
Ошо көндәрҙә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары араһында III "Осҡон" асыҡ интеллектуаль уйыны уҙғарылды. Был юлы сара Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда үткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен үҫтереүгә арналған үҙенсәлекле саралар уҙғарылып тора. Мәҫәлән, "Родина" кинотеатры менән берлектә асыҡ "Рәми дәресе" проекты тормошҡа ашырыла килә. Шулай уҡ колледж йыл һайын Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәренә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына һәм милли аш-һыуына арналған байрам саралары үткәрә. Улар араһында башҡорт бауырһағы, урыҫ ҡоймағы, осетин бәлеше һәм пасха күмәсе байрамдары бар. 2024-2025 уҡыу йылынан колледж директоры Ришат Сабитов инициативаһы менән "Осҡон" асыҡ интеллектуаль уйындары үткәрелә башланы. Быйылғы уйын инде өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. 2024 йылда ул сара Өфө колледждары командалары араһында үткәрелһә, 2025 йылда ике этапта уҙғарылды: ситтән тороп ҡатнашыу форматында Башҡортостан Республикаһы колледждарының 9 командаһы ҡатнашты, ә финалға алты колледж командаһы сыҡты.
III "Осҡон" асыҡ интеллектуаль уйыны Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма менән берлектә ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты - йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, республикала йәшәгән халыҡтарҙың бай мәҙәни мираҫына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Унда ете милли команда көс һынашты: "Калык Вий" (мари); "Матрешки" (урыҫ); "Торама" (мордва); "Батырҙар берҙәмлеге" (башҡорт); "Щелкущем" (сыуаш); "Италмас" (удмурт); "Безнекеләр" (татар). Тәүге турҙа һәр команда милли традицияларҙы, юморҙы, халыҡ мәҙәниәтен сағылдырған үҙенсәлекле сығыш тәҡдим итте. Икенсе турҙа улар Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың тарихы, көнкүреше һәм мәҙәниәте буйынса 30 һорауға яуап бирҙе. Өсөнсө турҙа төрлө милләт вәкилдәре образдарына инеп, үҙҙәрен шул ролдә һынап ҡараны. Ҡатнашыусы командалар төрлө номинацияларҙа баһаланды.
Жюри ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Рифат Биҡҡолов уҡыу йорттары араһында үткән бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашыуын билдәләп, командаларҙың етди әҙерлегенә, оҫта уйнауҙарына һоҡланыу һүҙҙәрен еткерҙе. Бындай сығыштарҙы сәхнәгә сығарыусы, әҙерләүсе уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли һәм мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлағаны, үҫтергәне өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошманың комьюнити-менеджеры Гүзәлиә Исхакова әйтеүенсә, был уҡыу йортонда ул беренсе тапҡыр түгел һәм һәр ваҡыт сараларҙың юғары кимәлдә үтеүенә һоҡланыуын белдерҙе.
Колледж директоры Ришат Хәжғәле улы йомғаҡлау һүҙендә бындай сараларҙың халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, йәштәрҙең бер-береһенең мәҙәниәтенә хөрмәт менән ҡарауына булышлыҡ итеүен билдәләне. Шулай уҡ директор залда ултырған көйәрмәндәрҙең әүҙемлегенә иғтибар йүнәлтте. Сара барышында ҡыҙыҡлы бер традиция барлыҡҡа килде: һәр команда үҙенең милли ашын алып килгәйне, уйын тамамланғас, жюри ағзалары менән бергә күмәкләп сәй эсеү, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеү ойошторолдо.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|