
Республика Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, Махсус хәрби операция барышында Башҡортостан яугирҙары пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеүҙә ҙур тәжрибә тупланы, ти.
Уның билдәләүенсә, тәүге осорҙа БПЛА менән идара итеү буйынса белгестәр етешмәй. Шуға хәрби күнекмәнән һуң һалдаттар өҫтәмә рәүештә дрондарҙы өйрәнә һәм үҙаллы яңы хәрби һөнәр үҙләштерә. Хәҙер улар, юғары класлы белгестәр булараҡ, МХО-ла алған тәжрибәне йәштәргә тапшыра. Башҡортостан төбәктә тупланған исемле үҙ батальондарын пилотһыҙ осоу аппараттары менән даими тәьмин итеп тора.
Шуны белеү мөһим: пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары йыраҡтан тороп эшләй. Дрондарға идара итеү пультынан алғы һыҙыҡҡа тиклем бер нисә тиҫтә километр булыуы ихтимал. Операторҙар яу яланын өйрәнә, дошмандың позицияһын разведкалай, кәрәк саҡта һөжүм итә, хатта йөк алып барып еткерә. Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошман позицияһына, техникаһына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата премия яҙыла. Оператор, әлбиттә, компьютер техникаһын, информатиканы яҡшы белергә тейеш. Карта менән эшләү оҫталығы ла кәрәк. Сит ил телдәрен белһә, бигерәк тә яҡшы.
Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйен барлыҡ дәүләт ярҙам саралары, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған. Шуны ла әйтергә кәрәк, был һөнәр эйәләре алған тәжрибәһен, белемен тыныс тормошта ла ҡуллана ала. "Пилотһыҙ осоу аппараттары белгестәре сәнәғәттең, ауыл хужалығының, яғыулыҡ-энергетика комплексының бөтә тармаҡтарында ла эшләй ала", - ти Алик Камалетдинов.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ҡабул ителә.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|