
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, "Башҡорт йыры" конкурсының телевизион фестивале еңеүсеһе Рим Рәхимовты беҙ опера өлкәһендә егелеп эшләгән сәхнә маһирҙарының береһе тип беләбеҙ. Ул үҙенең асыштары менән кемдәрҙелер хайран итә, кемдәрҙелер яңы офоҡтарға әйҙәй. Былтыр Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә "Уралым" йырын төрки телдәрендә яңғыратты. Төркмәнстанда үткән Халыҡ-ара "Музыка мира" фестивалендә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Ғөмүмән, Рәхимовтар йыр-моң сәнғәтенә мөкиббән киткән заттар. Римдең ике ағаһы - Роберт менән Ринат Рәхимовтар шулай уҡ тиҫтә йылдар опера сәнғәтенә тоғро хеҙмәт итәләр. Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын Өфө башҡорттары - Рәхимовтарҙан тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.
Рим Рәхимовтың ҡатыны Айым Вәлмөхәмәтова-Рәхимова - шулай уҡ юғары белемле музыкант, вокал буйынса уҡытыусы, Башҡортостан юлдаш телеканалының "Тамыр" студияһындағы "МузКәрәҙ" программаһын алып бара. Йыр сәнғәтенә, туған телгә булған мөхәббәтте улар үҙҙәренең балаларына ла бирергә тырыша. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ - ошо матур ғаилә ағзалары менән.
Иң башта гәзит уҡыусыларҙы һеҙ үҫкән мөхит менән таныштырғы килә. Ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Ир ҡатыны, әсәй булырға, ғаилә башлығы, атай булырға кемдәрҙән өлгө алдығыҙ?
Рим Рәхимов. Минең атайым Рафиҡ Рәхимов сығышы менән Дәүләкән районынынан, әсәйем Люциә Ҡыйғы районында тыуып үҫкән. Әсәйем ун биш йәшендә Ҡыйғы районының Юныс ауылынан Өфөгә килә. Шунда "Мясокомбинат" тигән яҙыуҙы күрә һәм уны бер университет һымаҡ ҡабул итә. "О-о-о, мин шунда эшкә барырға тейешмен!" ти ҙә, комбинатҡа эшкә урынлаша. Минең егәрле әсәйем хеҙмәт алдынғыһы булып китә, совет заманында депутат та булып йөрөнө. Атай менән әсәйҙе яҙмыш Өфөлә осраштыра, беҙ, уларҙың өс улы ла, баш ҡалала тыуып үҫтек. Мин бәләкәй саҡта Телеүҙәктән алыҫ булмаған урында баракта йәшәй инек. Элек фатирҙы бушлай бирә торғайнылар бит, "Химпром"да егерме йыл эшләгәндән һуң атайыма яңы йорттан өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Шул мәл ҙур шатлыҡ кисереүебеҙ иҫтә тороп ҡалған. Ағайҙарым Роберт менән Ринат һәм мин - өсөбөҙ ҙә бер театрға, бер операға хеҙмәт итәбеҙ.
Ни өсөн Рәхимовтарҙың өс балаһы ла сәнғәт юлын һайланы? Атай-әсәйегеҙ ул даирәгә яҡын тормай кеүек...
Рим Рәхимов. Ике яҡ та элек-электән йыр-моң донъяһынан айырылмаған. Әле лә шулай, ике яҡтан да үҙешмәкәр йырсылар күп. Әсәйемдең ике ҡустыһы Шәрифулла менән Зәйнулла абзыйымдарҙың ҡулында һәр саҡ музыка ҡоралы - береһе гармун тотһа, икенсеһе баянды эләктерә. Һәр төрлө конкурстарҙа арыу-талыу белмәй ихлас ҡатнашып йөрөйҙәр. Әсәйем яғынан ҡартатайымдың ике туған ағаһы Ирек Ибраһимов Фәйзи Ғәскәров менән бергәләп бейеү ансамблен ойошторалар. Әсәйем дә милли сәнғәткә ғашиҡ кеше, уның иң ҙур хыялы - улдарын ҙур сәхнәләрҙә күреү ине. Сәнғәткә булған һөйөүен беҙгә тапшыра алды. Баракта йәшәгән саҡта уҡ әле телевизорҙан концерт күрһәтһәләр, шуларҙы яҙҙырып, ҡулыбыҙға гармун тоттороп, йырлата торғайны. Әҙерәк ҙурая биргәс, атайым өлкән ағайыма гитара һатып алды. Ағайым уйнай, үҙе йырлай башланы. Бер ни тиклем ваҡыттан Ринат ағайым да уға эйәрҙе. Өсөнсө класты бөткәндә мин дә ҡулыма гитара алдым. Ринат ағайымды әсәйем тура Өфө сәнғәт училищеһына алып барҙы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хорҙа ул әлегә тиклем "юғары кимәлдә башҡарыусы" һанала. Ринат ағайым беренсе курсты тамамлағас, икенсе йылы Роберт ағайым да ошо уҡ училищеға уҡырға инде. Уҡый башлау менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына хорға эшкә барып та инде. Шул рәүешле ағайымдар миңә йыр сәнғәтенә юл астылар. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт институтына (ул саҡта академия тип атала ине), шулай уҡ сәнғәт училищеһының ике бүлегенә - хорға һәм вокалға - имтихан бирҙем. Һәм уҡырға инеп киттем. Бәхетемә күрә, институтта Миләүшә Мортазина класына эләктем. Әйткәндәй, уға быйыл йөҙ йәш тула. Уҡытыусыма сәләмәтлек кенә теләйем! Радик Гәрәев, Вәхит Хызыров, Дилара Иҙрисова һәм дә беҙҙең бөйөк опера йырсылары Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар -уның уҡыусылары. Улар беҙгә дәрескә килһә, оло ваҡиға, ҙур бер шатлыҡ була торғайны. Сөнки улар, үҙ һөнәренең оҫталары булараҡ, беҙгә кәңәш бирәләр, фекерҙәрен әйтәләр. Ғөмүмән, һәр йәһәттән улар беҙҙең өсөн үрнәк булып торҙо.
Айым Рәхимова. Атайым Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Радик Вәлмөхәмәтов - ғүмерен сәхнәгә арнаған шәхес. Әсәйем Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы Яҡшығолова бар ғүмерен мәктәп эшенә бирҙе. Сәнғәт эсендә ҡайнамаһа ла, уға ынтылышы ныҡ көслө булды. Ҡәйнәм менән ҡайным кеүек, ул да балаларының бәләкәйҙән сәхнәлә булыуҙарын теләп ултырҙы. Ҡустым Айтуған Вәлмөхәмәтов опера һәм балет театрында эшләй, солист. Атайымдың ҡустыһы Рушан Биктимеров - шулай уҡ халыҡ артисы, танылған ҡурайсы. Атайымдың бер туған апаһы Фатима Хәйретдинова күп йылдар математика уҡытыусыһы булып эшләһә лә, сәнғәттән айырылманы. Хәҙерге ваҡытта "Селтәр" студияһын етәкләй. Оҫта бейеүсе "Байыҡ" конкурсында Гран-при яуланы. Әле яңыраҡ ҡына Башҡорт дәүләт филармонияһында атайымдың юбилей концерты үтте. Унда барыбыҙ ҙа ҡатнаштыҡ. Атайҙың һәр бер концертында беҙ сығыш яһайбыҙ.
Мине әсәйем алты йәштән музыка мәктәбенә фортепьяно бүлегенә уҡырға бирҙе. Алтынсы класҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килдем, унда бер генә йыл уҡыным. Сөнки сәнғәткә ынтылышым көслө ине, ә гимназияла ундай йүнәлеш юҡ, шуға Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназияһына фортепьяно бүлегенә уҡырға индем. Алтынсы кластан музыка менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнәм. Гимназияла шулай уҡ хорға, вокал дәресенә йөрөнөм. Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова уҡытыусым булды. Ун беренсе кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһына киттем. Теория бүлеген тамамлағас, әсәйем: "Һиңә профессиональ йырларға өйрәнергә кәрәк", - тип, ошо уҡ уҡыу йортоноң йыр бүлегенә инергә тәҡдим итте. Ул ваҡытта Тәнзилә Үҙәнбаева училищела йыр бүлегенең мөдире ине. Профессиональ белемем ҙур - теория бүлеген бөткәнмен - улар мине тыңлап ҡарағандан һуң: "Бында уйларға ла кәрәкмәй, беҙ һине өсөнсө курсҡа алабыҙ", - тинеләр. Вокал бүлегендә ике йыл ғына уҡыным, ҡалған дәрестәр миңә бөтөнләй ауыр булманы. Алты йәштән фортепьянола уйнағас һәм ул минең яратҡан уйын ҡоралым булғас, миңә уҡыу еңел бирелде. Училищены тамамлағас, тура Өфө сәнғәт институтына уҡырға индем.
Нисек булды яҙмыштарҙы бергә бәйләгән танышыуығыҙ?
Айым Рәхимова. Беҙ институтта төрлө ваҡытта уҡыныҡ. Ул саҡта бер-беребеҙҙе белмәй инек. Буласаҡ тормош иптәшем менән танышҡанда миңә егерме дүрт йәш ине.
Рим Рәхимов. Мин институтты тамамлап, армияға киттем. Кире ҡайтҡанда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры реконструкцияға ябылғайны. Унда йыл ярым эшләгәс, Томск өлкәһендәге Северск тигән ябыҡ ҡалаға киттем, шунда эшләп алдым, ярты йылдан тыуған яҡҡа кире ҡайттым, театрға яңынан эшкә алдылар. 2014 йыл ине, шунда Айым менән таныштыҡ.
Айым Рәхимова. Көҙ айы. Мин беренсе курста уҡып йөрөйөм. Бер мәл уйлап ултырам: "Уй, миңә икенсе йыл егерме биш тула, ә мин һаман да уҡыйым, кейәүгә сығырға ла ваҡыт еткән түгелме ни миңә?" Шул мәлдәрҙә беҙ таныштыҡ та инде. Бер саҡ Иҙел Аралбаев - беҙҙең дуҫыбыҙ - ятаҡта бүлмәбеҙгә килеп инде лә: "Ҡыҙҙар, мин аш бешергәйнем, ҡоротоғоҙ бармы?"- тип һораны. Мин: "Бар, бына өләсәйем ҡайнатҡан ҡорот. Әбйәлил ҡорото", - тип, уға ҡорот сығарып бирҙем. "Ҡоротто алам, әйҙәгеҙ, беҙгә аш ашарға төшөгөҙ", - тине Иҙел. Иптәш ҡыҙым менән уның бүлмәһенә барҙыҡ.
Рим Рәхимов. Ә мин шул уҡ бүлмәлә йәшәгән дуҫ егетем Салауат Кейекбаевҡа ҡунаҡҡа барғайным. Шунда мин беренсе тапҡыр Айымды күрҙем һәм Әбйәлил ҡоротон тәмләп ҡараным. Хәҙер көн дә ашайым.
Айым Рәхимова. Шулай танышып киттек. Мин ул ваҡытта Рим тураһында ишеткәнем юҡ ине. Әгәр ҙә училищела уҡыған булһа, бәлки, беҙҙең юлдар иртәрәк тә киҫешкән булыр ине. Мин институтҡа ингәндә, ул инде тамамлаған ине бит инде. Артабан күрешә башланыҡ, һөйләшәбеҙ, һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Сөнки уртаҡ темалар күп, сәнғәт, театр, йырсылар, мәҙәни мөхит... Шулай башланып китте аралашыу. Кемдәрҙер йылдар буйы осраша, беҙ оҙаҡ уйламаныҡ. Баштан уҡ етди булды үҙ-ара мөнәсәбәт.
Рим Рәхимов. Ун бишенсе йылда мин ауыр хәлгә тарыным. Дауаханала яттым. Айым һәр саҡ минең эргәлә булды.
Айым Рәхимова. Эйе, һәр саҡ эргәһендә булдым, тәрбиәләнем. Шул саҡта Рим, моғайын, "Был ҡыҙ миңә терәк, таяныс, ул миңә кәрәк", - тип уйлағандыр. Бер нисә айҙан, үҙенең тыуған көнөндә, ул миңә тәҡдим яһаны, никах уҡытып, артабан туй яһап, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Тағы ла бер йылдан улыбыҙ тыуҙы, әммә мин уҡыуҙы ташламаным. Институтта мин Раилә Шәрәфи ҡыҙы Аҙнаҡаева класында уҡый башланым, вокал дәрестәрен алдым. Училищела ғына түгел, бында ла мин ике бүлектә белем алдым. Йәнә лә этномузыкология факультетында Гөлназ Салауат ҡыҙы Галинала дүрт йыл уҡыным, бакалаврҙы һәм ике йылдан магистратураны тамамланым. Гөлназ Галина менән "Мәжит Самиғулла улы Алкиндың ижади портреты" тигән ҙур эш яҙҙыҡ, магистратураны тамамлағанда уны тағы ла киңәйттек. Яҙыу эшенә лә күңелем ныҡ ята, шуға ихлас, яратып эшләнем. Уҡытыусым мине әле лә музыка белгесе булырға әйҙәй. Хәҙерге мәлдә Гөлназ Галина һәм Миләүшә Иҙрисова - был өлкәлә иң ныҡ шөғөлләнгән белгестәр. Улар был маҡтаулы эште профессиональ кимәлдә артабан дауам итеүсе кеше эҙләйҙәр. Гөлназ Салауат ҡыҙының ошо турала борсолоуын да, хәстәрен дә яҡшы аңлайым.
Һеҙҙең балалар әле бәләкәй. Шул уҡ ваҡытта, Айым, һеҙ кескәйҙәр менән эшләргә ваҡыт, мөмкинлек табаһығыҙ...
Айым Рәхимова. Беҙҙең өсөнсө бәпескә ике йәш, мин әле декрет отпускаһында. Ун һигеҙенсе йылда "Тамыр" телеканалына эшкә урынлаштым. "Тамыр" йыр ансамблендә балалар менән шөғөлләнәм. Ике йыл эшләгәс, Гөлназ Фәрит ҡыҙы: "Тапшырыу ҙа алып бар, һин булдыраһың, беҙ һиңә ышанабыҙ", - тине. Бына шулай итеп, "МузКәрәҙ"ҙе миңә тапшырҙылар. Яңыртылған вариант шулай: беҙ унда балалар менән төрлө күнегеүҙәр эшләйбеҙ, мин уларҙы йырлатам, шунан беҙ махсус саҡырылған берәй танылған йырсы менән аралашабыҙ. Был формат бик матур, тип уйлайым. Рәйлә Шәрәфи ҡыҙында уҡығанда, ул миңә гел генә: "Тауышың ныҡ матур, һин радиоламы, телевидениеламы эшләргә тейешһең", - ти торғайны. Ул миңә юл күрһәтте һымаҡ. Ысынлап та, яратам ошо эшемде. Балалар менән эшләү, уларға вокал дәрестәр биреү оҡшай. Балалар ҙа мине ауыҙҙарын асып тыңлайҙар. Гөлназ Фәрит ҡыҙы ла: "Балалар һине ярата", - ти. Башҡаларҙан да: "Уҡытыусы булараҡ, һин улар менән уртаҡ тел таба беләһең", - тигәнерәк фекерҙәр ишетәм. Былар бөтәһе лә мине ҡанатландыра.
Йырға килгәндә, алдан уҡ бөтәһе лә минең өсөн ыңғай ғына барҙы, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа шөғөлләнеүҙән туҡтағаным юҡ, мин йырлайым. Рим менән дә дуэттарыбыҙ бар, төрлө сараларҙа сығыштар яһайбыҙ.
Балаларығыҙҙы ла барлап китәйек әле...
Айым Рәхимова. Кәрим улыбыҙ 2016 йылда тыуҙы. Әле туғыҙ йәш, өсөнсө класта уҡый. Урта махсус музыкаль колледжда баян класында белем ала. Беҙ уҡытыусынан уңдыҡ, Руслан Рахманғолов оҫталыҡ серҙәренә төплө итеп өйрәтә. Училищела һәм институтта уҡыған саҡтарҙа мин театрҙарға йыш йөрөй торғайным, бер спектаклде лә ҡалдырғаным булманы. Пушкин урамы, Совет майҙаны, Аксаков баҡсаһы аша үтеп-сүтеп йөрөгәндә: "Балаларым булһа, ошо колледжға уҡырға бирәм",- тип уйлай торғайным. Рим дә хәҙер ошо колледжда бәләкәй генә ставкаға иллюстратор булып эшләй. Өлкән класс балалары фортепьянола уйнай, ә Рим уларға йырлай. "Етер, унда эшләмәйем", - тигән саҡтары ла була, "Юҡ, беҙҙең балалар ҙа ошонда уҡый бит", - тием. Бына шулай дүрт йәштән Кәрим улыбыҙ ошо колледжда шөғөлләнә. Икенсе улыбыҙ Камилды дүрт йәштән әҙерлек класына йөрөтә башланыҡ. Ул әле бәләкәй, быйыл ғына уҡырға барасаҡ. Профессиональ сәнғәт юлына баҫтырам, тиһәң, балаларҙы музыкаль белем алырға бик иртә йөрөтә башларға кәрәк, тип әйтәләр бит. Өс йәштән фортепьяноға, скрипкаға ултырталар. Өсөнсө балабыҙ, Әлсәнә исемле ҡыҙыбыҙ, тағы ла зирәгерәк булыр, уны хатта өс йәштән фортепьяноға ултыртып булыр, тип уйлайым.
Башҡорт әсәйе, атайы үҙҙәренең балаларына үҙегеҙҙәге ихлас башҡортлоҡто, туған телде дауам итеп күсерә, һөйөү тәрбиәләй аламы икән?
Айым Рәхимова. Минең әсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, беҙгә, балаларына, туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тырышты. Ҡустым менән урамда төрлө милләт балалары менән аралашып инәбеҙ ҙә, үҙ-ара урыҫса һөйләшә башлаһаҡ, ул беҙҙе шундай уҡ туҡтата ла: "Өйгә инеү менән тик башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, урыҫ теле ишек артында тороп ҡала", - тип ҡаты итеп әйтә ине. Ҡышҡы, йәйге каникулдарҙы Әбйәлилдә өләсәй-олатай янында үткәрә инек, йәғни беҙ гел башҡорт мөхитендә үҫтек.
Рим менән өйләнешкәс, тәүге йылдарҙа ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәнек. Беренсе балабыҙ тыуғас, ҡәйнәмдәргә лә: "Әйҙәгеҙ, балаға тик башҡортса ғына өндәшәйек, тик башҡортса ғына өйрәтәйек", - тинем. Уларҙың ғаиләһендә лә был ҡағиҙә күҙәтелә ине, әлбиттә. Ҡайным менән ҡәйнәм әле лә гел эргәлә, балаларыбыҙҙы ҡарашырға ярҙам итәләр. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар ярҙам итмәһә, беҙгә бик ауырға тура килер ине. Балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә ҡәйнәм менән ҡайнымдың роле баһалап бөткөһөҙ.
Рим Рәхимов. Беҙ рус мәктәбендә уҡыныҡ, дуҫтар ҙа гел шул милләттән булды. Айым: "Атай-әсәй йәй башланыу менән беҙҙе ауылға алып ҡайта ине", - ти. Улар йәй бөткәнсе шунда йәшәгәндәр. Ә беҙ күберәк ҡалала үҫтек. Әсәйем: "Барығыҙ, ауылға ҡайтып килегеҙ, башҡортса ныҡлап һөйләшергә өйрәнерһегеҙ",- тип, беҙҙе лә ҡайһы саҡ ауылға ебәрә торғайны, әлбиттә. Ә былай беҙ ғаиләлә башҡорт телен ишетеп, башҡортса һөйләшеп үҫтек. Беҙҙең әсәйебеҙ ул яҡтан ныҡ талапсан ине. Әле лә ул: "Улым, башҡортса әйт", - тип кенә тора. Беҙ үҙебеҙ ҙә башҡортса һөйләшергә, аралашырға ынтылып торҙоҡ. Айырыуса Роберт ағайым шул тиклем башҡорт рухлы илһөйәр. Телде яҡшы белә. Бәләкәй саҡта, нишләптер, "мама-папа" тип әйтә торғайныҡ. Роберт ағайым, үҫкәс, үҙенән-үҙе "атай-әсәй" тип өндәшә башланы. Уға эйәреп, беҙ, ҡустылары ла, артабан "атай-әсәй"гә күстек. Кешенең үҙенән тора бит ул туған телде һанлау, уны белергә ынтылыу. Һәм, әлбиттә, атай-әсәйҙең мөнәсәбәтенән, тәрбиәһенән дә күп нәмә тора.
Айым Рәхимова. Эйе, атай-әсәйҙән тора күп нәмә. Бына минең әсәйем был йәһәттән дә беҙҙе ҡаты тотто. Урыҫ теленә өйрәтеп ултырманы, уны беҙ үҙебеҙ өйрәндек. Ә инде үҙебеҙҙең балаларға килгәндә, өлкән улыбыҙ Кәримде беренсе класҡа тиклем башҡорт теленә өйрәтеүе еңел булды. Камилдың теле әҙерәк боҙолдо, тип әйтергә кәрәктер. Телевизорҙан йәнһүрәттәр, уҡырға-танырға өйрәткән һандармы, төрлө төҫтәр, уйындар булһынмы, шуларҙы күберәк ҡараны, тыңланы. Ә улар барыһы ла урыҫ телендә бит. Шуға теле ике яҡҡа бүленде. Бына өсөнсө балабыҙ Әлсәнә менән тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Әле яңыраҡ ҡына ике йәш тулды ҡыҙыбыҙға, беҙгә башҡорт телендә бик күп китаптар бүләк иттеләр. Бәләкәй саҡта әсәйебеҙ беҙҙән туған телде нисек талап иткән, мин дә шулай итергә тырышам. Дуҫтары менән аралашҡанда иһә балалар урыҫ теленә күсәләр. Әсәйем һымаҡ, мин дә улдарыма: "Иптәштәрең менән урыҫса һөйләшһәң дә, өйгә ҡайтҡас, беҙҙең менән тик башҡортса һөйләшәһең", - тием.
Хәҙер инде үҙегеҙҙең ғаилә традициялары, йола-ҡанундары менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине...
Айым Рәхимова. Беҙҙең ғаилә концерттары - төп йолабыҙҙыр, моғайын. Яңғыҙ ҙа, дуэт менән дә йырлайбыҙ. Күптән түгел концерт ҡуйып ҡайттыҡ. Кәрим үҙенең баяны менән айырым сығыш яһаны. Атайымдың концертында ла сығыш яһаныҡ. Үҙебеҙҙең "Ғаилә - ул бәхет" тигән ғаилә йырыбыҙ ҙа бар. "Тамыр" концертында тәү тапҡыр шул йыр менән сығыш яһағайныҡ. Был йыр интернет селтәрендә йөрөй, популяр йырҙарҙың береһе:
Ил тотҡаһы - татыу ғаилә,
Шулай икәнлеген мин беләм!
Әсәйҙәр тибрәткән бишектә
Илдең киләсәге бәүелә!
Рәхмәт, атайым,рәхмәт, әсәйем,
Һеҙ булғанға доньялар йәмле,
Һеҙ беҙгә ҡояш, иң нурлы йыһан
Бергә саҡта беҙ иң-иң бәхетле!
Әйтергә кәрәк, балаларыбыҙ башҡортса бик матур йырлайҙар. Әле яңыраҡ ҡына "Любезники-любизар" йырын өйрәттек. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп, еткереп йырлауҙарына ҡыуанабыҙ.
Йырсы булараҡ, Римдең Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы спектаклдәренән тыш та сығыштары бик күп. "Тауыштар" тигән төркөмдәре бар. Унда дүрт егет сығыш яһай - Рим үҙе, ҡустым Айтуған, Азамат Дауытов, Альберт Зәйҙуллин. Ғөмүмән, беҙ сәнғәт менән йәшәйбеҙ. Һәр байрамда шулай уҡ сәнғәт донъяһында ҡайнаған туғандар менән бергә йыйылышабыҙ, матур итеп күңел асабыҙ. Бөтәһе лә йыр-моңға әүәҫ булғас, музыка тынмай. Балалар ҙа шуны күреп үҫә. Кәрим олаталары-өләсәләре өсөн баянда уйнап ебәрә. Өлкән быуын өсөн айырыуса ҙур шатлыҡ был.
Рим Рәхимов. Беҙ һәр төрлө Хөкүмәт проекттарында ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙ ҙә республика райондарына концерттар менән сығабыҙ. Пландар күп, ваҡыт ҡына етмәй. Театрҙа яңы партиялар сығарам. Декабрҙә, Аллаға шөкөр, минең ҙур эшем булды, "Севильский цирюльник"та дон доктор Бартолоны йырланым. Яҡшы килеп сыҡты. Театр етәкселеге миңә яҡшы ҡарашта, эштәрҙе күберәк бирә башланылар, ятлап өлгөрөргә генә кәрәк. Мәскәүҙә лә минең менән ҡыҙыҡһынған режиссерҙар, постановщиктар, дирижерҙар бар. Бында килеп спектаклдәр ҡуйған саҡтарында уларҙан һәр саҡ маҡтау һүҙе генә ишетәм. Һинең менән хушлашмайбыҙ, һине яңы проекттарға саҡырырбыҙ, тип торалар. Беҙҙең сәнғәтебеҙ бик юғары, уны башҡа яҡтарҙа ла күрһәтергә, күтәрергә кәрәк.
Беҙҙең Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры яҙғыһын Рәсәй милли театр премияһы конкурсының биш "Алтын битлек" премияһына лайыҡ булды, йәғни конкурсҡа килгән бөтөн төбәктәр араһында иң күп премияны беҙҙекеләр алды. Биш "Алтын битлек" "Ай тотолған төндә" операһы өсөн бирелһә, алтынсыһына бер балет бейеүсеһы лайыҡ булды. "Алтын битлек" - илебеҙҙә иң юғары театр премияһы. Аллаға шөкөр, халыҡ театрға ихлас йөрөй. Зал һәр саҡ тулы. Театрға йөрөү - модала тип әйтергә була...
Шулай итеп...
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рим Рәхимов әңгәмә һуңында үҙен борсоған бер мәсьәләне лә күтәрҙе: "Милләттәштәребеҙҙең беҙҙең Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйылған башҡорт спектаклдәренә һирәгерәк йөрөүе гел борсолдора мине. Заһир Исмәғилевтың "Ҡоҙаса" спектакле кесе залда ғына бара. Шуны ла тултырып булмай! Заһир Исмәғилевтың "Салауат Юлаев" тигән легендар операһы шул тиклем матур эшләнгән, декорациялар иҫ киткес. Марьинканан килгән режиссер уны масштаблы итеп ҡуйҙы. Ат та сыға ине сәхнәгә. Тик тамашасы әҙ йөрөй. Тамашасы аҙ булғас, спектаклде бит репертуарҙан алалар. Профессиональ сәнғәт өлкәһенә беҙ, башҡорттар, иғтибарлыраҡ булһаҡ ине. Тамашасыларҙы үҙебеҙҙең опера һәм балет театры залдарында көтөп ҡалабыҙ", - тине йырсы. Исмаһам, Өфөлә йәшәгән милләттәштәр был саҡырыуға ҡолаҡ һалһасы.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА