«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Уҡыусы һүҙе

"КИСКЕ ӨФӨ" - ЙӘШӘҮ ТӨҪӨ

Киң мәғлүмәт саралары, ғәҙәттә, ике төрлө була. Уларҙың бер төрлөһө власть даирәләренә хеҙмәт итә, уларҙы аҡлай, яҡлай, маҡтай, ярамһаҡлана, икенсе төрө - ул даирәләргә ҡаршы көрәшә, уларҙы тәнҡитләй һәм яманлай, оппозиция ролен үтәй. Шул уҡ ваҡытта күп булмаған ҡайһы бер баҫмалар был төрҙәрҙең береһенә лә инмәй, улар һымаҡ көндәлек тормош ваҡ-төйәктәре менән булышмай, ә фәлсәфәүи, донъяуи проблемалар күтәреп, халыҡтың аңын киңәйтергә, аҡылын тәрәнәйтергә тырыша. Совет осоронда бындай баҫмаларҙан "Новый мир", "Наука и жизнь" журналдарын, "Литературная газета"ны яратып уҡый инек. Ошондайыраҡ йүнәлештә ижад ителгән "Киске Өфө" рухи даирәбеҙҙә универсаль мәсьәләләр күтәреү майҙаны, ирекле фекер йөрөтөү трибунаһы, халҡыбыҙ яҙмышына ҡағылған сетерекле һорауҙарға яуап эҙләүсе шәм, милләттәштәребеҙҙе битарафлыҡтан сығырға өндәүсе, уларҙын күҙен асыусы баҫма булып әүерелде. Был баҫманы уҡып, халыҡ яҙмышын ҡайғыртҡан һәр бер кеше үҙенә рухи аҙыҡ таба ала. Әлбиттә, халҡы өсөн йәнен аямаған, пассионар кешеләр бик күп булмай. Улар халыҡтың 3-4 процентын тәшкил итә. Был әҙ түгел, сөнки улар үҙ артынан бөтә халыҡты эйәртә. Әгәр шундай кешеләребеҙҙең яртыһы ғына ла "Киске Өфө" гәзитен яҙҙырып алып уҡыһа, унын тиражы 10-15 тапҡырға артыр ине.

Ошо гәзитте уҡып ултырыу аша ғына һәр кем үҙ халҡының, республикаһының, иленең, бөтә кешелектең рухи донъяһына ҡушылып йәшәй башлай. Ә инде унда яҙыша, фекер алыша, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнаша башлаған кеше тормошто әүҙем етәкләүселәрҙең береһенә әйләнә, уның үҙ йәшәйешенең мәғәнәһе арта. Шуға күрә "Киске Өфө" гәзитенә яҙылыу, уны даими уҡып барыу, кәрәк саҡта уның штаттан тыш хәбәрсеһе булыу беҙҙен гражданлыҡ позицияһының мөһим бер өлөшө булып тора. Шуны иҫтә тотайыҡ, туғандар!

Хәлил БАРЛЫБАЕВ,
РФ Президенты эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры.



РУХЫМА ИЛҺАМ БИРӘ

"Киске Өфө" гәзитен сыға башлаған мәленән башлап алдырып, башынан аҙағына тиклем бөтә мәҡәләләрен дә уҡып барам. "Киске Өфө" минең иң яратҡан, мауығып уҡый торған гәзитем.
Олоғайғас ни, ҡолаҡтар радио, телевизор хәбәрҙәрен әллә ни дөрөҫ ишетмәй. Илебеҙ һәм республикабыҙ яңылыҡтарын "Киске Өфө"нө уҡыһам ғына аңлайым, сөнки гәзит халыҡсан тел менән асыҡ һәм ябай итеп яҙа. Шуға күрә гәзиттең мөхәрририәт ағзаларына, башҡа хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтлемен. "Диалог", "Тарихи хәтер", "Аҙна шаңдауы", "Ишара" рубрикаларындағы аңлайышлы, йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә хәбәрҙәрҙе уҡыу рухыма илһам бирә, аңымды байыта. Рухиәтебеҙҙе, милли сәнғәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға ярҙам иткән "Киске Өфө" үҙ бурысын намыҫ менән еренә еткереп үтәй. Был гәзит тап беҙҙең кеүек, аңлайышлы, боронғо йырҙарыбыҙ кеүек моңло, күңелгә яҡын, йөрәгебеҙ, тойғоларыбыҙ яратып ҡабул итә уны.
Гәзит тағы ла шуныһы менән әһәмиәтле. Илебеҙҙең миллионлаған кешеләренең ғүмере иҫәбенә яулап алынған Бөйөк Еңеүҙең дөрөҫлөгөн, ҡан менән яҙылған тарихын боҙоп күрһәтергә теләүселәргә ҡаршы көрәшә. Ватансылыҡ менән һуғарылған ҡартыраҡ быуындың тойғоларын яҡлаша, ситкә этәрмәй. Йәштәрҙең аңын томаларға тырышыусы демагогтар менән килешә алмай, уларға ҡаршы тора. "Киске Өфө" милли телебеҙҙең, милләтебеҙҙең һәм республикабыҙҙың киләсәген ҡайғыртыусы ла, киләсәгебеҙҙе дөрөҫ күҙалларға ярҙам итеүсе лә.

Вилдан ШӘРИПОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды.
Ғафури районы Сәйетбаба ауылы.



ХАЛҠЫБЫҘҒА - ТЕРЕҺЫУ

Республикабыҙҙың барса баҫмаларына ла иғтибарлыбыҙ, ихтирамлыбыҙ. Беҙ өйөбөҙгә башҡорт телендә сыҡҡан бөтөн гәзит-журналдарҙы алдырыу менән бер рәттән, рус һәм татар телендә сыҡҡан баҫмаларҙы ла уҡып барабыҙ. Һәр баҫманың үҙ йөҙө, үҙ һүҙе бар. Республикала сыҡҡан баҫмаларҙы матур-матур сәскәләрҙән хасил гөлләмәгә тиңләп булыр ине. Шулар араһында мине үҙенә, әйтерһең, магнит менән тартып торғандайы - "Киске Өфө". Был баҫма айырым бер арбау, ылыҡтырыу көсөнә эйә. Һәр һанын һағынып, көтөп алам уның. Был баҫма минең милләтем, халҡым, телем, ерем ғәмен, яҙмышымды, киләсәгемде хәстәрләүсе. Уның үҙен Башҡортостандың ете мөғжизәһенә тиңләргә булыр ине.
Ҡайҙа барһам да таныштарымды ошо гәзиткә яҙылырға өндәйем. Яңыраҡ ҡына ла бер нисә танышым шылтыратып, рәхмәтен әйтте "Һәр мәҡәлә фәһемле, аңлайышлы, әҙәп-тәртипкә өйрәтә, йәшәйеш серен аса. Элек "Киске Өфө"нө уҡымайынса, нисек йәшәгәнмен", - тиҙәр. Был һүҙҙәр баҫмаға ҡарата халыҡтың оло баһаһы. Бөгөнгө көндә халыҡ дин темаһын, суфыйсылыҡты, дини шәхестәрҙе әүҙем күтәреп сығыуы менән дә ҡәҙерле. Бының менән ул халыҡҡа тағы нығыраҡ яҡынайҙы. Кешене кеше иткән - рухи ҡиммәт. Рухи кимәл булмаһа, кеше менән хайуан араһында айырма ла булмаҫ ине. Артур Миллер һүҙҙәренә ҡушылам, "Яҡшы матбуғат баҫмаһы - ул милләттең үҙ-үҙе менән һөйләшеүе". "Киске Өфө" башҡорт халҡының яҡын дуҫы, кәңәшсеһе, серҙәше, идеологы. Халыҡтың үҙе кеүек ябай ҙа ул, бөйөк тә. Быуаттар аҡылын бергә туплап, уны тереһыуға әйләндереп, бөлөп барған еребеҙгә бөркөүсе.

Лира ЯҠШЫБАЕВА, яҙыусы.


РУХ ИШЕГЕНӘ ТОТҠА

Халыҡтың бөйөклөгө уның тарихи хәтере булыуы, сәйәсмәндәренең, ғалимдарының, рәссамдарының, артистарының, яҙыусыларының, композиторҙарының, спортсыларының һ.б. шундай киң билдәле һәм арҙаҡлы шәхестәренең күплегенә бәйле. Үҙ тарихын, мәҙәниәтен белгән, улар менән ғорурланған, телен һөйгән, уға тоғро ҡалған кешеләре күп булған халыҡ - һоҡланғыс халыҡ, һәм уның киләсәге лә өмөтлө. 20-се быуат сәйәсәте иһә шәхестәребеҙҙе ҡырып, ҡыҫып, баҫып, кәмһетеп кенә ҡалманы, халҡыбыҙҙың тарихи хәтерен дә юйып, уны меҫкенләндерә яҙғайны һәм юғалыу, йотолоу алдына килтереп баҫтырғайны.
Бәхетебеҙгә күрә, һуңғы 20-25 йылдар элекке хәлдәр, беҙҙе һиҫкәндереп ебәреп, көс-ҡеүәте һис кәмемәгән, данлы һәм шанлы тарихы булған, рухи байлығы мул, бынамын тигән шәхестәр тыуҙыра алырлыҡ халыҡ икәнебеҙгә ышандырып, яурындарыбыҙҙы киреп , буй-һындарыбыҙҙы турайтырға мөмкинлек бирҙе. Һәм ошо саҡта халыҡтың үҙ хәтерен яңыртыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек мәғлүмәти баҫмалар талап ителде, һәм, әлбиттә, улар барлыҡҡа килде лә. "Киске Өфө" гәзите аң-хәтерҙәребеҙҙәге мәжбүри бушлыҡтарҙы тултырыу буйынса изге эше менән ошо саралар араһында иң һөҙөмтәлеһе. "Киске Өфө" гәзите - шаҡтай шаңҡыған халҡыбыҙҙы аңына ҡайтара алырлыҡ көскә эйә баҫма. "Киске Өфө" гәзитендәге мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү генә лә халҡыбыҙҙың дауамы булырлыҡ йәш быуынды тәрбиәләү нигеҙенең иң ныҡ һәм тайшандырмаҫлыҡ ташы була ала. Шуға ла мин, был гәзиткә һәр мәктәп, һәр уҡыу йорто, милләтебеҙ яҙмышы борсоған һәр кеше яҙылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Һәм яҙылыу, алдырыу ғына түгел, ә әлегә битарафтарҙы ла рух ишеге тотҡаһына әйләнгән "Киске Өфө" менән "осраштырыу", таныштырыу зарур, тип һанайым.

Вәкил ХАЖИН,
БДУ-ның Сибай институты профессоры.



ҒАИЛӘ ГӘЗИТЕ

Беҙ ғаиләбеҙ менән башҡорт гәзиттәрен даими алдырабыҙ һәм уҡып барабыҙ. Уларҙы бер-береһе менән сағыштырғанда, "Киске Өфө"бөҙ күңелгә ятышлыраҡ тойола. Бында кешенең эске тойғоларын, ғаиләгә, хеҙмәткә, ғөмүмән, тормошҡа ҡараштарын сағылдырған, уларҙы байытыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән әхлаҡи темаларға өҫтөнлөк бирелә. Бигерәк тә башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, милләтебеҙҙең, Ватаныбыҙҙың яҙмышы менән туранан-тура бәйле мәҡәләләр һәр беребеҙ өсөн фәһемле. Ғаиләмә лә, туғандарыма ла гәзиттең күп йүнәлешле булыуы оҡшай, шуға беҙ "Киске Өфө"нө ғаилә гәзите, тип атар инек. Донъя кимәлендә танылған шәхестәрҙең төрлө хәл-ваҡиғаларға, тормош күренештәренә бағышланған фекерҙәре уҡымлы. Бөйөк ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәрен ҡалдырмай уҡыйбыҙ, ейәндәребеҙгә лә аңлатып бирергә тырышабыҙ. Таһир Ишкининдың оригиналь стилле мәҡәләләрен уҡып барһаң, халыҡ-ара ҡатмарлы хәлдәр тураһында белеп-аңлап тораһың. Ғөмүмән, гәзитебеҙҙең башҡа авторҙарының да талантлы һүҙ оҫталары булыуына инанғанбыҙ.
Гәзитебеҙ аҙнаға бер генә сыға, шуға уның тәүге битендә үк бер аҙна эсендә донъяла, илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа булған иң мөһим ваҡиғалар тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәр бирелһә, бик урынлы булыр ине.
Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, "Киске Өфө"гә яҙылайыҡ, таратайыҡ, уны белмәгән, уҡымаған башҡорт ҡалмаһын!

Нияз МӘЖИТОВ,
Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.


ЙӨҘӨК ҠАШЫ

Бик күп милләттәштәребеҙ яратып уҡыған "Киске Өфө" гәзитен Башҡортостан матбуғатының йөҙөк ҡашы, тип әйтһәк тә һис артыҡ булмаҫ. Гәзиттең бай һәм киң мәғлүмәтле, төплө һәм тос, фәлсәфәүи фекерле булыуы уны башҡа матбуғат баҫмаларынан айырып тора. Был йәш милли баҫмабыҙ халыҡ аңын күтәреү, әхлаҡ вә динебеҙҙе тергеҙеү, йәмғиәт рухын нығытыу өлкәһендә баһалап бөткөһөҙ эштәр башҡара. Гәзиттә ниндәй генә тармаҡтар буйынса мәғлүмәт бирелмәһен, уларҙың һәр ҡайһыһында уҡыусы иғтибарын йәлеп иткән ҡыҙыҡлы фекерҙәр, файҙалы кәңәштәр, уйланырлыҡ һығымталар табып була. "Киске Өфө"лә яҙылғандарҙы уҡып, аҡыл һәм фәһем алған, дәрт-илһамдары артҡандар ҙа һирәк түгелдер. Бөгөн ошондай ысын мәғәнәһендәге халыҡсан матбуғат баҫмаһы йәш быуынға ла, урта һәм оло йәштәгеләргә лә берҙәй кәрәк. "Киске Өфө" гәзитенә ваҡытында яҙылырға үҙегеҙ ҙә онотмағыҙ, башҡаларға ла тәҡдим итегеҙ, хөрмәтле ватандаштар!

Зилә АҘНАБАЕВА,
"Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru