«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең Башҡортостанда, билдәле булыуынса, күп төрлө милләт вәкилдәре быуаттар һуҙымында тыныс һыйышып йәшәй һәм республикабыҙ был йәһәттән ил кимәлендә өлгөлө булараҡ баһаланып килә. Республикабыҙҙа милләт-ара дуҫлыҡ сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СТУДЕНТТАР ҠАЛАСЫҒЫ БУЛАСАҠ
+  - 

Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан иғлан ителгән юғары уҡыу йорттарын берләштерер кампус баш ҡалабыҙҙың Көньяҡ Ағиҙел ярында төҙөләсәк. Төҙөлөштөң бер өлөшө элекке Киров исемендәге завод биләмәһен дә алып торасаҡ. Ул йәмғеһе 17 га ерҙе биләр, тип күҙаллана.

Кампустың ни аңлатҡанын белмәгән уҡыусыларыбыҙға төшөндөрөп китәбеҙ: кампус - ул университет ҡаласығы, ятаҡтары, уҡыу йорттары, китапханалары, спорт комплекстары, лабораториялары һәм башҡа бөтөн кәрәк нәмәләре бер урында булған юғары уҡыу йорто территорияһы. Кампус төҙөүҙең маҡсаты - баш ҡалала белем алыусы студенттар һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, йәш фән белгестәре өсөн уңайлы белем алыу, эшләү, йәшәү шарттары тыуҙырыу. Абитуриенттарҙы республикала ҡалдырыу, студенттарҙың йәшәү кимәлен күтәреү һәм йәштәрҙә фәнгә ҡарата ыңғай ҡараш булдырырға ынтылыу.
Хөкүмәт тарафынан бирелгән мәғлүмәт буйынса, Өфө ҡалаһында бындай ҡаласыҡ төҙөүгә өлгәшеү республиканың ҙур еңеүе лә. Бөгөн тотош илдә университет кампустары селтәрен булдырыу хаҡында һөйләнелә. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса программаны тормошҡа ашырыу Фән һәм технологиялар йылында башлана. Шул проект өҫтөндә республикабыҙҙа 2019 йылдан алып ҙур команда эшләгән һәм төрлө пландар, тәҡдимдәр менән сығыш яһаған. Рәсәй Хөкүмәтенә төбәктәрҙән килгән 27 заявка араһынан бары 8-е генә ҡабул ителгән һәм шулар араһында беҙҙең Башҡортостан да бар.
Урал буйынса алғанда, бындай объекттар тағы ла Екатеринбургта һәм Силәбелә төҙөләсәк. Дөйөм Рәсәй эсендә иһә Томск, Новосибирск, Калининград, Түбәнге Новгород һәм Мәскәүҙә. Был милли масштабтағы кампустар ысынлап та донъя кимәлендәге проекттар булмаҡсы. Улар Рәсәй майҙанын ғына түгел, айырым өлкәләр, республикалар үҫешен дә тиҙләтәсәк. Яҡшы инфраструктура ғына түгел, фәнни яҡтан алға китештәр, иҡтисади яңылыҡтар белемле йәштәрҙе йәлеп итәсәк.
Кампус ул студенттарҙың йәшәү, ял итеү урыны ғына түгел, унда билдәле ғалимдар, фән белгестәре килеп йәшәргә-эшләргә, төрлө саралар, симпозиумдар, тикшереүҙәр үткәрергә, үҙ-ара йыйылышып аралашырға мөмкиндәр. Донъяла исемдәре билдәле булған белгестәрҙе саҡырып алыу ҙа, уларға яҡшы шарттар тәҡдим итеү ҙә уңайлы буласаҡ. Төҙөлөш биләмәһендә шулай уҡ парковка, магазиндар, аптекалар, медицина үҙәге, бассейн, спорт майҙансыҡтары ла планлаштырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, кампус студенттар һәм йәштәрҙең гөрләп торор ҡаласығы буласаҡ. Билдәләп үтәйек, ҡаласыҡта йәшәү түләүле була, әммә хаҡтар сағыштырмаса түбән ҡуйыласаҡ. Миҫалға алғанда ғына ла бөгөн баш ҡаланың ун процентынан күбе - студенттар, йәғни улар 70 меңдән ашыу. Бында юғары синыф уҡыусыларын да өҫтәһәң, һан тағы ла үҫә төшә. Тимәк, төҙөләсәк кампус ҡала өсөн бик тә кәрәкле һәм файҙалы проект буласаҡ.
Шулай итеп, Өфө ҡалаһында төҙөлөш эштәре быйыл уҡ башлана. Уның Зәки Вәлиди урамындағы копустарын Яңы йылға тиклем тапшырмаҡсылар. Икенсе өлөшө проекты эшләнә генә әле. Уныһы ла йыл аҙағына әҙер булыр һәм 2024 йылға сафҡа инер, тип өмөт ителә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.21 | Ҡаралған: 533

Киске Өфө
 
Әйҙәгеҙ, алға барайыҡ. Ни өсөн хаталарға һәм ҡайғы-хәсрәттәргә йәбешеп ятырға? Ниңә өмөткә һәм мөхәббәткә кәртә булып торған нәмәләрҙән ысҡынып китмәҫкә?

(Будда).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru