«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАР АЙЫҠ БУЛҺЫН!
+  - 


Ниһайәт, "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы ла тамамланды. Тап бынан 10 йыл элек сәләмәт тормош алып барған һәм айыҡлыҡты пропагандалаған егеттәр инициативаһы менән башланған конкурс бөгөн тотош Башҡортостанды ялмап алды, тиергә мөмкин, сөнки йылдан-йыл уның географияһы киңәйә бара. 2019 йылда унда 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашһа, "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы һөҙөмтәләренең һандарҙа сағылышын түбәндәгесә күрһәтергә мөмкин: 54 райондан 2 114 ауыл ҡатнаша, 50 мең активист, 1 мең волонтер эшмәкәрлек алып бара, 320 магазин алкоголь һатыуҙан баш тарта, 2 мең спорт сараһы уҙғарыла, 100-ләгән кеше нарколог иҫәбенән алына, тура бәйләнешкә 2 мең мөрәжәғәт килә, балалар өсөн йөҙләгән лекция һәм синыф сәғәте уҙғарыла, скандинавса атлап, тиҫтәләгән километр юл үтелә, меңләгән "Мәргән уҡсы" сәпкә тейҙерә.

Мәғлүм булыуынса, быйыл был сара Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо һәм приз күләме 40 миллион һум тәшкил итте. Финалға эре, ҙур, урта, бәләкәй ауылдар номинацияларында 12 ауыл сыҡты һәм еңеүсене билдәләү тауыш биреү һөҙөмтәһендә асыҡланды (үкенескә күрә, тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡҡа асыҡтан-асыҡ иғлан ителмәне). Бүләкләү сараһына финалға сыҡҡан ауылдар үҙҙәренең күргәҙмәләрен тәҡдим итте, стратегик сессияла ҡатнашты, айыҡлыҡ тураһында лекция тыңланы. Форсайт-сессияға йыйылыусылар идеаль айыҡ ауыл моделен күҙалланы, ҡоролтай рәйестәре, район хакимиәттәре вәкилдәре, ауыл активистары үҙҙәренең тәжрибәһенән сығып, киләһе йылғы конкурстарҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе.
"Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров конкурс фонды арттырылыуы ихтималлығын белдерҙе. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурс Положениеһы буйынса еңеүселәр призды 2022 йылда алырға тейеш булһа ла, уны үҙләштереү Хөкүмәттең быйыл тормошҡа ашырыласаҡ программаһына индерелеүен белдерҙе һәм БР Башлығына, республика Хөкүмәтенә, конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәтен еткерҙе.
Еңеүселәргә килгәндә инде, халҡы 1 мең кешенән күберәк булған эре ауылдар араһында 1-се урынды Учалы районынан Илсе ауылы яуланы, улар 5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Икенсе урында Өфө районының Шамонин ауылы (3 миллион һум), өсөнсө урында Тәтешле районының Шүлгән ауылы (2 миллион һум). Ҙур ауылдар араһында - 1-се урында Күгәрсен районының Исем ауылы, 2-се урында - Бөрө районының Бахтыбай ауылы, 3-сө урында - Әбйәлил районының Таштимер ауылы. Урта ауылдар араһында 1-се урында Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы, 2-се урында - Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы, өсөнсө урында Бөрйән районының Брәтәк ауылы. Бәләкәй ауылдар номинацияһында беренсе урында Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы, икенсе урында - Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы, өсөнсө урында - Благовар районының Ҡарғалы ауылы. Быйылғы конкурста төп еңеүселәрҙән тыш, бағыусылар иҫәбенән дәртләндереү приздары ла тапшырылды. Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Алексей Вовченко белдереүенсә, илдең бер генә төбәгендә лә бындай проект юҡ. "Беҙ бындай конкурсты күргәнебеҙ ҙә юҡ! Әгәр минән, демография һәм сәләмәт тормошто формалаштырыу сәйәсәте нисек тормошҡа ашырыла, тип һораһалар, мин "Башҡортостанға барығыҙ һәм нисек эшләргә икәнен ҡарағыҙ!" тип яуаплаясаҡмын", - тип белдерҙе.



ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Ғәзиз Манапов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы:
Халыҡ "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыу инициативаһын үҙе күтәрҙе. Конкурс башланғанға тиклем үк беҙҙең күпселек ауылдар үҙ биләмәләре эсендә спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡаршы сыҡты. Ғөмүмән, Рәсәй кимәлендә беренселәрҙән булып, тиһәм дә, яңылыш булмаҫ: ҡайһы бер ауылдарыбыҙ социаль объекттарҙан 1 километр алыҫлыҡта спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был урындағы норматив-хоҡуҡи акттар нигеҙендә ҡабул ителгән һәм ул тулыһынса юридик көскә эйә. Һөҙөмтәләр ҙә бар: ауылдағы йәштәребеҙ һыра эсмәй, сөнки ул һатылмай, күрше ауылдарҙа ла юҡ. Был ниндәйҙер кимәлдә демографияға ла, киләсәк быуындың һаулығына ла йоғонто яһай.

Гөлсирә Сәғитова, Ҡыйғы районы Иҫке Мәхәмәт ауылы китапханаһы мөдире: Айыҡ ауыл конкурсы - үҙенсәлекле проект. Ул беҙҙеке кеүек бәләкәй ауылдарға үҙен күрһәтергә, үҙ һүҙен әйтергә мөмкинлек биргән, дөрөҫ уйланылған проекттарҙың береһе. Был конкурс ауылдарҙың, халыҡтарҙың тотош хәрәкәтенә әүерелде. Халыҡтың йәшәйешен, булмышын күрһәтте, киләсәккә өмөт уятты, беҙҙе сәмләндерҙе. Беҙ кешеләргә айыҡ, сәләмәт тормошта йәшәп булыуын күрһәттек. Маҡсатыбыҙ - артабан да эште дауам иттереү, бөгөнгө заманса башҡорт ауылының өлгөһөн, уның моделен булдырыу. Ошо йүнәлештә эш әле яңы башлана ғына. Еңеү яулап алған аҡсабыҙҙы ауылда спортты үҫтереү өсөн тоторға уйлайбыҙ. Волейбол майҙансығыбыҙҙа туристарҙы йәлеп итеп, ауыл халҡына өҫтәмә эш урындары булдырырға тип пландар ҡорғанбыҙ.

Рәүилә СӘЙҒӘФӘРОВА, Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы, журналист: Айыҡ ауылдың идеаль моделе тап беҙҙең Түбәнге Яйыҡбай ауылы кеүек булырға тейеш. Ул боронғо башҡорт ауылы. Боронғолоҡто ауылдағы йәше 200 йылдан ашыу булған мәсет булыуы раҫлай. Ауылыбыҙ ус төбөндәге кеүек кенә, кемдең нимә эшләгәне, нисек тын алғаны, ниндәй фекерҙә икәне күренеп тора, халҡы берҙәм. Шуға йәшенеп кенә сәмәй ҡойоу йәки суррогат алкоголь һатыу мөмкин дә түгел. Конкурс барышында иң элек халыҡтың аңы үҙгәргәнен тойҙоҡ: беҙ иҫ киткес хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәйбеҙ, экологик яҡтан таҙа ризыҡтар менән туҡланабыҙ, эскән һыуыбыҙ ҙа шифалы. Шуға күрә, күңелебеҙ экологияһы ла таҙа булып, халҡыбыҙға сит булған күренештәр беҙҙе урап үтергә тейеш.

Данил ВӘКИЛОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары: Бөгөнгө көндә "Айыҡ ауыл"дың идеаль моделен шулай күрәм: ауылдарҙа балалар ҙа, төпләнеп ҡалған йәштәр ҙә күп булһын. Бының өсөн эш мәсьәләһен хәл итергә һәм заманса инфраструктуралар булдырырға кәрәк. Яҡут тураһында әйткәндә, ул был йәһәттән үрнәк булырҙай ауыл. 200 генә кеше йәшәһә лә барлыҡ социаль объекттар һәм тағы ла үҙенең Тоҙло күле бар, халыҡ хәҙер унда дауаланырға йөрөй. Шуға, ауылдың киләсәге өмөтлө. "Айыҡ ауыл" конкурсы маҡсаттарының береһе - алкоголь ҡулланыуҙы сикләү ине. Беҙҙә лә сауҙа менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар бар, улар менән һөйләшкәндән һуң, магазиндарында, кибеттәрендә алкоголь продукцияһын һатыуҙы туҡтаттылар.

Илүзә ҠАРАҒОЛОВА, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, мәғариф бүлеге методисы: Районыбыҙҙан финалға сыҡҡан Күсәрбай - саф башҡорт ауылы һәм улар үҙенең характеры менән айырылып тора: ҡунаҡсылдар, әммә ҡунаҡты алкоголле эсемлектәр менән һыйлауға тыйыу индерелгән, был талап сауҙа нөктәләренә лә, эшҡыуарҙарға ла ҡуйылған. Ауылда суррогат алкоголь һатыусылар булманы һәм булмаҫ тип ышанабыҙ. Күсәрбай бик үҙенсәлекле ауыл, Күсәрбай Аҡсулпанов, Аралбай Аҡсулпанов кеүек билдәле, тарихи арҙаҡлы шәхестәребеҙ бар. Аралбай Аҡсулпанов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Ауыл зыяратында арҙаҡлы шәхестәребеҙ ерләнгән һәм уға барған юлды төҙөкләндерергә маҡсат ҡуйғанбыҙ.

Роберт ДӘҮЛӘТШИН, "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәтен ойоштороусыларҙың, "Айыҡ ауыл" конкурсы инициаторҙарының береһе: Айыҡ ауылдың идеаль моделе тәү баштан уҡ түбәндәге шарттарҙы үҙ эсенә алды: әгәр унда магазиндарҙа йәки йорттарҙа ниндәй ҙә булһа алкоголле эсемлек һатыу тыйылһа; алкоголь ҡулланыу һөҙөмтәһендә ҡылынған енәйәт теркәлмәһә; эскелек һөҙөмтәһендә ата-әсәләр ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәһә һәм балалар тулы ғаиләлә тәрбиәләнһә; ауылда тәртип һаҡлауҙы контролдә тотҡан айыҡ тормош алып барған ирҙәр йәмәғәт ҡоро эшләһә; барлыҡ саралар (туйҙар, юбилейҙар һ.б.) абсолют айыҡ үткәрелһә; мәктәптәрҙә алкоголдең кеше организмына һәм йәмғиәткә йоғонтоһо тураһында мәғрифәтселек эше алып барылһа һәм айыҡ тормош рәүеше педагогтарҙың шәхсән өлгөһөндә популярлаштырылһа. Әгәр ошо шарттарҙың береһе үтәлмәһә лә, тимәк, ҡайҙалыр нимәлер эшләнеп етмәгән. Әлбиттә, был бер көн йәки бер йылда ғына тормошҡа ашырыла торған эштәр түгел, әммә йылдар дауамында ошо талаптар үтәлһә, ысын мәғәнәһендә идеаль айыҡ ауылдар тураһында һүҙ алып барырға мөмкин буласаҡ.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.04.21 | Ҡаралған: 342

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru