинавия ярымутрауына тиклем барып етә. Ошо арҡала ҡәбиләләр араһында ниндәйҙер кимәлдә ҡушылыу ҙа бара. Гарнати башҡорттарҙың төньяҡта йәшәгән ҡәбиләләр менән әүҙем рәүештә сауҙа итеүе тураһында яҙа. Етмәһә, автор яҙыуынса, Төньяҡ Боҙло океан ярында йәшәүсе халыҡтарҙың иҡтисади хәле, көнкүреше бүләр (йәки биләр) ырыуы башҡорттары менән сауҙа итеүгә ныҡ бәйле була. Бөйөк Болғарҙың төньяҡ төбәгендә төрлө төрки телле ҡәбиләләр йәшәй. Улар араһында джуграй (уғры) тип аталған башҡорттарға ҡараған халыҡ та була. Был мәғлүмәттәр беҙгә башҡорттарҙың заманына күрә ҙур ғына ҡәүем булыу тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә.
Шулай итеп, Болғар ханлығы составында үҙ вәкәләттәре булған Бөйөк Башҡортостан, йәки Аҡ Болғар урта быуаттарҙа киң территорияларға йәйелгән, күп илдәр, халыҡтар менән сауҙа бәйләнештәре булған башҡорт ырыуҙарының дәүләте була. Тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында (мәҫәлән, берәүҙәр был илдең этник составында фин-уғыр телле ҡәбиләләр булыуын иҫәпкә алып) тарихсылар башҡорттарҙың ошо осорҙағы дәүләтселеге хаҡында һөйләп бармайҙар, бәлки, күрмәҫкә тырышалар һәм ентекләп өйрәнмәйҙәр. Бәлки, халҡыбыҙҙың үткәненә тәрәнерәк ҡараш булһын өсөн ошо осорҙағы башҡорт дәүләтселеген дә белергә кәрәктер.

(Аҙағы. Башы 48-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.12.14 | Ҡаралған: 1564

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru