«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН БЫЛ ГӘЗИТКӘ ТУЛЫҺЫНСА ЫШАНАМ
+  - 

Өйгә тиҫтәләгән баҫма килһә лә, һәр кемдең яратып уҡыған һәм иң беренсе ҡулына алған гәзит-журналы була. Минең өсөн шундай гәзиттәрҙең береһе - "Киске Өфө".

"Киске Өфө"нө республикабыҙҙың төп гәзиттәре исемлегенә индерәм һәм был бер ҙә хата ла, яңылышыу ҙа түгел. Үҙенең 16 битенә ул тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрен дә тулы кимәлдә "һыйҙыра". Баҫма республика, ил һәм хатта донъя сәйәсәтен дә урап үтмәй, бөгөнгө менән бер рәттән, тарихты ла киң яҡтырта, һаулыҡҡа ҡығылышлы йөкмәткеле, файҙалы мәғлүмәт менән дә бүлешә. Ошо урында тағы бер нәмәне билдәләп үткем килә: уҡыусы иғтибары артынан ҡыуып, нисек тә булһа иҫте китәрергә тырышып, әллә ниндәй аңлайышһыҙ һәм беҙҙең тормоштан бөтөнләй алыҫ булған сәләмәтлек ысулдарын яҙмай гәзит. Уның битендә сыҡҡан ниндәй кәңәште алһаң да, составында үҙебеҙ күреп-белгән, ишетеп үҫкән үлән, тамыр, йәшелсә-емеш һәм башҡа шундай саралар ғына. Был бик уңайлы һәм, миңә ҡалһа, ышаныслы.
Мин "Киске Өфө"гә тулыһынса ышанам. Бөгөнгө көндә "ышаныс" төшөнсәһе юғалып та барған кеүек, һәр кем үҙен һаҡ тота, уҡығанына ла әллә ни ышанып бармай. Ә "Киске Өфө"гә был йәһәттән мин һүҙ тейҙерә алмайым. Гәзит үҙ битендә баҫҡан һәр һүҙгә ҡарата яуаплылыҡ тойоп эшләй һәм йәшәй. Был үҙ уҡыусыларына ҡарата булған ихтирам тураһында һөйләй.
Өҫтән-мөҫтән генә, "килде - китте", "үтте - эшләнде" тип кенә яҙып сығып килгән ҡайһы бер баҫмаларҙан айырмалы рәүештә, "Киске Өфө"лә донъя күргән һәр материал төплөлөгө, мәғлүмәтлеге, төрлөлөгө менән айырылап тора. Һәр бер мәҡәлә уны әҙерләгән журналист күңеле аша ғына түгел, ә баҫманың баш мөхәрриренең йөрәге, үткер күҙе һәм талапсан ҡулы аҫтынан үткәне күҙгә асыҡ сағыла.
Гәзиттең тағы бер күңелемә яҡын сифаты - яҙылыу теленең уҡымлы, аңлайышлы булыуы. Баҫма ҡыҙыҡлы, күңелде ыңғайға көйләй, аң-даирәне киңәйтә, ышаныс өҫтәй.

Ғәлим АТАУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 519

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru