«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

РОМАНДЫҢ СӘХНӘ ЯҘМЫШЫ
+  - 

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә башҡорт театрҙары репертуары яңы әҫәрҙәр менән тулылана. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы ла шундайҙар рәтенән. Был романдың сәхнә тормошо менән "йәшәй" башлауына режиссер Мәсәлим Күлбаев, инсценировка авторы Владимир Жеребцов, рәссам Юлиә Ғиләжева, хореограф Рәмизә Мөхәмәтшина, композитор Ришат Сәғитов сәбәпсе булды.

Әҙибәнең төп әҫәрен сәхнәләштереүгә тотоноу - ул ҙур ҡыйыулыҡ. Әлбиттә, 2 сәғәтлек сәхнә вариантына тотош романды һыйҙырыу мөмкин булмаған хәл. Әммә тамашасы бер быуаттан ашыу элек Оло Эйек буйында барған тарихи ваҡиғаларҙың ипкенен яҡшы тоя алды. Ҡағиҙә булараҡ, бөгөн сәхнә киңлеген көнкүреш әйберҙәре менән тултырып биҙәүҙән баш тартыла. Бында ла ул ябай - сәхнә уртаһына ҡоролған урындыҡта бара бар ваҡиғалар: тотош ил кимәлендәге һынылышлылары ла, һәр геройҙың үҙенең эске кисерештәре лә. Романдағы ваҡиғалар ҙа шулай уҡ ябай һәм ҡоро итеп һөйләнелә. Спектакль рус телендә барһа ла, башҡорт һүҙҙәрен ҡулланыу диалогтарға үҙенсәлек өҫтәй.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙының "Кәмһетелгәндәр"е һәр беребеҙгә ныҡ ҡәҙерле. Үҫмер саҡта уны ҡат-ҡат уҡығанбыҙ, образдарҙы, ваҡиғаларҙы күңелебеҙҙә үҙебеҙсә һүрәтләп, биҙәп бөткәнбеҙ. Улай ғына ла түгел, мәктәптә белем алған тарих китаптары аша түгел, тап ошо роман аша халҡыбыҙҙың үткәнен белгәнбеҙ. Башҡорттоң көнкүреше, кәсептәре башлыса уның аша таныш барыбыҙға ла. Уның аша беҙҙең йөрәктәрҙә халыҡ фольклорына һөйөү уянған, йырҙар, бәйеттәр, хатта йондоҙҙар ғилеме, уларға бәйле легендалар ҙа беҙгә ошо әҫәр аша килгән. Уның аша беҙ халҡыбыҙҙың менталитетын тойомлағанбыҙ, яуызлыҡ булмаһа, изгелектең баһаһы булмаҫын аңлағанбыҙ. Ҡайһы саҡта мөхәббәттең йәмғиәттең яҙылмаған ҡанундарынан өҫтөн була алыуын аныҡ миҫалда күргәнбеҙ.
Был исемлекте оҙаҡ дауам итеп булыр ине. Ошо тойғоларҙы ҡабаттан яңыртырға теләү өмөтө менән был спектаклде ҡарарға ярамай. Зәйнәб Биишеваның геройҙары, тәү сиратта, үҙҙәре йәшәгән заманда булған мөһим тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар. Уларҙың һәр береһенең алдында ошо көрәштә үҙенең урынын табыу бурысы тора, кем - кемгә дошман, кем дуҫ? Ошо туғандар, ауылдаштар миҫалында беҙ граждандар һуғышының бар трагедияһын күрәбеҙ. "Граждандар революцияһында еңеүселәр булмай, граждандар һуғышында ҡорбандар ғына була", - режиссер Мәсәлим Күлбаев спектаклдең төп йүнәлешен шулай билдәләгәйне. Һәр һуғыш, бигерәк тә бер ил эсендә барған граждандар һуғышы, ул бөйөк ҡаһарманлыҡ түгел, ә халыҡ өсөн бөйөк трагедия. Спектаклде ижад итеүселәр тап ошо хәҡиҡәткә баҫым яһай. Һәм был трагедия ҡайҙалыр түгел, Оло Эйек буйында ғына бара, тап шунда ҡорбандарҙың ҡаны түгелә.
Әммә әҫәрҙе белеү һеҙҙең файҙаға ғына. Мәҫәлән, дин һәм йолаларҙы еңгән һөйөүҙе күтәрә алмауҙан һәләк булған Сәлимәнең ҡылығын нисек аңлар инегеҙ? Шулай ҙа ҡайһы бер нәмәләргә, әйтәйек, Сәрбиямалды иҫ киткес сибәр актриса Карина Йәрмиеваның уйнауына аң аҙаҡҡаса ҡаршылашып маташа. Яуыз Сәрбиямалдың шундай һылыу булыуы мөмкин түгел һымаҡ. Ғөмүмән, спектакль актерҙарҙың һәйбәт эштәре менән дә иҫтә ҡала. Элина Гусева тәбиғәте менән үҙе лә бик ихлас, эскерһеҙ, алсаҡтыр, моғайын, уның Йәнеше лә шундай килеп сыҡҡан. Вадим Ҡылысовтың баһадир, көрәшсе Хамматты тышҡы ҡиәфәтенән бигерәк, эске тулылығы менән уйнауы тамашасыны ышандырҙы. Хәйер, мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күрегеҙ. Рус труппаһы ҡуя тимәгеҙ, был спектакль башҡорт тамашасыһы иғтибарына ла лайыҡ. Әлегә был әҫәрҙең сәхнә яҙмышына оҙон ғүмер теләйек.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.18 | Ҡаралған: 1003

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru