«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БҮРЕ ҺӘМ ӘРӘМТАМАҠ ТӨЛКӨ
+  - 

Урманда ике дуҫ йәшәгән - һоро бүре һәм ҡыҙғылт ҡуңыр төҫтәге ерән төлкө. Икеһе ике төрлө холоҡло булһа ла, айырылмаҫ дуҫтар булған, ти улар. Бүре - көслө, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һунарсы булып танылған. Бер үҙе ҡоралай, ҡыр сусҡаһына һунар итә алған. Ҡайһы саҡта яҡын-тирәләге ауылдарҙан кәзә, йә һарыҡты ла һөйрәп килтергән. Ә төлкө инде сысҡан һәм ҡуяндарҙы ғына тота алған. Һуйыр һәм ағуналарҙың ояларын туҙҙырған, йәки ауылдарға барып әтәс-тауыҡтарҙы кетәктән урлаған. Бүре - хәйләһеҙ, бер ҡатлы һәм йомарт булған. Һунарҙан тапҡанынан үҙенә етәрлек кенә өлөштө алып ҡала ла, ҡалғанын бүре туғандарына һәм төлкө дуҫына биргән. Төлкө был дуҫлыҡты бик ҡәҙерләгән һәм һаҡларға тырышҡан. Ул бүрегә үҙенең эскерһеҙлеген һәм тоғро булыуын ышандырыр өсөн, тота алһа, ҡайһы саҡта сысҡан һәм ҡуяндары менән бүлешкән.
Төлкө - төлкө түгел инде, бар ҡыланыштары ла ғәҙел булһа! Уның бүлешеүендә лә хәйлә бар ине: "Мин уны сысҡан, ҡуян менән һыйлаһам, ул тотҡан ҡоралайы менән бүлешәсәк! Әгәр мин тотҡан ағуна менән уртаҡлашһам, ул һарыҡ боғаҙлап килтерәсәк... Был дуҫлыҡты миңә һаҡлар кәрәк! Бүре - минең өсөн бик уңайлы һәм ҡиммәтле дуҫ", - тип фекерләгән мәкерле төлкө. Хәйләкәр төлкө бүрене бәләкәй генә сысҡан менән һыйлағанда ла бүре ысын күңелдән шатланған: "Һеңлекәш! Һин һәр саҡ мине ҡайғыртаһың! Нимәң бар - барыһын да миңә бирергә әҙерһең! Шундай дуҫың булыуы ниндәй бәхет!"
Хәйләкәр, мут ерәнкәй, ысын күңелдән бирелгәнлеген, тоғролоғон күҙҙәрендә сағылдырырға тырышып, бүрегә мөлдөрәп ҡарай, ә үҙе эстән генә мыҫҡыл итеп көлә: "Һин һунар итерһең, мин ашармын. Һин ҡоралайҙар артынан хәлдән тайғансы сабырһың, ә мин уларҙы тотоп алып килеүеңде тыныс ҡына көтөрмөн... " Ошолай итеп, айҙар артынан айҙар үтә. Яҙҙы йәй алмаштыра, көҙ артынан ҡыш килә. Бүре ашарға таба, ә хәйләкәр төлкө көндәр буйы йомшаҡ яҫтыҡ-түшәктәрҙә аунап ял итә, үҙенең матур тунын таҙарта, үҙе кеүек эшһеҙлектән нимә эшләргә белмәгән ерән әхирәттәре менән сәғәттәр буйы урман яңылыҡтарын һәр яҡлап тикшереп, гәпләшәләр.
Арҡанды күпме ишһәң дә осо була, тигәндәй... Ҡыштың һыуыҡ бер көнөндә бүре, ғәҙәттәгесә, һунарға сыға. Ул болан эҙҙәренә юлыға. Тәрән көрттө йырып, хәлдән тайғансы, уларҙы оҙаҡ ҡына эҙәрлекләй. Ниһайәт, бүре боландарҙы табып ала. Улар уны тиҙ генә һиҙеп ҡалалар. Көтөүҙең иң көслө, иң ҙур боланы - көтөүҙең башлығы, башҡаларҙы ҡурсалап һаҡҡа баҫа. Үҙенең тарбаҡланып торған ҙур, мөһабәт мөгөҙҙәрен бүрегә тоҫҡап һөжүмгә күсә. Алыш оҙаҡ бармай. Болан мөгөҙө менән бүрене һөҙә. Ә бүре, уның муйынына йәбешер өсөн, боланға һикерә, ләкин болан да юғалып ҡалмай, көслө тояҡтары менән уның башына тибә. Бүренең күҙ алдары ҡараңғыланып китә һәм ул иҫһеҙ йығыла. Иҫенә килгәндә, эңер төшә башлаған була. Бүре ятҡан тирә-йүндәге ҡар, уның ауыр яраларынан һарҡҡан ҡандан ҡып-ҡыҙылға әйләнгән. Бөтә тәне һыҙлай ине бүренең. Торорға маташып ҡараһа ла, тора алмай интегә, үҙенең өңөнә саҡ шыуышып барып ауа ул.
Төлкө бүрене көнө буйы көтөп ала алмағас, уның өңөнә табан юллана. "Эй! Бүре дуҫ! Мин бөгөн урманды көнө буйы ҡыҙырып сыҡтым. Исмаһам, бер ҡуян да, хатта сысҡан да тота алманым! Аслыҡтан һәм ныҡ арыуымдан саҡ аяҡтарымда баҫып торам! Ә һин бөгөн, моғайын, һунарға сыҡҡанһыңдыр? Үҙең туҡ булғас, минең турала оноттоң инде! Дуҫтар улай ҡыланмай! Мин һәр саҡ һинең менән табышымды бүлешә инем!.."- тип йәлләтеп һөйләнә бүренең өңөнә яҡынлашҡас. Өңгә яҡын кигәс, ул бүренең ҡаты яраланғанын, ауыр итеп тын ала-ала, ут кеүек янған тәнен һыуытыр өсөн ҡар ашағанын күрә. Эйе, хәҙер ул оҙаҡ ҡына һунарға сыға алмаясаҡ! Уның үҙенә хәстәрлек, тәрбиә кәрәк... Ике йөҙлө төлкө уға ярҙам итеү тураһында уйламай ҙа хатта. Бынан һуң бүренән файҙа булмаясағын аңлай. Һәм шунда уҡ үҙенә башҡа көслө дуҫ эҙләргә сығып та йүгерә.
Бүре ауыр яраларын ялай-ялай үкенеп уйлай: "Нисек итеп мин ошо хәйләкәр, мут төлкөнөң алдаҡсы һүҙҙәренә ышандым икән?" Әгәр был хәл булмаһа, бүре оҙаҡ ҡына төлкөнөң ысын йөҙөн һәм дөрөҫлөктө белмәҫ ине. Юҡҡа әйтмәйҙәр бит: "Дуҫтар ауыр саҡта, бәлә килгәндә беленә!" - тип.
"Кеше яҡын дуҫы тотҡан динде тота, шуның өсөн кем менән дуҫ булыуыңа иғтибар ит!" - тиелә хәҙистәрҙә.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ысынлап та лайыҡлы кеше ҡайҙалыр төптә йәшеренеүсән. Ул халыҡ араһынан сыҡмай, һаранланмай, ығы-зығыһыҙ йәшәй һәм үҙе тураһында оноттороусан.

(Екатерина II).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru