«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАН ТӨРКӨМӨҢ НИНДӘЙ?
+  - 

Табиптар раҫлауынса, кеше ҡаны медиктар өсөн һандар һәм күрһәткестәр таблицаһы ғына түгел, ә организмдың үҙенсәлекле бер шифры, һаулыҡ торошоноң көслө һәм "йомшаҡ" яҡтарын асып биреүсе асҡыс та ул. Ҡан төркөмдәренең һаулыҡ, оҙайлы ғүмер, кәйеф һәм хатта стресс менән көрәшеүҙәге әһәмиәте хаҡында булыр был яҙма.

1-се төркөм:
ныҡлыҡ һәм энергия. Был төркөм ҡеүәтле һаҡсыһы булған нығытма - крепость кеүек, ти табиптар. Эритроциттарҙа антигендар юҡ һәм был иһә кеше өсөн етди өҫтөнлөк: ҡан ойошоу кимәле түбән һәм шул сәбәпле бындай кешеләрҙә инсульт йә инфаркт ихтималлығы 10-15 процентҡа кәмерәк, тип раҫлай япон һәм америка кардиологтары. Бынан тыш, 1-се төркөмдөң иммун системаһы йоғошло вирустарға нығыраҡ ҡаршы тора ала һәм сирләгән хәлдә лә кеше тиҙерәк һауыға. Тик шулай ҙа был төркөмдөң Helicobakter pylori бактерияһына бирешеүсәнлеге кеүек үҙенсәлеге лә бар, үкенескә. Гарвард ғалимдары билдәләүенсә, аҡһым: ит, балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары менән үҫемлек ризыҡтарының тигеҙлеген һаҡлау ашҡаҙан сәләмәтлеген контролдә тоторға, мускулдарҙы, иммунитетты нығытыуға булышлыҡ итә. Шулай итеп, 1-се төркөмдөң иммун ныҡлығы туҡланыу һәм йәшәү рәүеше аша өҫтөнлөккә ирешеү юлы ул.

2-се төркөм: социаль гармония һәм эске хәстәрлек, йәғни был төркөм кешеләр ысын мәғәнәһендә социаль яраҡлашыу миҫалы булып тора. Уларҙың организмында күҙәнәклек кимәлендә антигендәр бар, улар йоғошло бактерияларға кәртә була алһа ла, иммун системаға көсөргәнеш тыуҙыра. Был иһә диабет, ревматоидлы артрит кеүек аутоиммун сирҙәр ихтималлығын көсәйтә, тип белдерә япон иммунологтары. 2-се ҡан төркөмө эйәләре хроник елһенеүҙәргә бирешеүсән, шуға күрә лә ял итеү, үҙеңде күберәк хәстәрләү һәм хис-тойғо тигеҙлеген һаҡлау мотлаҡ шарттарҙың береһе. Итте йыш ашамаҫҡа, күберәк күҙәнәклек (клетчатка), йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланыу кәрәк, шулай уҡ ҡуҙаҡлы һәм бөтәүле иген продукттарына өҫтөнлөк биреү эсәк микробиотикаһын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Каролина институты тикшеренеүселәре раҫлауынса, социаль әүҙемлек, дөрөҫ туҡланыу был төркөм кешеләренең сәләмәтлек сифатын тәьмин итеп, оҙаҡ йәшәүгә булышлыҡ итә.

3-сө төркөм: стресҡа ҡаршы тороусанлыҡ һәм һығылмалыҡ. Был кешеләр тормош шарттарына яраҡлаша алыуҙары менән билдәле, улар психологик һәм физик көсөргәнештәрҙе еңелерәк кисерә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был төркөм стресс осорҙарында ҡан баҫымы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән һирәгерәк яфалана. Уларҙың гормондар системаһы кортизолды яҡшыраҡ көйләй, ә был аҡыл айыҡлығын һәм хис-тойғо тигеҙлеген һаҡлай. Ғалимдар 3-сө төркөм эйәләренә һәүетемсә физик әүҙемлек һәм туҡланыу тигеҙлеген һаҡларға кәңәш итә: улар был шарттарҙың стресҡа бирешмәүсәнлекте һәм елһенеү сирҙәре хәүефен кәметеүгә булышлыҡ итеүен иҫбатлаған. Һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк организмда кальций тигеҙлеген һаҡлап, һөйәктәрҙең ныҡлығына булышлыҡ итә, остеопороздан һаҡлай. Ял һәм эш араһында тигеҙлек - был төркөмдөң сәләмәт тормош нигеҙе.

4-се төркөм: хислелек һәм нескә энергия. Был төркөм иң һирәк осрай торған серле кешеләр. Улар Ер шары халҡының ни бары 4-6 процентын тәшкил итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, улар эске һәм тышҡы үҙгәрештәргә юғары һиҙгерлектәре менән айырылып тора. Иммун системалары хроник сирҙәргә тиҙерәк бирешеүсән, шул уҡ ваҡытта хис-тойғо тотороҡһоҙлоғо йөрәк һәм ҡан тамырҙары проблемалары тыуҙырыуы мөмкин. Был кешеләр туҡланыу аҙыҡтарына ла бик һиҙгер; уларҙың хәүефләнеүсән холҡо йөрәк-ҡан тамырҙары сире килтереп тыуҙырыуы мөмкин. Шуға ла 4-се ҡан төркөмө эйәләренә табиптар сәләмәт йәшәү рәүешен, хис-тойғо ныҡлығын һаҡларға тырышырға һәм ижади әүҙемлек шарттарында йәшәргә кәңәш итә.

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru