«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺАМАН АЛДАНАЛАР
+  - 

• Өфө ҡалаһының Дим районы прокуратураһына бер кеше мутлашыусылар ҡорбаны булыуы тураһында мөрәжәғәт итә. Прокуратура тикшереүе һөҙөмтәһендә шул билдәле булды: 2025 йылдың июлендә 68 йәшлек ирҙең пенсияһын ҡайтанан иҫәпләү һылтауы менән пенсия ойошмаһы вәкилдәре тип таныштырған билдәһеҙ кешеләр уның 780 мең һумлыҡ аҡсаһын урлаған. Тикшереү күрһәтеүенсә, ғариза биреүсенең аҡсаһы 49 йәшлек Татарстан Республикаһы кешеһе иҫәбенә күсерелгән, ул үҙенең мәғлүмәттәрен енәйәтселәргә тапшырған. Прокуратура судҡа дропперҙан законһыҙ алынған сумманы түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы ебәрә. Суд прокуратураның дәғүә талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.

• Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары С.С. Воротынцевтың Өфө ҡалаһы Дим районы прокуратураһында үткәрелгән шәхси ҡабул итеүендә бер ҡатын уға ҡарата мутлашыу менән бәйле уның хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ошо факт буйынса Өфө ҡалаһының Дим районы прокуратураһы тикшереү үткәрҙе. Инвестиция майҙансығы менеджерҙары булып танытҡан билдәһеҙ кешеләр, интернет селтәрендә аҡса эшләү һылтауы менән, 2024 йылдың ноябренән декабренә тиклем 69 йәшлек ҡатындың 5 миллион 164 мең һумлыҡ аҡсаһын урлаған. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереү аҡса 39 йәшлек Ҡалмыҡ Республикаһы кешеһе иҫәбенә күсерелеүен күрһәтә. Прокуратура судҡа дропперҙан аҡсаны ҡайтартыу тураһында дәғүә ғариза бирә. Прокурор позицияһын иҫәпкә алып, суд дәғүә талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Суд ҡарары үтәлеше ведомство контролендә.

• Тәфтиш версияһы буйынса, 2025 йылдың июлендә ғәйепләнеүсе ойошҡан енәйәт төркөмө ағзалары менән интернет селтәрендә яҙышыу барышында төрлө һылтау менән оло йәштәге граждандарҙан аҡса алыу буйынса "курьер" ролен үтәргә, урланған аҡсаны артабан цифрлы валютаға күсерергә ризалыҡ бирә. Ошо ысул менән 2025 йылдың авгусында юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡып йөрөгән студент ойошҡан төркөм составында эш итеп, өс зыян күреүсенән 2,6 миллион һумдан ашыу аҡса урлай һәм енәйәт төркөмөнөң электрон янсығына аҡса һала. Ғәйепләнеүсе енәйәттәрҙә ғәйепле булыуын өлөшләтә таный, килтерелгән матди зыянды тулыһынса ҡаплай. Енәйәт эше, ҡарау өсөн, Өфө ҡалаһының Дим район судына ебәрелгән.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru