«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИМАМДАРҒА ЕҢЕЛМЕ?
+  - 

Гәзитебеҙҙең 8-се һанында Әғләм Шәриповтың "Хәҙрәт булыуы еңелме?" тип аталған мәҡәләһен оло ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. Кем - нисектер, әммә мин мәҡәлә авторының тел төбөндә бик тәрән фекер ятыуын тойҙом. Тәү ҡарауҙа бик еңел генә һымаҡ тойолған ошо яҙмаһында ифрат етди мәсьәләне күтәргән автор.

Эйе, һуңғы быуат эсендә дин әһелдәренә, шәхсән, муллаларға ҡарата халҡыбыҙҙа кире ҡараш тәрбиәләү эшендә үткән замандың сәйәси органдары ифрат та "бөйөк уңышҡа өлгәшкән", тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Милләттәштәребеҙгә дин белеме биреү, уларҙы иманға өндәү иң төп функцияһы булып торған хәҙрәттәребеҙгә ниндәй генә бысраҡ яғылманы ана шул осорҙа. Бына шул дәүерҙәге бер нисә быуын кешеләре хәҙер дин өлкәһендә, үкенескә, ифрат наҙан булып үҫеп етте лә инде. Шунлыҡтан, динебеҙ йылына бер мәртәбә мулланан үлгәндәргә аят уҡытып, килгән ҡунаҡтарға тинлектәр өләшеүҙән, мулла доға ҡылғандан һуң, уның артынса бит һыйпап ултырыуҙан ғына ғибәрәт, ә хәҙрәттең эше - ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөп, саҙаҡа йыйыу, никах уҡыу, сабыйға исем атау ғына тигән һымағыраҡ инаныуҙа күпселек.
Икенсе мәсьәлә: ауыл имамы, хәҙрәттәр тураһында һәр төрлө негатив хәбәрҙәр һөйләүселәр күп. Үкенесле. Кәрәк-ярағына йөрөр өсөн иҫке генә берәй "шестерка" алған имам хаҡында "Ана, хәйер аҡсаһына байып ята…" тип, йә иһә, "Фәлән кеше аятта шуныса хәйер өләште, ә мулла үҙе бер тин дә сығарманы, алып ҡына ултыра", тигән һымағыраҡ яман хәбәрҙәр йөрөүе, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бәғзе шундай милләттәштәребеҙҙе биҙәмәй. Ҡайһы берәү иман килтереп, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә итеп, дин юлына баҫҡан, хатта имам булып китеүгә өлгәшкән кешеләрҙең үткәнендә соҡоноп: "Ул бит заманында шулай, былай булды", - тип, ғәйбәт сәйнәүҙән дә тартынмай. Ә имам булыуы еңелме икән? Әлеге мәҡәлә авторы әйтмешләй, минеңсә, был бик тә ауыр эш! "Нимәһе ауыр уның, - тиер бәғзеләр, - ҡунаҡҡа барып, аят уҡып, доға ҡылып, бер талай саҙаҡаны һалып алып ҡайтып китеүҙең ниндәй ҡыйынлығы бар?.."
Мәсеткә кәрәк-яраҡтар, йыһаз, китаптар алған, ремонтлатҡан, утын, газ, электр энергияһына һәм башҡа хәжәттәр өсөн әлеге хәйергә төшкән генә аҡсаны еткерергә тырышҡан хәҙрәттәребеҙгә Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ, һаулыҡ насип итһен! Икенсенән, ысын эш менән мәшғүл булған имам-хәҙрәт, дөрөҫөн генә әйткәндә, "сукеш менән һандал араһында", йәки "ике ут аралығында" йәшәргә мәжбүр булған кеше ул. Айырыуса, хәҙерге дәүерҙә. Беренсенән, Аллаһ Тәғәләнең әмере буйынса кешеләргә тик хәҡиҡәтте генә һөйләргә бурыслы булһа, икенсе яҡтан, аҙым һайын ул дин ғилеменән алыҫ торған күпселектең ризаһыҙлығына юлыға. Сөнки дин ҡанундарын халыҡҡа һөйләй башлаһаң, шәриғәттә нимәгәлер өндәү, йә иһә ниҙәндер тыйыуҙар бихисап. Ә күпселеккә өндәүҙәр ҙә, тыйыуҙар ҙа оҡшамай. Ҡөрьән-Кәримдә Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡан, быны тыйған йә иһә Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) - Аллаһ илсеһе хәҙистә шулай тип әйткән, тип һөйләй башлаһаң, үҙ ғүмерендә тәүгә ишеткән, йәки был хаҡта белеп тә, әммә күңелдәренә оҡшап етмәгән нәмәләрҙе ҡабул иткеләре килмәгәндәр һинең һүҙҙәреңә, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бөтөнләйгә иғтибар итмәй. Ҡайһы берәүҙәр, хатта айбарланып, ҡаршы тороусан. Үкенесле, әммә был - факт. Иман килтермәгән көйөнсә был донъянан китеп барыуҙың ахирәттә ниндәй аяныслы, ҡурҡыныс, мәңгелек үкенес булыуы хаҡында ла иҫкәртеүсән күп кенә хәҙрәттәребеҙ. "Тура әйткән туғанына ярамаған", тигән әйтем йөрөй бит әле халҡыбыҙҙа. Әммә, минеңсә, бына шундай дин әһелдәрен дә дөрөҫ аңларға тырышырға кәрәк. Улар бит берәүҙе лә кемгәлер ҡаршы өндәмәй, уларҙың маҡсаты - тик кешеләргә Аллаһ илсеһенең талаптарын еткереү. Хәҡиҡәтте һәр саҡ йәшереп тотоуҙың яҡшыға алып бармауы бар. Хаҡ дингә өндәп тә, күндерә алмаған кешеләргә Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): "Төн ҡараңғыһында утҡа табан осҡан күбәләктәрҙе усаҡ янынан ҡыуған һымаҡ, мин дә һеҙҙе тамуҡ утынан ҡурсаларға тырышам, ә һеҙ һаман минән ысҡынып, утҡа ынтылырға тырышаһығыҙ…" - тип, бик әсенеп, уларҙы иманға өндәгәне хаҡындағы сахих хәҙисте беләйек. Минеңсә, талапсан хәҙрәттәребеҙҙе "фанат" тип атап, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаһаҡ, үҙебеҙгә үҙебеҙ оло ғәҙелһеҙлек ҡылғандарҙан булырбыҙ, Алла һаҡлаһын! Ана шундай принципиаль хәҙрәттәр бәғзе бер уҫалыраҡ хирургтарҙы ла хәтерләтә. Ҡайһы бер етди сирле пациенттарға: "Операция яһатмаһаң - үләһең бит!" - тигәнерәк тондағы ҡәтғи өгөтләүҙәр ҙә килешеп ҡалыуын берәү ҙә инҡар итмәҫ, моғайын…
Бына шулай, Ҡөрьән-Кәрим һәм Бәйғәмбәр сөннәтенә таянып, милләттәштәребеҙгә дөрөҫ дини белем (беҙгә оҡшаймы ул - юҡмы) биреү - хәҙрәттәребеҙҙең төп бурысы. Бына ошо ифрат та ауыр, яуаплы эш һайлаған үҙебеҙҙең мөғәллимдәребеҙҙе хөрмәтләмәү һис кенә лә яраған эш түгел. Хәҙрәт булыу - аят уҡып, бит һыйпап, бишбармаҡ ашап ҡына йөрөү тип уйлау - ололарҙан оло хата! Ә дөрөҫлөктө белеп тә, башҡаларға ошо хаҡта өндәшмәгән кешене Аллаһ илсеһе телһеҙ шайтанға тиңләгән, ә инде ялған һөйләгәнде - "телле шайтан" тип атаған, әғүҙү билләһ (Аллаға һыйынам)!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru