«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЕРҘЕҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДАЛАР
+  - 


Концерт-маҙарҙарҙа бейеү ансамблдәренең сығышын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмә. Сәбәбе ябай: бейеү коллективының дәрте, бейеү рухы арбай уларҙы. Ә бит шундай ансамблде төҙөргә, тәрбиәләргә кәрәк. Ошо хаҡта һәм бейеү серҙәрен аңлау тураһында 3-сө Сибай полилингваль күп профилле гимназия-интернатының "Салтанат" өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Фәнүзә МӨХӘМӘТЙӘНОВА менән һөйләштек:

Бейеүгә әүәҫтәр

Сибайҙы электән, бейеүселәр ҡалаһы, тип йөрөтәләр. Мин дә һөнәрем буйынса хореограф, оҙаҡ йылдар ҡала мәҙәниәт һарайында эшләнем. Бейеү сәнғәтен яратҡас, балаларға ла бейеү серҙәрен өйрәтергә тигән ҙур теләгем була торғайны. Ул ваҡыттағы Сибай гимназия-интернаты директоры Кинйәғол Хәйбулла улы Ғайсинға ниәтемде еткерҙем. Ул уйымды ихлас ҡабул итте, шулай итеп, төрлө райондарҙан йыйылған ауыл балалары уҡыған интернат-мәктәптә бейеү түңәрәге ойошторҙом. Был башланғыс үҙем өсөн дә, күҙҙәре балҡып янып торған балалар өсөн дә бик тә оҡшап ҡалды. Улар шул тиклем бейеүгә әүәҫтәр, килеүемде ишек төбөндә көтөп торалар, бейеү бөттө ниһә, мине ебәрмәйҙәр, һаман да бейегеләре килеп тора. Хәҙерге балалар менән сағыштырам да, айырма бик ҙур булған, тип һығымта яһайым.

Исем ҡушыу

Интернат-мәктәптең статусы үҙгәреп, уҡыу йорто яңы урынға күскәс тә, башлаған эшемде дауам иттем. Яңы мәктәптә түңәрәккә исем ҡушыу кәрәклеген аңланым, сөнки элек ундай йола булмай торғайны. Баҡтиһәң, 15 йыл дауамында тик бейеү түңәрәге генә булып йөрөгәнбеҙ, уйлап ҡараһаң, беҙ күптән ул кимәлдән үткәнбеҙ. 2010 йылда бейеүгә йөҙҙән ашыу бала килде. Кемдәр тырыш, кемдең бейеүгә оҫталығы күберәк икәнен ҡарап, күҙәтеп йөрөп, байрам сараларында, төрлө бейеү конкурстарында ҡатнашыу өсөн бейеү ансамбле төҙөргә булдым. Исем ҡушыу тураһындағы уйымды мәктәп директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбоваға еткерҙем. Ниндәй варианттарығыҙ бар, яҙып алып килегеҙ, тип, ул һис һүҙһеҙ риза булды. Күңелемә ятҡан исемдәрҙе яҙып, балалар менән кәңәшләшеп, улар тәҡдим иткән исемдәрҙе өҫтәп, директорға күрһәттем. Ниндәйҙер бер әҙәби әҫәрҙәге ҡолаҡҡа ятышлы "тылсымлы, ҡөҙрәтле" мәғәнәһендәге Салтанат исеме күңелемә уйылып ҡалғайны, шуға исемлеккә иң тәүҙә шуны теркәгәйнем. Роза Хаммат ҡыҙы исемлекте ҡарап сыҡты ла, нәҡ шул атамаға туҡталды. Ысынлап та, ят исем, бер ансамблдә лә ундай юҡ. "Салтанат"ҡа балалар ҙа ҡушҡуллап риза булды.



Бейеүсе булып тыумайҙар

Бейеүселәрҙе һайлағанда иң тәүҙә баланың ихлас теләгенә иғтибар итәм, әлбиттә, буй-һыны, тышҡы ҡиәфәте лә мөһим. Ҡай саҡ эске тойом менән ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәрен үҙем саҡырам. Бөтөнләй бейей белмәгәндәр ҙә яйлап-яйлап өйрәнеп, матур ғына бейей башлайҙар. Егеттәрҙе һайлағанда ҡыйынлыҡтар була, сөнки улар бейеүгә артыҡ ылыға һалып бармайҙар. Бәләкәйерәк саҡтарында ҡыҙыҡһынып йөрөйҙәр ҙә, 9-сы класҡа етһәләр, һүлпәнәйәләр, ситкә тайпыла башлайҙар, күбеһе спортҡа өҫтөнлөк бирә. Шулай булһа ла, егеттәрҙе тоторға тырышам, улар беҙҙә бар, ансамблдә һигеҙ пар гел һаҡланып килә. Иң күңелһеҙе шул: сығарылыш класына еткәс, беҙ улар менән хушлашабыҙ, бәләкәйҙәрҙән яңы төркөм төҙөйбөҙ, был күсәгилешлек йыл һайын ҡабатлана. Әле көрсөк мәле кисерәбеҙ, былтыр 9-сы, 11-се кластарҙа уҡыған егеттәр-ҡыҙҙарыбыҙҙың яртыһы мәктәпте тамамлап китте. Хәҙер шуларҙың артынан эйәреп килгән балалар менән шөғөлләнәбеҙ, ансамблгә ҡушабыҙ. 5-се кластарҙы мин әҙерлек төркөмө тип атайым, улар ябай күнекмәләр яһайҙар, кәүҙәләрен матур итеп тура тотоп атларға өйрәнәләр, шунан яйлап иң еңел бейеүҙәрҙе өйрәнә башлайҙар. Урта төркөмдәгеләр ҡатмарлыраҡ хәрәкәттәрҙе өйрәнәләр, улар менән былтыр декабрҙә Өфөгә конкурсҡа барып, беренсе урын алып ҡайттыҡ. Төп төркөмдә, әлбиттә, өлкән класс уҡыусылары шөғөлләнә, ҡатнашып бейегән осраҡтар ҙа була. Былтыр 10 апрелдә ансамблдең 25 йыллыҡ юбилей концертында 60 бала бергә сығып бейене.

Улар ҙа беҙҙе тәрбиәләй

Айыуҙы ла бейетеп була, тиҙәр. Булалыр, ниңә булмаһын. Хатта ошо әйтемгә оҡшаш бер миҫал килтерә алам. Оҫта булыр өсөн бер процент һәләткә 99 процент тырышлыҡ һалыу етә, тигән фекер бар. Бала ихлас тырышһа, теләге көслө булһа, ул ҙур уңыштарға өлгәшә ала, тип, беҙҙең мәктәптә булған хәлде балаларға гел һөйләйем. Бейеү түңәрәгенә яҙылған бер егетебеҙ көйҙө лә ишетмәй, ритмды ла тота алмай ине. Етмәһә, аяҡтары ла әҙерәк кәкере, арҡаһы көмөрө, бейеүсегә бөтөнләй бармай. Тик бейеүсе булыу теләге көслө икәне күренеп тора. Балаларға ҡаршы барыу ғәҙәтем юҡ, "Һин түңәрәккә йөрөмә", - тип әйтә алмайым, баланың күңелен ҡыймайһың бит инде. Башҡаларға эйәреп, бергә шөғөлләнә, тик арҡыры баҫа. Әйҙә, йөрөһөн, үҙе китер әле, тип уйлайым, сөнки ҡайһы бер балалар үҙ хәлен аңлап, бейеүҙе ташлайҙар. Ә был ныҡышмалы күренә, үҙенсә тирләп-бешеп тырышып йөрөп тик ята. Бер йыл йөрөнө, ике йыл, өс йыл булып китте. Тап булған һайын, тура йөрө, тип, гел уның арҡаһына һуға торғайным. Шунан был яйлап-яйлап турайып килә, турайып килә, хәрәкәттәре лә матурая бара. Шулай булһа ла, уны коллектив бейеүгә ҡуймайым, ситтә генә йөрөй, ә үҙе бейеү хәрәкәттәрен белә. Мәктәп кимәлендә үткән концертта бер егетебеҙ ауырып китте. Фидан, әйҙә, тороп ҡара әле коллектив бейеүгә, тим. Был шатланып риза булды. Ҡараһам, был бейеүҙе башынан аҙағына тиклем ҡәҙимге белә, тик көйгә әҙерәк кенә арҡырыраҡ баҫҡан һымаҡ. Ярай, мәктәп эсендәге бейеүгә бара, тип уйлайым. Етмәһә, һигеҙ парҙы етәүгә ҡалдырғы ла килмәй, сөнки балалар буташа башлайҙар, парһыҙ ҡалған ҡыҙ өсөн дә борсолам, уның да бейегеһе килә бит. Шунда уның шатланғанын күрһәгеҙ! Сәхнәгә сығып бейеүенә ҡыуанып, күҙҙәре янып тора. Шунан һуң уны яйлап-яйлап коллектив бейеүҙәргә ҡуя башланым. Күрәм, был тырыша, гел ваҡытында йөрөй, бер дәресте лә ҡалдырмай. Шулай йөрөй торғас, ул тамам бейергә өйрәнеп алды. Баҡтиһәң, ныҡышмал шөғөлләнһәң, тырышһаң, кеше үҫешә, көй ҙә ишетелә башлай, ритм да яйға һалына икән, һыу аҫтында бейегән дельфиндар кеүек. Тәбиғәттән бирелмәһә, бирелмәй, тип әйтһәләр ҙә, тырышлыҡ булғанда һәләт барлыҡҡа килә икән - мин шуны аңланым. Тәжрибә тигән нәмә шулай булалыр. Элек ундайҙар тураһында, ҡолағына айыу баҫҡан, унан бер нәмә лә сыҡмай, тип уйлай торғайным. Аҙаҡтан Фидан беҙҙең менән әллә күпме конкурстарҙа ҡатнашты - Ҡурғанға ла, Магнитогорскийға ла барҙыҡ, Өфөләрҙә лә йөрөнөк. Мин уны башҡаларға үрнәк итеп ҡуя башланым, сөнки ул оҫта итеп бейергә өйрәнеүҙән тыш, кәүҙәһе лә турайҙы.
Сығарылыш кисәләре ваҡытында беҙҙә мәктәп шығырым тулы була: балаларҙың атай-әсәйҙәре килә, элекке сығарылыштан да киләләр, уҡытыусылар, уҡыусылар - бөтәһе лә бер залға йыйылалар, ҡотлайҙар, мәктәпкә ҡағылышлы йылы һүҙҙәрен еткерәләр. Кисә бөтөүгә ҡарай алып барыусы, тағы кемдәрҙең әйтер һүҙе бар, тигәйне, Фиданым йүгереп сығып, сәхнәгә менде. Ыста, ул унда ни эшләй икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, Фидан һүҙ алды. "Фәнүзә Мәжит ҡыҙына рәхмәт әйткем килә, ул мине туҡмай-туҡмай бейергә өйрәтте", - ти. Туҡмай тигәне гел арҡаһына һуғып йөрөүҙе әйтәлер инде. Бөтәһе лә гөж итеп ҡалдылар. Йүгереп төштө лә мине ҡосаҡланы, үҙе илай. Бына бит ул нисек, бейеү уның өсөн шул хәтлем мөһим булған икән! Балалар ҙа тәрбиәләй бит ҡайһы ваҡыт, беҙ уларҙы ғына түгел, улар ҙа беҙҙе тәрбиәләй. Үҙҙәренең холоҡтары менән...

Күңел талабы ла

Шундай балалар була, бигерәк тә егеттәр - һәләте бар, буй-һыны бар, ритмды тоя, бәләкәй саҡтан бейей башлаған, шартлатып бейерлек, тик ялҡау! Ундайҙар бейеүгә һүлпән генә, инәлтеп кенә йөрөйҙәр, дәрестәрҙе ҡалдыралар. Ҡыҙғанысҡа, шундай тенденция бара хәҙер, күрәһең, бейеү - күңел талабылыр инде, ул кәүҙәне матурайтыу өсөн генә түгел, рухи яҡтан үҫешеү өсөн дә мөһим. Һуңғы йылдарҙа үҙем өсөн асыш яһаным: эйе, бейеү - хәрәкәт, уның менән шөғөлләнеү тик файҙаға ғына. Кешенең мейеһен өйрәнеүсе ғалимдар һәр кеше бала сағынан уҡ музыка, вокал, бейеү, йә иһә һынлы сәнғәт менән шөғөлләнһә, мейеһенең ярымшарҙары тигеҙ үҫешә икәнен күптән иҫбатлаған. Бындай мөмкинлектән мәхрүм булғандарҙың мейеләренең бер ярымшары йоҡлай. 18-се, 19-сы быуаттарҙағы дворян ғаиләләрендә һәр баланы ни өсөн бәләкәйҙән үк берәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәткәндәрен яҡшы аңлайым хәҙер. Мәжбүри рәүештә уҡытыуҙары бушҡа түгел, мәғәнәле булған. Бөгөн дә бар ундай ғаиләләр, тик һирәк. Етмәһә, бейеүҙе күңел асыу сараһы һымаҡ ҡабул итеүселәр йышая бара, юҡсы, ул - бик етди шөғөл. Үҙ бейеүселәремә ҡарап, ҡыуанып йөрөйөм, үҙҙәренә лә әйтәм, 15 йылға ғүмерҙәрегеҙ оҙая, тим. Әлбиттә, һүҙ тик бейеү тураһында ғына түгел, кемдер йырлауға маһир, кемдер һүрәт төшөрөргә ярата, йә иһә берәй музыка ҡоралында уйнай. "Ысын сәнғәтте яратҡан кешеләр Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй", - тигән бит Мостай Кәрим. Был ҡанатлы һүҙҙәр һәр кемебеҙгә ҡағыла, Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәгән кешеләрҙең күберәк булыуын теләр инем.

Бейеү хәрәкәт кенә түгел

"Сәнғәттең күңелегеҙгә ятҡан төрөн һайлағыҙ, башҡорт булғас, һис шикһеҙ, ҡурайҙа уйнағыҙ, бейегеҙ", -тим балаларға. Элек бит сәсәндәр быуындан-быуынға халыҡ ижадын һаҡлап алып ҡалған, йырсылар халыҡ йырҙарын йәштәргә өйрәткән, хәҙерге һымаҡ ноталарға һалып, институттарҙа уҡытмағандар бит. Бейеүҙәрҙе лә өйрәткәндәр, берәү ҙә бейеүсе булып тыумаған, бер-береһенән өйрәнеп үҫкәндәр. Был бик мәғәнәле эш. Бейеүҙәр һәр кем өсөн мотлаҡмы, әйтә алмайым, әммә һәйбәт күренеш икәнен аңлайым. "Массовый булырға тейеш", тип, спортты пропагандалайбыҙ бит, бейеү ҙә шулай булһа, һис тә хилаф булмаҫ ине. Хәҙер күп ерҙәрҙә өлкәндәр үҙҙәре клубтар ойоштороп, бейергә өйрәнәләр. 70-90 йәшлектәр шулай аралашалар, һаулыҡтарын яҡшыртып, ғүмерҙәрен оҙайталар, ниңә, насармы ни! Бик тә мәслихәт! Өйҙә ауырыйым-ауырыйым, тип, һыҙланып ултырғансы, бейеп йөрөй икән, бик тә һоҡланғыс. Хатта "Байыҡ" конкурсында ҡатнашалар икән, тимәк, хәрәкәт өсөн генә шөғөлләнмәйҙәр, күңелдәре лә байый, яңғыҙлыҡтан да ҡотолалар. Былар бөтәһе лә һәйбәт, ыңғай күренеш, тип уйлайым.

Кескәй генә йәштән...

Баҡтиһәң, ҡафтауҙыҡылар балаларын 4 йәштә үк бейеүгә баҫтыралар икән. Уларҙың егеттәренең һәр береһе бейей белә, сөнки бейеүҙе мотлаҡ шөғөл, тип һанайҙар. Дүрт йәштә үк малай аяғының осона баҫа башлай икән, тимәк, киләсәге бар. Беҙҙең башҡорт егеттәрен дә шулай бала сағынан бейетер кәрәк, тип уйлайым, сөнки ҡаныбыҙҙа бейеү рухы, дәрте бар, тау кешеләренән бер ҙә ҡалышмайбыҙ. Мәҫәлән, Хәлил Ишбирҙиндың бөтә бейеүҙәре лә башҡорт рухына ҡоролған, халҡыбыҙҙың үлмәҫ характерын сағылдыралар. Бейегән бала бит теләһә ҡалай йөрөмәй, аҙаҡтан унан насар кеше сыҡмай, ул тәрбиәле була. Әлбиттә, бөтә кеше лә бейеүсе булып китмәй, күптәргә тәтемәй был һәләт, һүҙ тәрбиә тураһында. 15 йыл эшләүем дәүерендә бер генә бейеүсем Стәрлелә профессиональ ансамблдә бейей, ҡалғандары ҡайҙа уҡыһалар ҙа, Мәскәүҙәме, Питерҙамы, шундағы уҡыу йорттарының бейеү ансамблдәрендә бейейҙәр, юғалмайҙар. Фидандың былтыр туйы булды, видеоһын һалған, шунда бөтәһе лә бейеп йөрөй. Үҙенең туйында матур итеп бейеп йөрөүе ғорурлыҡ уята! Ә ул бит һөнәре буйынса бейеүсе түгел, әммә унда башҡорт рухы тәрбиәләнеүе матур күренеш.

Шулай итеп...
Милли рух тураһында йыш һөйләйбеҙ. Ә бит, уйлап ҡараһаң, халҡыбыҙҙың дәртле бейеүҙәре лә ошо тирмәндең таштарын әйләндереүсе көс икән дә баһа!

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Ысынлап та лайыҡлы кеше ҡайҙалыр төптә йәшеренеүсән. Ул халыҡ араһынан сыҡмай, һаранланмай, ығы-зығыһыҙ йәшәй һәм үҙе тураһында оноттороусан.

(Екатерина II).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru