
1999 йыл. Быуаттар ғына түгел, мең йыллыҡтар алмашынырға әҙерләнгән дәүер. Өс туғыҙға бөткән ошо йылда, Башҡорт дәүләт педагогия институтын ҡалдырып, 144-се башҡорт ҡала гимназияһына эшкә күстем. Бөгөн ул мәктәп юҡ - уны балалар баҡсаһына биргәндәр. Гимназияның етәксеһе Ирек Ғәлиулла улы Вәлеев, әңгәмәләшкәндән һуң, мине, фәлсәфә фәндәре докторын, башланғыс мәктәп уҡытыусыһы итеп алыуға ризалыҡ бирҙе.
Шул осорҙа ике генә фән докторының ҡәҙимге мәктәптә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгәнен белә инем. Уларҙың береһе Үҙәк Рәсәйҙә эшләне. Икенсеһе иһә, атаҡлы Шалва Амонашвили. Өсөнсө булып, уларға Самат Әбдрәхим улы ҡушылып китте. Миңә илле йәш тулғайны шул йылда.
Тәүге осрашҡаныбыҙҙа Ирек Ғәлиулла улы менән ошондайыраҡ әңгәмә булып алды:
- Уҡытыу-тәрбиә эшен ниндәй ҡанундарға таянып ойошторорға ниәтләнәһегеҙ?
- Мин уҡытмаясаҡмын да, тәрбиәләмәйәсәкмен дә - ун бер йыл ғүмеремде балаларым менән бергә йәшәп үткәрәсәкмен.
- Ә ғаиләгә урын юҡмы ни һеҙҙең уҡытыу-тәрбиә ҡанундарығыҙҙа?
- Бар. Тик балалар менән эшкә тотонор алдынан, ата-әсәләрҙе тәрбиәләргә кәрәк.
- Бындай фекерҙе тәүгә ишетәм. Уны нисек тормошҡа ашырмаҡсыһығыҙ?
- Ата-әсәләрҙең тәүге йыйылышында уларҙы үҙемдең ҡараштарым менән таныштырырға ниәтләнәм. Ниндәй талаптарҙы мотлаҡ үтәүҙең мөһимлеген аңлатмаҡсымын.
- Килешмәүселәр булһа?
- Беҙҙең мәктәптә уҡырға теләгән балалар ике синыфҡа бүленәсәк, тип әйтмәксемен. Кемдәр риза түгел, балаһын икенсе уҡытыусыға бирә ала.
Ун туғыҙ уҡыусы менән башлап ебәрҙем уҡыу йылын. Тәүге өс айҙы мәктәптә хөкөм һөргән тәртиптәрҙән арыныуға бағышланым. Шәмбе көнө балалар уҡырға йөрөмәгән булып сыҡты. Уҡыу планын үтәү өсөн өлкән кластарҙа көн һайын ете сәғәт дәрес үткәрергә тура килә был осраҡта. Һуңғы дәрестәрҙе үткәреү бик ауырға төшә. Тағы бер тотҡарлыҡ - байрам көндәре алдынан дәрестәрҙе ҡыҫҡартыу. 40 минут урынына балалар 30 минут уҡыйҙар.
Мин, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, дәрестәрҙе ҡыҫҡартмаҫҡа булдым. Уларҙың күңеленә тәүге тәҡдимем дә оҡшаны: шәмбе көндө лә индереп, аҙнаһына алты көн уҡырға. Ысынлап та, уларҙың күптәренә шәмбе көнө лә эшкә барырға кәрәк - ә баланы кемгә ҡалдырып китергә?
Ниәт менән ғәмәл йыш ҡына тап килмәй. Шатланышып, алты көн уҡыуға риза булһалар ҙа, тәүге шәмбелә парта артында ете уҡыусыны күрмәнем. Сираттағы шәмбелә дүрт уҡыусы мәктәпкә килә алманы. "Әгәр талапты үтәй алмаһағыҙ, балаларығыҙ менән хушлашасаҡмын", - тинем ата-әсәләргә ҡатыраҡ тауыш менән. Уларҙан: "Аңланыҡ. Мотлаҡ килтерербеҙ", - тигән яуап ишеттем.
Өсөнсө шәмбелә өс ата-әсә балаларын уҡырға килтерә алманы. Улар менән хушлашырға тура килде. Ҡалған ун алты бала менән башлап ебәрҙем тәүге уҡыу йылын. Уҡытыу-тәрбиә эшен ойошторғанда төп иғтибарҙы шуға бирҙем: һәр бала үҙен уҡытыусыһының иң яратҡан уҡыусыһы тип хис итһен. Мин, ысынлап та, уларҙың һәр береһен яраттым. Әммә яратыуымдың "тәме һәм еҫе" һәр баланың үҙенсәлегенән сығып билдәләнде. Ҡайһыһын өйгә эштәрҙе ысын күңелдән башҡарыуы, икенсеһен иҙәнде күңел биреп йыуғаны, өсөнсөһөн иптәштәренә ярҙам итергә әҙер генә торғаны өсөн яратам, тип маҡтаным. Дәртләндереү һүҙҙәрен һәммәһе өсөн дә таптым. Әйтелгәндәрҙе тыңлап, ҡыҙҙарым-малайҙарым өлгөлө уҡыусыларға оҡшарға тырыштылар. Балаларым менән һигеҙ йыл эшләү осоронда бер мәртәбә лә тауышымды күтәрмәнем, ата-әсәләргә улар тураһында бер насар һүҙ ҙә әйтмәнем.
Икенсе класҡа күскәс, уҡыусыларым, үҙ теләктәре менән, июнь айында ла уҡынылар. Уҡыу йылы башланырға ун-ун биш көн ҡалғас, өйгә шылытырата торғайнылар: "Самат ағай, әйҙәгеҙ, уҡыуҙы алдараҡ башлайыҡ. Ял итә торғас, хәл бөттө!" Бишенсегә күскәс, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, уҡыуҙы йыл һайын 1 сентябргә бер аҙна ҡалғас башлап ебәреүҙе ғәмәлгә индерҙек.
Уҡытыу-тәрбиә эшен башланғыс мәктәп уҡытыусыһы сифатында башлаһам да, бишенсе синыфта математика фәнен алып барҙым, физкультуранан уҡыттым, класс етәксеһе вазифаһын да башҡарҙым. Балаларҙы мөмкинлектәренән сығып уҡытырға ынтылдым, әммә һәр береһенән тырышлыҡ талап иттем. Һәммәһен дә шәхес булараҡ ҡурсаланым - исем тағышыуҙы ҡәтғи рәүештә тыйҙым, өлкән синыф уҡыусыларының насар мөғәмәлә итеүенә юл ҡуйманым.
Балаларға дәүләт талап иткән белем кимәлен биреүҙе тәүге урынға ҡуйһам да, төп маҡсатым Башҡортостаныбыҙҙың, илебеҙҙең ысын граждандарын тәрбиәләү булды. Балаларыма, уларҙың ата-әсәләренә, аралашҡанда, түбәндәге саҡырыуҙың мәғәнәһен төшөндөрөргә ынтылдым: "Күңелем ятмаһа ла, кәрәкле эште башҡарам; бик теләһәм дә, насар эштән баш тартам".
Алты-ете йәшлек балаларымды ялҡаулыҡ менән көрәшергә өйрәттем. Уларҙың һәр береһенә көслө ҡорал тотторҙом - уның исеме ихтыяр. Ҡылысҡа ла оҡшамаған ул. Айбалта ла түгел. Кеше күҙенә күренә торған әйбер араһында табып булмай уны. Аң менән тәндең айырылмаҫлыҡ булып ойошоуы һөҙөмтәһендә ярала ошо иң көслө ҡорал. Балала ихтыяр көсөн тәрбиәләүгә ярҙам иткән иң яҡшы мөхит - физкультура дәресе. Бына шуға ла аҙнаның алты көнөнөң һәр береһендә урамға сыҡтыҡ, сөнки мәктәптең спорт залы булманы. Ямғыр яуғанда дәресте коридорҙа үткәрергә тура килде.
Дәресте хәрбиҙәрсә йөрөү күнекмәләренән башлап, шунан мәктәп тирәләй йүгереүгә күсә торғайныҡ. Һуңғыһын һәр кемдең хәленә ҡарап ойошторҙом. Иң әҙерлекле балалар тәүҙә ярты саҡрым самаһы араны йүгереп үтте, күпселеге иһә 300-400 метр ара менән сикләнде. Ике йыл да үтмәне, балаларымдың бөтәһе лә бер саҡрым араны еңел йүгереп үтә башланы. Һәр дәрестә мотлаҡ сүгәләп атлауҙы тормошҡа ашырҙым, сөнки енси органдарҙы үҫештереү өсөн унан да көслөрәк ысул юҡ.
Йәшерен-батырыны юҡ: ҡыҙҙарым да, малайҙарым да түҙемһеҙлек менән дәрестең төп өлөшөн - уртаға бүленеп, футбол уйыны башланыуын - көттө. Туп тибеп уйнау ҙа балаларымдың киләсәктә түлле әсә, көслө ата булып үҫешеүен тәьмин итеү маҡсатында ойошторолдо. Уҡыусыларым алтынсы синыфҡа уҡырға килгәс, һөйкөмлө ҡыҙҙың тыуған көнөндә, кәм тигәндә һинең дүрт балаң булһын, тигән теләк әйттем.
Ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, тыуған көндө үткәреүҙе ойоштороуҙың тәртибен билдәләнек. Торт, шоколад, прәник, вафли кеүек ризыҡтарҙан баш тартып, һәр балаға таратып бирерлек йә алма, йә груша, йә әфлисун алып килеү яҡшы булыр, тип килештек. Балаһының байрамын ойоштороусы ата-әсә газлы һыу, пепси, кола кеүек эсемлектәр килтермәһен, тигән талап та ҡуйҙыҡ.
Һәр тыуған көн байрамын үткәргәндә, дүрт-биш бала ҡотлау һүҙҙәре әйтте. Бер ҡыҙ уларҙың исемдәрен ҡағыҙға теркәп барҙы, сөнки һәр баланың телмәр әйтеүенә өлгәшеү ине маҡсатым. Иң һөйөндөргәне шул булды: ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаған һәр уҡыусы, кәм тигәндә һинең дүрт балаң булһын тип, теләк әйтеүҙе үҙенең бурысы кеүек ҡабул итте.
"Самат Әбдрәхимович, шул тиклем баланы ашата-эсерә алырҙармы һуң улар ҙурайғас?" - тип шик белдерҙе ике әсә, ошо хәбәр ғаиләләренә барып еткәс. "Баҡмал өләсәйем әйтә торғайны: кем сабыйҙың ауыҙын йырған, шул уға емен дә бирер", - тип яуапланым мин, йылмайып. Улар аптырағандай булды, әммә һүҙҙәремә ҡаршы төшмәне.
Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА