«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЙБӘТ АТАЙ-ӘСӘЙҘЕҢ ЙЫЛЫ ҠОСАҒЫНДА ҮҪТЕК
+  - 

Беҙгә, алты балаға, иҫ киткес һәйбәт атай-әсәйҙән тыуып, уларҙың йылы ҡараштарын тойоп, ҡанат аҫтында ғына үҫеү бәхете тейҙе. Үҙемде белә-белгәндән атайым - Рәсүл Кәримов колхозда яуаплы вазифалар биләне: бригадир ҙа, ферма мөдире лә булды, күп йылдар мәктәптә эшләне. Эшләне лә, эшләтә лә белде ул.

Өйҙә һәр кемебеҙҙең тәғәйен бурысы була торғайны. Эште ҡушыу ғына түгел, өйрәтеү ҙә, эшләтә белеү ҙә, һәр башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау ҙа күҙ уңында тотолдо. Бишенсе синыфта уҡығанда ҡул салғыһы менән бесән сабырға өйрәнгәнем хәтеремдә. Элек бесәнлек ере өсөн талаш булды. Салғыға салғы килгән, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелә ине. Хатта бесән сабырға рөхсәт тә, әллә ни эшләп, кис етһә, сәғәт 9-10 тирәһендә бирелде. Атайым, төнгө сәғәт 11 булһынмы, 12 тулып килһенме, мине эйәртә лә, ат егеп, тауға саба. Һуңынан: "Атай, ни эшләп, бесән сабырға көн бирелһә, гел мине эйәртә торғайның, минән башҡа бит ике ағайым, апайым, һеңлем менән ҡустым да бар ине лә баһа?" - тигән һорау бирҙем. "Балам, һин эргәмдә булһаң, эшем ырай, ергә лә берәү ҙә беҙҙән алда барып төшмәй", - тип яуап биргән булды атайғынам. Шулайҙырмы, юҡтырмы, әммә: "Өйҙә атайым өсөн иң кәрәкле, иң файҙалы бала мин икән дә!" - тип ҡупырайған саҡтар хәтерҙә. Төн уртаһында, ергә билдә һалыу өсөн барған саҡтарҙа, атайым ситкәрәк китһә, ҡарурманда ҡурҡа ла торғайным. Киләсәктә ныҡлы характер туплауҙа, бәлки, ошо үҙе ярҙам иткәндер ҙә әле, тип уйлайым хәҙер.
Беҙ үҫкәндә радио, телевизор тигән нәмә бик үк булманы. Иртәнге сәғәт алтынан киске hигеҙгә тиклем эшләгән атайымдың беҙҙе, балаларын, эргәhенә йыйып, гәзит-журналдар буйынса әңгәмәләр үткәреүенә, шиғырҙар hөйләтеүенә, бик булмаhа, ҡабатлау таблицаhын ятлатыу өсөн ваҡыт бүлә алыуына аптырайым. Нисек арыманы икән дә, йоҡоhо нисек туйҙы икән? Беҙ бит үҙебеҙ балаларҙан тиҙерәк арыныу өсөн: "Ярай, ярай, балам, шулай инде. Ана, телевизорҙа hәйбәт тапшырыу бара", - тибеҙ. Шуға күрәлер ҙә, бәлки, күптәребеҙҙең балаhы бөтә нәмәгә битараф, үҙ-үҙен яратыусы урам балаhы булып үҫәлер. Көнө буйы телевизор ҡарап, компьютерҙа уйнап ултырған быуын вәкилдәрен дә беҙҙең заман кешеләре тыуҙырҙы түгелме? Бөгөн әхлаҡ ҡағиҙәләре юғалды, әҙәмдән әҙәп ҡасты, тибеҙ, ә тәрбиәнең тамыры күбеhенсә ғаиләгә барып тоташҡанын, нисектер, күрмәмешкә hалышабыҙ. Өлкән быуындың тәжрибәhенә нығыраҡ таянғанда, киләсәк тә яҡтыраҡ буласағына күп осраҡта күҙ йомоп ҡарайбыҙ.
"Алты балам - алтын ашығым", тип йәшәгән атай-әсәйемдең түҙемлегенә, сабырлығына, тәртиплегенә hоҡланмау мөмкин түгел. Ниндәй генә тәрбиәле күренhәк тә (hәр хәлдә, күршеләр шулай ти ине), атай-әсәй өйҙә юҡта йыш ҡына эш тә боҙа торғайныҡ. Атайым менән әсәйемдең ҡайтыуына ҡаҙ hуйып ҡуйған саҡтар ҙа, hуғыш уйыны уйнап, ағас башынан ботағы-ние менән ҡолап төшөп яра алыу, аяҡ-ҡулдарҙы ап-аҡ булып туңдырғансы тышта уйнауҙар ҙа, оҙағыраҡ уйнаһындар өсөн әсәйемдең бәләкәстәргә тип әҙерләп киткән бутҡаhы менән дуҫтарҙы hыйлап, икенселәрен ас ҡалдырған ваҡыттар ҙа, әсәй ултыртҡан көнбағышты "айыу-бүре" уйынын уйнау өсөн урам тултырып hибеп сыҡҡан, ҡыярҙарҙы граната итеп ташлап бөткән мәлдәр ҙә, йыйылышып, 10-12 йәшлек балаларҙың рөхсәтhеҙ-ниhеҙ күрше ауылдарға концерт ҡуйырға сығып киткән осраҡтары ла булды. Әлбиттә, беҙҙең был шуҡлыҡтар атай-әсәйҙең маңлайына hырҙар, сәстәренә ҡарҙар булып ятҡандыр. Атайым эштән hуңлабыраҡ ҡайтhа (ул көндө әкиәт hөйләнелмәй), тәғәйен урында түгел, икенсе берәүҙең урынына ятып йоҡлағанға hалышабыҙ. Бер ниндәй hуҡраныуhыҙ: "Инәhе, урын hала hал, ҡыҙым ҡайhылай ҡаты йоҡлап киткән (күҙҙәрҙең леп-леп килгәнен, йәнәhе, күрмәй), үҙ урынына күсерәйек", - тигән булып, hәр ҡайhыбыҙҙы үҙ урынына һала. Шул хәл көн дә тиерлек ҡабатлана.
Бала саҡ хәтирәләренә бирелгәндә, минән өс йәш ярымға ғына өлкәнерәк апайымдың елкәһенә атланып, уныһының ҡырҡҡа бөкләнеп, ергә тиклем эйелеп, мине йөкмәп йөрөгәнен дә хә-терләйем. Атлай ала инем бит. Ни өсөн күтәртеп йөрөнөм икән дә, ни өсөн апайым мине ергә ултыртып ҡына китмәне икән? Әхирәттәре менән иркенләп уйнарға ла мөмкинлек бирмәй торғайныҡ. Арып, ялҡып киткән саҡтары күп булғандыр инде, ҡайһы ваҡыт ситкәрәк ҡасып китергә лә маташа ине. Ә беҙ, мин, үксәһенә баҫып килгән Радис ағайым, Фәнис һәм Фәрбизә иркәләрем, тотам ҡалмай, уның артынан эйәрәбеҙ. Йүгереп ҡасып китергә уйлаһа, барыр еренә үҙенән алдараҡ барып етеп, көтөп торабыҙ.
Атай-әсәй көнө буйы эштә, йорттағы бар эш апайым елкәһендә. Мөҙәрис ағайым да бар-барлығын, тик ул күрше ауылда уҡый, ял көндәре генә ҡайта. Элек хәҙерге шикелле кер йыуыу машинаһы юҡ ине. Бөтә нәмә ҡул көсө менән эшләнә. Ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙың береһендә тышта иҫ киткәнсе уйнап, бармаҡ остарын туңдырып өйгә килеп инеүемә апайым, өлкән кешеләргә оҡшатып, ҡаҙан аҫтына ут яғып, шунда һыу йылытып, кер йыуып маташа ине. Өйгә килеп инеүгә, йылығалыр инде, бармаҡ остары сәңкеп һыҙлай башланы. Иламһырап: "Апай, ҡулым өшөнө, йылыт әле", - тигән булдым. Ә ул, эштән ҡасып йөрөй был, тип, әллә юрамал, әллә аңғармай: "Ана, ҡаҙандағы һыуға тыҡ, бармағыңдың өшөгәне бөтөр", - тине. Мин уны-быны уйламай, тот та туңған бармаҡты ҡайнар һыуға тыҡ. Күҙҙән ут сәсрәне. Ҡысҡырып илап ебәрҙем. "Туңғансы йөрөмәҫкә кәрәк ине", тип торған апайым эргәмә йүгереп килеп етмәһенме. Бештеме лә бештеме, тип йыуатырға, әрнегән ҡулыма ҡаҙ майы һөртөргә тотондо. Был ваҡиға өсөн апайыма оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөгәнем хәтеремдә. Үҙенә етәһе һеңлеһе булғанға күрәлер инде, апайым мине йорт эштәренә шулай яйлап өйрәтә башланы.
Хәҙер инде күптән үҙем өләсәй булһам да, ошо мәлдәрҙе, ошо эскерhеҙ бала сағымды, бала саҡтың бәхетле кистәрен, аяҙ иртәләрен һаман да hағынам.

Рузидә ҮТӘШЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.16 | Ҡаралған: 1135

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru