
Бөрйән район мәҙәниәт һарайында "Шаршаулы булғанға халҡым ҡурсаулы тыныс торған" исеме аҫтында район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағындағы халыҡ коллективы исемен йөрөткән "Кәрәҙ" биҙәү-ҡулланма клубының һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашырған "Шаршау" проектын йомғаҡлау сараһы үтте.
Башҡорт ғаиләһендә әҙәм балаһы шаршау артында был донъяға килгән, сабый сағында ят күҙҙәрҙән сәңгелдәктә ҡорған аҫтында һаҡланған, кейәү менән кәләш ҡорона ингәс, сымылдыҡ артында ҡушылған, ҡартайып кәре киткәндә ҡорған артында көн күргән, һуңғы юлына - ер өйөнә күскәндә лә шаршауҙың кәрәге тейгән. Ошо хәҡиҡәтте сағылдырҙы ла инде фойела ойошторолған күргәҙмәләге ағинәйҙәр ҡулы менән тегелгән-сигелгән төрлө-төрлө шаршау-ҡорғандар. Байрамға йыйылыусы халыҡ иң тәүҙә ошо шаршау-ҡорғандарҙы ҡарап сыҡты. Беҙҙең быуындың бала сағына, йәшлек осорона тура килгән 50-60-70-cе йылдарҙағы ауыл өйө интерьерының бер өлөшө, биҙәге булған тәҙрә пәрҙәләре, карауат-урындыҡ ҡорғандарынан башлап, бөгөнгө көн ҡаҙағында торған маскировка шаршауының яңы вариантына тиклем бар ине унда. Ысын мәғәнәһендә был фойелағы тамашаға күҙҙәр ҡамашты! Тамашасылар, ҡунаҡтар - "Ағинәй" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Бөрйән район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, район мәҙәниәт бүлегенең элекке етәксеһе Клара Тләүбаева менән бергәләшеп, күргәҙмәләге эштәрҙе ентекле ҡарап, һәр оҫтабикәнең эшенә баһа бирҙе.
Таңһылыу Ғимрановаһыҙ күргәҙмә теүәл булмаҫ ине, сөнки уның районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары араһында алып барған оҫталыҡ дәрестәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Үҙебеҙгә генә хас булған милли кейем, биҙәүестәр, ҡашмау-селтәрҙәрҙе профессиональ кимәлдә өйрәтеүсе остаз итеп таныйбыҙ беҙ уны. Байғаҙы, Ғәлиәкбәр, Әбделмәмбәт, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Байназар, Яңы Мөсәт ауылдары оҫталары - Таңһылыу Хисмәтуллина, Рәйлә Баязитова, Хөснә Исламбаева, Гөлдәр Әхмәтова, Венера Ҡарамышева, Гөлдәр Сөләймәнова, Зәкиә Муллағолова, Нәилә Мәсәғүтова, Нәзифә Зәйнуллиналар үҙҙәренең беҙҙең Бөрйән ерлегенә генә хас булған боронғо өлгөгә ҡарап тергеҙелгән шаршауҙарын баһаға ҡуйҙы.
Күргәҙмәнең бар кешене үҙенә ылыҡтырып торған тағы бер үҙенсәлекле мөйөшө булды. Бала саҡтары 50-60-70-cе йылдарға тура килгән быуын вәкилдәренең барыһына ла таныш булған ябай ауыл өйөнөң ҡотон һаҡлаған тәҙрә пәрҙәләре, карауат-урындыҡ ҡорғандары араһында гәзиттән ҡырҡып эшләнгән селтәре лә, марляны синькаға буяп ҡулланылғаны ла, сигеүлеһе лә, тегеү машинкаһында ришелье алымы менән башҡарылғаны ла бар ине (Әйткәндәй, район мәҙәниәт йорто рәссамы Гөлсөм Үтәбаева әҙерләп биргән ауыл тәҙрәләре макетын ҡулланыу күргәҙмәнең ошо мөйөшөнөң бәҫен күтәрҙе).
Улар тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашыу Иҫке Собханғол ағинәйе Зәкиә Суфьянова өлөшөнә тейҙе: "Әсәйем Әминә Мөбәрәк ҡыҙы Кинйәкәйева (Һағынбаева) 1939-1946 йылдарҙа илебеҙ сиктәрен Алыҫ Көнсығышта һаҡлап, ете йыл йөрөп ҡайтҡан Йәмилха Мөхәмәҙиә улы Кинйәкәйев менән ғаилә ҡороп, 10 балаға ғүмер бирәләр. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы барлыҡ ауыл ғаиләләрендәге кеүек, ун баланың берәүһе генә 1972 йылда больницала тыуа. Ҡалғандары өйҙә шаршау артында, йылы һыу һәм кендек инәйҙәренең имле-шифалы ҡулдары, изге доғалары ярҙамында донъяға ауаз һала. Беҙҙең бала саҡҡа тура килгән 50-60-cы йылдарҙа, нисек кенә етешһеҙ йәшәһәләр ҙә, ауылым ҡатын-ҡыҙҙары-әсәй-өләсәйҙәр быуыны зауыҡлы, ҡотло-ырыҫлы донъя көтөргә тырыштылар. Яҙ һайын өй эсендә түбә, стеналар ҡырып йыуыла, ә иҙәнде әйтеп тораһы ла түгел: көн аша һап-һары итеп ҡырып йыуыла. Бер-ике быҙау, һарыҡ-кәзә бәрәстәре сыуал артындағы мөйөштә төн сыға, сыуал башы-һәндерәлә шаршау артында шаҡырайып туңған бейәләй-быймалар киптерелә. Ҙур, иркен, шаршаулы урындыҡтың бер яҡ ситендә һандыҡ. Йоҡонан тороу менән, барлыҡ түшәк-ҡаралды һандыҡ өҫтөнә тәҫләп өйөлә.
Беҙ йоҡонан тороуға самауыр ҡайнаған, кәртүк йә бутҡа бешкән - урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп ебәреп, бөтә ғаилә бергә ашарға ултыра. Сәңгелдәктә ҡорған аҫтында кемдер йоҡлай, ул да эргәлә генә. Балаларҙың күмәк булыуы - оло ҡыуаныс, бәхет. 7х 6 метр ҙурлығындағы өй үҙе таҙа, үҙе ҡотло, нурлы-ҡояшлы!
...Әсәйем гәзитте семәрләп ҡырҡып, ҡабыҡлы бешкән кәртүк менән елемләп, тәҙрәнең өҫкө өлгөһөн ҡапларлыҡ итеп тыштан ингән ишек ҡаршыһындағы тәҙрәгә "пәрҙә" йәбештерә. Ә аҫтына, ауылда туҡыма һатылмаһа ла, йоҡаҡ ҡына ситсанан ҡорған эленә. Ул заманда гәзит-журналдарҙы күпләп алдыралар ине. Обой урынына аш бүлмәһенең диуарҙарына район гәзите "Еңеү юлында", республика баҫмаһы "Совет Башҡортостаны" гәзите йәбештерелә ине. "Ағиҙел", "Һәнәк" журналдары ла даими килеп торҙо. Балалар "Пионер" журналын, "Башҡортостан пионеры" гәзитен "һыу кеүек эстек". Гәзит-журналдарҙы тәләфләү юҡ, улар ҡулдан-ҡулға күсеп, уҡылып туҙалар ине. Стенаға йәбештерелгән гәзиттәрҙән өс-дүрт йәшлек Шәмсиә һеңлем менән үҙем биш-алты йәшлек кенә сағыбыҙҙа шыма итеп уҡырға өйрәнеп үҫтек.
Урындыҡ, карауат аҫтарындағы ояла йомортҡа һалып, бәпкә сығарғансы ултырған ҡаҙға ҡамасау һалмаҫ өсөн, йә булмаһа, өҫтәл аҫтары өңрәйеп күренеп тормаһын өсөн ауылдың ҡул эштәренә маһир еңгәйҙәренән селтәрле ҡорғандар бәйләтеп алалар ине әле ул йылдарҙа (хаҡына йомарлам май, ҡорот, ҡатыҡ түләп)! Барына шөкөр итеп, юғына сабыр булып, беренән-бере өйрәнеп матурлыҡ тыуҙырып, донъяны йәмләп йәшәгән оло быуын яҡты хәтирә-иҫтәлектәр уята бөгөн дә..."
Ғәлиәкбәр ауылынан Хөснә Исламова апайҙың хәтирәләре лә бик фәһемле булды: "Элек килен булып оҙатылып килгән ҡыҙҙарҙың бирнә һандығындағы иң төп ҡаралдыһы шаршау булған. Минең әсәйемдең шаршауы беҙ үҫкәндә лә йортобоҙҙо биҙәй ине әле. Уны ҙур урындыҡты икегә бүлеп элеп ҡуйғайнылар. Ҙур яҡта олатайымдар, түрбаш яҡта беҙ йоҡлай торғайныҡ. Тәҙрәләргә эленгәнен пәрҙәне лә ҡорған ти инек. "Эңер төштө, ҡорғандарҙы тарт", - тип ҡуша ине миңә әсәйем...
Бәпестәрҙең сәңгелдәгенә лә ел-елпеүҙән, насар күҙҙән һаҡлаусы ап-аҡ ҡорған эленә ине. Буй етерлек өҫтә, түшәмдән үк төшкән бауҙа элеүле торған сәңгелдәк ҡәҙерле, ҡурсаулы урын булды. Хәҙерге йәштәрҙең сабый баланы иҙәндә, аяҡ аҫтында торған шарран-яран асыҡ коляскаға һалып ҡуйыуҙары һис ярамаған күренеш ул!
Бер яҡтан ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән, икенсе яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың аш-һыу әҙерләү урынын бүлеп тороусы тирмә шаршауы ла, мәсеттә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар яғын айырып торған шаршау ҙа кешене тәртипкә, тыйнаҡлыҡҡа өйрәтә, Ислам диненең талаптарына тап килә торған күренеш ине инде элек..."
Әтек ауылы ағинәйе Алһыу Зарипова әңгәмәгә ҡушыла: "Ҡорғандар, беҙҙең тормошобоҙҙа бик күҙгә эленмәһә лә, үҙенә күрә мөһим генә урын алып тора. Мәҫәлән, тәҙрәләргә ҡорған элеүҙе генә алғанда ла - ул төп өй йыһазы булып һанала кеүек. Ҡорғанһыҙ тәҙрәләр өйҙө бик ҡотло итеп күрһәтмәй. Ҡорғандар өй декоры булып ҡына ҡалмай, ул ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылы һаҡлаусы, йәйге эҫелә эҫенән ҡотҡарыусы, тыштағы сит-ят күҙҙәрҙән, тауыштарҙан ышыҡ һәм башҡалар... Тәҙрәләрҙе төнгөлөккә ябырға ҡушҡан хәҙис тә бар Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең. Унда киске эңер еткәс, бисмилла әйтеп, тәҙрәләрҙең ҡорғанын тартырға, ишектәрҙе бикләргә, һауыт-һабаларҙы, аш-һыуҙарҙы ябып ҡуйырға кәрәк, тип әйтелә..."
...Шаршауҙар күргәҙмәһе бөгөнгө көн үҙәгендә торған маскировка ҡорғанының бик үҙенсәлекле вариантын күрһәтеү менән тамамланды һәм уны күргәндәрҙең барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әйткәндәй, райондың "Ялҡын" өлгөлө бейеү ансамбленең (етәксеһе Нәилә Нурдәүләтова) егеттәрҙе яуға оҙатыу күренешенә бағышланған өр-яңы күмәк бейеүе лә маскировка шаршауы фонында башҡарылды. Бейеүҙең кульминацияһы - егеттәрҙең яурынына маскировка бөркәнсектәре ҡаплап хушлашыу мәле - йөрәктә ятҡан әрнеүҙәрҙе күҙ йәштәре итеп ағыҙҙы (Был комуфляж плащ-бөркәнсектәрҙе "Кәрәҙ" клубы ағинәйҙәре тегеп биргәйне). Бейеүҙә ҡатнашыусы егет һәм ҡыҙҙарға был күренеште ысынбарлыҡта түгел, сәхнә әҫәре итеп кенә үткәрергә яҙһын, тип доға ҡылды ағинәйҙәр.
"Мираҫ" халыҡ төркөмө, Ғәҙелгәрәй, Яңы Мөсәт, Ҡолғона ауыл мәҙәниәт йорттарының фольклор төркөмдәренең "Килен төшөрөү", "Исем ҡушыу", "Бирнә һандығы асыу", "Бәпес күреү" йолаларына бағышланған сығыштары һәм өлгөлө "Ялҡын" ансамбленең килен төшөрөүгә бәйле "Йыртыш" йолаһы бейеүе сценарийға бик уңышлы килеп ҡушылды! Сценарий шағирә Рита Фәтҡуллинаның "Шаршау" шиғыры буйынса төҙөлгәйне. Кеше ғүмерендә шаршауҙың нисәмә этапта ҡулланылышына ҡарап, башҡа сығыштар менән аралаштырып уҡылһа ла, шиғыр үҙенең бөтөнлөгөн юғалтманы. Сәхнә оҫталары Илфат Исламов һәм Гөлсинә Сәғитова башҡарыуында шағирәнең әйтер һүҙҙәре тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп инде - тәьҫораттар менән алышҡанда күптәр ошо фекерҙе еткерҙе.
Сараның уңышлы үтеүенә булышлыҡ итеп тә, эштәре күҙгә асыҡтан-асыҡ салынмай ҡалған район мәҙәниәт йорто директоры Гөлнур Нәҙершинаға, сәхнәне сценарийға ярашлы интерактив фон менән биҙәүсе Ирек Ҡолмәнбәтовкә, тауыш операторы Урал Ниязғоловҡа, күргәҙмә ҡороу өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырышып йүгереп йөрөгән Фәнис Татлыбаев, Руслан Мырҙағолов, Илсаф Фәйзуллинға, йыйылыусыларҙы яҡты йөҙ күрһәтеп ҡаршылаусы-оҙатыусы Эльвира Хөсәйенова, Алһыу Сирбаеваға рәхмәтле булды ағинәйҙәр.
Районыбыҙҙың ғорурлығы булған шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның ошо сараға бағышлап яҙған, халҡыбыҙ өсөн шаршау-ҡорғандың әһәмиәтен дә күҙ алдына баҫтырған шиғыры байрамдың исеме һәм девизы булып яңғыраны:
Шаршау аса өй донъяһын
Рәхим итегеҙ, тиеп.
Шаршауҙы башҡорт борондан
Ҡулланған инде белеп.
Бисмиллалап шаршау асҡан
Көн ҡаршылап халҡыбыҙ.
Шаршаулы донъя - йәшерен,
Сер асмаҫҡа хаҡлы беҙ.
Шаршау эсендә - сабыйҙар,
Шаршау артында - килен.
Яман күҙҙәрҙән һаҡлаған
Ошолай башҡорт илен.
Шарран-яра асмаған ул
Өй эсендә ҡот тотҡан.
Шаршау-кәртәнән яман һүҙ,
Насар уйҙар ҡаҡлыҡҡан.
Шаршау - донъя йәме булған,
Һаҡлаған өйҙөң ҡотон.
Эске донъяһын бикләгәс,
Бәхеткә тулған йорто.
Башҡорт шундай фәйләсуф ул -
Аҡыл йөрөгән алдан.
Түренә шаршауҙар элеп,
Мәкергә тоҙаҡ һалған.
Сепрәк кенә түгел шаршау -
Үҙе һаҡ, үҙе ҡорған.
Шаршаулы булғанға халҡым
Ҡурсыулы, тыныс торған.
Өйҙөң биҙәге ул - шаршау,
Мираҫ боронғолоҡтан.
Шаршаулы халыҡ бөлмәгән -
Рух илен ныҡлы тотҡан.
Шаршаулы булған - отҡан.
Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА