«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ ҺАЛДАТЫНЫҢ БАТЫРЛЫҒЫ
+  - 

1943 йылдың июнендә Харьковҡа Башҡортостандан һәм Ырымбурҙан өҫтәлмә ғәскәр килтерҙеләр. Ғәскәрҙәгеләрҙең барыһы ла башҡорт булып сыҡты.

Тылда туҡланыу яҡшы булмаған, күрәһең, егеттәр бик ябыҡ ине. Өс көндән тәүге атака булды. Башҡорттар тыныс ҡына ҡоралдарын таҙартты һәм үҙҙәренең винтовкалары, бысаҡтары менән һөйләште... Беҙ бөтәбеҙ ҙә: "Кем ҡорал менән һөйләшә инде, беҙгә кемде ебәрҙеләр икән?" - тип көлөмһөрәп ҡуйҙыҡ. Һөжүм башланыр алдынан беҙҙең разведка дошман тылынан ҡайтты. Беҙ разведчиктарҙың беҙгә табан йүгергәнен, улар артынан фашистар ҡыуа төшкәнен шәйләп ҡалдыҡ. Беҙҙекеләрҙең һуғыш припастары бөткәйне, шуға ут асыу мөмкинлеге юҡ ине. Немецтар ҡыуып етеп, беҙҙең разведчиктарҙы пленға алмаҡсы булды. Ҡул һуғышы башланды. Беҙ 400 метр самаһындағы был хәлде окопта күҙәтеп ятабыҙ, кәрәк, ата алмайбыҙ, үҙебеҙҙекеләргә тейҙереүебеҙ ихтимал. Разведчиктар 4-әү, фашистар 10-ау тирәһе.
Шул саҡ окопта ятҡандарҙан кемдер аңлашылмаған телдә ҡысҡырып ебәрҙе. 20-ләп башҡорт һалдаты окоптан күтәрелеп, разведчиктарға ярҙамға ташланғайны, улар артынан баяғы ғәскәрҙең бөтә башҡорт һалдаттары күтәрелде. Рота командиры нимә эшләргә белмәй. Һөжүмгә команда булмағайны бит.
Башҡорттар 400 метрҙы йүгереп барып еткәнсе, разведчиктар сәнскеләнеп, туҡмалып, яраланып бөткәйне. Быны күргән башҡорттар унлаған фашисты юҡ итеп, үс алырға фрицтар окобына йүнәлде. Окопта һуғыш барған ваҡытта беҙҙең рота ла күтәрелде. Немецтарҙың нығытылған биләмәһен яулап алдыҡ...
Бына шулай беренсе тапҡыр башҡорттарҙың нисек һуғышҡанын күрҙем. Уларҙың яртыһы тәүге һуғышта уҡ һәләк булды. Ябыҡ булғанлыҡтан, 13-14 йәшлек кенә булып күренгән 18 йәшлек егеттәрҙең үле кәүҙәһе янында бөтә рота иланы. Хөрмәт һәм тағы бер тапҡыр хөрмәт менән ҡарайым һеҙгә, башҡорттар.

И. В. Буряк.
Донецк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 959

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru