«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ТЫҒЫН"ДАР БӨТӨР ӘЛЕ...
+  - 

Өфө ҡалаһы эргәһендә йәки ҡаланың ситендә йәшәгән халыҡ өсөн иң ҡыйыны нимә, беләһегеҙме? Эйе, эштән һуң өйгә ҡайтыуы. Сөнки тап ошо ваҡытта юлдарҙа "тығын"дар барлыҡҡа килә, уларҙы көйләргә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре сығып баҫһа иһә хәрәкәт бөтөнләй тиерлек туҡталғандай була.

Әле бына "Дуҫлыҡ монументы" туҡталышы районында яңы ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө күңелгә өмөт осҡоно һала, тимәк, бында светофорға туҡтап, йәйәүлеләр ҡасан юл аша сығып бөтә инде,тип көтөп тораһы түгел. Шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн дә хәүефһеҙерәк буласаҡ, ни тиһәң дә, киң юлдан ҡыҫҡа ғына ваҡытта ашыға-ҡолай сыҡҡансы, ер аҫты үткәүеленән яйлап, иркенләп, тыныс ҡына сығырға мөмкин буласаҡ.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ҡала властары күперҙәр төҙөүгә һәм юл сиселештәрен эшләүгә ҙур иғтибар бирә. Уларҙың иң күләмлеһе булып Ағиҙел йылғаһы аша һалынған Затон күпере, Бөрө трактының тимер юлдар менән киҫелешендәге транспорт сиселеше, Ағиҙел йылғаһы аша һалынған иҫке күперҙе реконструкциялау, Воровский урамындағы ер аҫты үткәүелен капиталь ремонтлау тора.
Шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы аша аэропорт йүнәлешендә яңы күпер төҙөлөшө лә юл хәрәкәте мәсьәләһе хәл ителеренә өмөтләндерә. Ни тиһәң дә, Өфө йылдан-йыл үҫә, матурлана, уның даны алыҫтарға тарала, ылыҡтырыу ҡеүәте үҫә, туристик, иҡтисади бәйләнештәр арта. Яңы күперҙе ике яҡтан һаҡлап тороусы иҫке күперҙәр аша тәүлегенә 125 мең самаһы автомобиль үтеүен уйлап ҡараһаң да иҫең китерлек. Һәм был һан бит йыл һайын үҫеү яғына бара.
Яҡын киләсәктә Интернациональ урамынан Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм Нуғай ҡасабаһы эргәһендә тимер юл өҫтөнән юл эшләү, Зәки Вәлиди һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә юл сиселешен реконструкциялау, Галле округы, Воровский урамы, Шаҡша ҡасабаһы эргәһендә автомобиль күперҙәрен ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ Кузнецов затоны районында Ағиҙел йылғаһы аша күпер эшләү буйынса проект алды эштәре башҡарыла. Бынан тыш, баш ҡаланың Генераль планына ярашлы, Дим районынан баш ҡаланың төньяҡ өлөшөнә тура сығыу юлы һалыу буйынса ла хәбәрҙәр күренеп ҡала. Әгәр ошо эштәр барыһы ла тормошҡа ашырылһа, бәлки, тиҙҙән, Өфөлә "тығындар" булмаҫ һәм ҡала ситендә, уның эргәһендәге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә сәғәттәр буйы "тығындар"ҙа ултырып ыҙаламаҫ.

Сабит ҒӘЛИӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 888

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru