«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.

Ҡайһы бер урындарҙа йырындар тотошлайға ошо таш һибелмәләре менән тулған, бындағы кешеләр уларҙы "таш шишмәләре" тип йөрөтә. Уларҙың килеп сығышы хаҡында башҡорттарҙа шундай риүәйәт бар. Ҡасандыр бында шайтандар һәм фәрештәләр араһында һуғыш булып үткән, шайтандар күп булғас, ул оҙаҡ барған. Фәрештәләргә ярҙамға яңылары ебәрелгән, шунан һуң улар шайтандарҙы еңгән һәм, ҡаяны ватып, уларҙы таш менән күмеп ҡуйған. Тап шуға күрә башҡорттар бындай урындарҙан үтеп йөрөргә хәүефләнә һәм бынан үткән саҡта бер ҡасан да үҙ-ара һөйләшмәй, сөнки ниндәйҙер бер шайтандың уянып китеүенән ҡурҡа.
Юлыбыҙҙың Инйәргә тиклемге икенсе яртыһы бынан да төпкөлөрәк урындарҙан үтә, һәм шул уҡ ваҡытта тәбиғәт ҡеүәтенең кешенән ни тиклем бөйөгөрәк булыуы анығыраҡ тойола. Кеше үткеһеҙ төпкөл. Көнө буйына бараһың, әммә бер әҙәм заты ла осрамай. Үле тынлыҡ урынлашҡан. Бер тауыш та юҡ; әмәлгә ҡалғандай, бер генә булһа ла ҡошсоҡтың ҡысҡырғаны ишетелмәй. Тынлыҡ ат аяҡтары тауышы менән генә боҙола, йә булмаһа ҡор осоп киткәндә йә иһә тейен йүгереп үткәндә ботаҡ шыртлағаны ғына ишетелеп ҡала.
Тауҙар сәскә атҡан муйыл, гөлйемеш, төрлө бал биреүсе үләндәрҙең хуш еҫтәре менән тулған, һәм быларҙың барыһы өҫтөндә - бер болотһоҙ зәңгәр күк. Уралдың ошо ҡырағай урындарында, ошондай юлдан үткән саҡта ниндәйҙер бер айырым хистәр кисерәһең, күңелеңде ниндәйҙер бер кешеләрҙән ситләшелгәнлек, айырылғанлыҡ тойғоһо биләп ала, шул уҡ ваҡытта тау түбәләренә күтәрелгәндә, йә иһә үҙәндәргә төшкәндә ошо ҡырағай, кеше ҡулы тейелмәгән тиерлек Урал тәбиғәтенең гүзәл күренештәренән ләззәт алаһың: урмансыларҙың йыртҡыс ҡулдары бында тиклем үтеп инә алмаған.
Өшөрә йылғаһының түбәнге ағымында, уның Оло Инйәргә ҡойған урынында Осман (Усман)-Галина тигән ауыл урынлашҡан (Уҫманғәле ауылы. - Тәрж. иҫк.) Бынан башлап Өшөрә йылғаһы үҙәне киңерәк һәм тигеҙерәк була бара - тауҙар алыҫтараҡ ҡалған кеүек тойола, туғайҙар һәм сабынлыҡтар осрай.
Осман-Галина ауылы янында Инйәрҙе аша сығырға тура килде, ул бында үҙен ҡамалап алған тауҙар араһынан сығыу юлын тапҡан, киңәйә биргән, әммә тәрәнәймәгән. Яҙҙарын һәм ямғырлы көндәрҙә ул ярһып аға, уны аша сығып та булмай. Инйәр ярҙары иҫ киткес матур, бигерәк тә заводтан түбәнерәк һәм уға яҡын ерҙәрҙә: бында һыуға перпендикуляр рәүештә тиерлек төшөп торған һоро ҡаялар бик күп, улар араһында тәрән йырындар һәм үҙәндәр күренә. Билләғош, Ҡараташ, Ямантау һәм башҡа тауҙарҙан бик гүзәл күренеш асыла. Ошо тауҙарға артылыу нисек кенә ауыр булмаһын, уларҙан Урал армыттары, тауҙар араһындағы үҙәндәр ғәжәп матур булып күренә, ә һуңғыларын күҙгә әллә ни салынырлыҡ булмаған башҡорт ауылдары төйәк иткән.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-7-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ысынлап та лайыҡлы кеше ҡайҙалыр төптә йәшеренеүсән. Ул халыҡ араһынан сыҡмай, һаранланмай, ығы-зығыһыҙ йәшәй һәм үҙе тураһында оноттороусан.

(Екатерина II).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru