«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠОРАЛ МЕНӘН - ТРАМП БИЛӘМӘҺЕНӘ
+  - 

Украина конфликты Киев режимы башлығын ғына түгел, Евроберләшмә илдәре лидерҙарын да төрлө сүрәткә индереүсе һәм уларҙың ысын йөҙөн фашлаусы "лакмус ҡағыҙы" менән бәрәбәр булды. Уларҙың сәйәси портреттары һәм "трюк"тарына цирк януарҙары ла көнләшер ине, буғай.

Рәсәйгә ҡарата аҡтыҡ сиккә килеп еткән агрессив мөнәсәбәте һәм аҡылһыҙ санкцияларын телгә алып тормаған хәлдә лә, Евроберләшмәнең Украина конфликтын көйләү буйынса Рәсәй менән диалог мәсьәләһендә үҙҙәрен тотошо һәм ҙур сәйәсәт ҡалыптарына һыйышһыҙ ҡылыҡтары донъя хәлдәрен күҙәтеүсе ябай граждандарҙа ла хатта аптырау ҡатыш ирония тыуҙыра. Бер ай элек кенә Германия канцлеры Мерц "ут күршеһе" Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе тигеҙләү хаҡында һөйләһә, әле килеп Рәсәйҙе варварлыҡта ғәйепләй һәм Макронға ҡушылып, икеһе бер тауыштан Владимир Путин менән диалогты көйләүгә ҡырҡа ҡаршы булыуҙарын белдерә. Былар "русофрения" сиренән яфалана, ахыры, тип яҙа ирланд журналисы Брайан Макдональд.
Европаның "цирк уйындары"нан тиҫтә меңләп саҡрым ситтә ятыусы һәм, ғөмүмән, был йәһәттән битараф булырға тейешле япон халҡы ла хатта үҙ фекерен белдереүҙе кәрәк тип таба. Ошо көндәрҙә генә Yahoo News Japan ҡулланыусылары Рәсәй менән диалогты юлға һалыу буйынса Франция президенты Эммануэль Макрон менән немец канцлеры Фридрих Мерцтың айыҡ аҡыл һәм ябай логика сиктәрен ашатлаусы килделе-киттеле белдереүҙәренән көлөп яҙып сыҡты: "Франция ни ҙә, Германия ни - уларҙың еврофлюгерҙар икәнлеге күптән билдәле. Шуны иҫтә тотоу ҙа етә: "демократик" Көнбайыш Европа ике тапҡыр "ғына" донъя һуғышы башланыуға төп сәбәпсе булды." "Европа тынғы тапмай: халҡы Украинанан тамам бүкте, Рәсәйгә ҡаршы санкциялары үҙҙәренә бумеранг булып ҡайтты: хаҡтар арта, Евроберләшмә илдәре украин ҡасҡындары менән тулды..."
Украина Ҡораллы көстәренә ялланған сит ил һалдаттары, илдәренә ҡайтыуҙа ярҙам һорап, Рәсәй яғына мөрәжәғәт итә башланы. Ә Зеленский, әйтерһең дә, үҙ утрауында йәшәй һәм быларҙың береһен дә күрмәмешкә һалыша. Ошо көндәрҙә генә ул ярҙамсыларына Мәскәү менән конфликтты... өс йылға һуҙыу планын әтмәләргә ҡушты. Өсөнсө яҡтан, Британия премьеры Кир Стармер, бик өндәшеп бармаһа ла, аҫтыртын этлек ҡорорға шәп булып сыҡты. L,AntiDiplomatico баҫмаһы яҙыуынса, Британия властары евросоюзниктары менән берлектә Рәсәйгә ҡарата өҫтәмә көсөргәнеш сығанаҡтары тыуҙырыу менән шөғөлләнә. Украина буйынса Женевалағы һөйләшеүҙәрҙең икенсе туры хаҡында һөйләгәндә Рәсәй делегацияһы башлығы, РФ Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский ҙа тап шуны дәлилләп, Европаның ваҡиғалар барышына баҫым яһарға маташыуы хаҡында әйтте.
Бынан тыш, Мединский "осрашыуҙың ауыр, ләкин эшлекле кимәлдә" үтеүен, ләкин Рәсәйҙең үҙ талаптарынан тайпылмаясағын белдерҙе һәм тиҙҙән сираттағы осрашыу буласаҡ, тине. Украина делегацияһы ағзаһы, президент офисы етәксеһе Кирилл Буданов, Британия матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса, тыныслыҡ килешеүен мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итеү яҡлы булһа, делегацияның башҡа ағзалары, шулай уҡ Зеленский ҙа быға ҡаршы. Женевала төп иғтибар территория мәсьәләһенә ҡағылды, тип фаразлай мәғлүмәт саралары. Шулар иҫәбендә - Украина Ҡораллы көстәрен Донбастың баҫып алынған өлөшөнән сығарыу, Киев үҙ ҡарамағында ҡалдырырға ҡырталашҡан Запорожье АЭС-ына статус биреү мәсьәләләре. Әлеге лә баяғы Евроберләшмә вәкилдәре Германия, Франция, Британия һәм Италияның да Женева һөйләшеүҙәрендә ҡатнашырға теләк белдереүҙәре Америка менән Рәсәй яғы тарафынан кире ҡағылды.
Әйткәндәй, Украина конфликтын мөмкин тиклем тиҙерәк көйләү АҠШ мәнфәғәтен дә сағылдыра. Вашингтонда булып үткән матбуғат конференцияһында белдереүенсә, АҠШ президенты Дональд Трамп үҙ ниәтенән ҡайтырға йыйынмай, Украина конфликтын көйләү буйынса планын ул көҙгә тиклем бойомға ашырырға иҫәп тота. Уның был йәһәттән "үҙһүҙлелеге" АҠШ Конгресына ноябрҙә буласаҡ һайлауҙар менән бәйле: ул Трамптың "дипломатик еңеүен" күрһәтәсәк, сөнки һайлауҙар һөҙөмтәләре ил граждандарының президент эшмәкәрлегенә лә баһа белдереүе булараҡ ҡарала. Ләкин был араларҙа АҠШ-та Трампҡа ҡаршы көстәр әүҙемләшә: демократтар яҡлы бер нисә штат башлыҡтарының ҡайһы бер эре америка компаниялары менән берлектә юллауы буйынса, АҠШ-тың Юғары суды президент Трамптың сит ил тауарҙарына юғары пошлиналарын конституцияға ҡаршы килеүсе сара тип тапты һәм Трамптың үҙ вәкәләттәре сигенән сығыуын билдәләне. Пошлиналар индереү һәм һалымдар фәҡәт конгресс ҡарамағында, тип әйтелә Юғары суд ҡарарында. Ләкин Трамп, суд ҡарарына ҡарамайынса, яңынан сираттағы пошлиналарын иғлан итте. Вице-президент Джей Ди Вэнс һәм башҡа ҡайһы бер сәйәсмәндәр Юғары суд ҡарарын тәнҡитләп сыҡты һәм уны законһыҙлыҡ, тип атаны. Трамп иһә бирешергә уйламай һәм пошлиналарға альтернатив саралар эҙләй.
22 февраль төнгө сәғәт 01:30 минутта мылтыҡ менән ҡоралланған һәм бензинлы кәнистр тотҡан йәш ир АҠШ президенты Трамптың Флоридалағы Мар-а-Лаго резиденцияһы биләмәһенә үтеп инә һәм ҡоралын яһарға әҙерләнгән мәлендә һаҡсылар тарафынан атып үлтерелә. Был ваҡытта Дональд Трамп һәм уның ҡатыны Вашингтонда булып ҡала.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Ысынлап та лайыҡлы кеше ҡайҙалыр төптә йәшеренеүсән. Ул халыҡ араһынан сыҡмай, һаранланмай, ығы-зығыһыҙ йәшәй һәм үҙе тураһында оноттороусан.

(Екатерина II).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru