«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

Беҙ, хәҙерге заман башҡорттары, уҡымышлы боронғо төрки бабаларыбыҙ кеүек, яҙма телебеҙҙе "Әлифба" китабынан башлап үҙләштерә башланыҡ. Әлиф - ғәрәп алфавитының тәүге хәрефе, әммә ул ғәрәпсә "а" хәрефен белдереп, "алиф" тип әйтелә. Ҡашғари һүҙлеге лә тап ошо хәрефтән башланып китә.
"Ар (Әр) - (кириллицала: ап. - Тәрж. иҫк.), көсәйтеү һәм өҫтөнлөк киҫәксәһе, предмет иң юғары өҫтөнлөк сифатына эйә булғанда ҡулланыла. Әйтәләр: әp әҙgү nәg (әп әҙгү нәг) - бик яҡшы әйбер; ар aq (ап ак), бөтөнләйгә аҡ, уғыҙса."
Ҡашғари миҫал итеп килтергән "ап-ак" һүҙенең һис бер үҙгәрешһеҙ тиерлек башҡорт лексиконында ул йәшәгән XI быуатта уҡ ҡулланылыуына шик юҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бала бәпләгәндәрендә уларға "аппағым", тип иркәләүе шулай уҡ билдәле бер өҫтөнлөк, артыҡлыҡ дәрәжәһен белдереп тора.
Ғөмүмән, "ап" киҫәксәһе ҡулланылған һүҙҙәр хәҙерге башҡорт телендә байтаҡ: "ап-асыҡ", "ап-аяҙ", "ап-айыҡ" һ.б. Күрәһең, боронғо дәүерҙәрҙә "ап" һүҙе һоҡланыуҙы, көслө тойғо менән өндәү-өндәшеүҙе белдергән ымлыҡ булғандыр. Мәхмүт Ҡашғари "ап" киҫәксәһенең икенсе бер мәғәнәһен дә аңлатып китә:
"Ар - түгел (не) мәғәнәһендә ҡулланыла торған киҫәксә. Әйтәләр, ар bu ар оl - был да түгел, теге лә түгел, тигәнде аңлата". Күреүегеҙсә, башҡорттар был осраҡта "ап" киҫәксәһен ҡулланмай. Атабан: "Үp - төҫтө көсәйтеү киҫәксәһе, чигил һөйләшендә: үp үrүg (үп үрүг) - бигерәк аҡ".
Башҡорт телендә был киҫәксә лә бар, әммә үтә һирәк ҡулланыла: "үп-үткер бысаҡ". Шул уҡ ваҡытта телебеҙҙә Ҡашғари атап үткән әлеге киҫәксәгә оҡшаған "өп" һүҙе бар, мәҫәлән, был киҫәксә "өр" киҫәксәһе менән бәйләнештә тора: "өп-өр-яңы". Дөрөҫ, һуңғы осраҡта, башлыса "өп" киҫәксәһе төшөрөлөп ҡалдырыла: "өр-яңы". Ғөмүмән, башҡорт телендә "өп" киҫәксәһе һирәк ҡулланыла, күбеһенсә, ошо ҡиҫәксәне ҡушып һөйләү диалекттарға хас. Миҫал өсөн: "өп-өҫтөн", "өп-өркәк". "Өп"кә параллель рәүештә уның ҡалын әйтелешле "оп" варианты ла осрай: "оп-осло бағана".

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-43-сө һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 518

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru