«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИШЕК ТОҠҠА - ЙЫРТЫҠ ЯМАУ
+  - 


Илдәге мөһимерәк ваҡиғалар ығы-зығыһында абайламай ҙа ҡалғанбыҙ, бер заман ят телдә һөйләшкән тауыштар хорына күтәрелеп ҡараһаҡ, бик күп таныш түгел йөҙҙәр уратып алған, имеш, тирә-яғыбыҙҙы, һеҙгә лә шулай күренәме, йәмәғәт?

Баҙары - баҙар инде, унда Урта Азия халҡы электән хужа, тик бына хәҙер улар баш ҡалабыҙ автобустарын да һалдырып алды түгелме? Һәр хәлдә, "Башавтотранс" һәм коммерция автобустары һәм такси водителдәренең байтаҡ өлөшө - мигранттар. Әллә беҙҙең ир-егеттәр хәҙер автобус водителе вакансияһын да эшкә һанамаймы, әллә иртән иртүк тороп рейсҡа сығырға иренәме? Әллә мигранттар Махсус хәрби операцияға киткән егеттәребеҙ урынына эшләп йөрөймө? Ҡыҫҡаһы, һорауҙар бик күп был юҫыҡта, әммә шуныһы раҫ: элек ҡайҙа ҡарама - баймаҡтар ине, хәҙер ҡайҙа ҡарама - мигранттар! Урамдарҙа ғына түгел, хәҙер улар беҙ йәшәгән йорттарға килеп инеп, беҙгә "ут күршеләр" булып йәшәп яталар. Кемеһелер һатып алған фатирҙы, ә икенселәре - 15-20-ләп кеше - бер фатирҙы бергә ҡуртымға алып, хөрриәттә йәшәйҙәр. Әйтәм, яңыраҡ йортобоҙҙоң иғлан таҡтаһына "Фәлән датаға фатирҙарҙа тараҡан, ҡандала һ.б. бөжәктәргә дезинфекция үткәреләсәк, өйҙә булыуығыҙ һорала", тип яҙып киткәндәр, ә бит ошо сит кешеләр килеп йәшәй башлағансы ундай нәмәнең духы ла юҡ ине! Йорт милекселәре советы рәйесе әйтеүенсә, мигранттар норманан артыҡ тотонған ут, һыу, газ дөйөм йорт ихтыяждары графаһына тос ҡына һандар булып төшә, ә улар өсөн түләү беҙҙең кеҫәгә һуға, сөнки фатирын ҡуртымға биргән милексе унда үҙе бер көн дә йәшәмәгән, уны аҡса һуғыу маҡсатында һатып алған, иҫәп приборҙары ҡуйҙырмаған һәм ул, ғөмүмән, ҡайҙалыр сит илдә йәшәп ята, имеш.
Былар ғына нимә әле! Ә бына ошо ситтән килеүселәр тарафынан ҡылынған енәйәттәр статистикаһы танышмы һеҙгә? Ул биш тапҡырға артҡан, ти РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Ғәҙел Рәсәй -Хәҡиҡәт хаҡына" фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов. Илдә был йәһәттән бик хәүефле хәл килеп тыуған. Кеше үлтереүҙәр, талау, көсләү кеүек енәйәттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Быйылғы ярты йыл эсендә мигранттар тарафынан 22 мең енәйәт ҡылынған, был былтырғынан 6,3 проценҡа күберәк. Мәҫәлән, быйыл май айында Мәскәүҙең көнсығыш районында бейсбол таяҡтары менән ҡоралланған мигранттар төркөмө кафе-бар бинаһын онтай, һатыусыларҙы (шул иҫәптән, ауырлы ҡатынды) туҡмай. Һис бер сәбәпһеҙ, бары тик, бында беҙ хужа, тип үҙҙәрен танытыр өсөн генә, тип яҙҙы был хаҡта "Московский комсомолец". Мәскәү яны ҡалаһы Электросталдә шул уҡ мигранттар сәсен йәшел төҫкә буяған өсөн 19 йәшлек Юрий Марковтың баш тиреһен һуйып киткән! Енәйәттәр һаны күп, ләкин бындай ҡырағай ҡанһыҙлыҡтың булғаны юҡ ине әле беҙҙә. Силәбелә, мәҫәлән, 17 йәшлек егетте үлтереүҙә ғәйепле 5 мигрант ҡулға алынды. Белорет ҡалаһында ла булды бит ошоға оҡшаш ваҡиға: тажиктарҙың ике ҡыҙ балаға бәйлән-гәнен ишетеп, урындағы халыҡ иҫәбенән 60-лаған кеше "ҡубарылып" миграттарға ҡаршы күтәрелә, һәм дөрөҫ эшләй. Ваҡиға барышына полициянан тыш, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте ҡыҫылырға мәжбүр була һәм конфликт бәлә-ҡазаһыҙ ғына баҫтырыла. Ярай ҙа, килеп тыуған хәүефле хәлдәр һәр ваҡыт шундай йәмәғәтселек шаңдауы алһа һәм тиҙ генә хәл ителһә... Ә бит күп кенә енәйәт осраҡтары тейешле язаһын алмай йә йүнләп тикшерелмәйенсә ҡала. Ошо йәһәттән депутат Сергей Миронов миграция тураһындағы законды ҡайтанан ҡарап сығырға, уның положениеларын ҡәтғиләштерергә; кәрәк икән, төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индерергә тәҡдим итә. Иң тәүҙә, ти ул, мигранттарға туҡтауһыҙ паспорт таратып ултырыусы конвейерҙы туҡтартырға! Уның билдәләүенсә, үҙебеҙҙең бик күп этник рустар йылдар буйы Рәсәй гражданлығы ала алмаған бер мәлдә рус телен бар тип тә белмәгән Урта Азия халҡы бер нисә көн эсендә паспортлы булып, гражданлыҡ ала. Был йәһәттән эште йәшертен "бизнес" алып барыусы миграция хеҙмәтен тикшереүҙән башларға кәрәк, ти С.Миронов һәм миграция хеҙмәтен Эске эштәр министрлығынан алып, туранан-тура Президент ҡарамағына күсерергә кәрәк, тип тәҡдим итә. "Һәр бер эш биреүсе үҙе яллаған сит ил граждандары тәртибе өсөн яуаплы булырға тейеш. Ә инде ситтән килгәндәр енәйәт ҡылған икән, уны ғаиләһе-нийе, бөтөн туған-тумасаһы менән бергә илдән ҡыуырға", - тип талап итә депутат С. Миронов. Уның әйтеүенсә, рус телендә бер һүҙ белмәйенсә, Рәсәй мәктәптәренә килеүсе мигрант балаларына рус телен өйрәтеү программаһын тиҙләтергә һәм Рәсәй гражданлығына өмөт итеүселәрҙән рус теле буйынса имтихан алыуҙы тәртипкә һалырға кәрәк. Әйткәндәй, Башҡортостан мигранттар һаны буйынса илдә иң алдынғы урындарҙа килә, беҙҙә иҫәпкә тормаған һәм рөхсәтһеҙ йәшәп ятыусылар ҙа байтаҡ икән. Яңыраҡ ҡына Башҡортостан суд приставтары ана шундай 8 кешене республиканан ҡыуһа, йыл башынан ундайҙар һаны 64 кеше тәшкил иткән. Рәсәй Тәфтиш Комитеты башлығы Александр Бастрыкин, мигранттар тарафынан ҡылынған ауыр енәйәттәр һаны (үлтереү, көсләү һ.б.) биш тапҡырға (!) артты, тип әйтте. Шул уҡ ваҡытта ул илдә рөхсәтһеҙ йәшәгән мигранттар тарафынан ҡылынған енәйәттәрҙең күп өлөшө коррупция менән бәйле, тип таныны.
Шуның өсөн дә РФ Тәфтиш Комитеты башлығы илдең хеҙмәт баҙарын арзан эшсе көстәр ябырылыуынан яҡлау маҡсатында гастарбайтерҙар хеҙмәтен файҙаланыусы эш биреүсе бизнес әһелдәренә махсус һалым тәртибе индерергә тәҡдим итте, сөнки законды боҙоусы эшҡыуарҙар һәм чиновниктарҙы төрмәгә ултыртыуға ҡарағанда, уларҙы ҙур күләмдә һалым түләтеү юлы менән тиҙерәк тәртипкә өйрәтергә мөмкин, тип иҫәпләй ул.
Икенсенән, эшкә ҡабул иткәндә, Рәсәйҙең үҙенең хеҙмәт кадрҙары өҫтөнлөклө хоҡуҡ менән файҙаланырға тейеш, ти ул. Күптән түгел, 12 сентябрь Көнсығыш иҡтисади форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо мәсьәләгә туҡталып китеүҙе кәрәк тапты һәм илдә "иммигранттар геттоһы" барлыҡҡа килеү хәүефе хаҡында әйтеп, бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамауын, Рәсәй граждандары мәнфәғәтен һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйыу кәрәклеген билдәләне. Мигранттар урындағы халыҡтың тыныслығын боҙорға тейеш түгел, тине ил етәксеһе. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә мигранттар тәртибе менән ризаһыҙлыҡ киҫкенләшә генә бара. 150 млн халҡы булған илдә мигранттар эшләгәнде башҡарыр кеше юҡмы ни? Бәғзе берәүҙәрҙең фекеренсә, әгәр бөтөн мигранттар ҙа үҙ илдәренә ҡайтып китһә, Рәсәй, сатирик Салтыков-Щедриндың ҡырағай помещигы хәлендә хеҙмәтселәрһеҙ тороп ҡалмаҫмы, тип ҡурҡа ахырыһы. Илгә мигранттарҙы күберәк йәлеп итеү бигерәк тә Рәсәйҙең урта һәм ваҡ бизнес әһелдәренә, эшҡыуарҙарға отошло, сөнки уларға өнһөҙ-тынһыҙ баш баҫып, бәләкәй генә эш хаҡына ризалашып эшләүселәр кәрәк. Бизнестың аҙыраҡ сығымдар менән күберәк килем алырға яратыуын яҡшы беләбеҙ, юғиһә. Ә бит шул уҡ ваҡытта илгә мигранттар ябырылыуы шул сиккә барып етте ки, улар хәҙер Рәсәйҙә йәшәү һәм эшләү өсөн рус телен белеү кәрәклеген дә онотто.
Был йәһәттән, әлбиттә, мигранттар хеҙмәтен файҙаланыу юлы менән кемдәрҙеңдер илдә, йәнәһе лә, демография мәсьәләһен хәл итеүҙе күҙаллауын да әйтеп китергә кәрәк. Ә был, тураһын әйткәндә, төптө аҡылһыҙлыҡ. Бындай социаль тәжрибәнең ахыры сәйәси тотороҡлолоҡто емереүгә алып килеүе бик ихтимал. Халыҡса әйткәндә, белеме, үҙаңы, тәртибе яғынан түбән социаль ҡатлам вәкилдәренең бәләкәй генә эш хаҡына ла риза булып, Рәсәйгә ябырылыуын иҫәпкә бар, һанға юҡ, тип кенә түгел, ә демография "тоғо"на... йыртыҡ ямау һалырға маташыу тип баһаларға ҡала. Демографтарҙың Башҡортостанда һәм, ғөмүмән, тотош Рәсәйҙә кәмей барған халыҡ һанын мигранттар иҫәбенә тотороҡландырырға тырышыуы илгә социаль-иҡтисади зыян, бәлә-ҡаза һәм тынысһыҙлыҡ ҡына килтерәсәк. Бындай "демографик сара"ға юл ҡуймаҫ өсөн ҙур аҡса артынан ситкә эшкә китеүсе үҙебеҙҙең республика граждандары ағымын туҡтатырға, ә уның өсөн иһә үҙебеҙҙә лайыҡлы эш хаҡы түләрлек етештереү предприятиелары асырға, эш урындары булдырырға кәрәк, был бәхәсһеҙ. Үкенескә, ситкә китеүселәр һаны кәмемәй. Былтыр эш эҙләп ситкә китеүселәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынға сығып, тыуған төбәген ташлап китеүселәр һаны 1 192 кеше тәшкил итте, тип яҙа мәғлүмәт сығанаҡтары Росстаттың тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына һылтанып...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 96

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru