«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КҮРГӘҘМӘБЕҘ – ГЕРМАНИЯЛА
+  - 

Германияның билдәле туристик үҙәктәренең береһендә - Гейдельберг ҡалаһында Башҡортостан оҫталарының күргәҙмәһе асылды. Ул "Башҡортостандың халыҡ туҡымалары" тип атала. Макс Бергтың текстиль музейында был күргәҙмә 3 ай барасаҡ.

Сараны асыу тантанаһында Майндағы Франкфурт ҡалаһындағы Рәсәй Федерацияһы Генераль консуллығы вице-консулы Динар Әхмәтғәлиев сәләмләне. Башҡортостандың рәсми делегацияһы ла ҡатнашты. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың сәләм хатын Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков уҡып ишеттерҙе. "Бөгөнгө сара - хеҙмәткә, сәнғәткә, ижадҡа уртаҡ ҡарашлы, әммә икеһе ике төрлө булған мәҙәниәттәр араһына күпер һуҙа. Башҡортостан Республикаһы VI Бөтөн донъя фольклориадаһына әҙерләнә һәм башҡа мәҙәниәттәр менән ҡыҙыҡһыныу беҙҙең өсөн айырыуса мөһим", - тиелә унда. Артур Айҙар улы был күргәҙмәне ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Купфальц музейы директоры доктор Фредер Хепп, Макс Бергтың текстиль музейы директоры доктор Кристин Шерер, яҡташыбыҙ Динара Даниэлға рәхмәт белдерҙе.
"Башҡортостандың халыҡ туҡымалары" проекты республика Башлығы грантына үткәрелә. Башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен сағылдыра был күргәҙмә. "Надежда" ҡорама халыҡ клубы, Балаҡатай районының "Тамбур" халыҡ клубы, шулай уҡ профессиональ һәм үҙешмәкәр биҙәү-ғәмәли сәнғәте оҫталары эштәре, Республика халыҡ ижады үҙәге төрлө йылдарҙа ойошторған "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһы проекттары тамашасы иғтибарына тәҡдим ителә. Күргәҙмәне ҡарау 20 майға тиклем дауам итәсәк. Ошо өс ай эсендә башҡорт сәнғәте өлгөләре менән донъяның төрлө илдәренән килгән меңәрләгән кеше таныша аласаҡ. Ойоштороусылары - БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, "Урал" Халыҡ сәнғәте галереяһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.19 | Ҡаралған: 928

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru