«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ ДЕЗДЕМОНАҺЫ
+  - 

Зәйтүнә Бикбулатова. Актриса Рушанна Бабич.

"Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проектының маҡсаты - кинорежиссер Булат Йоcоповтың "Беренсе Республика" тарихи нәфис фильмы геройҙары менән таныштырыу. Фотоларҙың тәүгеһендә - тарихи шәхес үҙе булһа, икенсеһен фильмдың костюмдар буйынса рәссамы Әлиә Байрамғолова кино төшөрөү майҙансығында яһаны. Сираттағы геройыбыҙ - башҡорт театры титандарының береһе. 20 йылға яҡын башҡорт сәхнәһе унан башҡа Дездемонаны белмәй, бындай осраҡ башҡа бер артистың тормошонда ла булмағандыр, моғайын.

Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова (актриса Рушанна Бабич уйнай). 1928 йылда сәнғәт техникумы студенты Зәйтүнә Бикбулатова "Башҡорт туйы" спектаклендә уйнай. Был ваҡытта башҡорт театрының яңы аяҡҡа баҫып килгән мәле була. Техникумдың тәүге сығарылышы йәш республикаға билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләк итәсәген бер кемдең уйына ла килмәй әле. СССР-ҙың буласаҡ халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова хеҙмәт биографияһын Өфөнөң "Октябрьский натиск" нәшриәтендә башлай. Бер юлы Калинин исемендәге клубта драма сәнғәтен яратыусылар түңәрәгендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙың актерлыҡ һәләтенә шунда уҡ иғтибар итәләр һәм ул 1926 йылда Башҡорт сәнғәт техникумына, Вәлиулла Мортазин класына уҡырға инә. Техникумды тамамлағас, үҙенең уҡытыусыһы, режиссер Мәкәрим Мәһәҙиевҡа кейәүгә сыға. 1931 йылда уларҙың улы Лир донъяға килә.

Беренсе Республика фильмынан кадр - З. Бикбулатова фронт бригадаһы составында фронтта сығыш яһай.

Йәш актрисаның ижади биографияһы иһә ҙур уңыштарҙан башлана. Д. Юлтыйҙың "Ҡарағол", А. Таһировтың "Алатау", А. Островскийҙың "Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр", Ф. Шиллерҙың "Мәкерлек һәм мөхәббәт", А. Пушкиндың "Борис Годунов" спектаклендәге ролдәре уға дан алып килә. 1930 йылда СССР-ҙың сәнғәт олимпиадаһында баш ҡала тәнҡитселәре уны йәш Ермолова менән сағыштыра.
Ун йылға тулмаған бәхетле ғаилә һәм ижади тормош бер көн кеүек үтә. Дәһшәтле 30-сы йылдар етә: 1937 йылда Мәкәрим Мәһәҙиевты, 1938 йылдың йәйендә иһә Зәйтүнә Бикбулатованың үҙен дә ҡулға алалар. Төрмәлә уны һайлау алдына ҡуялар: йә иреңдән баш тартаһың, йә уның аяныслы яҙмышын уртаҡлашаһың. Балаһы яҙмышы өсөн борсолған һәр әсә уның урынында ҡалырға теләмәҫ ине, моғайын. Шуға ла ошо шарттарҙа ҡалып, рухи һынылыш кисергәндән һуң, уларҙың янауҙарға ышаныуҙарын да, ҡурҡыуҙарын да, үҙ хеҙмәттәштәре өҫтөнән ялыуҙар яҙыуын да, ғәйепләүсе докладтар менән сығыш яһауҙарын да аңлап ҡабул итергә тейешбеҙ. Дөрөҫөрәге, уларҙы ғәйепләргә беҙҙең хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ. Төрмәлә ярты йыл ултырып сыҡҡандан һуң, Зәйтүнә Бикбулатова шартлы рәүештә хөкөм ителеү срогын тултырыу өсөн тыуған яҡтарына ҡайтарыла, төҙөлөштә эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, спектаклдәрҙә күмәк сәхнәләрҙә, фронтҡа китеп барған һалдаттар, госпиталдәге яралылар өсөн концерттарҙа ҡатнаша башлай. 1942 йылдың көҙөндә фронт концерт бригадаһы составында Сталинградҡа китә һәм 6 ай фронтта була. Өфөгә ҡайтҡас, 1943 йылдың 14 апрелендә Зәйтүнә Бикбулатованан хөкөм ителгәнлек алына. Ул яңынан Башҡорт академия драма театры труппаһына инә.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.19 | Ҡаралған: 947

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru