«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БӘҒЗЕ ХАЙУАНДАР КЕШЕНӘН АҠЫЛЛЫРАҠ
+  - 

Атайым вафатына тиклем райпола әҙерләүсе булып эшләне: халыҡтан йөн, тире-маҙар, макулатура йыйҙы. Ул бик мал йәнле кеше ине - хөкүмәт аттарын да үҙенең балаларынан артыҡ күреп ҡараны. Сивка тигән бейәһе булды. Шул хәтлем һөтө күп булып, көнөнә 4-5 литр ҡымыҙ бешеп ала инек. Уның Казбек тигән ҡолоно йәйгеһен бесән мәлендә күмерле усаҡҡа ятып, тиреһе янып, яраһы саҡ төҙәлде.

Атайым яман сиргә тәл булып түшәккә ятҡас, теге Сивка ҡолоно менән ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Эҙләп-эҙләп тә тапманылар. Атайҙы июндең 27-дә ерләнек. Йәй бик ҡоро килгәйне, әммә ошо көндә ҡойоп ямғыр яуҙы. Атайҙы ерләргә тау башындағы зыяратҡа алып барғас, шул урында теге Сивка ҡолоно менән пәйҙә булды. Кәфендәге хужаһы эргәһенә барып, түгелеп иланы. Йәше юлаҡ-юлаҡ булып аҡты. Аттың илағанын тәүгә күрҙем.
Атайымдың Муйнаҡ тигән эте бар ине. Атай үлгәс, ул да ғәйеп булды. Иртәгәһенә зыяратҡа барһаҡ, теге һәптеюҡ ҡәберҙе соҡоп ташлаған. Илап, бошоноп йөрөнө лә, тамағына ла йүнләп ашамай, бер көн кәбән төбөндә үлеп ятҡан.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 512

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru