«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИШӘРҘӘР КЕМ?
+  - 

Тарихи-мәҙәни үҙәктәр - Рәсәй өсөн милли мәҙәниәтте үҫтереүҙең уникаль төрө. Әле беҙҙең республикала 14 тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй. Күптән түгел Балтас районында тағы бер - Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәк ойошторолдо.

Шул ваҡиғанан һуң Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы "Башҡортостан мишәрҙәре" тип исемләнгән йыйынтыҡ баҫып сығарҙы. Унда мишәр халҡының тарихы, йәшәгән урыны, тел үҙенсәлеге, арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәт тупланған. Республикала йәшәгән татарҙарҙың күбеһенең тамырҙары мишәрҙәрҙән башлана. Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов мишәрҙәрҙең Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан тарихына ла ҙур йоғонто яһауы хаҡында белдерҙе: "Улар әлеге Башҡортостан биләмәһендә рәсми рәүештә XVIII быуатта бер нисә башҡорт улысы территорияһында хәрби-хеҙмәт ҡатламы сифатында теркәлгән", - ти Айтуған Аҡманов. Йәғни, академик әйтеүенсә, ул ваҡытта мишәрҙәр хәрби хеҙмәт үтәгән халыҡ төркөмө булараҡ билдәле булған. 60 йылға яҡын, XVIII быуаттың аҙағынан алып 1861 йылға тиклем, мишәрҙәр һәм башҡорттар башҡорт-мишәр ғәскәре составында була. "Беҙҙең край халҡының берҙәмлегенә нигеҙ шул ваҡытта уҡ һалынған. Дөйөм хәрби тарихыбыҙ - шуға сағыу миҫал", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айтуған Аҡманов.
Мишәрҙәр - татарҙар һәм өлөшләтә башҡорттар составына ингән төрки телле этнос. Улар Цна, Мокша һәм Сура йылғалары бассейнындағы тарихи Мещера өлкәһендә формалашҡан. Урыҫ йылъяҙмаларында ла мишәрҙәр һәм мордваларҙың бер халыҡ икәнлеге хаҡында мәғлүмәт бар. Ҡаҙан ханлығына урыҫ ғәскәрҙәренең походтарының береһен һүрәтләгәндә кенәз А. Курбский: "Ә батша беҙҙе, ун өс мең кешене, Рязань һәм һуңынан Мишәр, йәғни Мордва ере аша ебәрҙе", - тип яҙған.Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр нигеҙендә урыҫ тарихсыһы Н. Карамзин мишәрҙәрҙең килеп сығышы тураһында тәүге гипотезаны тәҡдим иткән: "Урта быуат йылъяҙмаларында мишәрҙәр тип Мокша йылғаһы тирәһендәге Пенза һәм Тамбов губерналарында йәшәгән муҡшыларҙы атағандар". Мишәрҙәрҙең этник нигеҙен мордва ҡәбиләләре тәшкил итеүе хаҡында VI быуатта уҡ гот тарихсыһы Иордан да билдәләп үткән.

"Башинформ" материалдарынан.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 857

Киске Өфө
 
Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru