«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪКӘРТЕҮ САРАҺЫ ОШО БУЛА ИНДЕ
+  - 

Элегерәк, мин йәш саҡта, бер йор һүҙле ағайҙың (хәҙер мәрхүм инде) хәлен һораша башлаһаң: "Эй, егеттәр, Мао Цзе Дун үлде, Косыгин, Брежнев та вафат булып ҡалды, хәҙер инде минең дә хәл насарайып килә…" - тип, уйынлы-ысынлы уфтанғаны хәтеремдә. Мин дә ана шул ағай һымағыраҡ итеп, үҙемдең хәлдәрем менән бүлешеп алайым тигәйнем (уфтанырға йыйынмайым, әлбиттә).

Бөтә илдә, хатта донъяла, тажзәхмәттән вакциналау бара. Ошо арала мин дә "Спутник-V" вакцинаһының икеһен дә яһатып алдым. Әлхәмдүлиллаһ, бер ауырлығы ла һиҙелмәне…
Әсәйем мәрхүмәнең: "Утыҙынсы йылдар башында кемдәр фиршел (фельдшер) сәсәге эшләткән, улар ауырыманы, ә башҡа бик күп кеше "ҡара сәсәк"тән үлеп йә һуҡырайып ҡалғыланы", - тигән һүҙҙәрен иҫләйем. Бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлау органдарының әлеге пандемияға ҡаршы вакциналауҙы киң пропагандалауы тигенгә түгел бит. Эйе, прививканың һәр төрлө ҡатмарланыу ихтималлығы бар, ошо хаҡта хәбәрҙар булғандар уның ана шул яғынан шөрләңкерәй, әлбиттә. Был - тәбиғи. Әммә, икенсе яҡтан уйлап ҡарағанда, прививка яһатмай, сирләп киткән хәлдә, был ауырыуҙың бик насар ахыры тураһында нығыраҡ борсолорға, хатта ҡурҡырға кәрәктер, минеңсә…
Хәрби табип булараҡ, көнөнә әллә нисә тапҡыр телевидение тапшырыуҙарында телгә алынған әлеге "вакцина", "антиматдә" тигән төшөнсәләргә ябай ғына аңлатма биреп, шуға оҡшаш булған миҫал ярҙамында уларҙы тәфсирләп китергә ниәтем. Әрмелә йыш ҡына хәрби учениелар булып тора. Унда, әйтәйек, ниндәйҙер дивизияға ҡаршы икенсе берәй частан "шартлы дошман"дар (хәрби телдә - "условный противник") әҙерләп, һөжүмгә ебәрәләр. Алдан төҙөлгән "легенда"ға ярашлы, был "дошман" ғәскәре, берәй аныҡ агрессорҙың хәрби тактикаларын ҡулланып, уның ҡоралланыуына ла оҡшатырға тырышып, әлеге дивизияға "һуғыш" башлай. Һалдат, офицерҙар, һуғыш хәленә яҡынлаштырылған шарттарҙа ана шул аныҡ "дошман"ды нисек тә булһа кире ҡағыу маҡсатын алға һөрөп, тейешенсә ҡоралланып, һәр төрлө маневрҙар яһап, үҙҙәренең көсөн уларға ҡаршы ҡуя. "Дошман"дың мәкер-хәйләләрен дә өйрәнеп, "һуғыш"тың ул-был нескәлектәрен, төрлө ауырлыҡтарын иңендә татып, бер талай сынығып та алалар. Күнекмәләр тамамланғас, учениелар барышын, унда ниндәй ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар булыуын, һәр төрлө көтөлмәгән ситуациялар килеп сығыуын, үҙҙәренең ебәргән хаталарын тикшереп, часть командованиеһы тейешенсә һығымта яһай, артабанғы хәрби әҙерлектә ана шуларҙың барыһын да күҙ уңында тоторға ҡарар итә. Ә ысын агрессор һөжүм итә ҡалһа, был дивизия инде уға ҡаршы торорлоҡ хәлдә була. Билдәле урыҫ полководецы Суворов "Тяжело в учении, легко - в бою" тип әйткән бит һәм хәрби күнекмәләргә ифрат ҙур әһәмиәт биргән…
Вакциналауҙың маҡсаты, хатта уның тәндә барған процесы ла ана шул хәрби учениелар һымаҡ уҡ. Кеше беләгенә һалынып, ҡанға таралған әлеге вакцина составындағы активһыҙлаштырылған өлөшсәләр - үҙҙәренең ҡиәфәте менән "коронавирус"ҡа ныҡ оҡшаған булалар. Әммә улар сир тыуҙырмай (нәҡ әлеге юғарыла әйтелгән, ысынлап атмай торған "условный противник" һымаҡ). "Организмды үҙҙәренә оҡшаш вирусҡа ҡаршы торорға өйрәтеүсе мәтдәләр", тип ябайлаштырып атаһаҡ та дөрөҫ булыр уларҙы. Сөнки кеше тәнендә уларға ҡаршы "антиматдә" тип аталған нәмә барлыҡҡа килә башлай. Тап ана шул антиматдәләр әлеге ысын вирустан һаҡлаусы "ҡорал" булып тора ла инде. Бына ошо "учениеларҙа" сыныҡҡан, өйрәнгән, тейешенсә "ҡоралланған" организм, тажзәхмәт килеп ингән осраҡта, уны көслө "оборона" менән ҡаршы ала…
Ә берәү вакциналанмаған килеш сирләп, унан Аллаһ Тәғәлә ихтыяры менән йүнәлеп китте икән, был кешенең тәнендә лә әлеге антиматдәләр барлыҡҡа килә. Тәбиғи юл менән. Бындай кеше лә күпмелер ваҡыт инфекцияға бирешмәй. Ул ғына ла түгел, хатта үҙенең ҡанын биреп, донорлыҡ ҡылһа, табиптар уның антиматдәләр менән һуғарылған ҡан плазмаһын сирле кешеләрҙе дауалау өсөн ҡуллана. Күптән түгел ана шундай плазманан "КОВИД-глобулин" тип аталған дарыу ҙа яһай башлағандар. Ифрат та һөҙөмтәле препарат, тиҙәр.
Бына шулай, һәр әҙәм балаһының организмы ғүмер буйы киҙеү йә иһә башҡа төр бихисап инфекциялар менән көрәшә. Кеше тәненең Аллаһ Тәғәлә биргән ошо һәләте иммунитет тип атала. Йәш кешеләрҙә ул һәүетемсә юғары кимәлдә булһа, олоғая килә, иммун системаһы ла әкренләп "ҡартая" бара (тажзәхмәттең оло кешеләрҙе "яратыуы" ана шуның менән аңлатыла ла инде). Кешенең тән температураһы күтәрелеүе лә әлеге иммунитеттың бер күренеше. Күп кенә вирус, бактериялар тәндең юғары температураһында үҙҙәрен "насар тоя". Температура күтәрелеүе организмдың әлеге "тышҡы агент"ҡа ҡаршылашыуын еңелләштерә. Шуға күрә, артыҡ ныҡ күтәрелмәһә, тән температураһын дарыуҙар ярҙамында төшөргөләү ҙә кәңәш ителмәй. Сирләй башлағаныңды һиҙгәс тә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Үҙ-үҙеңде дауалап маташыу насар нәтижәгә килтереүе мөмкин. Табип, ҡаныңдың күрһәткестәренә ярашлы, дөрөҫ кенә итеп дарыуҙар ҙа тәғәйенләй. Был мәсьәләлә хәҙер медицинаның тәжрибәһе етерлек, әлхәмдүлиллаһ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.04.21 | Ҡаралған: 557

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru