«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШ КҮРЕНЕҮСЕЛӘРҘЕҢ КҮБЕҺЕ СӘЛӘМӘТ ҺӘМ ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ КЕШЕЛӘР
+  - 


Һаулыҡ булмаһа, кеше бик күптән мәхрүм. Иҫәнлек булғанда ғына әүҙем тормош менән йәшәйбеҙ, теләгәнебеҙҙе ашайбыҙ, эсәбеҙ, аралашыуҙан, эшебеҙҙән ҡәнәғәтлек табабыҙ. Әммә кеше ни тиклем генә сәләмәт, йәш һәм матур булып ҡалырға тырышһа ла, йылдар барыбер үҙенекен итә - йәшлек артынан ҡартлыҡ килә. Ғүмеребеҙҙең ошо этабын лайыҡлы ҡаршы алыр, олоғайғас та күңел көрлөгөн һаҡлар өсөн нимә эшләргә? Мәләүез үҙәк район дауаханаһы врач-гериатры Гүзәл ЮЛДАШЕВА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Гүзәл Тимерхан ҡыҙы, нимә ул гериатрия? Иң тәүҙә шуға асыҡлыҡ индереп үтәйек әле.

- Гериатрия - ул медицинаның өлкән йәштәгеләр ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау менән шөғөлләнгән бер бүлеге. Ололарҙың һаулыҡ проблемаһын асыҡлап, уларҙың үҙ-үҙен ҡарау һәләтен һаҡлау, тормоштан йәм табып йәшәүенә өлгәшеү - эшмәкәрлегебеҙҙең төп маҡсаты. Шуны оноторға ярамай: сабыйға ни тиклем иғтибар, һөйөү һәм наҙ кәрәк булһа, өлкән кеше лә уға шул тиклем мохтаж. Хатта күберәк тә, тип әйтер инем мин.

Оло кеше тип, беҙ шартлыса үҙебеҙҙән олораҡ кешене әйтергә күнеккәнбеҙ. Ә медицина буйынса нисә йәштәгеләргә әйтәләр?

- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, 60-тан 74 йәшкә тиклемгеләр оло, 75-тән 90-ға тиклемгеләр ҡарт һәм 90 йәш һәм унан өлкәндәр оҙон ғүмерле, тип иҫәпләнә. Әлбиттә, әүҙем тормош менән йәшәү, үҙ-үҙеңде ҡарай алыу, хеҙмәтләндереү, йәғни мунса йәки ванна инеү, ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, кер йыуыу һәләте, иң беренсе, кешенең һаулыҡ торошона, үҙен нисек тойоуына бәйле. Ғәҙәттә, йәш олоғайыу менән ауырыуҙар ҙа арта. Өлкән йәштәгеләр айырыуса юғары йәки түбән ҡан баҫымына, быуындары һыҙлауына, шәкәр диабетына, күреү һәләте боҙолоуға, насар ишетеүгә, хәтере насарайыуға зарлана. Һөҙөмтәлә улар бер үк ваҡытта бик күп дарыу эсеүе мөмкин. Әммә улар дарыуҙарҙың бер-береһе менән тап килмәүе хаҡында уйлап та бирмәҫкә мөмкин. Был осраҡта препараттарҙың файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк булыуы ихтимал. Бына шуға юл ҡуймаҫ өсөн врач-гериатрҙар ололарға билдәле этапта дауалауҙың уңышлы планын билдәләй. Биштән ашыу төрлө дарыу ҡабул итеү һаулыҡ торошона кире тәьҫир итеүе тураһында оноторға ярамай, тип иҫкәртә.

Йыш ҡына гериатрҙарҙы бер үк ваҡытта психолог та, медицина һәм социаль хеҙмәткәр ҙә тип атайҙар. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?

- Эйе, врач-гериатрға бер юлы өлкән йәштәгеләрҙең көнкүреш шарттарын да, һаулыҡ торошон да, социаль проблемаларын да өйрәнергә, хәл итергә тура килә. Пациент йәшәгән шарттарҙы, кем менән аралашыуын, ниндәй уйҙар менән йәшәгәнлеген, нисек туҡланғанын, ниндәй дарыуҙар ҡулланғанын белмәйенсә, уға дөрөҫ дауалау тәғәйенләү мөмкин түгел. Тап ошо - ололар менән эшләүҙең иң мөһим йүнәлеше, тип уйлайым.

Гериатрҙарға йышыраҡ ниндәй проблема менән мөрәжәғәт итәләр?

- Һуңғы ваҡытта ололар араһында хәтер насарайыуына зарланыусылар күп. Элекке ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе яҡшы хәтерләһә лә, ваҡыты-ваҡыты менән бөгөнгө, кисәге хәлдәрҙе иҫләмәүе ихтимал. Шулай уҡ артериаль ҡан баҫымы юғары булғандар, шәкәр диабеты, быуын һәм умыртҡа һөйәге ауырыуҙары менән килеүселәр байтаҡ.

Кемдәргә гериатр кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙ һәм һеҙҙең пациенттарығыҙ күпме?

- Һаулығында ниндәй ҙә булһа үҙгәреш тойған 60 йәштән өлкәндәр гериатрға мөрәжәғәт итә ала. Беҙгә йышыраҡ 70-тән үткәндәр килә. Дөйөм алғанда, көнөнә ете ауырыу ҡабул итәбеҙ. Һәр пациентҡа тулы гериатрия баһаһы бирелә, йәғни үрҙә әйтеп китеүемсә, уның көнкүреш шарттары, күңел торошо, хәтере, ҡул мускулдарының көсө, көндәлек мәшәҡәттәрҙе үҙ аллы эшләй алыуы, ниндәй ауырыуҙары барлығы, дарыуҙар ҡабул итеүе тикшерелә. Шуларҙан сығып, уларға дарыуҙар йәки башҡа төр дауалау ысулдарын билдәләйбеҙ.

Һуңғы йылдарҙа ғүмер оҙайлығы артты, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулаймы? Ир-егеттәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙ оҙағыраҡ йәшәй тигән фекер ҙә нығынған. Был нимә менән бәйле?

- Статистиканан күренеүенсә, ғүмер оҙайлығының яйлап үҫеүе күҙәтелә. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә уртаса йәш 75 тип иҫәпләнә. Ир-егет ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда аҙыраҡ йәшәй, тигән ҡараш та дөрөҫ. Уларҙың ғүмер оҙайлығы 70,2 йәш, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡы яҡынса 80 йәш. Был айырмаға ирҙәрҙең ауыр эш шарттарында эшләүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Шулай уҡ ғүмер оҙайлығы нәҫелдән килеүе лә бар. Сәләмәт тормош алып бармау, үҙеңде һаҡламау, аҙ хәрәкәтсәнлек, зыянлы ғәҙәттәр ҙә кире йоғонто яһай. Ир-егеттәр араһында тәмәке тартыу, эскелек арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан вафат булыусылар күплеге лә билдәле факт.

Ҡартайыуҙы иҫкәртеп буламы? Был тәңгәлдә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Ҡартлыҡты лайыҡлы ҡаршы алыр, йәғни әүҙемлекте, сәләмәтлекте һаҡлар өсөн үҙеңде йәштән үк әҙерләргә кәрәк. Иртә һайын аҙ ғына булһа ла гимнастика эшләү ҙур әһәмиәткә эйә. Тәмәке тартыу кеүек зыянлы ғәҙәтегеҙ булһа, уны ни тиклем иртәрәк ташлаһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Мөмкинлек булғанда, һауа торошона ҡарамай, йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн китап уҡырға, шиғыр ятларға, ҡул бармаҡтарына гимнастика эшләргә тәҡдим итер инем. Шулай уҡ балсыҡтан, пластилиндан әүәләп эшләү, һүрәт төшөрөү файҙалы. Ғөмүмән, сигеү, бәйләү кеүек бөтә ҡул эштәренең дә мейе эшмәкәрлеген, тимәк, хәтерҙе һаҡлау өсөн әһәмиәте ҙур.
Дөрөҫ туҡланыу ҙа мөһим. Оло йәштәгеләргә тоҙҙо, майлы ризыҡтарҙы ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Күберәк емеш-еләк, йәшелсә, аҡһымға бай аҙыҡ ашау мөһим. Һәр кешенең организмында ныҡлыҡ запасы бар, әммә йәштән сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарамағанда уның тиҙ бөтөүе ихтимал.

Медицина белгестәре лә, психологтар ҙа әйтеүенсә, изге күңелле кешеләр һуңыраҡ ҡартая. Был йәһәттән һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй?

- Дөрөҫ, киң күңелле, изге уйлы кешеләр йәшерәк тә күренә, һаулыҡтары ла нығыраҡ. Ундайҙарҙың оҙағыраҡ йәшәүе сер түгел. Көнсөл, яуыз уйлы, һаран кешеләр ҡарт күренә, улар эргәләге кешеләренән дә, тормоштан да бер ҡасан да ҡәнәғәтлек кисерә белмәй, яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрә.
Бынан тыш, ололарға ихтирамлы мөнәсәбәт булған илдәрҙә оҙон ғүмерлеләрҙең күберәк булыуы ла билдәле. Шуға күрә, һүҙемде йомғаҡлап, эргәгеҙҙәге өлкән йәштәгеләрҙе, ҡартайған атай-әсәйегеҙҙе, туғандарығыҙҙы һөйөү һәм хөрмәт менән уратығыҙ, уларҙың ҡартлығын бәхетле итеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, тип әйткем килә.

Лена АБДРАХМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.04.21 | Ҡаралған: 422

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru