«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БИТЕҢӘ СИҠАН СЫҠҠАНМЫ?
+  - 

Сикәләренә, танау тирәләренә сыҡҡан һәр төрлө һытҡылар (прыщ, угорь) һәм сиҡандар (чирей) кемдәрҙе генә борсомай икән! Гормональ үҙгәрештәр арҡаһында барлыҡҡа килгән бындай һытҡылар башлыса йәш үҫмерҙәрҙе хафаға һала.

Сиҡан-фәлән тирегә бысраҡ эләгеүҙән һәр төрлө йәштә лә осрауы мөмкин. Ниндәйҙер сәбәп менән (тәндә витаминдар һәм башҡа кәрәкле матдәләрҙең етешмәүе, һалҡын тейҙереү, арыу, шәкәр ауырыуы, һ.б.) организмдың иммунитеты (сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтлеге) түбәнәйеүе лә сиҡан-фәлән һымаҡ тире ауырыуҙарына сәбәпсе булып тора. Тәү ҡарауҙа бик бәләкәй генә һымаҡ булып тойолған был сирҙәрҙең ҡайсаҡ ғәйәт ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын, үкенескә, күптәр белмәй. Ошо хаҡта иҫкәртеүсе һәр төрлө санбюллетендәр дерматолог кабинеттарында күренгеләп ҡала ҡалыуға, әммә уларға иғтибар итеүселәр һирәк. Күпселек осраҡтарҙа, әлбиттә, эренлекте һытыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Шуға күрә лә әҙәм балаһы ана шундай манипуляцияларҙы үҙаллы атҡарыуҙы биткә сыҡҡан нәмәләрҙе дауалауҙың берҙән-бер сараһы, тип иҫәпләй. Хатта халыҡта ла уны "һытҡы" тип атағандар, йәнәһе лә, уны мотлаҡ һытыу кәрәк... "Ҡайһы берҙә тәртешкә (кочерга) лә атып ебәрә" тигән әйтем йөрөй урыҫтарҙа. Ябай ғына тойолған "һытыу"ҙың ниндәй оло ҡайғыға килтереү мөмкинлеген беләйек.
Медицина фәненән алыҫ булған яҡташтарыма аңлайышлыраҡ булһын өсөн бит өлкәһенең анатомияһы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирмәксемен. Кешенең бит тиреһе ҡан һәм лимфа тамырҙарына ифрат бай. Ундағы (айырыуса өҫкө ирен, танау, күҙ, маңлай тиреһендә) тамырҙарҙың бер өлөшө күҙ ҡыуышлығы тишектәре аша баш мейеһенең ҡап уртаһында урынлашҡан "кавернозный (пещеристый) синус", тип аталған вена ҡаны йыйыла торған канал менән тоташҡан.
Ә сиҡан һәм һәр төрлө һытҡыларҙың патологик физиологияһы, бер-ике һүҙ менән әйткәндә, түбәндәгесә: ниндәйҙер сәбәп менән тире туҡымаһы ҡатламына ингән микробтар арҡаһында тиренең бер нөктәһендә эрен йыйыла башлай. Ана шул нөктәнән тәндең башҡа өлөштәренә зарарлы микрофлора таралып китмәһен өсөн эренлек "грануляцион вал" менән уратып алына. Уларҙы "лимфоцитарный барьер", тип тә атайҙар. Был - организмдың Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һаҡланау функцияһы. Сикәлә, йә танауҙа эренләп торған һытҡыны һығып сығарып маташҡан ваҡытта, лимфоцитар барьер емерелеп, лимфа йә иһә вена тамырына эрен барып эләгеүе мөмкин. Ябай тел менән әйткәндә, "ҡулы ҡысытҡан" кеше эренде тамыр эсенә һығып индерә. Ә ана шул тамыр аша һәр төрлө бактериялар менән тулы эрен өлөшсәһе баш мейеһенең юғарыла әйткән "синус"ына барып эләгеүе мөмкин. Йылғаның киң урынында ағым әкренәйгән һымаҡ уҡ, синустағы ҡандың яйыраҡ хәрәкәт итеүе һәр төрлө микроорганизмдарҙың шәпләп үҫеп китеүенә яраҡлы шарттар тыуҙыра. Һөҙөмтәлә, тиҙ арала кешенең баш мейеһендә "гнойное воспаление кавернозного (пещеристого) синуса" тип аталған ҡурҡыныс сир башлана. Зарарланған ҡан ойошоп, "синустромбоз" тигән нәмәне барлыҡҡа килтереүе лә бар. Бынан тыш, "эренле менингит" башланыуы ла ихтимал. Бындай хәлдәрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу күпселек осраҡта мөмкин дә булмай. Әле генә һин дә мин йөрөгән кешене ике-өс көн эсендә юғалтыу ҡурҡынысы бар, Аллаһ һаҡлаһын! Битендә сиҡаны булған шул кешенең кинәт кенә түҙеп торғоһоҙ башы ауырта башлауы, тән температураһы күтәрелеүе, шунда уҡ ошо хаҡта уйланырға һәм ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итеүгә этәрергә тейеш. Ҡайһы берҙә "сепсис" (халыҡта ҡан зарарланыуы тип йөрөтөлә) өҙлөгөүе лә килеп осрай. Кеше ғүмере өсөн былар барыһы ла ифрат хәүефле.
Бына ошондай ауыр сирҙәр хаҡында һәр кем белергә тейеш. Биттәге һытҡылар күбәйә башлау менән дерматологҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк. Ул һеҙгә матдәләр алышыныуҙы юлға һалыу өсөн тейешле кәңәштәр, бит тиреһенә һөртә торған һәр төрлө дауалар яҙып бирер. Хәҙерге ваҡытта аптекаларҙа дарыуҙарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ бит. Ә инде сиҡан-маҙар башлана икән, мотлаҡ хирургка күренеү кәрәк. Сиҡандың эренләп, "өлгөрөп" етеүен табип үҙ ваҡытында диагнозлап, кәрәгенсә хирургик ярҙам күрһәтер һәм яра йүнәлеп киткәнсе уның контроле аҫтында булырһығыҙ.
Мин табип булып хеҙмәт иткән дәүерҙә әрмелә танау, бит сиҡаны (фурункул) һымаҡ сир менән һалдаттарҙы мотлаҡ стационарға һалырға, тигән бойороҡ бар ине. Үҙемдең эшемдә бындай ауырыуҙарҙы ифрат та йыш осратыуыма ҡарамаҫтан, менингит кеүек өҙлөгөүҙөр ситләтеп үтте. Ә башына сыҡҡан сиҡан, йә иһә тәненең башҡа өлөшөндәге эренлектәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән "сепсис", йәғни, дөйөм ҡан зарарланыуынан һалдаттарҙы дауаларға тура килгеләне. Шул сәбәпле хатта бер яҡташ һалдат бик ауыр хәлдә реанимацияла ла ятҡаны хәтеремдә. Аллаһ ихтыяры менән тере ҡалды ул. Ә яҡын-тирәләге башҡа бәғзе дауалау учреждениеларында шундай-бындай сирҙәр арҡаһында үлем осрағы ла һирәк-һаяҡ ҡына ишетелеп ҡалғылай ине.
Халыҡта "Күҙең ауыртһа - ҡулыңды тый, эсең ауыртһа - ауыҙыңды тый", тип тә әйтәләр бит әле. Нәҡ шуның һымаҡ уҡ, биткә сыҡҡан нәмәләрҙе лә соҡоғолап, ярһытып, үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс алдына ҡуймайыҡ. Ошо хаҡта бала-сағаларыбыҙҙы ла һәр саҡ иҫкәртеп тороу кәрәк. Һәммәләребеҙҙең тәненә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән нормаль һаҡланыу һәләтенә ҡамасауламайыҡ. Шул уҡ ваҡытта табипҡа мөрәжәғәт итеүҙән дә һис кенә тартыныу ярамай.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 115

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru