
Урам буйлап һәлмәк кенә атлап барған ир ҡапылдан аҙымдарын яйлата төштө. Ә шулай ҙа туҡтаманы. Бер аҙ башын бора биреп, алыҫтан ишетелгән тоноҡ, әммә моңло тауышты тыңлай-тыңлай атлауын дауам итте. Ҡайҙан килә был тауыш? Кем ҡысҡыра? Әллә берәй нәмә булдымы? Атлай биргәс, ул нишләптер мәсет яғына күҙ һалды. Шунан, "Әй, мулла ҡысҡыра икән", тип еңел һулап ҡуйҙы. Ысынлап та, был мәлдә мәсет манараһынан (дөрөҫөрәге, тауыш көсәйткестән) аҙан тауышы яңғырай ине. Әммә теге ир мәсет яғына боролманы. Нишләптер, уның күңелендә Аллаһ йортона инеп, намаҙ башҡарыу ниәте тыуманы. Ул һәлмәк кенә баҫып, мәсет эргәһенән үтеп китте.
Аҙан әйтеп бөткән имам-хатиб өйрәнгән ғәҙәте буйынса тәҙрә яғына күҙ һалды. Кем белә, бәлки ошо мәлдә кемдер мәсеткә ашығып килә яталыр. Әммә уның өмөтө аҡланманы. Ул мәсет эргәһенән үтеп киткән әлеге иргә, урам буйлап ҡайҙалыр ашығып атлап барыусы йәштәргә, машиналары эргәһендә һөйләшеп торған икәүгә, ҡапҡаһы эргәһендә баҫып торған берәүгә ҡарап, доға ҡылып ҡуйҙы.
- Йә Раббым Аллаһ, иман бир кешеләргә, уларҙы тура юлға баҫтыр, уларға ишектәрен ҡайғы-хәсрәт шаҡығанда түгел, ошондай еңеллек мәлендә мәсеткә килергә сәбәбен әйлә. Һәр беребеҙгә изге эштәр ҡылып йәшәргә насип ит.
Шайтан ғына өмөтһөҙ, тигәндәй, ул тағы бер тапҡыр ишек яғына күҙ һалды ла намаҙ уҡырға тотондо. Яңғыҙы ғына.
Аңлағанһығыҙҙыр, мәҡәләмдең төп геройы - имам-хатиб. Әйткәндәй, бөгөн күптәр уны ла (мәсеттең төп хужаһын), мәзинде лә (аҙан әйтеүсе була ул), хатта намаҙға баҫҡан ауылдашын да мулла тип әйтә лә ҡуя. Миңә ҡалһа, имам-хатибҡа мулла тип түгел, ә хәҙрәт тип өндәшергә кәрәктер. Бер яҡтан, исеме есеменә тап килә. Икенсенән, әйтелеше матур. Хәҙрәт тип әйтеү менән генә күңелдә ниндәйҙер йылы тойғолар уянып китә. Ә мулла тиһәң... Шулай шул, матур тойғолар уятмай был исем. Хәтерләйбеҙ, заманында мулла китапта ла, кинола ла гел кире яҡтан күрһәтелде. Шуға беҙҙең быуын өнәп етмәйҙер уны. Ә хәҙрәт исеме ысынлап матур. Ә хәҙрәт булыуы еңел микән? Бына ошондай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ. Һорау ябай, әммә яуап та ябай, тип яуаплар инем мин. Ҡыйын, хатта бик ҡыйын хәҙрәткә бөгөн. Был эште һәр кем түгел, ә бары тик иманы ныҡ булғандар ғына күтәрә алалыр. Әле әйткән һүҙҙәремде тормош миҫалдарында иҫбатлап ҡарайым әле.
Алыҫҡа китмәй генә аҙан тауышынан башлап ебәрәйек әле был һөйләшеүҙе. Күптәр минең менән ризалашыр. Бына әлеге мәлдә, ашығығыҙ намаҙға, ашығығыҙ уңышҡа, тип мәсеткә саҡырып, аҙан әйтеп торған хәҙрәттең тауышы күптәргә оҡшамай.
- Һуҙып әйтә! Моңо юҡ! Бигерәк ҡыҫҡа әйтте! Намаҙ ваҡыты үтте, ә ул яңы ҡысҡырып тора! (Бәйләнәм тиһәң, сәбәбен табырға була).
Әммә шуны оноторға ярамай, хәҙрәт бит йырсы йә әртис түгел! Уның ниәте - кешеләрҙе намаҙға саҡырыу. Әммә нишләптер намаҙға килгәндәрҙең ҡайһы берәүҙәренә хәҙрәт һөйләгән вәғәз (дин ҡәғиҙәләрен аңлатыу, кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өндәү) оҡшамай.
- Ҡайҙа дәлил? (Былары хәҙрәт һөйләгәндең һәр һүҙен шиккә ала).
- Әхирәт тураһында күпме һөйләргә була (Был әхирәткә күсеүҙән әҙ-мәҙ ҡурҡа).
- Һөйләгәне ҡыҙыҡ түгел (Бындайҙар вәғәз ваҡытында телефонда ултыра).
Уңайы сыҡҡанда шуны ла әйтеп ҡуяйым әле - хәҙрәт төҙөүсе лә түгел. Бер мәл бер хәҙрәт ошолай һөйләп "көлдөрөп" алғайны.
- Мәсет эргәһенә ыҡсым ғына итеп утынлыҡ эшләп ҡуйҙым. Улым менән аҙна-ун көн эсендә тамамланыҡ уны. Үҙ эшемә үҙем һоҡланып ҡарап торһам, эргәмә берәү килеп баҫты. Әммә минең ҡыуанысты уртаҡлашманы. Хатта миңә үҙ үпкәһен белдереп ҡуйҙы.
- Һин был утынлыҡты әллә ҡасан уҡ эшләп ҡуйырға тейеш инең!
Аптырауҙан ауыҙ асылды ла ҡуйҙы. Ә нишләп мин тейеш икән? Кем миңә йөкмәтте икән был эште? Был һорауҙы мин биреп өлгөрмәнем уға. Сөнки ул, ҡурҡып торманым, шәп әйттем, тигән һауалы ҡарашын миңә бер генә ташланы ла эре генә ҡиәфәттә атлап китеп тә барҙы. Уның артынан моңһоу ғына йылмайып ҡалдым. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, көлкө. Ә икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, ҡыҙғаныс та һымаҡ.
Бер ваҡыт миңә бер хәҙрәт ошолай хәбәр һөйләп моңһоу йылмайып ҡуйғайны.
- Ҡайһы берәүҙәргә тиҙ генә ярҙам кәрәк. Әйтерһең дә, мин уларға скорая помощь.
Хәҙрәт бер аҙға тын ҡалды ла һүҙен дауам итте.
- Бар шундайҙар, улар мәсеткә үҙҙәренә кәрәк булған саҡта югереп килә. Шуныһы ҡыҙыҡ, мин нишләптер уларҙың йомоштарын югерә-сабып йөрөп үтәргә тейешмен. Ундайҙарҙың бер нисәүһен тыңлайыҡ әле.
- Балалар юлға сыҡты, йә, тиҙ генә шунда берәй нәмәне уҡып ташла әле.
- Төшөм болара, әллә кемдәрҙе күреп бөттөм, берәй доғаң юҡмы шунда.
- Хәлем юҡ, ябығып киттем, күҙ тейҙе, буғай. Өшкөрөп ебәр әле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул шундайҙар беҙҙең арала. Хатта доға уҡып ултырған хәҙрәтте ашыҡтырырға тартынмағандар ҙа бар.
- Шәберәк уҡыһаң булмаймы, ваҡытым юҡ, ҡырҡмаһа ҡырҡ эшем аунап ята (Һинең һымаҡ мин эшһеҙ мәллә, тип саҡ әйтмәй ултыра үҙе).
Хәҙрәткә бирһен түҙемлек, тигән теләк кенә теләргә ҡалалыр бындай осраҡта.
Теге юлы бер хәҙрәт менән ошолай һөйләшеп-көлөшөп торғайныҡ.
- Ҡайһы берәүҙәр өсөн мин урам һепереүсе йә ҡар көрәүсе.
Эш нимәлә? Ана, берәү мәсеткә инеп бара. Югереп бара һалып, тыңлайым әле уны.
- Ҡарын көрәп ҡуйырға ла эшкинмәгән (Хәҙрәт юлды көрәп өлгөрмәгән булһа).
- Бигерәк тар көрәгән (Әгәр тулыһынса көрәп өлгөрмәгән булһа).
- Шул хәтлем итеп көрәмәһә лә була инде (Бында әйтергә һүҙ ҙә юҡ).
Эйе, күптәребеҙ мәсеткә үҙенә кәрәк булған саҡта бара һәм хәҙрәтте үҙенә кәрәк булған саҡта ғына өйөнә саҡыра. Йә берәй туғаны мәрхүм булып ҡалһа. Йә берәй мәрхүмдең ҡырҡы (йә йыллығы) етеп килгән булһа. Тыштан йылы ҡаршы алабыҙ, ә эстән генә берәй "етешһеҙлеген" тикшереп торабыҙ.
- Йә инде, мулла башы менән йәйәү килгән (Хәҙрәт берәй машинаға ултырып килгән булһа).
- Ҡуй инде, машинаһы бигерәк иҫке (Әгәр хәҙрәт иҫкерәк машинала килгән булһа).
- Шула-а-а-ай, кемдең ҡулында - шуның ауыҙында! (Хәҙрәт яңыраҡ машина ғына түгел, хатта яңыраҡ телефон алған хәлдә лә ошондай һығымта яһала).
Әлхәмдүллилаһ, тип һөйләп ҡыуандырҙы бер хәҙрәт. Исмаһам, тей, хәҙер мәрхүмде һуңғы юлға оҙатышырға барғанда йылы ҡаршылайҙар. Ә элегерәк нисек булды икән?
- Сабып килеп етә лә һалған (Нимә тип әйтергә лә белеп булмай).
- Шалт багажникка бер һарыҡ (Аллам һаҡлаһын, әйтеү түгел, уйлауы ҡурҡыныс).
- Ике тапҡыр бит һыйпаны, ике биш меңлек кеҫәгә инеп тә ятты (Нимә әйтергә?).
Аптырарһың, тип көлә бер хәҙрәт, кемгәлер хәҙрәт исеме лә оҡшамай. Күптән түгел генә берәү мине ошондай һорауы менән аптыратты.
- Һеҙгә господин тип өндәшһәм буламы? (Бындай "елле" һорау эргәһендә арты менән һыуға сумырға маташҡан өйрәк пүстәк ул).
Мин ни әйтергә белмәй, бер мәлгә аптырап ҡалдым, ти хәҙрәт.
- Һиңә була! (Бындай яуап аптырағандан көндән булды инде).
Хәҙер "господин", үҙ сиратында, аптырап китте.
- Нишләп?
Мин тыныс ҡына яуап бирҙем.
- Аллам һаҡлаһын, хәҙрәт тип әйткәнеңдән ҡайһы бер ағзаң, йә ауыҙың ҡыйшайып ҡуйыр!
Аҫҡы эйәген ыуғылап тороп ҡалды ул. Ә мин уның эргәһенән тиҙерәк тая һалдым. Йә берәй туҙға яҙмаған һорау биреп ҡуйыр.
Ошо урында миҫалдар килтереүҙе туҡтатып торайыҡ. Сөнки хәҙрәт эшенең ауыр икәне былай ҙа аңлашыла бит инде. Ҡайһы бер кире күренештәр бер аҙ ҡабартыбыраҡ күрһәтелһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр осрап тора. Бына әле, әлхәмдүлилләһ, рамаҙан айы башланды. Ураҙа тоторға нисип итһен барыбыҙға. Әй, әтәттәгенәһе, ураҙа тигәне ҡайһы бер хәлде иҫкә төшөрҙө лә ҡуйҙы. Һөйләмәйенсә булмай инде. Барыбыҙға ла таныш хәл, йыл һайын тигәндәй бәғзе бер мосолмандар хәҙрәткә ошолай үпкә белдерә.
- Һеҙҙең арҡала саҡ ураҙам боҙолманы! Һеҙ ураҙа ваҡытын дөрөҫ бирмәнегеҙ! Бер көнгә һуң (йә алда) бирҙегеҙ!
- Миңә уларҙы Өфөнән, Диниә назаратынан биргәйнеләр бит әле.
- Ә мин уны Иорданиянан алдым! (Нишләп унан алалырҙыр инде?).
- Әй, әттәгенәһе, минең Иорданияла бер танышым да юҡ шул. Булһа...
Ә берәй хәл-фәлән була ҡалһа... Аптырарһың, хәҙер "иорданец" хәҙрәткә югереп килә! Нишләптер Иорданияға шылтыратмай, теге танышынан кәңәш һорамай, уны аят-фәләнгә саҡыртып алмай.
Мәҡәлә башында, хәҙрәт исеме есеменә тап килә, тип яҙғайным бит әле. Ә уның мәғәнәһен аңлатырға онотҡанмын. Баҡтиһәң, борон дингә оло хеҙмәт итеп, оло хөрмәткә лайыҡ булған дин әһелдәрен ололап хәҙрәт тип йөрөткәндәр. Минең уйымса, бөгөн бындай мәртәбәле исемгә халҡым, динем, тип янып йөрөгән һәр ауылдың имам-хатибы, һис шикһеҙ, лайыҡ. Улар хәҙрәт кенә түгел, ә, алдан яҙғанымса, бихисап эш һөнәрҙәренә эйә булған кешеләр. Шул уҡ ваҡытта хәҙрәт ауырырға ла, арырға ла, ял итергә лә тейеш түгел. Отпуск-фәлән дә ҡаралмаған уға. Ҡыҫҡаһы, баш баҫып эшләргә лә эшләргә тейеш инде.
Мәҡәләмде тамамлап, шуны әйткем килә. Хәҙрәттәребеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәнәйек. Тейешле хөрмәт күрһәтәйек. Хәлдән килгәнсә ярҙам итәйек. Аллаһ Тәғәләһенән иман ныҡлығы биреүен һорайыҡ. Рәнйеткән мәлдәребеҙ өсөн ғәфү итеүен һорайыҡ. Үҙ хәҙрәттәребеҙгә бағышлап доға ҡылайыҡ. Бигерәк тә ошо изге Рамаҙан айында!
Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА