«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘ БЕЛГӘН РӘЙСӘ...
+  - 

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Ашҡаҙар" радиоһының баш мөхәррире Рәйсә Ҡазбулатова журналистикаға тоғро хеҙмәт иткән, тап ошо даирәлә үҙенең новаторлыҡ һәләтен күрһәткән, документаль фильмдары менән тарихыбыҙ йылъяҙмаһын байытыуға тос өлөш индергән, шулай уҡ йәш быуын журналистарын тәрбиәләгән күренекле шәхестәребеҙҙең береһе. Тамашасылар уны "Нәҙер", "Арҡайым", "Майҙан", "Автограф", "Үткән ғүмер", "Бай баҡса", "Ҡурай даны" һымаҡ йөкмәткеле тапшырыуҙары аша яҡшы белә. "Ашҡаҙар" радиоһына етәксе булып килгәс, Рәйсә Рәйес ҡыҙы шулай уҡ күп яңылыҡтар индереүгә өлгәште, тапшырыуҙарҙың йөкмәтеһен байытыуҙа, төрләндереүҙә коллектив менән берлектә ҙур эштәр алып бара. Алтын фонд һәм заманса проекттар "Ашҡаҙар" радиоһының йөҙөн билдәләй. Хеҙмәттәштәре Рәйсә Ҡазбулатованы юҡҡа ғына туҡтауһыҙ эш өҫтөндәге бал ҡорто менән сағыштырмайҙыр. Замандаштарының яҡшы эштәрен халҡына күрһәткән, улар миҫалында тормошто һөйөргә саҡырған тынғыһыҙ йөрәкле журналистың үҙенә лә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Беҙ белгән Рәйсә Рәйес ҡыҙы - телевидениелағы һәм радиолағы әллә күпме проекттар авторы, бай тәжрибәле журналист, режиссер, сценарий һәм шиғырҙар яҙыу оҫтаһы, мәрхәмәтлек сараларын ойоштороусы һ.б. Бер үк ваҡытта, беҙ һеҙҙе хәстәрлекле әсәй һәм өлгөлө өләсәй, тип беләбеҙ. Балаларҙы үҫтереү, оло юлға сығарыу шулай уҡ яуаплылыҡ, ваҡыт талап итә. Эш һәм ғаилә тип өҙөлөп киткән саҡтар булғандыр. Ҡайҙан көс таба инегеҙ, бала тәрбиәләүҙә нимә һеҙҙең өсөн мөһим булды?

- Тәүлектә 24 сәғәт бит. Бик теләһәң, уны 25 итеп тә була. Мин эште алға ҡуйып, ғаиләмде икенсе планға ҡалдырмаҫҡа тырыштым. Икеһе өсөн дә яуаплылыҡ тойоп йәшәнем. Улдарыма иң беренсе йәшәү көсө һалырға ынтылдым. Сөнки атай-әсәй һәр ваҡыт эргәләрендә йөрөмәй. Мәшәү булмаһындар, үҙ-үҙҙәрен тәрбиәләй белһендәр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһендәр, үҙ һүҙҙәренә, принциптарына тоғро ҡалһындар, сит йоғонтоға аумаһындар. Белемле, тәрбиәле, рухлы, ғәҙел кешеләр иткем килде уларҙы. Ғаиләлә атай абруйы - беренсе урында. Өс ир-егет араһындағы ихтирамлы мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға тырыштым. Хәҙер үҙаллы улдарымдың тормошона ҡыҫылмайым, артыҡ иғтибар менән йонсотмайым, кәңәште лә һораһалар ғына бирәм. Йәштәр бит аҡыллы, уҡымышлы, күпте белә, ейәнем менән аралашҡанда ла, ата-әсәһенең теләгенә, фекеренә ҡолаҡ һалам. Шөкөр, тормоштарынан ҡәнәғәтмен.

Телевидениелағы һәр тапшырыуығыҙ популяр. Шулай ҙа "Бай баҡса" тапшырыуы халыҡсанлығы менән айырылып торҙо. Тап ошо тапшырыу буйынса танып, урамда күрешеүселәр күп булдымы? "Бай баҡса"ны әҙерләгәндә, бәлки, ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарығанһығыҙҙыр?

- "Бай баҡса" тапшырыуы аша мине түгел, Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһәҙиевты иҫләй тамашасы. Уларҙағы халыҡсан юмор, мөләйемлек күптәргә оҡшаны. Ә мине тура эфирҙар алып барған саҡта ғына таный торғайнылар. Хәҙер кадр артында ғына эшләгәс, ул "ҡурҡыныс" та янамай. Ғөмүмән, һәр ерҙә лә матур йөрөү, үҙеңде ипле тотоу - ул ҡандан, тәрбиәнән. Махсус тырышлыҡ һалырға кәрәкмәй. Бергә эшләгән йә ситтән саҡырылған хеҙмәттәштәрем "артығын ҡылана" башлаһалар, оялтырға, шелтәләргә лә күп һорамайым, үҙем йомшаҡ холоҡло булһам да. "Бай баҡса"ны төшөргәндә ҡыҙыҡ хәлдәрҙе үҙебеҙ уйлап таба инек. Йә Нияз ағайҙың башына бер күнәк сәтләүек ҡойола, йә баҙҙан ҡулына яңылыш ҡына бер банка йәбешеп сыға, йә Зөһрә апай гамактан осоп төшә. Күңелле мәлдәр, күңелде йылытыр иҫтәлектәр.

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. Сәфәр, командировкалар биргән иң ҙур байлыҡ нимәнән ғибәрәт?

- Хеҙмәттәштәрем менән съемканан ҡайтҡанда һәр ваҡыт анализ эшләйбеҙ, ижади сәфәрҙең, төшөргән яҙмыштың, русса әйткәндә, "изюминка"һын эҙләйбеҙ. Командировкалар биргән иң ҙур байлыҡ - фәһемле яҙмыштар, һоҡланғыс кешеләр, көслө шәхестәр. Уларҙың һәр береһенән тормошта нимәгәлер өйрәнеп була. Иң мөһиме, улар йәшәү көсөн арттыра. Ғөмүмән, мин һәр бер геройыма ғашиҡ булам. Һәр береһе тураһында әҫәр яҙып булыр ине. Ә тапшырыуҙар бит иң күбе - 26 минут. Портретҡа штрихтар ғына.

Тырыш һәм маҡсатлы журналист ҙур идеяларын тормошҡа ашыра киләлер, тигән фекер тыуа, әллә яңы проекттар хыял ғына булып ҡаламы?

- Радио, телевидение - тәү сиратта конвейер. Ә ҙур проекттар улар көндәлек мәшәҡәттәрҙе онотоп, ситкә ҡуйып эшләнә. Мин үҙемде ғәҙәти, эфир тултырыусы журналист тип иҫәпләйем. Әммә үҙемә ышанып тапшырылған йүнәлешкә яуаплы ҡарайым, йөрәгемде һалам. Утыҙ биш йыл буйы барған тапшырыуҙар шәлкемен, туҡта әле, мин шәп проект эшләйем дә конкурста еңәйем, танылыу яулайым, тип ташлап ҡуймайым. Конвейер араһында ла ниҙер эшләргә тырышыла, әлбиттә. Мөмкин булһа, тик фильмдар менән генә шөғөлләнер инем. Шулай хыялланып, хаҡлы ялға етелде инде.

Бөгөн журналистика һөнәрен үҙләштерергә теләгән йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

- Бөгөнгө журналист - ул оҫта яҙыусы, һөйләүсе генә түгел, заман технологияларын да белергә бурыслы. Икенсенән, киң ҡарашлы, һәр өлкәлә белемле, хәбәрҙар һәм грамоталы булырға тейеш. Ҡыйыу, үткер, аналитик, коммуникатив, ижади һәләткә эйә, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәтле, баҫалҡы журналистарҙы мин нығыраҡ хөрмәт итәм. Һәм, әлбиттә, коллективта эшләгәс, команда уйынсыһы булырға кәрәк.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru