«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ҺОРАП АЛҒАН УЛЫМ ИНЕ..."
+  - 

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан 23 кенә йәшлек Марсель Ғәбитов Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Ул Авдеевка, Очеретино, Селидово ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүҙә штурмлаусы, артабан АГС-17 операторы, радиоэлектрон көрәш системаһының бүлексә командиры булараҡ махсус тәғәйенләнештәге подразделениела үҙ бурысын үтәй. Ошо көндәрҙә Марсель Ғәбитов белем алған Әбделкәрим ауылы мәктәбендә уның яҡты иҫтәлегенә "Герой партаһы" асылды. Иҫтәлекле сарала яугирҙың ата-әсәһе, һеңлеһе Азалия, туғандары, уҡытыусылары ҡатнашты. Барыһы ла Марселде кешелекле, ярҙамсыл, итәғәтле, эшлекле, тырыш, ҡыйыу егет тип иҫкә алды. Сағыу йондоҙ кеүек йәшәп, йәшнәп, балҡып һүнгән Марсель Фирғәт улы Ғәбитов тураһындағы иҫтәлектәрҙе уның әсәһе Сәғирә Илһам ҡыҙының хәтирәләре аша тәҡдим итәбеҙ.

- Ғаиләбеҙҙе шатлыҡҡа сорнап килеп ингән балалар ине бит улар - Азалия менән Марсель. Уларҙы үҙемдең йөрәкте ярып сыҡҡам баламдай күреп тәрбиәләнем. Паспорт алырға ваҡыт еткәс, рөхсәт һорап, икеһе лә беҙҙең фамилияға күсте, иремдең исемен "атаһы" тигән графаға яҙҙырттылар. Ике бала ла бер ваҡытта ла тыуҙырған ата-әсәләре тураһында иҫкә алманы. Ғүмер буйы улар "атайым" тип - иремде, "әсәйем" тип мине яратты. Уттан, һыуҙан, ерҙән һорап алған улым ине бит ул Марсель. Ул шундай матур бала булды. 9-сы кластан һуң Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҡыны. Егеттәр менән төрлө эштә йөрөп, аҡса ла эшләне. Бер ваҡыт кемдер төндә тәҙрә шаҡый. Ҡараһам, Марсель балам. Күкрәгенә йылы икмәк тығып алған. "Әсәй, сәй ҡуй. Беренсе эш хаҡымды алдым. Йылы ғына икмәк алып ҡайттым", - тине. Балаҡайғынам, беренсе эш хаҡына күстәнәскә икмәк алған булған. Ул бер ваҡытта ла эсмәне. Рюмка тотҡанын да күргәнем булманы. Йыр-моңға ғашиҡ ине. Үҙе шиғырҙар яҙҙы, үҙе уларға көй һалды.
Махсус хәрби операцияла ике йыл ҡатнашты. Даими рәүештә Телеграмм аша аралаштыҡ. Һуңғы хәрби заданиеға сығыр алдынан: "Әсәй, сәләм, мин иртәгә заданиеға сығам", - тине. "Балам, имен-һау ғына бул, үҙеңде ҡарап ҡына йөрө", - тием. "Әсәй, тырышырмын. Әгәр ҙә ошо заданиенан да имен сыҡһам, тура ауылға ҡайтырмын. Мин шул тиклем һинең еҫеңде һағындым", - тине. Хәҙер килеп аңланым, ул бала бит әсәй еҫен һағынған булған.
Был балаҡай бер тапҡыр ныҡ яраланды. Эргәһендә снаряд ярыла. Үҙҙәре атап йөрөткән "тропа смерти" аша ете сәғәт үтә. Новосибирск ҡалаһына самолет менән оса. Дауаланғас, беҙгә ҡайтты. "Атай, мине көслө генә мәсеткә алып бар, һәләк булған егеттәремә аят бағышлатҡым килә", - тигәс, атаһы Өфө ҡалаһындағы мәсеткә алып барҙы. Китергә ваҡыты еткәс, алып ҡалырға теләнек. Ләкин ҡырҡа баш тартты. "Мин барырға тейешмен, унда егеттәрем көтә", - тине.
Икенсе тапҡыр машина менән китеп барғанда улар өҫтөнә дрон килеп төшә һәм машина шартлай. Һигеҙ егеттең икәүһе генә тере ҡала: минең улым һәм тағы ла бер урыҫ егете. Һәләк булғандарҙы күтәреп, теҙеп һалғас, улым уларға бағышлап аят уҡый. Шул ваҡыт эргәләренән үтеп барған машина уларҙы ултыртып, медицина пунктына алып барып ҡалдыра. Улыма операция эшләйҙәр. Дрон ярсығы тубығын ярып сығарған була. Өс госпиталдә дауаланғас, уларҙы хәрби эшелонға тейәп, беҙҙең яҡҡа сығаралар. Юлы беҙҙең республика аша үтәсәген белгәс, бер нәмәгә лә ҡарамай, кәрәк нәмәләрҙе йыйып, поезд артынан сыҡтыҡ. Балаҡайыбыҙҙы Самаралағы госпиталгә алып килделәр. Ул күп ҡан юғалтҡайны. Уның тубығына операция эшләнеләр, бер нисә ярсыҡты алдылар. Һуңынан Өфөгә ҡайтты. Оҙаҡ та тормай, ул тағы ла фронтҡа китте. Разведкала хеҙмәт итә башланы. Балаҡайым 19 майҙа дүрт егет менән бергә хәрби заданиеға сыға. 23 майҙа үлеп ҡала, дүртәүһе лә... Ә бит 23 майҙа уның йәне мин йоҡлаған бүлмәгә килде. Ҡапыл ғына елдең елпеүенә күҙҙәремде асһам, минең эргәмдә ул баҫып тора. Тороп ултырғайным, юҡҡа сыҡты. Шуға, балағынамдың йәне 23 майҙа ауылға ҡайтты, тип гел әйтәм. Йән дә ҡайта бит. Васыят итеп әйткәненсә, уны өләсәһе эргәһенә ерләнек. Әле бына мәктәптә "Герой партаһы" астыҡ. "Әгәр ҙә мин һуғышҡа инмәһәм, нацистар бит беҙгә килеп етәсәк", - ти торғайны балаҡайым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы менән шул ҡәҙәр ғорурланды. Уның кеүек тә матур бала булмай бит ул...
- Улым һәр ваҡыт ғәҙел, батыр, ҡыйыу, ижади ҡарашлы булды, - тине Марселдың атаһы Фирғәт Сәхиулла улы ла. - Бала саҡтан Ватан һаҡсыһы, ғәҙеллек яҡлы булырға тырышты. Теләге тормошҡа ашты балаҡайымдың. Ләкин уның өсөн ул ғүмерен бирҙе...

Лилиә ТАКАЕВА.
Баймаҡ районы.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru