«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙОМРО ТАШТАРҘЫ ТӘҮТОРМОШ КЕШЕЛӘРЕ ҠАЛДЫРҒАНМЫ?
+  - 

Әбйәлил районы биләмәһендә ҡаҙыу эштәре алып барған саҡта йомро таштар табылыуы тураһында интернет селтәрендәге хәбәр бөтә йәмғиәтте ҡуҙғытып ебәрҙе. Уларҙың килеп сығышы тураһында фараздар күп булды. Берәүҙәр был әллә нисә мең йылдар элекке эраға ҡараған дәүерҙән ҡалған таштар, тип фекер йөрөтһә, икенселәр тәүтормош кешеләре ҡулланған булыуы мөмкинлеге тураһында бәхәсләште. Хатта таштарҙы сит ил планета вәкилдәре алып килгән, шулай уҡ динозаврҙың ҡатҡан йомортҡаһы имеш, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелде.

Баҡтиһәң, бындай таштар тәбиғәттә йыш осрай һәм уларҙың килеп сығышы фәнни яҡтан күптән билдәләнгән. Әбйәлилдең йомро таштары тураһында билдәле белгес, геология-минералогия фәндәре кандидаты, доцент Исхаҡ Фәрхетдинов түбәндәге аңлатманы бирҙе:
- Был үҙенсәлекле формалағы таштарҙың барлыҡҡа килеүе вулкандарға бәйле. Бынан 400 миллион йыл элек Урал биләмәһе диңгеҙ аҫтында булған. Уның төбөндә урынлашҡан вулкандарҙан лава урғылған. Һыу аҫтында урғылған лава йомроланып ҡата. Ғалимдар быны "мендәрле лава" (подушечная лава), тип йөрөтә. 250 миллион йыл элек Урал тауҙары ҡалҡып сыға, диңгеҙ "китә" һәм йомроланып ҡатҡан таштар өҫкә күтәрелә. Быуаттар дауамында улар ел, ямғыр һәм башҡа һауа торошона хас күренештәр йоғонтоһонда түңәрәк формалағы таштарға әүерелә. Аныҡлап әйткәндә, әлеге таштар вулкан һәм магматик тоҡомдан торған базальттан тәбиғи шарттарҙа барлыҡҡа килә. Бындай шар формаһындағы таштар базальтта ғына түгел, ә ултырма тоҡомдарҙа ла барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ҡомташтан. Ләкин ҡомташтан барлыҡҡа килеү механизмы бүтәнсә. Ныҡ һыуланған ҡом ҡатламы ҡатҡанда, уның составындағы һыу китә һәм ҡом ҡатламының өҫтө бәләкәйләнә. Артабан, ҡатламдар араһында ҡыҫыла барып, ул түңәрәк формаға ҡала һәм ҡатҡан тоҡомға - ҡомташҡа - әйләнә. Ел уның әйләнә-тирәһендәге йомшаҡ өлөшөн "елләтә" һәм уларҙан конкрециялар - тауҙарҙағы ултырма тоҡомдарҙа барлыҡҡа килгән түңәрәк формалағы минераль ҡатламдар ҡалдыра.
Әйткәндәй, сферик конкрециялар хатта Марс планетаһында ла бар, ә был, үҙ сиратында, борон унда һыу булыуын аңлата.

Гөлназ САФУАНОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 768

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru