«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘҪЛЕ, ҠЫЙБАТЛЫ БУЛҺЫН КЕЙЕМЕБЕҘ
+  - 

Оҙайлы һалҡын ҡыштан һуң килгән яҙ миҙгеле юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән башланып китмәй, ахыры. Гүзәл зат яҙ кеүек наҙлы ла, иркә лә, көләс тә булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы ниндәй төшөнсәләрҙән хасил була? Ғүмер көҙөнә яҡынлашып килгәндә лә нисек матур булып ҡалырға? Ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан ҒАРИПОВА, филология фәндәре кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Гөлсәсәк САЛАМАТОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Сара БУРАНБАЕВА менән ошо мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләп ҡараныҡ.

Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә лә ҡыҙҙың матурлығын баһалау уның йөҙөнән, тышҡы ҡиәфәтенән башлана. Шулай ҙа, матурлыҡ ниндәй төшөнсәләрҙе үҙенә ала? Йәш саҡта ғына түгел, өлкәнәйгәс тә матур булып ҡалыу ул шулай уҡ һәләтме?

Сара БУРАНБАЕВА С. Буранбаева: Һәр заманда ла ҡатын-ҡыҙ тышҡы ҡиәфәтенә шул тиклем ҙур өҫтөнлөк биргән. Эске матурлыҡ мөһим, тик шулай ҙа кешене барыбер тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡаршы алалар. Кеше тышҡы ҡиәфәтенә ныҡ иғтибар иткән осорҙа йәшәйбеҙ, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың үҙ стилен табып, үҙен тәрбиәләп йөрөүенә мин һоҡланам. Ҡатын-ҡыҙ гел матур булырға тейеш. Яңыраҡ телевизорҙа бер тапшырыуға юлыҡтым, унда өлкән генә йәштәге ир уҙаманы үҙенә йәш ҡатын эҙләй. "Ни өсөн йәш ҡатын көҙ еҫен һуларға теләй, тип уйлайһығыҙ әле?" - ти алып барыусы. "Тормошҡа сығып, балалар үҫтерә башлаһа, ҡатындарҙың күптәре үҙен ҡарамай башлай, ә ир-атҡа ундайҙарҙы яратыуы ауыр", - тип яуап бирҙе ағай. Ысынлап та, күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ матур булмауында үҙе ғәйепле. Шуға ла баланы уҡытайым, баланы кейендерәйем, тип, үҙенән аҡсаһын йәлләп ултырыусылар дөрөҫ эшләмәй, тип уйлайым. Ғаилә бюджетын косметик салондарға ла бүлергә, иреңде лә был фекергә өйрәтергә кәрәк. Сөнки тәрбиәле, матур ҡатыны уның да абруйын күтәрә бит.
Гөлсәсәк САЛАМАТОВА Г. Саламатова: Матур булыу, уны һаҡлау - ул көндәлек хеҙмәт. Ун һигеҙ, егерме йәштә матурлыҡты күрһәтеү өсөн артыҡ нәмә кәрәкмәй, сөнки йәшлек үҙе матурлыҡ, нимә кейһәң дә килешеп бара. Аҙаҡтан шул матурлыҡты һаҡлау өсөн тырышырға кәрәк, ә был шул тиклем ауыр, донъя төрлө шарттарға ҡуя һине, кешенең тән төҙөлөшө лә төрлөсә. Кемгәлер был еңел бирелә, кемгәлер юҡ. Тышҡы матурлыҡта тырышлығың, үҙеңдең үҙеңә ҡарата булған ихтирамың һәм йәшәү рәүеше күренеп тора инде ул.
Таңсулпан ҒАРИПОВА Т. Ғарипова: Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәттән бирелгән булмышына ҡарағанда матурыраҡ булып күренергә тырышмаһа, ул ҡатын-ҡыҙ түгел, тигән кемдер. Гүзәл зат гел матур булырға бурыслы. Улым Санкт-Петербургта уҡыған саҡта был ҡалаға бик йыш йөрөнөм. Яҙыусының эше күҙәтеү, ундағы өлкән йәштәге ҡатындарҙың ҡиммәтле булмаһа ла, нәзәкәтле, оҫта итеп кейенеү һәләтенә эйә булыуҙарына аптырағайным. Улар ҡатын-ҡыҙға ҡатын-ҡыҙ рәүеше бирә торған, уны көсәйтә торған элементтар өҫтәп кейенә. Беҙҙең халыҡта, дөйөм алғанда, ундай мәҙәниәт юҡ. Олоғайғас, миңә ярамағанмы, тигән ҡараш йәшәй. Минеңсә, киреһенсә, олоғайғас үҙеңде тағы ла нығыраҡ ҡарарға кәрәк. Әҙерәк биҙәнмәйенсә, магазинға ла сыҡмайым. Ҡатын-ҡыҙ асылыңдан китеп булмай, Хоҙай гүзәл зат итеп яралтҡан икән, һин шул булмышыңа һәр йәштә лә тоғро ҡалырға тейешһең. Беҙ һәр ваҡыт милләттең йөҙөн һаҡлайбыҙ. Әрпешерәк кейенеп йөрөгәндәрен күрһәм, эргә-тирәләге ҡатындарға шулай тип әйтәм: "Ошо кейемең менән һине төрлө милләт кешеләре күрә. Төп халыҡ булараҡ, һинең насар кейенеп йөрөргә хоҡуғың юҡ, сөнки һиңә ҡарап, милләт тураһында фекер йөрөтәләр". Беҙ милләт вәкиле булараҡ сығыш яһайбыҙ, урындағы төп халыҡ үҙен матур тоторға, матур кейенергә тейеш.

Ҡатын-ҡыҙ иң тәүҙә үҙен яратырға тейеш. Үҙеңде яратырға өйрәнмәйенсә, башҡалар һине ярата алмаясаҡ, тигән кәңәш бирә бөгөн психологтар. Матурлыҡ менән үҙ-үҙеңде ярата белеү араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Г. Саламатова: Үкенескә күрә, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙың трагедияһы шунда - ул тәү сиратта үҙен баһалай, тимәк, ярата белмәй. Хатта кейәүгә сыҡҡанда ла, миңә ярай ул, тип ир һайлағандар бар. Ғөмүмән, ғаиләлә ир менән ҡатындың аҡыл кимәле, хыялдары, фекерҙәре уртаҡ булырға тейеш. Студенттарға ла гел әйтәм, талантлы менән талантлы ҡауышырға тейеш, аҡыллы менән аҡыллы. Әгәр ҙә талантлы менән талантһыҙ ҡауышһа, талантлыға - талантһыҙ, аҡыллыға аҡылһыҙ көс буласаҡ һәм талантлы ла, аҡыллы ла үҙен юғалтасаҡ. Үҙеңде ихтирам итергә ғаиләлә өйрәнәһеңдер инде, бала сағы бәхетле үтеүе кеше өсөн шулай уҡ ҙур уңыш. Әммә ғаиләлә быға иғтибар бирмәүҙәре лә бар.
Т. Ғарипова: Ололарға ярҙам итеү беҙҙең ауылда иң ҙур мәртәбә, иң ҙур сауап ҡына түгел, маҡтаулы эш һаналды. Ололарға ярҙам итһәң, улар: "Балам, тиңеңә бар", - ти торғайнылар. Хәҙер уйлап ҡараһаң, күп айырылыуҙар тиң булмаған кешеләрҙең ҡауышыуынан килә, баҡтиһәң. Ул һиңә төҫ, аҡыл, интеллект, мәҙәнилеге йәһәтенән дә тиң булырға тейеш. Үҙеңде яратыу тигәндә, матур кейенеү генә уның күрһәткесе була алмай. Матур кейенеүҙә милләтеңдең вәкиле булыуың өсөн яуаплылыҡ ята. Мин фольклор нигеҙендә бер нисә пьеса яҙҙым, уларҙың береһендә лә халҡым ярлы, меҫкен түгел. Әлбиттә, төрлө драматизмдар, трагизмдар бар, әммә меҫкенлек юҡ.
Кеше үҙ-үҙен яратырға, хөрмәт итергә тейеш, тигән төшөнсәләр һуңғы ун йылда беҙгә сит ил әҙәбиәтенән, сит ил йәшәйешенән килеп инде. Уға тиклем үҙ-үҙеңде яратыу эгоизм, хурлыҡ, тип өйрәттеләр беҙҙе. Шуға ла был теманың килеп сығыуы ыңғай күренеш. Ысынлап та, кеше үҙен-үҙе яратмаһа, нисек кейенһә лә, эсеп, йәмғиәттә күренһә лә уға барыбер.
С. Буранбаева: Һин үҙеңә ниндәй мөнәсәбәттәһең, башҡалар ҙа һиңә шундай мөнәсәбәттә була. Ғаиләлә ир тарафынан психологик, эмоциональ рәнйетеүгә дусар була икән, бында ҡатын-ҡыҙ үҙе ғәйепле, сөнки ул үҙе быға юл ҡуя. Ҡул күтәреүҙәр тураһында әйтеп тә тормайым, быныһы инде сикте бөтөнләй сығыу була. Үҙен яратмаған, хөрмәт итмәгән ҡатын-ҡыҙ ғына быларҙы рөхсәт итә. Шунан ул үҙен нисек матур, һөйкөмлө итеп тойһон? Мөмкинлек күп бөгөн, психология буйынса китаптар уҡырға, камиллашырға кәрәк. Тормошта осраған кире күренештәрҙең нигеҙе наҙанлыҡта. Хатта балаң алдында абруйың булһын өсөн дә күп тырышырға, уның менән тиң булыу өсөн заманса техниканы өйрәнергә кәрәк, юғиһә, ул интернеттағы берәй геройҙы үҙенә абруй итеп һайлаясаҡ.
Г. Саламатова: Беҙҙә бер-беребеҙгә комплимент әйтешеү юҡ кимәлендә. Туғандары, дуҫтары алдында иремдең мине маҡтай торған холҡо башта миңә лә ситен ине. Баштараҡ, мин бит тоҡом дауам итә, малайҙар таба торған кәләш алдым, тиһә, хәҙер, мин ҡатынымды тоҡомдо матурайтыр өсөн алдым, тип тә өҫтәй. Бының менән ул минең күңелемде лә үҫтерә, ышанысымды арттыра. Бына ошоларға ла өйрәнергә кәрәк әле беҙгә.
Т. Ғарипова: Оҙаҡ йәшәй башлаһа, ир менән ҡатындың тормошо прозаға әйләнә. Ләкин прозаны әҙерәк кенә поэзия менән йәнләндереп ебәреү өсөн бер йылы һүҙ ҙә етә. Әйҙә, бешергән ашын, кейемен, биҙәнеү әйберҙәрен маҡтап ебәр! Ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкмәй ул, шуны аңлаған ирҙәр бәхетле йәшәй, сөнки улар ҡатынының күңелен күреп, үҙҙәренә имен ҡартлыҡ тәьмин итә. Ә кемдәр шуны аңламай, матурлыҡты ситтән эҙләй, улар үҙҙәренә шөҡәтһеҙ, йәмһеҙ ҡартлыҡ әҙерләй. Башҡортта матур бер һүҙ бар, үткәреп ебәрә белергә кәрәк, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙға иһә сарбайланып, һәр нәмәгә оран һалырға ярамай. Үткәреп ебәрә белеү, тигәндә, икенсе яртыңды ғәфү итеү, үҙең дә шул хәлде оноторға тырышыу кәрәклеген дә күҙ уңында тотҡандарҙыр инде. Сөнки үткәреп ебәрә белмәһәң, ғаиләлә йәшәүе ауыр.

Гүзәл зат, һис шикһеҙ, матур итеп кейенә белергә лә тейеш, тинегеҙ. Кейем-һалымды ниндәй принцип буйынса һайлайһығыҙ? Был йәһәттән тәүге уҡытыусыларығыҙ кем булды?

Т. Ғарипова: Бәләкәй саҡтағы шундай ваҡиға хәтеремә һеңеп ҡалған: байрамдарҙа, ураҙа ғәйеттәрендә ауылдың өлкән инәйҙәре милли кейемдәрен кейеп, ҡунаҡҡа йөрөшә, ә мин уларҙы күҙәтеп торорға ярата инем. Хатта байрамдарҙы ла тап шуның өсөн генә көтөп ала инем. Ул мәлдә әле һәр өйҙә милли кейемдәр, селтәрҙәр булды. Берәй концерт-фәлән ҡуйһаҡ, инәйҙәрҙән, еңгәләрҙән кейемдәрен алып тора инек. Әсәйем - уҡытыусы, ул 1902 йылғы, йәғни революцияға тиклемге тормошто күргән, шул заманда затлы кейемдәр кейеп йәшәп өлгөргән. Һәр иртә торғас та мотлаҡ башҡара торған тәүге эше - сәсен толомлап үреү ине. Ул һәр ваҡыт бөхтә, матур кейенергә тырышты. Бына ошо өлгөләрҙе күреп, матур итеп кейенә белеү үҙеңдең генә түгел, ул тирә-йүндәге кешенең дә кәйефен күтәрә торған күренеш икәнен аңланым. Яҙыусы булараҡ, йыш ҡына төрлө сараларҙа, уҡыусылар менән осрашыуҙа, байрамдарҙа ҡатнашырға тура килгәндә махсус тектергән күлдәктәр ҙә кейәм. Күптән түгел Италия ебәгенән затлы күлдәк тектерҙем, итәге боронғоса - әберкәле, еңдәрен камфара иттерҙем. Ҡаракүлдән камзул тектереп, сулпылар яһаттым. Бер үк ваҡытта заманса ла, милли деталдәр менән булғас, боронғо костюмды ла хәтерләтә. Мода үҙгәреп тора инде ул, хәҙер алтмышын тултырған ҡатындар ҙа тубыҡтан өҫтә итәк кейә башланы. Ундай итәкте студент саҡта беҙ ҙә кейҙек, ул мәлдә йәш, нескә инек, ул беҙгә килешә ине. Итәгеңде ни тиклем юғары күтәрһәң дә, йәшәрә алмайһың. Һәр йәштең үҙенең матурлығы булһа ла, үҙенсәлектәре лә бар. Эстетика этика менән тығыҙ бәйле, саманан ашырға ярамай, тип уйлайым. Беҙ бит әле күкрәктәрен саф көмөштәр, саф гәүһәрҙәр менән биҙәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тоҡомо, бәҫле, ҡыйбатлы кейем кейеү беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән, шуға ла үҙеңде осһоҙлатырға ярамай.
С. Буранбаева: Бөтөн кешеләрҙең оҡшаш итеп, бер үк күлдәктәр кейеп йөрөүе лә килешле түгел. Етмәһә, үҙенә килешкәнде табып кейенеү һәр ҡатын-ҡыҙға бирелмәй. Юғиһә, ысынлап та, йәштәр кеүек кейенгән өлкән ҡатындар күбәйә башланы. Һәр кемдең кейеме үҙенә генә хас булырға тейештер. Шуға ла мөмкинлек булһа, үҙеңдең тегенсеңде табырға бурыслыһың, тип уйлайым, сөнки зауыҡлы итеп кейенеү тап шунан башлана. Үҙәк каналдарҙа модаға бәйле тапшырыуҙар күп, әммә улар йышыраҡ беҙҙең милли үҙаңыбыҙға тура килмәй. Бәлки, үҙебеҙҙең телевидение шундай тапшырыуҙар эшләһә, беҙ ҙә республикала ниндәй модельерҙар, стилистар барлығын белеп, танып ҡалыр инек.
Йәш саҡта артыҡ уйланмаһаң да, өлкәнәйә килә милли кейемгә тартылаһың икән шул. Әлеге мәлдә мин үҙемә килешле туҡымалар эҙләйем. Яңыраҡ кейеҙҙән матур кейемдәр тегеүсе бер белгес менән танышып, бер кейеҙ жилет тектек тә инде. Был эштең башы ғына, шулай уҡ тегенсем менән дә туҡтауһыҙ эҙләнәбеҙ.
Г. Саламатова: Таңсулпан апай әйткәнсә, беҙҙең ғаиләлә кейемгә булған зауыҡ әсәйҙән генә түгел, атайҙан да күсте. Атайым ғүмере буйына бер мәктәптә белем бирҙе, шул тиклем матур кейенә торғайны. Төрлө-төрлө эшләпәләре бар ине, оҙон пальтолар кейҙе, кейемендә осраҡлы бер генә лә элемент булманы, бөхтәлеге менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә торғайны. Уҡытыусы булғас, һинең кейемең дә тәрбиә ысулы, быны мин дә яҡшы аңлайым һәм һөнәремә тап килгәнсе кейенергә тырышам. Үҙебеҙҙең милли кейемдәрҙе лә заманға яраҡлаштырып кейергә була, мәҫәлән, былтыр көҙ ирем бүләк иткән һуғылған шәлде ябынып йөрөнөм. Беҙҙең өйҙә ҡартәсәйемдең һуғылған шәле һаҡлана ине, ул уға үҙенең ҡартәсәһенән ҡалған. Әсәйемдең ҡәҙерләп кенә тотҡан әйбере булды ул, уға тейергә рөхсәт итмәй торғайны, урын менән ҡуша йыйып ҡына ҡуя инек. Аҙаҡтан БДУ-ға Рим Йәнғужиндың музейына тапшырҙыҡ. Шулай ҙа, был шәлде үҙебеҙ ҙә һаҡлай ала инек инде, тигән уй оялап ҡалғайны күңелгә. Хәйбуллаға барып, иңемә һалып ҡарағас та, ысынлап та, был минең әйберем икәненә төшөндөм.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәр тағырға ла яратҡан. Һеҙ ниндәй биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

Г. Саламатова: Гел боронғо беләҙек, сулпы, алҡаларға өҫтөнлөк бирәм. Мин булмышым менән XIX быуатҡа, ул дәүерҙәге башҡорттарҙың хәленә, шул мәлдә йәшәгән зыялыларҙың аҡылына ғашиҡмын. Ошо биҙәүестәрҙе тағып, үҙемдең шул быуатҡа булған мөнәсәбәтемде белдерәм. Икенсенән иһә, биҙәүестәрҙе махсус эҙләп йөрөмәйем, уларҙы эшләгән кешеләр үҙҙәре алдыма килеп сығып торалар. Шуға ла мин генә түгел, ә был биҙәүестәр ҙә мине яратҡанын аңлайым. Осраҡлы ғына инеп сыҡҡан магазинда миңә тәғәйенләнгән әйбер була, осраҡлы ғына һөйләшеп киткән кеше теге йәки был әйберҙе эшләй белә. Уларҙы хатта яҙмышымды ла хәл иткән әйберҙәр, тип иҫәпләйем, сөнки ирем, тәүҙә биҙәүестәреңә күҙ һалдым, һуңынан үҙеңә иғтибар иттем, тигәйне.
С. Буранбаева: Биҙәүестәрҙе мин дә шул тиклем яратам. Борондан уларҙың үҙ билдәләнеше булғандыр инде, мәҫәлән, насар күҙҙән һаҡлағандыр. "Алҡа - йөҙгә пәрҙә, беләҙек ҡулға пәрҙә", тигән әйтем дә бар бит. Шулай уҡ уларҙың сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүенә лә, сирҙәрҙән һаҡлап тороуына ла ышанам. Гөлсәсәк һымаҡ, милли биҙәүестәрҙе ҡыйыу рәүештә йөрөткәндәргә һоҡланып ҡарайым, әлегә үҙем ундай ҙур биҙәүестәр тағырға йөрьәт иткәнем юҡ. Шулай ҙа милли асылымды сағылдырып торған алҡаларҙы, башҡа әйберҙәрҙе йыш тағып йөрөйөм. Тағы ла бер нәмәгә инанғанмын: беҙҙең милли биҙәүестәрҙе тағыр алдынан уларға килешеп торған кейеме лә кәрәк. Салбар кейеп, тәңкәле башҡорт алҡаларын таҡҡан ҡыҙҙарҙы ла бер нисек тә аҡлай алмайым. Был зауыҡһыҙлыҡты күрһәтеп тормаймы икән? Ғөмүмән, үҙебеҙҙә биҙәнеү әйберҙәрен етештереүҙе яйға һалырға кәрәк ине. Әлеге көндә Учалылағы бер ойошманан башҡа бының менән шөғөлләнмәйҙәр ҙә шикелле. Теләнем дә, барып алдым, тигән төшөнсә юҡ беҙҙә. Төрки телле халыҡтар фестивалдәренә барһаҡ, гел генә Ҡаҙағстандан килгән делегацияға һоҡланам. Уларҙа һатыуҙа ла ниндәй генә биҙәүес юҡ!
Т. Ғарипова: Тәбиғи таштар юғары энергетикаға эйә. Борон халҡыбыҙҙа таштарҙың энергияһын теге йәки был ауырыуҙы дауалағанда файҙаланыу кеүек күренештәр булған, әммә улар онотолған. Сөнки Уралда - аҫылташтар өҫтөндә йәшәгән халыҡ был турала яҡшы белгән, тип уйлайым. Әгәр ҙә башҡорттар металдарҙың, таштарҙың энергетикаһын белмәһә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын көмөш, мәрйен менән биҙәмәҫтәр ине. Мәрйен күҙ тейеүҙән һаҡлай, көмөш зарарлы микробтарҙы юҡҡа сығарыу сифаты менән билдәле. Шул уҡ селтәр, мәҫәлән, түште ҡаплап тора, тәбиғи материалдарҙан яһалғанлыҡтан, ул бала имеҙеү функцияһын да яҡшыртҡан, әйтәйек, түш яман шешенән дә һаҡлаған. Беләҙектәр, йөҙөктәр шулай уҡ тәнгә тейеп тора, сәскә үрелгән сәсмәүерҙәр, сулпылар яҡут, аҡыҡ менән биҙәлгән. Аҡыҡ - йөрәк, нефрит - бөйөр, гәрәбә боғаҡ сиренән һаҡлай. Хатта минең бала сағымда ғына түгел, йәшлегемдә лә бәләкәй балаларҙың башлығына мотлаҡ аҡыҡ таға инеләр, ул баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай. Алтынға ҡарағанда көмөшкә өҫтөнлөк бирелә, сөнки уның бактерияларға ҡаршы тороу сифаты юғары баһалана, ә алтын насар энергияны үҙенә йыя. Әгәр ҙә алтын алҡа-йөҙөктәр яратһағыҙ, ваҡыты-ваҡыты менән тоҙға һалып, уларҙы кире энергиянан таҙартып торорға кәрәк.

Дөрөҫ туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе генә түгел, ә матурлыҡ та уға бәйләнгән. Туҡланыуға ниндәй талаптарығыҙ бар?

Г. Саламатова: Ҡартәсәйем бер ваҡытта ла электр сепаратын ҡулландырманы, ҡул сепаратының ҡаймағы бөтөнләй икенсе була торғайны. Һөт һалғанда уның менән сиратлап ултырып әйләндерә инек. Бер әйбер хәтеремдә ҡалған: шул мәлдә ул айыртылған һөттөң күбеген сүмесләп алып эсеп ултырыр ине. Ни өсөн улай иткәнлеген һорағанмындыр ҙа, бәлки, иҫемдә ҡалмаған. "Бер ваҡытта ла йылытылған аш ашамағыҙ. Яңы әҙерләнгән ризыҡ ҡына сихәтле", тип әйтә торғайны. Ысынлап та, гел ошо ике ҡағиҙәне тотоп йәшәне. Хәҙер ҡыуып етә алмаҫтай донъяны баҫтырабыҙ, шуға күрә уның кәңәшен үтәп йәшәү ауырыраҡ.
Т. Ғарипова: Беҙ бутҡаны үҙебеҙ эшләй инек: бойҙайҙы йыуаһың, киптерәһең, шунан төйәһең һәм бутҡа бешерәһең. Шуғалыр ҙа, бутҡа бәләкәйҙән иң тәмле ризыҡ булып күңелгә уйылып ҡалған. Башҡорттар һәр ваҡыт дөрөҫ туҡланған. Буҙа ҡойһаң, талҡан эшләһәң, ҡомалаҡтан әсетке әҙерләп, икмәк һалһаң - сәләмәт туҡланыуҙың нигеҙе була ла ҡуя. Балан йыям һәм ҡулланам, май майын күберәк итеп алып ҡуям. Ҡороттан да өҙөлгән юҡ, ҡунаҡ килеп төшһә, тип, һыуытҡыста гел ҡаҙы һаҡлайым, бишбармаҡ бешерәм. Беҙҙең йәштә иттән бөтөнләй баш тартһаң да була, тип уйлайым, ярмаларға өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Үләндәрҙе таныу, улар ярҙамында сирҙәрҙе булдырмауға өлгәшеү ҙә кәрәк ҡатын-ҡыҙға. Хатта традицион медицина, тип, үләндәргә нигеҙләнгән медицинаны атар инем, сөнки уның тамырҙары бик борондан килә. Кеше ерҙән барлыҡҡа килгән, тәнебеҙҙә ерҙә булған бөтөн элементтар бар, Хоҙай дауаһын да ерҙән биргән. Үлән һәм һөлөк ярҙамында профилактика эшләп торһа, кеше ауырымай.
С. Буранбаева: Туҡланыу сәләмәт булырға тейеш, әммә ул тиклем фанатик рәүештә быға өлгәшергә тырышмайым. Шулай ҙа һаулыҡтың нигеҙе - сәләмәт туҡланыуҙа, йәш саҡта быға әллә ни иғтибар итмәһәң дә, бала үҫкән һайын яуаплылыҡты нығыраҡ тояһың. Кешенең ризыҡҡа өҫтөнлөгө ҡан менән биреләлер инде, улым Рамаҙан бишбармаҡ, һалмалы аш ярата, ниңә ҡорот юҡ, тип һорай ул. Бешеренергә яратһам да, көн дә ҡоймаҡ ҡоймайым, бәлеш һалмайым, сөнки үҙемдең, иремдең, баламдың буй-һынын да нормала тоторға кәрәк. Унан һуң, тәмле бешергән ҡатын-ҡыҙ ғаилә ағзаларын йә ашҡаҙан, йә йөрәк сирлегә әүерелдерә, тиҙәр бит әле.

"Ҡатын ҡуштаны иргә ярар", тигән мәҡәл бар. Йәғни, ир ҡатынының бер аҙ ҡуштан булыуы ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылы тотоу өсөн кәрәкле сифаттарҙың береһе булғанлығына ишара ителһә лә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары был кәңәште тотоп бармай, хатта йышыраҡ ирҙәре өсөн әсәйгә әүерелеп китә түгелме һуң?

Т. Ғарипова: Башҡорт ҡатын-ҡыҙының булмышы әсәй һымаҡ, шуға ла өлкәнәйә килә һәр ҡатын-ҡыҙ әсәй сүрәтенә инеп китә. Ҡыҙ бала бәләкәй генә сағынан бушҡа ғына ҡул һелтәп йөрөмәй бит ул, ҡурсағын күтәреп йөрөй. Был беҙгә шул тиклем ныҡ һалынған, бәлки, башҡорт ирҙәре гел һунарҙа, һуғышта булғанға, бөтөн донъя йөгө ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкәнгә шулайҙыр. Һәр быуын һайын был яуаплылыҡ нығына килгәндер инде, күрәһең. Башҡорт ҡатыны башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, юхалап, иренә матур ғына өндәшеп, эшләтеп, үҙен көсһөҙ зат итеп күрһәтеп ултыра белмәй. Ул тиҙ арала ирҙең әсәһенә әйләнә. Әсәһенә әйләнгәс, ул, бәлки, иренә ҡыҙыҡ та түгелдер. Йәш быуын ҡатын-ҡыҙҙары был турала уйланырға тейештер. Ҡатын-ҡыҙ ырыҫын яҡлау өсөн ҡатын-ҡыҙға үҙгәрергә лә кәрәк.
Г. Саламатова: Таңсулпан апай, минең быуынымдағы ир-егеттәр саҡ ҡына икенсерәк, улар күпкә йомшағыраҡ, иғтибарлыраҡ. Улар яҡшы атай була беләләр, балаларын балалар баҡсаһына үҙҙәре йөрөтәләр. Әммә әлеге йәш быуын тағы ла йомшарһа, нимә булыр, уныһын әйтеүе ҡыйын.
С. Буранбаева: Уларҙың йомшарыуында ла ана шул ҡатын-ҡыҙҙың көслө булырға ынтылыуы ята бит. Тәбиғәттә бөтөн нәмә гармонияла, ул тигеҙлек ярата. Икенсе яҡтан, ғаиләлә ҡатын ир позицияһын алырға ынтыла икән, ире үҙе лә аңламайынса, янында үҙен көслө итеп тойорға мөмкинлек биргән ҡатын-ҡыҙҙы эҙләй башлаясаҡ. "Ир - ат, ҡатын - арба", ти халыҡ мәҡәле, һин уның артынан бараһың, ә ир һинең артыңдан түгел. Әлбиттә, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡатындар яҡшыраҡ та, тиҙерәк тә хәл итә ала, әммә бының менән генә һин ғаиләлә баш булып китә алмайһың. Ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ аҡыллы булырға тейеш, шул саҡта үҙеңдә булмаған сифаттарҙы үҫтереп, тормошон яйға һалып ала ул. Әсә булараҡ, тойомлау һәләте лә көслө беҙҙә. Элегерәк үҙемдән өлкән ҡатындарҙы әхирәт итергә тырышһам, бөгөн күберәк йәштәр менән аралашам. Тимәк, шул аралашыуҙар аша үҙемә етешмәгән нәмәләрҙе алғанмындыр, тием.
Т. Ғарипова: Ғөмүмән, донъяла бөтөн асыштарҙы ла ирҙәр яһай, был аҡылдың, баштың эшләүенең билгеһе. Ә ҡатын-ҡыҙҙарға көслө психик энергия һалынған, ул уны дөрөҫ файҙаланһа, ғаиләһе, ире ҙур уңыштарға өлгәшә. Беҙ ир-егеттәр менән бер төрлө түгелбеҙ, беҙ үҙ юҫығыбыҙҙа көслөбөҙ, улар - үҙ юҫығында. Ирҙәр ҡыҫҡа ауырлыҡтарҙы еңелерәк кисерә, улар күкрәктәре менән амбразура ҡаплай, улар яуға күтәрелә, башҡа батырлыҡтарҙы ла башлыса улар эшләй. Оҙайлы ауырлыҡтарҙы ҡатын-ҡыҙ еңеп сыға, йыраҡ булмаған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы иҫкә алығыҙ, уны ла ҡатын-ҡыҙҙар еңеп сыҡты. Колхоз-совхоздар бөттө, халыҡта аҡса юҡ, ир-егеттәр күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Ҡатын-ҡыҙ арҡаһына биштәр аҫһа аҫты, әммә ғаиләһен ҡараны, балаларын үҫтерҙе һәм был көрсөктән алып сыҡты. Һуғышта ла тыл ныҡлы булғанға еңгәнбеҙҙер, тип уйлайым. Оҙайлы ауырлыҡтарҙы барыбер ҡатын-ҡыҙ ғына күтәрә ала.

Беҙ бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы, уның йәше тураһында күп һөйләштек. Шул уҡ мәҡәлдәрҙә ҡатын-ҡыҙ ғүмеренең, хатта ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда, ике тапҡырға ҡыҫҡараҡ булыуы бәйән ителә. Халыҡ гәүһәрҙәрен тура мәғәнәлә аңларға маташыу дөрөҫ түгел, уларҙың нигеҙендә тәрән фәлсәфә ята. "Ҡатын ғүмере - ҡырҡ йыл" тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

Т. Ғарипова: Ҡатын-ҡыҙҙың төрлө миҙгеле бар, улар күңелгә бәйле. Үҫмер сағы етеп, умырзая ҡар аҫтынан сығып, ҡапыл сәскә атҡан кеүек, беренсе тапҡыр ғашиҡ булған осоро бар. Баҫалҡылыҡ килеп, уҡырға, белем алырға тырышыу осоро ла була. Кейәүгә сыҡҡас, тағы бер сәскә атыу осоро башлана. Был бик яуаплы осор, ул, ғәҙәттә, балалар баҡсаһы, мәктәп, эш, өй тирәләй әйләнеп, башкөлләй донъя көтөүгә сумған мәл. Балалар үҫеп етеп, үҙҙәре үҙҙәрен ҡарарлыҡ мәлгә еткәс, ҡатын-ҡыҙҙа тағы сәскә атыу осоро башлана. Ул сама менән 40-45 йәшкә тура килә. Ниһайәт, үҙен донъяға гүзәл зат булып яралғанын, ҡатын-ҡыҙға хас бәхетте кисерергә тейешлеген аңлай, уның асылы асыла. Ҡатын-ҡыҙҙың хуш еҫ бөрккән сағы, тиҙәр ине был осор тураһында боронғолар. Ҡыҫҡа булһа ла, был осорҙа тулы ҡанлы ҡатын-ҡыҙ тормошо менән йәшәп алаһың. Муйыл да сәскә атҡас, тәүлектең бер мәлендә генә айырыуса ныҡ хуш еҫ бөркә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың да тәбиғи матурлығы асылып, нур бөрккән сағы була.
Г. Саламатова: Ҡырҡ йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙ тәжрибә туплай, йыйыр хаталарын йыйып бөтә, уңыштың нимә икәнен татып ҡарай. Үҙем ошо мәлгә аяҡ баҫып килгәнгә күрә, уның ябай осор түгел икәнен төшөнәм. Ә ҡырҡты уҙғандан һуң, ошо тәжрибәңде ҡулланып йәшәй башлайһың. Яңыраҡ берәү: "Эй, ғүмер уҙҙы, илле бишкә еттем, хәҙер киләсәк тураһында хыялланыу ҙа дөрөҫ булмаҫ инде", - ти. Мин үҙемдең бөтөн йәштә булған сағымды ла яратам. Минең яңынан ун һигеҙгә, егерме бишкә, хатта утыҙға ҡайтҡым килмәй, минең бөгөнгө ҡырҡҡа етеп барған осором оҡшай. Ҡырҡ йәшемдәге күңел һәм физик торошомдо ла дөрөҫ самалайым. Илле йәшемде лә үҙ итеп ҡабул итәсәкмен.
С. Буранбаева: Ҡатын-ҡыҙҙың был донъялағы төп бурысы - әсә булыуҙа. Ҡырҡҡа тиклем ул ана шул бурысын үтәйҙер. Ҡырҡҡа тиклем балалар өсөн генә йәшәһә, ҡырҡтан һуң башҡа төрлө уйҙар, маҡсаттар барлыҡҡа килә. Илле йәшлек матур ҡатын-ҡыҙ булмай, тигән ти бер ир-егет. Минеңсә, иллелә лә, алтмыш-етмештә лә күркәм булып ҡалырға була һәм кәрәк тә; был гүзәл заттың үҙенең ҡулынан килә. Йәшемде йәшермәйем дә, ҡысҡырып та йөрөмәйем. Бөгөнгө үҙемде, күңел торошомдо шул тиклем яратам, хатта үҙ-үҙем менән камиллыҡта йәшәйем, тип әйтер инем. Сөнки был тормоштан нимә теләгәнемде, кешеләр менән нисек һөйләшергә, сәхнәлә нисек уйнарға икәнен беләм. Ошо аҡылым менән йәшәһәм, илле бишемде лә, алтмышымды ла яратасаҡмын. Матурлыҡ йәшлектә генә түгел ул, һәр йәштең үҙ матурлығы бар.

Шулай итеп...
Хоҙай ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтергәндә уға донъяға аһәңлек, һөйөү һәм матурлыҡ алып килеү бурысын йөкмәткән, тиҙәр. Нескә генә ҡатын-ҡыҙҙа матурлыҡтан тыш, көслө затты хайран итерлек көс тә, ҡеүәт тә, аҡыл да бар. Донъяның тотҡаһы ул ҡатын-ҡыҙ, шуға күрә ырыҫыбыҙҙы, ҡәҙеребеҙҙе белеп йәшәйек. Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле гүзәл заттар, яратып, яратылып ғүмер итегеҙ!

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 2745

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru