«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭСМӘЙЕМ, ТИГӘНДЕ ЛӘ ЭСЕРГЕЛӘРЕ КИЛӘ ШУЛ
+  - 

Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы, мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов үткән быуатта уҡ эскелектең кешелекте афәткә алып киләсәге тураһында әсенеп яҙа. Бөгөнгө табип-наркологтар һымаҡ уҡ, ул да эскелекте өс дәрәжәгә бүлә: "Беренсеһе - ғәҙәтләнеү һәм өйрәнеү. Был дәрәжәлә булған кешеләр үҙҙәренең бөгөнгә ҡәҙәр дауам итеп килгән хәлдәренә үә ғәҙәттәренә хилаф бер эш булды ниһә, эсәләр. Берәүгә асыуҙары килһә лә эсәләр үә күп ваҡытта ҡыҙмаса йөрөйҙәр. Ҡыйын булһа ла эсәләр, шатлыҡ булһа ла эсәләр, туй мәжлесен хөрмәтләп тә, дуҫ хаҡын һаҡлап та эсәләр. Ошо эсеүҙәре сәбәбенән быларҙың нервылары көндән-көн зәғифләнә. Сабыр итеү үә түҙеү, ғөмүмән, гүзәл холоҡтар былар ҡулынан ысҡына. Шуға күрә, кес кенә эштәр өсөн дә сиктән сығып борсолалар, асыуҙары килә. Үҙҙәренең яҡындарын үә тирә-яғындағыларҙы яфалайҙар.Икенсе дәрәжә. Быныһы ҡомһоҙланып эсеү. Был дәрәжәлә булғандар байтаҡ ваҡыт эсмәй йөрөйҙәр ҙә бер ваҡытта бер сәбәп менән эсәләр үә шунда уҡ ҡомһоҙланып китәләр. Был хәлдәре хатта бәғзе ваҡыттарҙа берәр айға һуҙыла. Үҙҙәрендә ихтыяр ҡалмай. Оят үә намыҫтары юғала. Бөтә аҡсаларын, малдарын бөтөрәләр, хатта өҫтәрендәге кейемдәрен һатып эсәләр. Шулай булһа ла, был ике дәрәжә булғандарҙа дауалау үә сәләмәтләндереү мөмкин. Әммә мәшһүр табиптарға тапшырырға кәрәк... Өсөнсө дәрәжә. Былар - эсеүҙәре сәбәбенән аҡылдан яҙыусылар. Уларҙы йүләрҙәр йортона оҙатыуҙан башҡа сара юҡ. Беренсе дәрәжәләге "ғәҙәтләнеү" тигәнде халыҡтарҙың сәй эсеүҙәренә оҡшатыу ярамай. Үҙ ғүмерендә өс тапҡыр эсеү инде ул ғәҙәтләнеү була үә беренсе дәрәжәгә инә".

Бөгөн беҙҙәге халыҡтың яртыһынан күберәге ошо "ғәҙәтләнеү" кимәлендәге эскеселәрҙер, моғайын, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Рәсәйҙә эскелеккә ҡаршы көрәшкән дәрәжәлә башҡа бер нәмәгә лә ҡаршы көрәшмәйҙәр, әммә әлегә тиклем уны еңә алғандары юҡ. Шундай парадокс бына. Ә еңә алмауҙың сәбәбе - үҙебеҙҙең үк шул "дошманды" үҫтереү ул. "Юҡ итергә, тамырынан ҡороторға кәрәк!" тип ҡул болғап ҡысҡырабыҙ ҙа, икенсе ҡул менән һыу һибеп торабыҙ. Хатта беҙҙең закондарыбыҙ ҙа шулай. Бер закон алкоголле эсемлектәр әйләнешен ҡыҫа ла, икенсеһе икенсе уңайлыҡтарын булдыра. Бер урында тыялар ҙа, икенсе урындарҙа шул тауарҙы һатыусы сауҙа нөктәләрен асып ебәрәләр. Бөгөн уларҙың ниндәй генәләре юҡ, хатта ил буйынса махсус булдырылған эре селтәрҙәр бар.
Рәсәйҙә эскелеккә ҡаршы, эскелекте сикләгән, медицина лозунгыларынан тыш, бер генә закон да, административ яза ла юҡ (рулгә ултырыуҙан тыш). Хатта эскән килеш эш урынында булыу ҙа эштән ҡыуа торған сәбәп түгел икән. Статистика буйынса, төрмәләрҙә 80 процент кеше хәмер арҡаһында ултыра. Балалар йорттарында йәшәгәндәрҙең 95 процентының ата-әсәһе тере, ләкин эсәләр. 70 процент енәйәтселек, насар күренештәр ҙә хәмер арҡаһында килеп сыға. Уйлап ҡараһаң, илдә эскелектең ныҡлап ерегеүе лә артыҡ тарихлы түгел. 1950 йылда ил башлыҡтары спиртлы эсемлектәр һатыу иҫәбенә дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. СССР-ҙа бик күп һыра, шарап, араҡы етештереү заводтары төҙөлә, продукцияны һатыуға план билдәләнә. Һөҙөмтәлә 1965 йылда йән башына - 5, ә 1980 йылда 11 литр спирт тура килә (бөгөн балаларҙы ла ҡушып иҫәпләгәндә, һәр йән башына 18 литр!) Ил ҡаҙнаһы тулылана, демография хәле киҫкенләшә. Ә хәмер ҡолдары армияһы йылдан-йыл арта. Тимәк, Рәсәйҙә эскелектең тамыр йәйеүенә мең йыл да, бер быуат та түгел, ә ни бары 50-55 йыл (бында айырым милләттәр ҡаралмай). Йәғни, эскелек Рәсәй кешеләренең характер үҙенсәлеге түгел, тигән һығымта яһарға кәрәк.
"Рәсәй" тип һөйләйбеҙ, сөнки шулай әйтһәң, һүҙ тап беҙҙең хаҡта түгел, ә дөйөм ил хаҡында бара һымаҡ. Тик юҡҡа алданмайыҡ, Башҡортостан шул афәттең тап уртаһында ул. Үрҙә әйтелгән миҫалда беҙҙең дә "өлгө" бар. Ҡасан ғына әле республика буйынса "Айыҡ ауыл" бәйгеһе алып барыла ине. Һәм уның ысынлап ыңғай күрһәткестәре лә бар ине. Тик уны туҡтатып ҡуйҙылар, сөнки был сара "халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ уята", имеш. Ысынында, бындай конкурстар урындарҙа алкоголле эсемлектәрҙең әйләнешен кәметә. Шул ғына. Быларҙан сығып, ошондай фекер тыуа: илебеҙгә айыҡ халыҡ кәрәкмәй. Айыҡ кеше бит фекерләй башлай, унан фекерләй-фекерләй әллә ниндәй юғары уйҙарға килергә мөмкин! Быға тағы ла бер миҫал. Белеүебеҙсә, Ялсы ауыл биләмәһендә, ғөмүмән Күгәрсен районында, эскелеккә ҡаршы көрәш бик ҡәтғи алып барыла. "Балыҡ башынан..." тигән әйтемде ыңғай юҫыҡта ҡулланғанда, етәкселәр өлгө күрһәтә бында. Ялсы ауылы биләмәһе башлығы Ирек Юдаев был хаҡта шулай тип һөйләне:
- Биләмәбеҙҙә алкоголле эсемлек һатыуҙы закон нигеҙендә тыйырға ниәтләгәйнек. Бындай башланғысты урындағы халыҡ үҙе күтәреп сыҡты. Әгәр ҙә уларҙы республика парламенты депутаттары хуплаһа - был илдә айырым ауылдарҙың алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу хоҡуғын ғәмәлдә ҡулланыуҙың тәүге миҫалы буласаҡ ине. Урындағы магазин кәштәләрендә хәҙер иҫерткес эсемлектәр урынына кефир һәм төрлө һуттар ғына ултыра. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа алкоголле продукция һатыуҙан баш тартты. Сөнки эскән кеше менән артыҡ байып та булмай, эште лә яйға һалыуы еңел түгел. Ялсы ауыл биләмәһенә ҡараған башҡа 5 ауыл магазиндарында ла ошондай уҡ хәл, араҡы, һыра, коктейль юҡ. Халыҡ айыҡ тормошто үҙе һайланы. 80 проценты алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыу өсөн тауыш бирҙе. Район башлығы Фәрит Мусин - эскелеккә ҡаршы иң әүҙем көрәшселәрҙең береһе. Ул заманында райондаштарын автобусҡа тейәп, эскенән арындырыусы имселәргә лә йөрөттө. Әммә хәмерҙе тыйып ҡына кешене айнытып булмай, ти ул. Халыҡты мәҙәни, спорт саралары ярҙамында яңылыш юлдан арындырырға кәрәк. Ауылдарҙа төрлө быуын вәкилдәре өсөн түңәрәктәр ойошторола. Ололар бәйләм бәйләргә йыйылһа, йәштәр күберәк спорт менән мауыға. Һәр мәҙәниәт йортондағы алтаҡтала эскелеккә ҡаршы материалдар осратырға мөмкин. Хатта үткән быуаттан китап кәштәләрендә саңға батып ятҡан эскелеккә ҡаршы әҙәбиәтте лә теләп уҡыйҙар. Айырым биләмәләрҙә алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу тураһындағы законды Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Башҡортостанда ла ҡулланыуҙы яҡлап сыҡҡайны. Ялсы хакимиәте ауылдары был мөмкинлек менән файҙаланырға тәүгеләрҙән булып йөрьәт итте. Урындағы халыҡ был башланғысты төбәк парламенты ла хупларына ышана ине. Тик әлегә беҙҙең инициативаны хуплаусы юҡ. Тик беҙ был сикләүгә генә ҡарап, ҡул ҡаушырырға йыйынмайбыҙ, көрәшәсәкбеҙ әле..." Бына бит, берәүҙәр эсмәҫкә тырыша, ә уларға "рөхсәт итмәйҙәр". Балаларына араҡы шешәләрен күрһәтмәй үҫтерергә тырыша, йәштәрҙе был сиргә дусар итмәҫкә тырыша - кире ҡағалар...
Ошо урында, бәлки, урынһыҙ ҙа һымаҡ булыр, әммә рух тигән төшөнсәне иҫкә төшөргө килә. Беҙгә иң башта рухты һауыҡтырырға, уны бар бәләләргә ҡаршы тора алырлыҡ көслө итеп сыныҡтырырға кәрәк. Ултырһын ул шешә ялтырап, һин уға ҡарама, алма, эсмә! Уның харам икәнен аңына һеңдер һәм башҡаларҙы ла тый, өгөтлә, оялт. Беҙ был афәткә ҡаршы шулай итеп кенә көрәшә алабыҙ. Мәҫәлән, минең ошонан башҡа сарам юҡ. Ә ул сара һәр беребеҙҙә бар һәм һәр беребеҙ шул сараны ҡулланһа, беҙ - көс. Әйҙәгеҙ, шул көс менән Күгәрсен зыялылары кеүектәрҙе күтәрәйек, изге ниәттәрен яҡлайыҡ.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.16 | Ҡаралған: 1159

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru