«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛАҺЫНА ОЖМАХ БУЛДЫРА
+  - 

Ҡул ауыртҡанда - күҙҙәр илай, ә күҙҙәрҙән йәштәр атылғанда - ҡулдар уларҙы һөртөп ала. Ир менән ҡатын шул ҡул һәм күҙ кеүек булырға тейеш, тигән фекергә еткерә беҙҙе япон мәҡәле. Ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте, уның сибәрлеге, мөләйем йөҙө ир-егет өсөн мөһим фактор булған, бар һәм шулай ҡаласаҡтыр. Әммә мөнәсәбәттәрҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы өсөн матурлыҡ ҡына етмәй - был ябай ғына хәҡиҡәт барыһының да аңына һеңгәндер.
Ни өсөн ир-егет нәҡ үҙе һайлаған ҡатын-ҡыҙҙы тормош юлдашы итеп күргәне сит кешегә йыш ҡына сер булып ҡала. Ул гүзәл заттың нимә менәндер йәлеп иткән сифаттары ла булырға мөмкин, бәлки, ниндәйҙер кире ҡаҡлыҡтырған етешһеҙлектәре лә күңелгә яҡын булыуы ихтимал. Бөтәһен дә белеп бөтөп булмай, сөнки ғүмерлек юлдашын һайлау критерийҙары һәр ир-егеттә төрлө-төрлө. Шулай ҙа, ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙа ниндәй сифаттарҙы баһалай икән, уларҙың әйткәненә ҡолаҡ һалайыҡ әле.

Динислам ИРҒӘЛИН, студент:
Күңелдә ниндәй генә фекерҙәр йөрөтһәк тә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, Әсәй - балаһына ерҙә ожмах булдырған кеше. Үҫеп еткәс кенә, төрлө ауырлыҡтар, уйланыуҙар аша ғына, беҙ шул һүҙҙәргә ысынлап төшөнәбеҙ. Шуны ла аңлайбыҙ: бында ир-егеттең роле - Әсәгә шул маҡсатын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү. Шуға ла мин балаларымдың әсәһен шулай күҙ алдыма килтерәм: ул буласаҡ балаларыбыҙ өсөн ерҙә ожмах булдырырлыҡ сифаттарға - мөхәббәтле, тоғро, иманлы, игелекле, йомшаҡ күңелле ҡатын-ҡыҙҙарҙан булырға тейеш.

Илсаф ҒӘЛӘҮТДИНОВ, студент: Буласаҡ кәләшемде тәү сиратта аҡыллы, аңлы, иманлы итеп күрәм, ә сибәрлеге мөһим булһа ла, уныһы шуларҙан арттараҡ килә инде. Ғәйепләгәндән түгел, ә һине аңлай белгән, һәр саҡ ярҙамға килгән ҡатын ғына йортҡа тыныслыҡ мөхите булдыра, иренә ышаныс күндерә. Ундай ҡатын ҡасан һүҙ ҡыҫтырырға, ҡасан өндәшмәй ҡалырға икәнен аңлай, һәм шуныһы менән бик ҡәҙерле лә була.
Балаларымдың әсәһе, һис шикһеҙ, ғәҙел тоҡом тәрбиәләрлек тәрбиәсе буласаҡ. Балалар үҫтереү тигән йөк икебеҙҙең дә елкәбеҙҙә ятасаҡ, әлбиттә, әммә тәрбиәсе таланты барыбер ҙә әсәләрҙең аҡылына бәйле, тип уйлайым. Мәҫәлән, бала көйһөҙләнә икән, әсәһе уны тынысландырыр өсөн яңы уйынсыҡ артынан магазинға йүгермәйәсәк, ә эргәһенә ултырып, аңлайышлы тел менән балаға улай ярамағанын аңлатасаҡ. Сөнки бала "юҡ" тигән һүҙҙе әрләүһеҙ ҙә аңларға тейеш. Әсәй әйтә икән "ярамай" тип, тимәк, ярамай.

Ренат НИҒМӘТУЛЛИН, төҙөүсе: Бала саҡтан беҙҙең күңелгә әсәй йылыһы менән бергә ҡояшлы мотивтар үтеп инә. Ғүмер буйы беҙ ошо күңелдә йәшәгән нурлы һүрәтте ҡәҙерле өлгө итеп һаҡлайбыҙ, һәм шул һүрәткә тиң кешене тапһаҡ, йөрәгебеҙ балдай ирей, беҙҙе бала саҡтағы һымаҡ шатлыҡлы тойғолар биләп ала.
Тормошта ҡайһы берәүҙәр хаталанырға, аҙашып йөрөргә, алама кешеләр йоғонтоһона бирелергә мөмкин. Шул саҡта әсәй йылыһын тойоу, әсәйҙең өгөт-нәсихәттәрен иҫкә төшөрөү мөғжизә тыуҙырырға, һине бар икеләнеү-хаталарҙан арындырырға мөмкин. Был мөғжизә һиңә ҡотҡарыусы булып килә.
Шуғалыр ҙа ир-егет буласак ҡатынын, балаларының әсәһен, нисек кенә булмаһын, барыбер үҙенең әсәһе өлгөһөндә һайлай. Егет кеше хатта үҙенең бындай ҡарарының тәбиғәтен дә аңламауы ихтимал, ләкин хәтерҙә ҡалған һәм күңелгә һеңгән әсәй образы барыбер үҙенекен итә инде.

Рәзил ШӘМСЕТДИНОВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru