«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ДОНЪЯЛАРҘЫ АРБАР МӘҘӘНИӘТЕБЕҘ
+  - 

Мексикала үткән "Бөтә донъя фольклориадаһы-2016" сараһында Башҡортостаныбыҙҙан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Журналист Гәүһәр Батталова хәбәр итеүенсә, Башҡортостан артистарының тәүге концерты ҡаланың тарихи үҙәге - Бисентанарио исемендәге паркта үткән. "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө башҡарыуында ҡурай моңо, шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуындағы "Тархандар", "Ете ҡыҙ" бейеүҙәре хис-тойғоға бай мексикандарҙы һәм күп һанлы туристарҙы битараф ҡалдырмаған. Һәр хәлдә, беҙҙең коллективтар тамашасы йөрәгенә асҡыс тапҡан, уларҙы сәхнәнән оҙаҡ сығармай тотоп, аяғүрә алҡышлағандар, "Башҡортостан! Башҡортостан!" тип ҡысҡырғандар. Хатта хисләнеп киткән алып барыусы ла башҡортса бер нисә һүҙ әйткән. Был кисте алыҫ Башҡортостан мексикандар өсөн бик яҡын һәм туғандаш төбәккә әүерелгән.
Мексиканың Сакатекас ҡалаһында Башҡортостандың рәсми делегацияһының Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы етәкселеге менән осрашыуы булып үтте, тип хәбәр итә Гәүһәр Батталова. Рәсми делегация етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов донъя кимәлендәге форумға саҡырғандары өсөн Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы етәкселәренә рәхмәт белдергән. Өфөлә 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу буйынса республика, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, илдең Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы ағзалары ингән ойоштороу комитеты булдырыла, тип хәбәр иткән Салауат Тәлғәт улы.
Һөйләшеүҙәр барышында рәсми документҡа - 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында килешелгән. Осрашыу 2016 йылдың октябрендә Италияла уҙасаҡ. Яҡтар билдәләүенсә, бөгөн мәҙәниәт - төрлө илдәрҙе берләштергән берҙән-бер тармаҡ ул.
Осрашыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республика Хөкүмәте министры Руслан Мирсаяпов һәм Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы президенты, Фольклориада комитеты рәйесе Уго Ифран ҡатнашҡан.
7 августа Сакатекас ҡалаһының тарихи үҙәгендә Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы булған һәм Башҡортостанға форумдың флагы тапшырылған. Фольклориада тамамланғас, башҡорт артистары мәҙәни форумдың икенсе өлөшөндә - Веракрус штатында Mexico Festival CIOFF исемле сарала ҡатнаша. Башҡа ҡатнашыусылар Мексиканың 15 штатында сығыш яһай. Mexico Festival 14 августа Мексика Ҡушма Штаттарының баш ҡалаһында ҙур гала-концерт менән тамамлана.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.16 | Ҡаралған: 1556

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru