«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨҘЙӘШӘРҘӘР КҮБӘЙӘ...
+  - 

Светлана ҒӘЛИЕВА Өфө ҡала округы хакимиәтенең социаль-гуманитар идаралыҡ начальнигы Светлана ҒӘЛИЕВА журналистар менән матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Үҙ тармағындағы эштәрҙе барлауҙан тыш, хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыуҙа яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәрҙе гәзит уҡыусы иғтибарына тәҡдим итмәксебеҙ.

Ғүмер оҙайлығын хәстәрләп...

Бынан алдағы йылдарҙа беҙ башлыса оло йәштәгеләрҙе социаль яҡлау мәсьәләләре тураһында һүҙ алып барған булһаҡ, бөгөн ул хаҡта һүҙ алып барыуҙың әллә ни кәрәге лә юҡ. Бөгөн һүҙ оло йәштәгеләрҙең социаль әүҙемлеге тураһында буласаҡ. Әлбиттә, хәҙер оло йәштәге кешеләр нисбәте арта бара. Өфөлә 1 млн 121 мең кеше йәшәй, уларҙың 295,6 меңе (26, 4 процент) - өлкән йәштәге граждандар. Һәр 4-се Өфө кешеһе - пенсионер. Был күренеш ҡаланың иҡтисади, рухи йәшәйешенә туранан-тура йоғонто яһай, әлбиттә. Ҡала - барлыҡ йәштәгеләр өсөн уңайлы булырға тейеш, тигән принциптан сығып эш итәбеҙ. Әле беҙ йәше тулыу сәбәпле пенсияға киткән граждандар (55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәште аша атлаған ир-аттар) тураһында һүҙ алып барабыҙ. Әүҙем оҙон ғүмерлелек төшөнсәһе бар. Шуға булышлыҡ итеүсе 4 йүнәлеште билдәләй алабыҙ. Тәү сиратта, әлеге категория граждандары йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға тейеш. Икенсенән, теләге һәм һаулығы булғандарҙы эшһеҙ ҡалдырып ҡуйырға ярамай. Өсөнсөнән, оло йәштәге әүҙем кешеләр үҙҙәренең белемен камиллаштырыу мөмкинлегенә лә эйә булырға тейеш. Беҙҙең оло йәштәге кешеләр араһында ла белемен камиллаштырырға, үҙе белгәнде кемгәлер өйрәтергә, кемгәлер ярҙам итеү өсөн үҙ тәжрибәһен файҙаланырға теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Һәм, ниһайәт, дүртенсеһе - һәр өлкән йәштәге граждандың үҙ һаулығын нығытыу өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә булыуы.

Ярҙам итеүсе саралар

2011 йылдан бирле беҙҙең Өфө ҡалаһы "Был ҡалала ҡартлыҡ та - шатлыҡ" исемле программала ҡатнаша. Был программа бихисап сараларҙы үҙ эсенә алған. Мәҫәлән, велосипедта йөрөүселәр марафонын ғына алайыҡ. Яңыраҡ Өфөлә үткән велоспорт буйынса 2-се халыҡ-ара марафонда 75 йәшлек ағай 25 километр араны "ыһ" та итмәй үтте. Ә унан бер аҙға ғына өлкәнерәк яҡташыбыҙ, 80 йәшлек олатай, беҙ ойошторған күнекмәләр секцияһында "йүгереү һуҡмағы" ҡорамалына баҫып, иҫ киткес сыҙамлыҡ, физик әүҙемлек өлгөһө күрһәтте.
Өфөлә ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса ойошҡан 100-ҙән ашыу клуб эшләп килә. Уларҙа ниндәй генә һөнәр алмай пенсия йәшендәгеләр: сит телдәрҙе, компьютер технологияларын өйрәнә, тегеү-сигеү, бәйләү, аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡтарын камиллаштыра. Һуңғыһы буйынса йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмаған апайҙарҙы беләбеҙ. Күптән түгел ниндәйҙер бер һүҙҙең дөрөҫ баҫым менән уҡылышына шик тыуғайны, беҙҙең оло йәштәге бер апайыбыҙ, әлеге программалар буйынса шөғөлләнеүсебеҙ, "компьютер белә ул", тип, эҙләү системаһынан ҡарап, әлеге һүҙҙең орфоэпияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе шартлатып әйтте лә бирҙе. Һоҡланырлыҡ бит!

Ололар сер бирмәй

Ғилемдәрен арттырыу юлында ололар. "Өсөнсө йәштәгеләр", йәғни, өлкәндәр өсөн бер нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килгән "Халыҡ университеттары" тураһында ла әйтеп китеү яҙыҡ булмаҫ. Уларҙа тәүҙәрәк шул уҡ оло белгестәр белем бирһә, тәжрибә уртаҡлашһа, хәҙер иһә, үҙ эшенең асылына яҡшы төшөнгән оҫталар ҙа уҡыта ололарҙы. Шул уҡ ваҡытта алтын ҡуллы апай-ағайҙарыбыҙ ҙа тәжрибә уртаҡлашыуҙан, оҫталыҡ дәрестәренән ситләшмәй.
Беҙҙең идара тарафынан "Бер сәғәтлек өләсәй" тип исемләнгән программа ла эшләнә башланы. Беҙҙең күҙаллауҙар буйынса, был программа халыҡта яҡлау, аҡлау һәм терәк табыр, тип ышанабыҙ. Ул нимәнән ғибәрәт? Маҡсаты тормошсан һәм ябай: кемдәр өләсәй хәстәренән мәхрүм, кемдәрҙең өләсәйҙәре юҡ, шулар ғаиләләренә беҙҙең "өләсәй"ҙәрҙе саҡыра ала. Улар, үҙ сиратында, бала ҡараша, башҡа ярҙам күрһәтә ала.
Ололарҙың иҡтисади, юридик белемен камиллаштырыу эшенә лә яуаплы ҡарайбыҙ, был тәңгәлдә яуланған уңыштарыбыҙ ҙа бар. Әйтәйек, беҙҙең курстарҙа шөғөлләнеүсе оло йәштәге ағай-апайҙар йыш ҡына юридик яҡтан белемдәре, тәжрибәләре булмаған ҡорҙаштарын, таныштарын, күршеләрен судтарҙа яҡлашып йөрөй. Был белемде пенсия йәшендәге граждандар һәр кесаҙна һайын үткәрелгән "Ҡулланыусылар клубы" ултырыштарында үҙләштерә. Бынан тыш, беҙҙең идаралыҡ ҡатнашлығы менән йыл һайын таланттар конкурстары уҙғарыла. Социаль туризмды киң йәйелдереү буйынса ла тотороҡло, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Беҙҙең пенсионерҙар төрлө ял йорттарында, шифаханаларҙа ял итә, теплоходта йөҙә, Өфөләге театр-музейҙарҙаға бушлай барып ҡайта.

Зарураттан...

Алкоголле шыйыҡсалар эсеп, иҫереп, урамда ҡалған граждандарҙы һыуыҡ алдырыуҙан, аяҡ-ҡулдарын туңдырыуҙан аралау маҡсатында махсус үҙәктәр төҙөлдө. Улар йылына 17 мең кешегә ярҙам итә. Үҙәктәрҙе тотоу өсөн 11 миллион һум аҡса һалына. Был сумманың яртыһын Өфө ҡала округы ҡаплаһа, яртыһын ҡала Советы депутаттары, башҡа меценаттар ҡаплаша. Әлбиттә, был эш ҡала хакимиәтенең дә, депутаттарҙың да бурысы түгел - зарураттан, башҡа сара ҡалмағанлыҡтан алып барылған эш. Медицина айнытҡыстары бөтөрөлгәс, был категория менән шөғөлләнеүҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла, бүтәндәр ҙә үҙ ҡанаты аҫтына алмағанлыҡтан, Өфө ҡала округы хакимиәте был тәүәккәл аҙымға барырға булды. Әлбиттә, үҙәк хеҙмәткәрҙәре, төрлө ойошма-предприятеларға барып, хеҙмәткәрҙәргә спиртлы шыйыҡсаларҙы ҡулланыуҙың кеше һаулығына ни тиклем зыянлы булыуы тураһында лекциялар ҙа һөйләй. Был эш тә үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмайҙыр, тип ышанырға ҡала. Беҙҙең ошо үҙәктәрҙең өлгөһөн Рәсәйҙең башҡа ҡалалары ла үҙләштерә башланы.
Өфө ҡалаһы һуңғы йылдарҙа өлкән йәштәгеләр ҡалаһына әйләнә бара. Мәҫәлән, 5 йыл элек 100 йәште үткән граждандарҙың һаны 30-лап ине, бөгөн 60 "йөҙйәшәр"ебеҙ бар. Был нимә тураһында һөйләй? Тәү сиратта социаль-иҡтисади тотороҡлоҡ тураһында. Йәшәү шарттарының уңайлылығы хаҡында. Бөтә донъя Оло йәштәгеләр көнөндә ошо категория граждандарға РФ Президентының, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының ҡотлау хаттарын үҙебеҙ алып барабыҙ. Йөҙйәшәр олатай-өләсәйҙәрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүе менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Уларҙың барыһы ла шундай бөхтә итеп йыйыштырылған, тәрбиәле шарттарҙа йәшәй. Барыһы ла шат йылмайып тора, йәшәүҙең мәғәнәһен әүҙемлектә һәм киләсәккә өмөт менән ҡарауҙа күреүҙәрен әйтә. Күңел көрлөгө, хәрәкәттә - бәрәкәт төшөнсәһенең ғәмәлдә ҡулланылыуы, йәшәү шарттарының әҙәмсә булыуы ололарыбыҙҙың да ғүмерен оҙайта икәнлеге тураһында һығымта яһарға булалыр...

Шулай итеп...
Интернетта Пушкиндың: "В комнату вошел старик лет 30", - тигән һүҙҙәренә һылтанмаларҙы йыш осратырға була. Эйе, ул ваҡытта ғүмер оҙайлығы шулай ғына булғандыр. Йәшәү рәүеше сифатлыраҡ була барған һайын, кешенең ғүмер оҙайлығы ла сикһеҙлектең "+" билдәһе яғына ауыша бара бит. Ҡала округы хакимиәтендә Өфөлә йөҙйәшәрҙәр артыуы бары тик яҡшы уйланған һәм тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәт һөҙөмтәһе булыуын белдерәләр икән, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалып, ҡыуана ғына алабыҙ. Хәйер, ул ғына ла түгел, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығын, күңел торошон ҡайғыртып, көләс, теремек йөҙйәшәрҙәр һанының тағы ла артыуына булышлыҡ итә алабыҙ. Имен-аман булһын ҡарттарыбыҙ!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.16 | Ҡаралған: 1114

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru