«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
КӨСТӘРЕ ИҪ КИТМӘЛЕ!
+  - 


Ошолай аталған сараға Көсөк-Маяҡ ауылы ағинәйҙәре күрше Килмәк, Ғәлиәхмәр, Мәҫкәү, Сораман, Уральский ауылдары ағинәйҙәрен йыйҙы. "Сарабыҙ Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенә, Татыу һәм ҙур ғаилә йылына арналып, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙы данлайбыҙ, сөнки ҙур ғаилә ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Шулай уҡ батыр яҡташыбыҙ Мортазин Муса Лут улының тыуыуына 135 йыл айҡанлы, уларҙың ғаиләһе тураһында ла иҫкә алырбыҙ. Ойошмабыҙҙың бер йоҙроҡҡа ойошоп эш алып барыуына ла 10 йыл булып китте, күршеләрҙе ҡыҫҡаса эшебеҙ һөҙөмтәләре менән дә таныштырырбыҙ",- тип сараның маҡсатын аңлатты ауылдың төп ағинәйе Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы.

Хакимиәт башлығы Айҙар Исламов Көсөк-Маяҡ ауылы ағинәйҙәренә оло хөрмәтен Рәхмәт хаттары аша еткерҙе һәм улар башҡарған эштәрҙе - ил һағына киткән уландарҙы бөтә йолаһын йолалап оҙатыу, хөрмәтләп ҡаршы алыу, "Үлемһеҙ полк" акцияһы үткәреү, МХО-лағы ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ойоштороу кеүек сараларҙы билдәләп үтте. Ысынында, был ауылда ла ағинәйҙәр эшләмәгән эш юҡтыр ҙа инде ул. Айҙар Мөхтәр улы юҡҡа ғына уларҙы ауылдың төп таянысы, тип атамағандыр.
Артабан сараның төп өлөшөнә - ауылдың, райондың данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙары тураһындағы хәтирәләргә күсеп, тәүге һүҙ ауыл музейы етәксеһенә бирелде. Уның сығышы Муса Лут улы Мортазиндың тоғро тормош юлдашы Фатихаға арналғайны. Фатиха Яңы Байрамғол ауылында етеш-бай йәшәгән Маликовтарҙың ҡыҙы була. Тырыш, һәләтле ҡыҙ Үрге Яйыҡ ҡалаһында уҡып белем ала, ғәрәп, рус, француз телдәрен өйрәнеп белә. 26 йәшлек Мусаның белемле һылыуҡайға күҙе төшә. Әммә атай кеше ҡыҙын уға бирергә риза булмай. 19 йәшлек Фатиханы Муса урлап ала. Шулай бер-береһенә тартылған ике йәш кеше ҡауыша, бәхетле ғүмер кисереүҙәренә өмөтләнә.
Ғаилә Мәскәүгә күсеп килгәс, Фатиха ла әүҙем тормош уртаһында ҡайнай. Офицер ҡатындарын йыйып, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойоштора. Тәмле ризыҡтар бешереү, бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәрен өйрәнәләр. Ҡатмарлы заман менән бәйле тәүге ярҙам күрһәтеү, яраны бәйләү алымдарын да үҙләштерәләр. Фатиха Мусаның, ысын мәғәнәһендә, уң ҡулы була. Архивтарҙа ултырып, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, уның китаптарын яҙыу һәм баҫтырып сығарыуҙа ла өлөшө ҙур була уның. Ошо арала алты балаға ғүмер ҙә бирәләр. Килешеп, бәхетле генә йәшәгән бер мәлдә, тормош селпәрәмә килә. Мусаны, халыҡ дошманы тип, ҡулға алалар, Фатиханы балалары менән бергә йәшәгән йорттан ҡыуалар. Уны ҡыҙҙары менән бергә Пермь урмандарына урман ҡырҡырға ебәрәләр. Был ваҡытҡа бер йәшлек Асҡар, үпкәһе шешеп, үлеп ҡалған була. Пермдә Ынйыҡайы ла үлеп ҡуя. Зөбәржәт, Шәүрә, Нәйлә, Ләйлә исемле ҡыҙҙары үҫә. Фатиха ғүмеренең ахырына, 75 йәшенә тиклем, Магнит ҡалаһында йәшәй, шунда ерләнгән...
"Ағинәй" ойошмаһының әүҙем ағзаһы Рәйлә Сәғит ҡыҙы ҙур бер ғорурлыҡ менән үҙенең оло ҡәйнәһе тураһында һөйләне. Рәйлә килен булып төшкәндә, һуғыш афәтенең бар ауырлығын кисергән ҡәйнәһенә 78 йәш була. "22 июнде бөгөнгөләй хәтерләйем, - тип әйтер ине ҡәйнәм. - Баҫыуҙа утау эштәре менән булған саҡта бригадир килеп һуғыш сығыуын хәбәр итә. Ирен һуғышҡа алалар. Ҡәйнәм дүрт бала менән тороп ҡала. Ирҙәрҙе генә түгел, аттарҙы ла алып китеп бөтәләр. Был осорҙа бар эш ҡатын-ҡыҙ иңенә тороп ҡала. Күп тә үтмәй, иренән "ҡара ҡағыҙ" ҙа килә. Был ғаиләнән киткән дүрт уландың барыһы ла яуҙа ятып ҡала. Үҙенең дүрт балаһын тәрбиәләп үҫтерергә көс таба оло ҡәйнәм.1994 йылда 80 йәшендә лә әле ике һыйыр һауҙы, майын, ҡоротон, башҡаһын ҡышҡылыҡҡа эш итеп, балаларына, туған-тыумасаларына әҙерләп ултырыр ине. 1996 йылда мәңгелек йортона күсте. Хәтәр замандың бар ауырлығын күтәреп йәшәгән оло ҡәйнәм ошо йәшенә тиклем мал ҡарап, һөтөн эш итеп йәшәргә ҡайҙан көс алды икән, тип ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та һөйләргә генә ҡалды".
Артабан һүҙ иң гүзәл һөнәр эйәһе, 37 йыл балаларға белем биреүсе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Тәғзимә Ғаяз ҡыҙы Шәкирйәнова тураһында булды. Ишмөхәмәт Нурмөхәмәт улы менән 52 йыл татыу йәшәйҙәр, 4 ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыуы бар. Тыуған ергә, тыуған ауылға һөйөү тәрбиәһе ғаиләлә шул дәрәжәлә булғандыр: дүрт улы ла ошо ауылда ғаилә ҡороп, йорт һалған. 13 ейән-ейәнсәрле, 5 бүләле апайыбыҙ ауыл тормошонда әле лә әүҙем ҡайнап йәшәй, ауылдың абруйлы ағинәйе.
Әлеге мәлдә күп бала тәрбиәләгән, татыу ғаиләләр ҙә иҫкә алынды. "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүсе ике ғаилә менән дә Көсөк-Маяҡтар бик ғорурлана. Шулай уҡ уларҙың ҙур ғорурлығы, 1 тапҡыр донъя чемпионы, 6 тапҡыр Рәсәй чемпионы, 5 тапҡыр Башҡортостан чемпионы исемдәренә лайыҡ булыусы Нәзимә ханым үҙе саҡырылғайны сараға. Ул - ҡышҡы һыуыҡ һыуҙа йөҙөүсе. Үҙе һөйләүе буйынса, йәштән спорт менән шөғөлләнә. Тәүҙә саңғыла йөрөү, йүгереү уның яратҡан шөғөлө була. Учалы ҡалаһында саңғысылар клубында шөғөлләнә башлағас, клуб етәксеһе Әхмәҙей Әхмәҙейә улы менән таныша. Бер аҙҙан өйләнешәләр, матур ғүмер кисерәләр. Ире ҡапыл вафат булғас, инде 60-ын тултырған Нәзимә тәүҙә албырғап ҡала. Шул саҡта үҙен ҡулға алып, табиптар ризалыҡ бирмәһә лә, ҡабаттан саңғыға баҫа. Ҡалала морждар клубы асылғас, тәүәккәлләп, шунда килә. Морждар клубының быуаһы уны Енесей, Волга, Амур йылғаларына, Байкал, Онега күлдәренә, Ҡыҙыл, Һары диңгеҙҙәргә алып сыға. Мәскәү, Яр Саллы, Воронеж, Тольятти ҡаларында үткән Рәсәй чемпионаты Канадаға, Италияға, Ҡытайға тиклем алып барып еткерә. "Боҙло һыуҙа ҡойоноуҙың рәхәтлеген һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел", ти Нәзимә Хажғәле ҡыҙы. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр әле лә Учалы быуаһының боҙло һыуына ҡойонорға йөрөүҙе дауам итә...
Артабан Көсөк-Маяҡтар тағы бер яратҡан килендәре Әлиә Мәслимова тураһында һөйләне. Әлиә менән дә ғорурланырлыҡ шул. Ете бала әсәһе Әлиә - ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле йәш ҡатын. Ошондай ҡатмарлы заманда үҙ машинаһында МХО-ға гуманитар ярҙам ташый ул. 2023 йылдың декабрь айында беренсе тапҡыр батырсылыҡ итеп юлға сыға, ут һүндергестәр, тепловизор, төҙөлөш өсөн кәрәкле көрәк, балта кеүек әйберҙәр тейәп ала. Инде ун тапҡыр иҫән-һау ғына барып ҡайтҡан ул шул яҡтарға. Ире, бер туған ағаһы әлеге мәлдә МХО-ла. Ете бала әсәһе бына шулай ил сигендәгеләргә ярҙам ташый. Балаларының да һәр яҡлап һәләттәрен үҫтереүгә көс һәм ваҡыт табырға тырыша, төрлө түңәрәктәргә йөрөтә. Малайҙары - буласаҡ хоккейсылар. Йәмәғәт эшенең уртаһында ла ҡайнай: ауыл советы депутаты, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар футбол клубының капитаны ла. "Ғаиләлә 4 ир баланан һуң тыуған ҡыҙмын, шуға күрә ир балаларға хас булғанса, йоҙроғомдо төйнәп, күҙ йәшемде сығармай, малайҙарса холоҡ менән үҫкәнмендер", - тип ҡуя ул.

Шулай итеп...
"Беҙ үҙебеҙҙең затлы, рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән таныштырҙыҡ. Мостай Кәрим әҫәрендәгесә, донъя бына шундай көслө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тирәләй әйләнә. Донъя тотҡаһы ла - улар. Ҡәҙимге тормошта әллә ни күҙгә ташланмайҙар ҙа. Әммә, ваҡыты-ваҡыты менән улар тураһында һөйләп, иҫкә алып, башҡаларға өлгө итеп күрһәтеп торорға бик тә кәрәктер тип ойошторҙоҡ ошо сараны. Илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға һаулыҡ, һәр ғаиләгә бәхетле матур тормош насип булһын, иҫән-һау ғына еңеүҙе ҡаршыларға яҙһын", - тип сараны йомғаҡланы Көсөк-Маяҡ ағинәйҙәре.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru