«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӘСӘЛЕК ТОЙҒОҺО КЕШЕЛЕКТЕ ҺАҠЛАЙ КИЛӘ
+  - 


Был әйтемдең "Бала көйөгө йөрәктә, ир көйөгө итәктә", "Бала - бәғер ите", "Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге һыҙлар", "Бала шатлығы - ана шатлығы" тигән төрлөсә юҫыҡта фекер йөрөтөргә йүнәлеш булырлыҡ варианттары ла бар. "Бала ҡайғыһы йөрәктә, ир ҡайғыһы итәктә" әйтеменә һалынған фекер "ике икең дүрт була", тигәндәй, еңел генә аңлашылған һымаҡ булып тойолһа ла, уның тәрәндәрәк ятҡан мәғәнәһе лә бар. Миҫалға ошо риүәйәтте генә алайыҡ.

Ил ҡыҙырып йөрөүсе дәрүишкә өс юл сатында һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡатын осраған. Ҡатындың күҙ-сырайындағы сәйер һыҙатҡа ла иғтибар иткән дәрүиш. Уның һын-һыпатындағы, йөҙ төҙөлөшөндәге камиллыҡ, илаһилыҡ йөрәгенә уйылған хәсрәтен һис тә йәшерә алмай икән. Юлдан саҡ ҡына ситтәрәк таш өҫтөндә ултырған ҡатындың балаларына ла иғтибар иткән дәрүиш. Уларҙың береһе - сәстәре бешкән арыш һаламылай һап-һары малай, икенсеһе - ыҫмалалай сөм-ҡара сәсле ҡыҙыҡай икән.
Дәрүиш уларҙың янына килгән дә, ауыҙын асып өндәшергә генә иткәндә, ҡатын уны бүлдереп, ҡайҙалыр билдәһеҙ яҡҡа, алыҫҡа эйәге менән ымлап:
- Нимә хаҡында белергә теләгәнегеҙҙе аңланым, зинһар өсөн, анау таш артына йәшеренеп ҡарап торһағыҙ, үҙегеҙ белергә теләгәнде һүҙһеҙ ҙә аңларһығыҙ, - тигән.
Дәрүиш таш артына йәшеренеүе булған, алыҫта саң туҙаны ҡалҡҡаны күренгән. Бер мәл аҡ дөлдөл егелгән матур биҙәкле ап-аҡ көймәгә ултырып, һары сәсле ҡупшы ғына кейенгән урта йәштәрҙәге ир килеп туҡтаған. Аты туҡтап та өлгөрмәҫтән, ир ҡатындың аяҡ аҫтына йығылған һәм аяғына баҫып ҡатынды үбергә тотонған. Үбеп танһығы ҡанғас, арыш сәсле малайҙы ла ҡулына алып, уны иркәләп, ҡатынға әле генә үҙе елдереп килгән юлға ымлап күрһәтеп, өсәүләп бергә шунан китергә өндәгән. Ҡатын үҙҙәренә ҡарап аптырашта ҡалған ҡыҙына ҡараш ташлаған да, ир күрһәткән юл буйлап бер ҡасан да китмәйәсәген, ҡыҙын яңғыҙ ҡалдырмаясағын аңлатып, баш һелккән. Ир кеше, нимәнелер аңлатырға, иҫбатларға теләгәндәй, ярһып-ярһып, ҡулдарын һелкә-һелкә һөйләп, малай менән әсәһе араһында йөрөргә тотонған. Әммә ҡатын ҡымшанмай ҙа баҫып тора биргән. Ахырҙа, ир кеше түҙмәй, барыһына ла ҡулын һелтәп, көймәһенә һикереп ултырған да, атына ҡамсы төшөрөп, әле генә килгән юлынан саптырып китеп тә барған.
Аҡ көймә күҙҙән юғалған юлдың саңы ла ултырып өлгөрмәй, икенсе юл буйлап ҡара юрға егелгән ҡара көймәнең елдереп килгәне күренгән. Көймәнән уның хужаһы - ҡара сәсле, тәүге ирҙән дә мыҡтыраҡ, баһадирыраҡ кәүҙәле ир төшкән. Был ир ҙә, тәүге ир кеүек, аты туҡтар-туҡтамаҫтан үк ҡатындың аяҡ аҫтына ташлана, шунан һуң аяғына баҫып, ҡара сәсле ҡыҙын ҡулына алып, уларҙың икеһен дә үбергә тонона. Был ир ҙә әле генә үҙе елдереп килгән юлға ымлап күрһәтеп, хәҙер үк уларҙы үҙе менән алып китәсәген белдерә. Ҡатын, "Юҡ, бармайым", тигәнде аңлатып, баш һелкә...
Алыҫтан ҡарағанда өнһөҙ булып тойолған ваҡиғаларға шаһит булған дәрүиш шуны аңлай: ҡара сәсле, ҡара ҡашлы ир ҡатынға һәм ҡыҙына үҙенең ниәтен нисек кенә итеп аңлатмаһын, уларға хет ожмахтың үҙен вәғәҙә итһен һәм үҙе менән бергә китергә нисек кенә өндәмәһен, ҡатын уның менән бер ҡайҙа ла китмәйәсәк, ул әйҙәгән юлға ике аяғының береһен баҫмаясаҡ...
Дәрүиштең күңелен ҡатынды һәм уның балаларын йәлләү тойғоһо сорнап ала шул саҡ. Ҡара юрға елдереп киткән юлдың саңы ултырыуын да көтөп тормаҫтан, ул йәшеренеп торған еренән сығып, ҡатын янына барып, уны йыуатырға ниәт итеп, инде ҡуҙғалдым ғына тигәндә, киренән тағы ла таш артына боҫорға мәжбүр була. Ни өсөн тигәндә, ул бөтөнләй көтөлмәгән юлһыҙ яҡтан өсөнсө йәйәүле ирҙең яҡынлап килеүен күреп ҡала. Ирҙең кейеменә һәм һын-һыпатына ҡарап, уның үҙ хәләл көсө менән донъя көтөүсе намыҫлы кеше булыуын тойомлай дәрүиш. Ир теге өсәүгә яҡынлаған һайын, аҙымдары ла шәбәйә бара икән. Бына ул атлауҙан йүгереүгә күсеп, ҡатынды күтәреп алып үбә лә, уның ике балаһын ике яурынына ҡундырып, өсөнсө юл буйлап үҙенең бәхетле һәм яҡты киләсәгенә табан атлай. Уларҙың дүртеһенең дә шат йылмайған йөҙөндә ҡояш нуры сағыла...
"Бала ҡайғыһы йөрәктә, ир ҡайғыһы итәктә" әйтемен бар тулылығында аңлатыуҙың классик формаһына торош итәлер был риүәйәт. Ысынлап та, ниңә ҡатын үҙенә мохтажһыҙ ғына киләсәк тәьмин итерлек, яҡшы йәшәү шарттары тыуҙырырлыҡ ике ирҙең береһе менән дә китергә теләмәгән һуң? Сөнки ул ирҙәрҙең ҡайһыһы менән генә киткән осраҡта ла, яҡшы йәшәү шарттарына бер балаһын алмаштырырға тура киләсәген яҡшы аңлаған. Бына шуның өсөн дә уның сырайына болот ҡунған. Балалары аталарының ҡайһыһы менән генә киткән осраҡта ла, хет ожмах шарттарында көн итеүенә ҡарамаҫтан, ҡатындың айырылып ҡалған балаһы өсөн йөрәге һыҙлаясаҡ һәм ул был ирҙәрҙең береһе менән дә бәхетле була алмаясаҡ. "Итәк ҡайғыһы" бер ваҡытта ла йөрәк һыҙлауынан өҫтөн була алмай. Сөнки донъяла тик әсәй кеше генә бөтә балаларына тигеҙ итеп ҡарай.
Бер мәл бер әсәнең балалары үҙ-ара бәхәсләшеп киткән. Йәнәһе, уларҙың ҡайһыһын әсәләре нығыраҡ ярата икән. Һәр ҡайһыһы иң ныҡ яратылған баланың үҙе икәнлеген иҫбатларға тырышҡан. Улар ахырҙа әсәләре янына килеп, уның үҙенән был хаҡта һорашҡан. Әсәләре майшәмде яндырған да:
- Бына был шәм - ул мин, ә уның уты - минең мөхәббәтем, - тигән.
Шунан ул йәнә бер майшәм алып, уны тоҡандарған да:
- Бына был минең тәүге балам, мин уға үҙемдең һөйөү утымды бирҙем, әммә миндәге уттың ялҡыны шул килеш ҡалды…
Әсә кеше нисә балаһы бар, шунсама шәмде тоҡандырып сыҡҡан да, үҙендәге шәмдең һис тә кәмемәүен, ҙур һәм йылы булыуын аңлатҡан. Бының менән, әлбиттә, ул бөтә балаларына бер үк миҡдарҙа һөйөү, наҙ биреүен әйтергә теләгән. Бала ҡайғыһының тап йөрәгендә булғаны өсөн дә һаҡланалыр донъяла әсәлек тойғоһо. Ошо тойғо кешелекте лә һаҡлап килә. Дөрөҫөрәге, бала ҡайғыһының йөрәктә булыуы кешелекте һаҡлай ҙа инде. Был - хәҡиҡәт.

Әмир ҒҮМӘРОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru