«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ГИПНОЗ: ФАНТАЗИЯМЫ, ӘЛЛӘ ЫСЫНБАРЛЫҠМЫ?
+  - 

Сирлеләрҙе дауалап та була

Гипнотерапия менән даими шөғөлләнмәнем, сөнки бының өсөн мотлаҡ медицина белеме кәрәк тигән фекерҙә ҡалдым. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа психоген тайпылыштары булған балаларға ярҙамым тейҙе. Башланғыс кластар факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегендә лекциялар һәм семинарҙар төштән һуңғы ваҡытҡа ҡуйылды. Шулай бер көндә, кискә табан, беҙҙең уҡытыусылар бүлмәһенә оло ғына йәштәге студентка килеп инде. Ул, педучилище тамамлағас, Белорет ҡалаһының бер мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта. Ул миңә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Эш бына нисек булған. Уның 6 йәштәге ҡыҙына урамда бер уҫал эт ташланған, ә ҡыҙыҡай абынып йығылған сағында күҙенә ҡоро ботаҡ ҡаҙала. Уның күҙен операция эшләп ҡотҡара алмайҙар, ҡыҙсыҡ бер күҙенән яҙа. Уның әсәһенең һөйләүенсә, ҡыҙ шунан һуң сирләй башлай, аппетиты юғала, ныҡ ябыға, дуҫ ҡыҙҙары булмай, ул, башлыса, бер үҙе генә өйҙә ултыра. Иң ҡыйыны, уға хәҙер 12 йәш булһа ла, энурез менән дә ыҙалана икән. Әсә кеше балаһына психологик ярҙам итеү мөмкинлеге хаҡында белеште. "Ҡыҙығыҙҙы ҡасан алып киләһегеҙ, ярҙам итермен", - тинем. "Ә ул бында, коридорҙа тора", - ти әсә. Мин был бала менән шундуҡ психик таҙарыныу, һауыҡтырыу сеансы уҙғарҙым. Сеанс технологияһы әллә ни ҡатмарлы түгел. Иң тәүҙә мин ҡыҙ балаға үҙемдең ярҙам итә алыуым хаҡында әйттем, бының өсөн тик мин һөйләгәнде генә тыңлап, мин ҡушҡандарҙы теүәл үтәп ултырырға кәрәклеге хаҡында аңлаттым. Мин, ғәҙәттә, гипноз сеансын классик музыка фонында уҙғара инем. Был юлы ла шулай иттем. Бала тиҙ арала гипноз йоҡоһона талды, һәм мин һауыҡтырыу алымдарын башланым. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡыҙ йоҡо барышында минең менән хуш еҫле сәскәләр үҫкән туғайҙа йөрөнө, сәскәләрҙең шифалы еҫтәре уның тән күҙәнәктәрен таҙартты, шунан яр аҫтынан сылтырап ағып ятҡан шишмәгә төшөп, уның сихәтле һыуы менән йыуындыҡ, устарыбыҙға һалып эстек, артабан, тау башына менеп етеп, ҡоштар кеүек осоп киттек, иҫ киткес күк һауаһын һулап, тын юлдарыбыҙҙы, үпкәләребеҙҙе таҙарттыҡ. Иң аҙаҡтан диңгеҙҙә тулҡындар араһында һыу индек, шул тулҡындар әлегә тиклемге ауыр хәл-кисерештәребеҙҙе тулыһынса йыуып алып китте... Әлбиттә, сеанс барышында "Һинең барса тән ағзаларың таҙарып бара, һәр бер күҙәнәгең шифалы көс йыя, ә элек булған барса ҡыйынлыҡтарың, насар, ауыр кисерештәрең юғала бара, йәнең-тәнең бығаса булмаған, кисермәгән еңеллек менән тула", кеүек бағыу һүҙҙәре рефрен һымаҡ ҡабатлана барҙы. Сеанс тамам булғас, әсәһе, рәхмәт әйтеп, ҡыҙын коридорға алып сыҡты. Бер-ике минут үтеүгә ул кире килеп инде, борсоулы ҡиәфәттә: "Нишләптер ҡыҙым илай башланы", - ти. Ә мин: "Борсолмағыҙ, ҡыҙығыҙҙың йәне-тәнендә катарсис бара, ул элекке ауыр эмоцияларынан арына", - тип аңлаттым уға. Сеанс уңышлы үтһә лә, кәрәк булған хәлдә яңынан килергә ҡуштым.
Был ваҡиғанан һуң ярты йыл ваҡыт уҙып китте. Ситтән тороп уҡыусы студенттарҙың яҙғы сессияһы башланды, мин тәүге лекциямды уҡыр өсөн аудиторияға индем. Шул саҡта әлеге Белорет ҡатыны миңә сәскәләр гөлләмәһен бүләк итте һәм "Огромное спасибо за мою девочку!" - тип, рәхмәт белдерҙе. Уның ҡыҙын бимазалаған барса ауыр эмоциялары юҡҡа сыҡҡан, кәйефе һәр саҡ яҡшы, ул инде дуҫ ҡыҙҙары менән Ағиҙелгә һыу инергә лә йөрөй башлаған: "Доктор мне велел умываться чистой, волшебной водой", - ти икән әсәһенә.

Шулай итеп...
Ошо сеанстар хаҡында күп уйланғаным бар. Минеңсә, йыһанда бар нәмә лә хәрәкәттә, мәңгелек әйләнештә ҡатнаша: Ер шары үҙ күсәре һәм Ҡояш тирәләй әйләнә, Ҡояш системаһы Ҡош юлы буйлап бара, галактикабыҙ ҙа йыһан киңлектәре аша мәңгелек хәрәкәтен дауам итә. Бәлки, миллион йылдар үтеүгә уларҙың һәр береһе йыһан хәрәкәтенең иң баштағы мәлдәренә кире урап ҡайта алыр... Шуға күрә шәхсән кеше йәндәренең йыһандағы мәңгелек әйләнеше булыуына ышанам. Нисек кенә булмаһын, әгәр кешелек үҙен үҙе юҡ итеүгә юл ҡуймаһа, ул тағы ла миллион йылдар буйына хәрәкәттән, үҫештән туҡтап ҡалмаҫ, тигән өмөт бар.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
(Аҙағы. Башы 5-7-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ысынлап та лайыҡлы кеше ҡайҙалыр төптә йәшеренеүсән. Ул халыҡ араһынан сыҡмай, һаранланмай, ығы-зығыһыҙ йәшәй һәм үҙе тураһында оноттороусан.

(Екатерина II).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru