«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ИТЕНӘ – ҠУНАҠҠА
+  - 

Беҙҙең Мәләүез районында, айырыуса Нөгөш буйы ауылдарында борондан ҡалған бик матур бер йола бар: "Баш итенә ҡунаҡ йый" тип атала ул.

Элек көндәр оҙая, ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙыра башлаған мәлдә ҡыш буйы келәттә, соланда элеүле торған оло малдың башын, тояҡтарын бәләкәй санаға тейәп, йылға буйына алып барып, ут яғып өтөр булғандар. Был эште ололар үҙҙәре генә эшләмәгән. Кем генә сана һөйрәп йылға буйына төшмәһен, уларға әллә нисә бала эйәрер булған. Үҫмерҙәр утын, ҡыҙҙар һыу ташыша, бергәләп йылға буйында ололарҙың күҙ алдында туйғансы уйнап ҡайтҡандар. Һуңынан ғаилә хужаһы башты өлөшләп турай. Хужабикә уны мул итеп ҡаҙанға бешерергә һала.
Минең атай-әсәй баш ашына ҡунаҡты гел ике бүлә саҡырҙы. Өй тулаһы ҡунаҡ саҡырып, төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләшеп, ҡурай, гармун тауыштарын тыңлап, ҡушлап йырлашырҙар ине. Ошонда уҡ малды көткән кешене йә маҡтап, йә шелтәләп алыу ҙа булды. Итте кешеһенә ҡарап бүлделәр. Уҫалырағына телдең иң осон һоғондорорҙар ине. Һимеҙ иттең һөҙөгөнә туҡмас, йә һалма һалына, уны ҡоротлап ашайҙар. Хатта был аштың һөйәктәрен дә эт-ҡошҡа ташламанылар, мал ҡазаланыр, тигән ырым бар ине. Кемдер ул йылды һуғымға оло мал һуя алмай икән, һыйыр башын кәзә йәки һарыҡ итенә алыштырып алып саҡырыр ине ҡунағын.
Был йола Нөгөш буйында әле лә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа уны дөйөмләштереп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ауыл клубында ҙур итеп үткәрә. Клуб урамында ут яғып, ҡаҙан аҫып, ауыл кешеләрен ҡунаҡҡа саҡыралар. Был йоланы Боһорман ауылында эшләгән Флүрә менән Ғаяз Бикташевтар Ерек, Әбет, Эткөсөк, Восточный ауылдарында ла бер нисә тапҡыр уҙғарҙы. Халыҡ байрамға килеп, йыр, бейеү күреп, аралашып, ҡыуанып, теләктәр теләп, күркәм хис-тойғолар менән таралышты. Шул байрамда яңғыраған шиғыр юлдары ошолайыраҡ ине:

Бына беҙ ҙә яҙ етеүгә,
Боҙолмаҫ борон баштар,
Тиҙерәк ашайыҡ тиеп,
Әҙерләп тәмле аштар,
Туңып торған үгеҙ башын
Ялҡында өттөк башта,
Ҡырып йыуып, ваҡлап турап,
Әҙерләп ҡуйҙыҡ ашҡа.
Һимеҙ иттең ҡойҡаһы ла
Ҡалын була, мул була,
Баш ашын күмәкләп ашау-
Борондан ҡалған йола.
Хоҙай ризалығы менән
Башлар өсөн йоланы
Доғаларын уҡып китһен,
Саҡырайыҡ мулланы.

Хәҙер һүҙебеҙ рәйескә -
Ул әйтһен әле башта
Ниндәй ниәт менән килгән
Ошо йолауи ашҡа?

Итте бүлә башлайыҡмы?
Киләһе йыл да шулай
Малдар үҫтерергә яҙһын,
Афәт, ҡоролоҡ булмай.
Илдәр имен генә торһон,
Онотолмаһын йолалар,
Ризыҡ бәрәкәтле булһын,
Баҫылһын бар болалар.
Тояҡтарын да өткәйнек,
Уларын да бешерҙек,
Һөйәктәренән айырып,
Тоҙлоғона төшөрҙөк.
Унан да ауыҙ итегеҙ
Кемдең быуыны һыҙлай.
Аяҡ-ҡулдарығыҙ нығыр
Ҡабығыҙ, күпкә һуҙмай.

Һөйләниһә һүҙе үтһен -
Тел уртаһы хужаға.
Тормошобоҙҙо яҡшыртһын
Бар өмөтөбөҙ уға.
Боронғоса әйтәм әле:
Көн ҡалды бит әй байға,
Шуға майлы ғына ерен
Бирәм Ғүмәр ағайға.
Түлләп торһон малдарыбыҙ,
Гел майҙа булһын ирен.
Ветврачҡа һоғондорам
Иттең иң тәмле ерен.
Ауыл старостаһына
Ҡаптырайым эйәктән -
Йәштәрҙе өгөтләп торһон
Китмәһендәр төйәктән.
Көтөүсегә һимеҙ ҡойҡа,
Уға йәл түгел ит тә,
Ал тимәне, ял тимәне,
Малдарҙы ихлас көттө.

Тел осон дүрт-бишкә бүләм
Ҡәйнәләр, еңгәләргә,
Ни әйтеремде белдегеҙ,
Тәмләп ҡарағыҙ, әйҙә.
Ҡолағы ҡарауылсыға -
Барын ишетеп торһон.
Яҙыҡ юлдан йөрөгәнде
Тиҙ ара кире борһон.
Томшоғо һатыусыларға,
Юҡһа, бик йыш еҫ һиҙмәй,
Кибеттә, тиҙәр, бер ҡасан,
Бер ризыҡ та иҫкермәй.
Тамаҡ төбө йырсыларға -
Һынатмаһындар, әйҙә,
Беҙҙең күңелде күтәреп
Йырлаһындар һәр ерҙә.
Күҙҙәрен үҙемә һалам,
Күҙ ҡараһындай ирем,
Икәүләп ашап ҡуйырбыҙ
Иң затлы ғына ерен.
Мейеһе һеҙгә, балалар,
Аҡыл, зиһен өҫтәһен.
Ошо йола һеҙ үҫкәс тә
Онотолмаһын, бөтмәһен.
Йә, егет, ҡыйыуыраҡ бул,
Ҡыҙҙар ултыра ҡарап,
Эшләгәндәй ашамаһаң,
Булып ҡуйырһың харап.
Ҡыҙҙар ҡыҙарышып китте,
Ҡара ике битенә.
Ашаған малда өмөт бар,
Үрелегеҙ итенә.

Һутлы үлән менән тулһын
Быйыл йәй туғай, ялан.
Тағы ла һуғымлыҡ үҫһен,
Китмәһен беҙҙән далан.
Туйындыҡ, бик тәмле булды,
Ашҡа доға ҡылайыҡ.
Йолаларҙы онотмайыҡ
Һәм иманлы булайыҡ.
Тамаҡ туҡтың күңел дә туҡ,
Быуындарҙы нығыттыҡ.
Йәмәғәт, ашты һеңдереп,
Йәгеҙ, бейергә сыҡтыҡ.
Һөйәген йыйып күмәйек -
Эт-ҡоштар кинәнмәһен.
Тормошобыҙ имен булһын,
Малға ҡаза килмәһен!

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.
Мәләүез районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.04.21 | Ҡаралған: 459

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru