«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАҺАЛЫ БӘЙГЕ БЫЛ!
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһының йомғаҡлау туры үтте.

Уҡыусыларҙың Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһы (Северо-Восточная олимпиада школьников) сиктәрендә "Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса федераль уҡыусылар олимпиадаһы" проекты быйыл бишенсе йыл рәттән ғәмәлгә ашырыла. Ул М.К.Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты тарафынан 57 профиль буйынса Рәсәй Федерацияһы һәм БДБ илдәренең 72 өлкәһендә үткәрелә. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа РФ-ның 37 алдынғы университеты ҡатнаша.
Беҙҙең республикала был олимпиаданың ойоштороусыһы булып Өфө фән һәм технологиялар университеты тора. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡатнашырға теләүселәр һаны ла йылдан-йыл арта ғына бара. Быйыл иһә һайлап алыу турында 778 бала көс һынашҡан, улар араһынан икенсе турға 346 уҡыусы үткән. Һайлап алыу туры 2025 йылдың 11 ноябренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем дистанцион рәүештә олимпиада платформаһында үткәрелгән.
Уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһы РФ Мәғариф һәм фән министрлығының уҡыусылар олипиадалары исемлегенә индерелгән, был иһә дипломанттар, рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын 75 һәм унан дә юғарыраҡ балға тапшырған хәлдә, илдәге юғары уҡыу йорттарының олимпиада профиленә тап килгән йүнәлештәренә инеү өсөн льготалар аласаҡ, тигән һүҙ.
Был олимпиадала еңеү яулаған уҡыусыларға Өфө фән һәм технологиялар университетына ингән осраҡта "Педагогик белем биреү" һәм "Филология" йүнәлештәренә өҫтәмә һынауҙарһыҙ инеп, бер йыл буйына ай һайын 60 мең һумлыҡ стипендия һәм ҡунаҡхана тибындағы уңайлы ятаҡта урын алыу мөмкин буласаҡ.
Туған телдәр буйынса олипиаданың әһәмиәте тураһында уҡытыусылар ҙа үҙ фекерҙәре менән бүлеште. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Эльмира Салауат ҡыҙы: "Был күркәм, башҡорт телебеҙҙе донъя кимәленә күтәргән, уның киләсәген уйлап ойошторолған олимпиадала бишенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Быйыл 8, 9, 10, 11-се кластарҙа белем алыусы 21 уҡыусы менән килдек. Шәхсән уҡыусылар өсөн әһәмиәте бик ҙур был сараның. Еңеүселәргә бик ҙур мөмкинлектәр аса ярыш, шуға күрә уҡыусылар бик теләп, әүҙем ҡатнашалар. Бындай алымдар балаларҙа телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, улар имтиханға әҙерләнеү барышында уның матурлығын күрәләр. Беҙҙең 20-се гимназия - ул милли мәктәп, уҡыусылар бөтә башҡорт мәктәптәре уҡыған программа буйынса белем алалар. Яҡшы уҡыған уҡыусылар башҡорт телен юғары кимәлдә белә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мөхит, ҡала шарттары барыбер үҙенекен итә, ауылдарҙа саф башҡортса уҡыған балалар телмәренән бер ни тиклем айырма булыуы мөмкин. Шуға күрә һорауҙар ике телдә бирелеүе бик уңайлы. Әммә яуаптар барыбер тик башҡорт телендә генә яҙылырға тейеш", - тиһә, Ишембай ҡалаһының Ә.-Зәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы: "Ни тиклем генә сәйер тойолмаһын, быйыл был ярышҡа беренсе тапҡыр киләм. Үткән йылды икенсе турға туғыҙынсы класс уҡыусылары үткәйне, имтихандар сәбәпле, килә алманылар. Быйыл улар, мотлаҡ барабыҙ, тип, ныҡлап әҙерләнеп, дәртләнеп килделәр. Башҡорт теленең мәртәбәһен, бәҫен, дәрәжәһен юғары кимәлгә күтәреүсе сара был", - тип, ярыштың әһәмиәте хаҡында әйтеп үтте.
Ысынлап та, бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә, хатта милли гимназия-лицейҙарҙа башҡорт теле сәғәттәренең ҡыҫҡартылыуы сер түгел. Ошондай шарттарҙа уҡыусыларҙың Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһы - балаларҙа туған телдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны төплөрәк өйрәнеү теләге уятыусы бик тә урынлы, һөҙөмтәле проект.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 13

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru